«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НАМЫҪЫМДЫ ДАНҒА АЛЫШТЫРМАМ ЙӘКИ ДЕПУТАТ КҮҢЕЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ
+  - 

Иршат ФӘХРЕТДИНОВ Бөгөн тормошобоҙҙа ысын ир-егеттәрҙең аҙ булыуына, ир-аттың ваҡланыуына зарланыуҙар йыш ишетелә. Ҡайһы берҙә хатта "Каруанһарай" фольклор-эстрада төркөмө егеттәре оранына ҡушылып: "Ҡайҙа һеҙ, башҡорт егеттәре?" - тип саң ҡаҡҡы, Диоген көпә-көндөҙ шәм яҡтыртып Кеше эҙләгән кеүек, бына ул, башҡортомдоң аҫыл ирҙәренең береһе, тип күрһәтерҙәй шәхесте эҙләп тапҡы килә. Баҡтиһәң, ил-йортобоҙҙа ундай азаматтар бар һәм берәү-икәү генә түгел, тик уларҙы күрә белергә, әңгәмәгә йәлеп итергә генә кәрәк икән. Шулай итеп, бөгөн запастағы полковник, "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены кавалеры, өс бала атаһы,юридик фәндәр кандидаты РФ Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Юнир улы ФӘХРЕТДИНОВтың күңел серҙәрен асасаҡбыҙ.

Маяҡ булып балҡый бер хыял...

Биш йәшемдә китаптарҙы шытырлатып уҡый торғайным. Алты йәш тулғас, үҙемдән өлкәнерәк күршем Радик менән беренсе синыфҡа барҙым. Әммә уҡытыусы, бәләкәйһең әле, тип, Филиппок һымаҡ ҡулдан етәкләп, бүлмәнән сығарып ебәрҙе. Мәктәпкә барыу хыялым шул тиклем көслө булды, апай-абзыйымдар портфель тотоп, ранец аҫып сығып китһәләр, арттарынан көнләшеп ҡарап ҡалғаным әле лә хәтеремдә.
Уҡырға төшкәс иһә, класта лидер булдым. Сәмле булдым, ниндәйҙер ярышта еңелһәм, йүгереүҙәме, уҡыуҙамы, шул тиклем ауыр кисерә инем. Әммә тышҡа сығармайым, үсекмәйем, ләкин икенсе юлы беренсе урын алырға кәрәк, тигән маҡсатты үҙ алдыма ҡәтғи ҡуя инем. Уҡыуҙа ла ныҡ тырыштым. Өлкән синыфта хәрби әҙерлек дәрестәре инә башлағас, замкомвзвод итеп ҡуйҙылар.
Мәктәп йылдарында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын даими рәүештә осрашыуға саҡыра торғайныҡ. "Зарница" уйындарында окоптар ҡаҙып, ағастан автоматтар эшләп, үҙебеҙҙе тыуған илдең ысын һаҡсыһы итеп тойоп, бирелеп китеп уйнай инек. "Офицеры" киноһын, башҡа шундай фильмдарҙы ҡарап үҫтек. Телевизорҙан һуғыш осорон сағылдырған башҡорт спектаклдәрен күрһәтһәләр, уларҙы күрше-күлән менән йыйылышып, күмәкләп ҡараныҡ. "Яҙҙың ун ете мәле" сериалынан ғына ла күпме рух алырға мөмкин. Шундай Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы киноларҙы ҡарағандан һуң мин буласаҡ профессиям тураһында етди уйлана башланым. Ул мотлаҡ героик профессия булырға тейеш ине. Шуға, ҡар менән йыуынып, спорт менән шөғөлләнеп, уҡыуҙа ныҡ тырышып, үҙемде йәштән әҙерләнем. Берәй хәрби офицерҙы күрһәм, унан ҡайҙа, нисек уҡығанын, уҡыуға нисек ҡабул иткәндәрен ентекләп һораштым. Әсәйем: "Шул уаянный тип хыялланып, хыялый булып бөтәһең инде", - ти торғайны.
10-сы класты тамамлағас, уйлап та тормай, М. В. Фрунзе исемендәге ике тапҡыр Ҡыҙыл байраҡлы Омск юғары дөйөм ғәскәри командалыҡ училищеһына барҙым. Башҡортостандан 13 егет киткәйнек, Өфөнән Радик Ғәлиев менән миңә генә ошо уҡыу йортона инеп уҡырға насип булды. 4-се курста уҡығанда икәүләп Төркөстан хәрби округына барырға теләк белдереп, рапорт яҙҙыҡ. Әммә РФ Оборона министрының 1985 йылда хәрби училище тамамлаусыларҙы бер йыл Советтар Союзында урынлашҡан частарҙа хеҙмәт иткәндән һуң ғына Афғанстанға ебәреү тураһындағы бойороғона ярашлы, теләгебеҙҙе кире ҡаҡтылар. Сөнки яңы ғына уҡыуын тамамлаусылар Союзда хеҙмәт итеп, үҙенең ниндәй офицер икәнен төшөнөргә, командир була аламы, һуғышҡа инергә психологик яҡтан әҙерме икәнлеген раҫларға тейеш ине. Частҡа килгәс тә Радик менән Афғанстанға барырға теләк белдереп, ҡабаттан рапорт яҙҙыҡ. 1985 йылдарҙа унан совет ғәскәрҙәрен сығара башлағайнылар һәм һуғыш бөтөр, унда эләкмәй ҡалырбыҙ, тип уйланыҡ. Үҙебеҙҙе ысын һуғыш шарттарында һынап ҡарау теләге бик көслө ине. Сөнки училищела беҙҙе һуғышҡа әҙерләнеләр, ихтимал булған дошмандарыбыҙ Ҡытай, Америка, ГФР булды. Уларҙың частарын, уларҙа күпме кеше, ниндәй ҡоралдар менән ҡоралланғандар, нисек һөжүм итәләр - барыһын да өйрәндек. Әммә ысынлап та дошман менән күҙгә-күҙ осрашырға тура килгәндә үҙебеҙҙе нисек тотасағыбыҙҙы күҙ алдына килтерә алмай инек, сөнки күнекмәләр ваҡытында "дошман" ролен шул бергә уҡыған иптәшең башҡара бит инде. Шуға, ысын һуғыштың, ысын дошмандың ни икәнен белеү өсөн мотлаҡ Афғанстанға барырға, уны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрергә тейешбеҙ, тип иҫәпләнек. Ҡағыҙҙа күреүең - бер, күнекмәләр - икенсе, ә ысынбарлыҡ бөтөнләй башҡаса бит ул. Беҙҙең бәхеткәлер инде, ике өлкән лейтенант Афғанға барыуҙан баш тартты ла, улар урынына беҙҙе “утлы нөктә”гә ебәрергә мәжбүр булдылар. Беҙ бер йыл да хеҙмәт итеп өлгөрмәгәйнек. Кире уйлап, урыныбыҙға икенселәр табылып, уларҙы ебәреп ҡуймаһындар, тип, отпускыны ла ахырынаса ял итеп бөтмәйенсә, Радик менән частҡа кире киттек...
Төштәремә һаман керә һуғыш...

Һуғышта булғандар, уны үҙ күҙе менән күргәндәр үҙе тере саҡта унан бер ваҡытта ла әйләнеп ҡайтмай. Ул һуғыш һиндә йәшәй, бергә хеҙмәт иткән егеттәр менән осрашҡы, һөйләшке килә. Икенсенән, көн һайын һуғыш төшкә инә. Психологик реабилитация үтергә кәрәк, тиһәләр ҙә, уны бер ваҡытта ла үтеп бөтөп булмай, сөнки кешенең уйлау ҡеүәһе бар. Философтар бит юҡҡа ғына, кеше үлеме менән бөтөн донъя үлә, тимәй. Кеше донъяның бер бәләкәй генә өлөшө һәм ошо бәләкәй генә өлөшкә ҙур донъя һыйған. Кеше үлеү менән уға һыйған донъя ла үлә. Ошо донъяһындағы бер бәләкәй генә донъя - һуғыш, икенсеһе - ғаилә, өсөнсөһө - туғандары, тыуған ере һ.б. Уларҙың береһен дә алып ташлап та, онотоп та булмай, был мөмкин дә түгел. Уны онотоу өсөн һин йә склероз менән ауырырға, йә бөтөнләй бәғерһеҙ, битараф кеше булырға тейешһең.
Афғанстанда беҙ ил именлеген һаҡлап һуғыштыҡ, феодаль-община тормошон социализмға үҙгәртеп ҡорорға тырыштыҡ, объекттар, күперҙәр төҙөнөк, гуманитар ярҙам ебәрҙек. Иң мөһиме, беҙ унда булғанда Афған армияһы ул төбәктәге иң көслө армияның береһенә әүерелде. Сөнки унда советниктар көслө, ҡоралланыу Советтар Союзыныҡы ине. Бөгөн иһә унда Америка ғәскәрҙәре тора. Улар, әлбиттә, афған халҡы өсөн бер нәмә лә эшләмәй. Бөгөн ҡайһы берәүҙәр, беҙҙең Афғанстанға инеү хата булды, тип тә белдерә. Ул ваҡытта Америка менән СССР араһында һалҡын һуғыш барҙы, ядро ҡоралһыҙланыуы тураһында һүҙ ҙә юҡ ине әле. Әгәр Америка алдараҡ инһә, беҙ көньяҡта рубежды юғалтыр инек. Ул саҡта улар беҙҙең Кубала урынлаштырылған ракеталарға яуап итеп, унда үҙҙәренең ядро ракеталарын ҡуйыр ине. Ә хәҙер улар быны эшләй алмай, сөнки ихтыяж юҡ - ҡоралһыҙландырыу бара. XXI быуатта берәү ҙә мәсьәләне ядро ҡоралы ярҙамында хәл итергә йыйынмай. Бары тик иҡтисади яҡтан ғына ҡыҫымға алалар, шуның өсөн дә Рәсәйгә ҡарата санкциялар ҡулланалар. Ленинград кеүек итеп, тышҡы донъянан айырып, блокадала ҡалдырырға теләйҙәр.
Афғанстандан һуң майор дәрәжәһендә грузин-абхаз низағына эләктем. XX быуат тамамланып килә, ә кеше һаман да милли мәсьәлә ерлегендә бер-береһен үлтерә. Мин быны бер нисек тә аңламаным, башыма һыйманы һәм барып, шуны аңлағым, уларға аңлатҡым килде. Абхазияла саҡта Беренсе Чечен һуғышы башланды. Барлыҡ ваҡиғаларҙы телевизор аша ғына күрҙек. Афған юлын үтеүселәр өсөн был, ысынлап та, аптырарлыҡ хәл ине: үҙ илеңдә һуғыш барһын әле! Абхазиянан яраланып ҡайттым. Дауаланған ваҡытта уҡ Чечнянан демобилизацияланған егеттәр, юғалтыуҙар күп, тәьминәт насар, ғәскәрҙәр араһында үҙ-ара килешеп эшләү, бәйләнеш юҡ, тыл тәьминәте, кейем-һалым менән тәьмин итеү аҡһай, һалдаттар яҙмыш ҡосағына ташланған, контракт буйынса барған офицерҙар албырғап ҡала, тип мөрәжәғәт итә башланы. Тәжрибәле офицерҙар ҡайҙа икән, тип уйланып, уйҙарымдың осона сыға алмай, хәрби тәжрибәмә таянып, рапорт яҙып, Чечняға киттем. Сөнки атыш тауыштарына күнегеп, кәрәк ваҡытта ҡапыл ғына дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү тәжрибәһе бар ине. Ысынлап та, һалдаттарға нисек окоп ҡаҙырға, төндә үҙеңде нисек тоторға, посты нисек һаҡларға өйрәтеүҙән башларға тура килде. Бөгөн шуны әйтә алам: хәрби хеҙмәтем осоронда Чечня - минең өсөн ҡара һыҙат булды. Чечнянан һуң совет заманындағы армияны юғалтҡаныбыҙҙы аңланым.
Ысын офицер. Ниндәй ул?

Һәр ир-ат һымаҡ, офицер ысын мәғәнәһендә ҙур хәрефтән яҙылған Кеше, батыр, ҡаһарман, ғәҙел булырға һәм үҙ иңенә яуаплылыҡ алыуҙан ҡурҡмаҫҡа тейеш. Йәғни, бойороҡ бирһәләр - эшләйем, юҡ икән - эшләмәйем түгел. Һәм офицер, бойороҡ алғас, уны нисек үтәмәү юлдарын түгел, ә нисек итеп яҡшыраҡ үтәү юлдарын эҙләй. Бында инде: "Мин үтәй алмайым, сөнки...", тигән сәбәп бөтөнләй ҡабул ителмәй. Бойороҡ алғанһың икән, уны үтәргә тейешһең. Шулай уҡ, ҡул аҫтыңда күпме һалдат бар, шуларҙың һәр ҡайһыһының ғүмере өсөн яуаплылыҡ тояһың. Был - иң тәүге бурыс. Сөнки һәр һалдат артында уның ата-әсәһе генә түгел, ә тотош уның донъяһы - уның ғаләме тора. Һин һалдат өсөн генә түгел, ә уның ошо тотош донъяһы өсөн яуаплы. Шуға күрә бойороҡто үтәр алдынан, тәүҙә уны үҙеңә аңлап, һалдаттарға ентекле итеп аңлата белергә кәрәк. Юҡҡа ғына, әгәр ҡоралың бар икән - ярты эшең эшләнгән, тимәйҙәр. Әгәр һалдат үҙенән нимә талап ителгәнен аңлаһа, эсергә һыуы, ашарға ризығы, атырға патрондары булһа - ҡушылғандың яртыһы үтәлде, тигән һүҙ. Әгәр инде уға, "Иди туда - не знаю куда, принеси то, не знаю что", тигән кеүегерәк бойороҡ бирәһең икән, әлбиттә, бойороҡ үтәлмәйәсәк.
Әлеге ваҡытта депутат вазифаһын башҡарам икән, быны ваҡытлыса ғына тип ҡарайым һәм үҙемдең төп принциптарыма тоғро ҡалырға тырышам. Ошо арауыҡта кешелеклелегеңде юғалтһаң, кеше күҙенән төшһәң, үҙең тураһында кире фекер ҡалдырһаң, принциптарыңа хыянат итһәң, депутатлыҡ мөҙҙәтең үткәс, һайлаусыларың күҙенә нисек ҡарамаҡ кәрәк? Шуға күрә мин депутат булғанда ла кеше булып ҡалырға һәм ошо ваҡытты ветерандар, көс структураларында хеҙмәт итеүселәр мәнфәғәтендә максималь файҙаланырға тейешмен. Ә кемдер өсөн яҡшылыҡ эшләйем тиһең икән, намыҫты һатып, яҡшы булып булмай. Яҡшылыҡ эшләгәндә һинең намыҫың таҙа булырға тейеш. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Өҫтәүенә, хәрби дуҫтарым аңламаясаҡ. Әле Мәскәүҙә булғас, улар менән һирәк осрашам, ә бит кире Өфөгә ҡайтһам, йыш осрашырға тура киләсәк. Әгәр бөгөн намыҫымды һатһам, уларҙың күҙенә нисек тура ҡарармын?

Депутатлыҡ - сираттағы һынау ғына

Бер ваҡытта ла депутат булырға хыялланманым, хатта уйымда ла булманы. Ҡайҙа ул Дәүләт Думаһы депутаты булыу, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай йәки ҡала советы түгел, ауыл советында депутат булыу тураһында ике ятып бер төшөмә инмәне. Хатта окопта ултырғанда ла һәр ваҡыт депутаттарҙы әрләй, бөтөн нәмәлә уларҙы ғәйепләй торғайным. Хәҙер үҙемде лә шулай әрләйҙәрҙер инде. Бәлки, дөрөҫ тә әрләйҙәрҙер, мин үпкәләмәйем. Әммә 2007 йылда "Берҙәм Рәсәй" партияһының исемлеге буйынса РФ Дәүләт Думаһының бишенсе саҡырылыш депутаты булып үткәс, быны үҙем өсөн сираттағы һынау, тип ҡабул иттем. Һине яҙмыш һынап ҡарай: йә кеше булып ҡалаһың, йә боҙолаһың, йә ерлегеңдән айырылып, тиҙ генә ҡолап төшәһең. Шуға күрә депутат мандатына эйә булғас та үҙемә үҙгәрмәҫкә, кешелекле булып ҡалырға, ауыл малайы икәнемде онотмаҫҡа һәм ауылға мәсет төҙөп ҡуйырға һүҙ бирҙем. Был минең ауылдан айырылмағанлығымды күрһәтеп торған беренсе аҙым булды.
Депутат булдың да эш бөттө түгел, һин ул яуаплылыҡты күтәрә белергә лә тейешһең. Башҡортта бит "елкәһе йоҡаҡ", тигән бер лаҡап бар. Елкәң йоҡаҡ булһа, депутатлыҡ вазифаһын күтәрә лә алмаҫҡа мөмкинһең. Мин шулай тип әйтмәһендәр өсөн тырышам. Бишенсе саҡырылышта Ветерандар эштәре буйынса комитетҡа эләктем һәм улар тураһында хәстәрлек күрә башланым. Ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, пенсияларын арттырыу, хәрбиҙәргә түләүҙәрҙе күтәреү буйынса бик күп закон проекттары әҙерләнек һәм ҡабул итеүгә өлгәштек. Башҡортостанда Афған һәм Чечен һуғышы ҡорбандарына күп кенә һәйкәлдәр астыҡ. Шулай уҡ 1931 йылдың 1 ғинуарынан 1945 йылдың 1 авгусына тиклем арауыҡта тыуған һуғыш йылдары балаларына ярҙам итеү буйынса закон проекты әҙерләнек, әммә уны ҡабул итеү финанс мәсьәләләренә бәйле тотҡарлана. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларҙың тол ҡалған ҡатындарына торлаҡ сертификаттары биреү буйынса закон тулыһынса тормошҡа ашырылып бөтмәйенсә, быныһы ҡабул ителмәҫтер, күрәһең.
Ҡайҙа ғына, ниндәй генә вазифа биләһәң дә, ерҙән, халыҡтан айырылырға ярамай. Халыҡ депутат менән бәйләнешкә сыға алһын өсөн мин һәр саҡ - телевизорҙан сығыш яһағанда ла, гәзит-журналдарға ла телефон номерымды (89174218937) бирәм. Халыҡ өсөн мин һәр саҡ элемтәлә, бәйләнештә, шуға ла ҡабул итеү көндәрендә кеше күп мөрәжәғәт итә. Дүрт айҙың бер аҙнаһын Башҡортостанда, халыҡ менән осрашып, уларҙы ҡабул итеп үткәрәм. Ниндәй генә һорау менән килһәләр ҙә, был минең өлкә түгел, тип кире борғаным юҡ. Депутатлыҡ үҙеңә ниндәйҙер өҫтөнлөктәр алыу, тейелгеһеҙлек тәьмин итеү ысулы түгел. Миңә тейелгеһеҙлек бөтөнләй кәрәкмәй. Халыҡтың мөрәжәғәт итеүе мөһимерәк. Сөнки ул миңә эш, уйланырға ем, импульс бирә. Ошо халыҡ менән аралашыуҙар ниндәйҙер закон проекты әҙерләүгә этәргес булһа, уны үткәреүгә өлгәшһәк - депутат өсөн шунан да юғарыраҡ награда юҡ.
Профессиябыҙ буйынса төрлө комитеттарҙа ағза булып торабыҙ һәм мин, ветерандар менән эшләгәс, 2013 йылда, Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыуҙың 25 йыллығы алдынан, Хөкүмәттән афғансыларҙы юбилей миҙалы менән наградлауҙарын һорағайным. Оборона министрлығы әлегә тиклем ошо миҙалдарҙы тапшыра. Льготаларҙы арттырыу, ветерандарҙы федераль йәки төбәктекеләргә бүлмәү, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ғына түгел, хәрби хәрәкәттәр ветерандарын да торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса ла сығыш яһап, маҡсатыбыҙҙы тормошҡа ашырабыҙ. Афған, Чечня һуғыштары ветерандарына 80-90 йәш тулыуҙы көтөргә кәрәкмәй, уларҙы бөгөн үк торлаҡ менән тәьмин итергә кәрәк. Был йәһәттән дә уңыштарыбыҙ бар, тип әйтә алам.
Һәр депутат үҙ йүнәлеше буйынса һайлаусыларының мәнфәғәтен яҡлай, әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: беҙ, халыҡ тарафынан һайланып ҡуйылған депутаттар, трибуна артына сығып, ниндәйҙер мәсьәлә күтәреп, уны яҡлау һәм үҙ һүҙебеҙҙе әйтеү өсөн халыҡтың, ойошмаларҙың инициативаһы кәрәк. Улар беҙгә комитеттарыбыҙ вәкәләтендәге мәсьәләләр буйынса хаттар, мөрәжәғәттәр ебәрһә, урындарҙа ниндәй проблема булыуын белеп торор һәм ошо йүнәлештә эшләр инек. Ә һораусы юҡ икән, тимәк, проблема ла юҡ. Депутат та бит шундай уҡ кеше, ул Аллаһы Тәғәлә түгел, һәм һәр бер ауылға барып, ниндәй проблема барлығын белешеп йөрөй алмай.

Балаңды үҙ өлгөңдә тәрбиәлә

Бер ваҡыт оло аҡһаҡалға бер ауырлы ҡатын килеп, тыуасаҡ балаһын нисек тәрбиәләргә кәрәклеге хаҡында һораша. Аҡһаҡал уның ауырына нисә ай булыуы тураһында һорай, ҡатындың яуабынан һуң, һин тап ошо ваҡытҡа һуңлағанһың инде, тип яуаплай. Шуның кеүек, баланы тыумаҫтан алда, ул яралыу менән үк тәрбиәләй башларға кәрәк. Бының өсөн тәү сиратта үҙең тәрбиәле булырға тейешһең. Ә беҙ, ата-әсәләр, балалар матур йәшәһен тип, эшләйбеҙ ҙә эшләйбеҙ, эштән бушамайбыҙ. Әгәр бала менән шөғөлләнеп, уйнап, китап уҡып ултырырға ваҡытың юҡ икән, уны үҙеңдең өлгөңдә тәрбиәләргә кәрәк.
Бөгөн бала тәрбиәләү үҙе ҙур проблема инде ул. Беҙ үҫкән ваҡытта ата-әсәйҙәргә барыбер ҙә бала тәрбиәләү еңелерәк булғандыр, тием. Сөнки беҙҙе олатай-өләсәйҙәр, оло ағай-апайҙар, мәктәп, ундағы ойошмалар, түңәрәктәр тәрбиәләне. Рухты үҫтерә торған китаптар күп ине, шуларҙы уҡыныҡ, телевизорҙан патриотик рухлы кинолар, спектаклдәр ҡараныҡ. Ә хәҙер ата-әсәгә баланы тәрбиәләүгә ситтән ингән йоғонто - интернет, күп каналлы телевидение, киң мәғлүмәт сараларында булған бысраҡ мәғлүмәт ныҡ ҡамасаулай. Беҙ бала саҡта хеҙмәт аша тәрбиәләндек. Хәҙер балаларҙың эштәре лә юҡ. Хатта ауыл ерендә лә ҡайһы бер ғаиләләр картуф, йәшелсә-емеш үҫтермәй, һатып ала, тигәндәй. Урманға шешлек бешерергә барғанда ла магазиндан һатып алып, әҙер күмер алып баралар. Был ниндәй үлсәүҙәргә һыя икән ул? Керҙе, һауыт-һабаны машина йыуа. Шуға күрә, хәҙер балаларҙы тәрбиәләү элеккегә ҡарағанда ун тапҡырға ауырыраҡ, тиер инем.
Был йәһәттән ата-әсәйҙәребеҙгә көнләшәм. Уларға бит беҙҙе тәрбиәләргә лә кәрәкмәне - тәрбиә өсөн бөтөн шарттар бар ине, уларға бары тик эш ҡушып, уның үтәлешен тикшереп, кисен йоҡларға һалып, иртән йоҡонан уятырға ғына кәрәк булды. Мәктәптә лә яҡшы белем алдыҡ, мал-тыуарҙы ҡарап та, китап уҡып та, спорт менән шөғөлләнеп тә, барыһына ла өлгөрә инек. Хәҙер тормош тиҙ ағамы, бер нәмәгә өлгөрмәйбеҙ. Ғәмәлдә, беҙ балаларҙы күрмәйбеҙ ҙә тиерлек. Улым әсәһенән нимәлер һораған да, унан, "Атайыңдан һора", тигән яуап алғас, "Ул бит йондоҙ кеүек, уға буй етмәҫлек", тип шаяртҡан. Командировканан ҡайтҡас, ҡыҙыма: "Мин ҡайттым", - тигәйнем, "Берәй ергә киткәйнеңме ни?", тип аптырап һорай. Ә мин өс көн өйҙә булманым. Хәйер, өйҙәмен тигәндә лә, иртән китәһең, кисен һуң ҡайтаһың, балалар хатта күрмәй ҙә. Улай тиһәң, беҙ ҙә атай-әсәйҙе күрмәнек инде...

Ир-егеттең йөрәгендә -тыуған яҡ

Ауылымды бик ныҡ яратам. Әгәр күңелеңдә тыуған ереңә һөйөү хисе юҡ икән, ваҡытлыса йәшәгән урыныңды ла, кешеләрҙе лә яратмаясаҡһың. Һәр ваҡыт ҡайтып йөрөргә тырышам, мәктәпте лә онотмайым, ярҙам итеп торам. Ауылымды, ауылдаштарымды яратҡанға күрә, рәхмәт йөҙөнән, фатирға тип йыйған аҡсама мәсет һалып ҡуйҙым. Сөнки ауылдаштарым һәйбәт булмаһа, минең ата-әсәйем дә һәйбәт булмаҫ ине. Улар һәйбәт булмаһа, мин дә насар булыр инем. Изге йорт бер ваҡытта ла бикләнмәй. Һәм һәр юлсы, унда туҡтап, ял итеп, тамаҡ ялғап, юлын артабан дауам итә ала. Иман йортон ҡарау, тәртиптә тотоу, коммуналь сығымдарҙы түләүҙе туғандарым менән бергәләп атҡарабыҙ. Минеңсә, кеше намаҙ уҡый белмәһә лә, мәсеткә инеп, аяттар тыңлап, күңелен сафландырып, мәрхүмдәр рухына хәйер һалып булһа ла сығырға тейеш. Сөнки беҙ ата-әсәйҙәребеҙҙе онотһаҡ, балаларыбыҙ беҙҙе онотасаҡ.
Һайран эргәһенән тап-таҙа һыулы Шиҙе йылғаһы аға. Ҡыш көнө ҡойолар туңа, һыуҙы Шиҙенән алып эсәбеҙ. Ауылыбыҙҙа элек леспромхоз булды, атайым шунда участка начальнигы булып эшләне. Һәр ваҡыт эшселәр менән урманға йөрөнө. Беҙ ҙә урманға йөрөп, ағас ултыртып, уны утап, ҡарап, тәрбиәләп үҫтерә торғайныҡ. Хатта телевизор ҡарағанда ла эшһеҙ ултырманыҡ - ҡап һуҡтыҡ, селек һепертке, йүкә бумалалар бәйләнек. Бала саҡтан тәбиғәтте, ер-һыуҙы яратып үҫтек. Мәктәптә уҡығанда йыш ҡына беҙҙе экскурсияға алып бара торғайнылар. Унда япраҡтар, үләндәр йыйып, бөжәктәрҙе күҙәтеп йөрөй инек. Яҙғыһын сыйырсыҡ оялары эшләп, уны урамға ғына түгел, урманға ла алып барып ҡуйҙыҡ. Бесән сапҡанда ла, йәш ағасты киҫмәҫ өсөн, ашыҡмай, ҡарап ҡына саба инек. Тәбиғәтте яратыу шулар аша килгәндер.
Әле лә ҡайтҡан һайын Бикмәш тауына менеп, ыңғай энергия алып китәм. Афғансыларҙы, хәрби дуҫтарҙы ер кендеге булған Торатауға алып менергә тигән хыял менән йәшәйем. Беренсенән, был сәләмәт тормошто пропагандалай, икенсенән, Торатау Башҡортостан мөғжизәләренең береһе булып тора, һәм уны яратырға, һаҡларға, килер быуындарға аманат итеп тапшырырға кәрәк. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан шундай акция ойошторорбоҙ, тип ниәтләйем.

Донъяға йылмайып баҡһаң, ул һиңә йылмайыр

Һуңғы ваҡытта кешелә ниндәйҙер ышанмаусылыҡ бармы ул, һирәк йылмаялар, йәмәғәт транспортында ла үҙ уйҙарына күмелеп баралар. Тормош ауыр тиһәк тә, ауылдарҙа ла, ҡалаларҙа ла яңы өйҙәр төҙөлә, шәхси автомобилдәр һаны арта. Нисек кенә зарланмаһын, халыҡ яҡшы йәшәй. Ә нәфсе тигәнең, күрәһең, булған һайын күберәкте көҫәй. Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа табыла, тигәндәй, 1998 йылғы көрсөк алдынан халыҡ шырпы, тоҙ, сәй, он, ярма алып ҡалырға тырышһа, әле Яңы йыл алдынан машина, заманса техникаға ябырылды. 15 йылда барыбер ниндәй ҙә булһа алға китеш бар. Донъя малы артынан ҡыуып, вазифалы урын биләйбеҙ тип, кешеләр бер-береһенә уҫал итеп, бүре кеүек ҡарамаһын ине. Шундай күренештәрҙе күрәм дә, һуғышта һәләк булған, тыныс тормошта ғүмерҙәре өҙөлгән егеттәрҙе иҫләйем. Уларға бит ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, ата-әсәһен шатландырып йәшәргә лә йәшәргә ине, тип уйлайым. Ә улар юҡ... Шуға күрә тормоштоң, ғүмерҙең һәр бер минутының ҡәҙерен белеп, бер-беребеҙҙе, халыҡты, кешеләрҙе яратып, бер-беребеҙгә ярҙам итеп, йылмайып, шатланып йәшәйек!

Шулай итеп...
Кеше ни тиклем юғарыраҡ вазифа биләй, ул шул тиклем ябайыраҡ була, тиҙәр. Был, моғайын да, һәр кемгә тап килмәйҙер. Әммә Ишембай районының Һайран ауылынан сыҡҡан ир-азамат Иршат Фәхретдиновтың бар асылы ошо ябайлыҡталыр, күрәһең. Ә уның сере лә бик ябай: үҙеңә, принциптарыңа, офицер намыҫына тоғро ҡалыуҙа, тыуған ереңде, кешеләрҙе, иң мөһиме - тормошто яратыуҙа.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.15 | Ҡаралған: 1889

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru