«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛЛАҺТЫҢ БАРЛЫҒЫН ТАНЫУ ҒЫНА ИМАНЛЫЛЫҠ ТИГӘНДЕ АҢЛАТМАЙ ӘЛЕ
+  - 

Башҡорт һаналып та, үҙенең туған телен белмәгәндәрҙе күреп, минең дә йөрәгем әрней. Шулай уҡ үҙен мосолман тип һанап та, динебеҙҙең һәр мосолман белергә һәм мотлаҡ үтәргә тейешле булған иң ябай ғына ҡағиҙәләрен белмәгән һәм белергә теләмәгән кешеләр өсөн дә йөрәгем яна. Телебеҙҙе онотоуыбыҙ ҡасандыр бер заман башҡорттоң Ер йөҙөнән бөтөнләйгә юҡҡа сығыу хәүефе менән янаһа (Аллаһ һаҡлаһын!), динде белмәгәндәргә һәм белергә теләмәгәндәребеҙгә әхирәттә, мәңгелек утта яныу ҡурҡынысы бар. Ә быныһы - тағы ла ҡурҡынысыраҡ.

Бер көн, мәсеткә барышлай, урамда элекке танышымды осраттым.
- Ҡайҙа юл тоттоң? - тине ул хәл-әхүәл һорашып алғас.
- Мәсеткә.
- Унда ни йомошоң төштө?
- Йомош, тип ни, намаҙға китеп барам. Бөгөн йома бит...
- Һин нимә, мулла булып алдыңмы әллә?
- Намаҙ уҡымаған өсөн Аллаһы Тәғәлә әхирәттә муллаларға ғына түгел, ә барыбыҙға ла оло ғазап вәғәҙә итә бит. Әйҙә, һин дә бар...
- Әй, мәсет ҡайғыһы юҡ әле бында. Машинаның майын алыштыраһы бар...
- Ә минең был донъяла мәңге йәшәргә иҫәп юҡ, дуҫ кеше. Ана, аҙан да әйтә башланылар...
Ашыҡ-бошоҡ хушлашып, һәр кемебеҙ үҙ юлы менән киттек. Танышым шул саҡта ни уйлағандыр, әммә мин ошо осрашыуҙы ғәҙәти күрешеү һымаҡ ҡына ҡабул итмәнем. Уйланырға, хатта бик тәрән уйланырға сәбәп бар ине шул. Халҡыбыҙ шундай алсаҡ, яғымлы, мөләйем, эскерһеҙ, эшлекле, кешелекле, баҫалҡы, әҙәпле һәм ябай. Әммә улар араһында дин ғилемен бөтөнләйгә тиерлек белмәүселәр күпселек булыуын күреп бошонам. Борсолоусылар тик мин генә түгеллеген дә беләм. Милләттәштәребеҙгә был өлкәлә белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуйған бәғзе имамдарҙың, йәиһә башҡа кешеләрҙең гәзиттәрҙә баҫылып торған мәҡәләләрен иғтибар менән уҡып барырға тырышам. Аллаһ бар һәм ул бер икәненә хәҙер күптәр ышана. Әммә… "Мин Аллаһ барлығына ышанам, шул - еткән", тип, динебеҙ хаҡында бер ни белмәйенсә, хатта белергә лә теләмәйенсә йәшәй күптәр, һәм хаталаналар. Аллаһы Тәғәләнең барлығына ышаныуҙа ғына булһа икән эш...
Беләйек һәм бер ҡасан да онотмайыҡ: башҡа һәммә йән эйәләренән айырмалы, Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаһына аҡыл биргән, төрлө һанһыҙ ниғмәттәрҙән тыш, кешене фекер йөрөтөү тип аталған иң ҡиммәтле үҙенсәлек менән бүләкләгән. Әммә бүләкләп кенә ҡуймаған, кешеләргә һис һүҙһеҙ үтәлергә тейешле бурыстар ҙа йөкмәткән. Шулай уҡ фәҡәт әҙәм балалары өсөн әхирәт (халыҡса әйткәндә, теге донъя) тормошон да яралтҡан Раббыбыҙ. Әхирәткә барғас, үҙенә йөкмәтелгән бурыстарының үтәлгәнлеге-үтәлмәгәнлеге хаҡында һәр кешенән һораласағын да әйткән. Әхирәт, йәннәт, йәһәннәм кеүек күҙгә күренмәгән донъяны, әлбиттә, беҙ, кешеләр, нисек кенә тырышһаҡ та тулыһынса күҙ алдына килтерә алмайбыҙ һәм алмаясаҡбыҙ. Бөйөк Аллаһты күҙ менән күрмәгән көйө, Уға ышанған кеүек, Раббыбыҙҙың кеше аңы менән үлсәнмәй торған башҡа үлсәмдәрҙә яралтҡан нәмәләренә, улар хаҡында бәйән ителгән Ҡөрьәнгә һәм Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) һүҙҙәренә (сәхих хәҙистәр) фәҡәт ышанырға ғына тейешбеҙ. Иң тәүҙә, һис шикһеҙ ышанырға, ә унан - ҡушылғанды һис һүҙһеҙ үтәргә бурыслыбыҙ.
Раббыбыҙ әҙәм балаларына иң беренсе нәүбәттә бына нимәгә ышанырға ҡушҡан: 1. Аллаһы Тәғәләнең барлығына һәм уның берҙән-берлегенә, унан башҡа һис бер илаһ юҡлығына мотлаҡ рәүештә ышаныу (лә иләһә иллаллаһ). 2. Уның фәрештәләре барлығына ышаныу. 3. Китаптарына ышаныу. 4. Бәйғәмбәрҙәренә ышаныу. 5. Әхирәт барлығына ышаныу. 6. Тәҡдиргә һәм уның яҡшыһы ла, яманы ла Аллаһтан икәненә һәм, үлгәс, ҡасандыр барыбыҙ ҙа Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабаттан тереләсәгебеҙгә ышаныу ("Сәхих әл-Мөслим", 8-се бүлек). Аллаһ бойороғо буйынса, Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) ошоларҙың һәммәһен иман шарттары тип атаған. Иман ул - ышаныу тигән һүҙ (хәҙерге көндә күптәребеҙ "иманлы" тигән төшөнсәне "тәртипле", йәиһә, "әҙәпле" тиеп кенә аңлап, шуның менән генә сикләнәбеҙ. Бындай яҡшы сифаттар иманлы кешелә булырға тейеш. Әммә иман төшөнсәһе күпкә киңерәк). Бына шул юғарыла һанап кителгән алты иман шартының береһенә генә ышанмаған, йәиһә икеләнгән кеше тулы иманлы тип һаналмай. Ә уларҙың барыһына күңеле менән ышанған кеше үҙен мосолман тип иғлан итә.
Бәйғәмбәребеҙ (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) Ислам диненең мосолман тарафынан мотлаҡ рәүештә үтәлергә тейешле биш терәген һанап китә: иң тәүгеһе - иман килтереү, икенсеһе - намаҙ уҡыу, өсөнсөһө - Рамаҙан айында ураҙа тотоу, дүртенсеһе - бай кеше булһаң, зәҡәт биреү, бишенсеһе - хәлеңдән килһә, хаж ҡылыу. Бына шул биш терәктең иң тәүге өсәүһенә айырыуса ҙур мәғәнә бирелә. Тәҡүәлеләр, йәғни үҙенә буйһоноп йәшәгәндәр өсөн Раббыбыҙ әхирәттә ожмах вәғәҙә итһә, үҙе ҡушҡандарын үтәмәгән көйөнсә (йәғни, иманһыҙ һәм бер ниндәй ҙә ғибәҙәтһеҙ) был донъянан киткәндәр өсөн Аллаһы Тәғәләнең язаһы бик ҡаты һәм аяуһыҙ. Ҡәбергә инеп, ергә күмелгәс тә, үҙенә иң тәү бирелгән өс һорауға (Раббың кем? Динең кем? Бәйғәмбәрең кем?) яуап бирә алмаған һәр кеше ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр ҡәбер ғазаптарына дусар ителә. Ә ҡиәмәт көнө (ахырызаман) килеп еткәс, һәр кеме Аллаһы ҡаршыһында иң беренсе нәүбәттә - намаҙы, унан һуң башҡа ғәмәлдәре хаҡында хисап бирә. Унан Аллаһ тарафынан ахырғы урындарыбыҙ билдәләнә. Ахырғы урын тик икәү генә: ожмах һәм тамуҡ. Өсөнсө вариант юҡ!
Бына ошоларҙың барыһын да беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ белгән һәм Аллаһы Тәғәләнең язаһынан ҡурҡып, Уны яратып, Уның бойороҡтарын үтәп ғүмер иткән. Ә Октябрь революцияһынан һуңғы осорҙа йәшәгән олатайҙарыбыҙға, атай-әсәйҙәребеҙгә һәм, әлбиттә, беҙҙең үҙебеҙгә лә был хаҡта бер ни ҙә өйрәтмәгәндәр. Динебеҙҙең дошмандары бик тиҙ арала халҡыбыҙҙы иман юлынан тайпылдырыуға өлгәшкән. Бына ошо ауыр осорҙарҙа һис ҡурҡыу белмәй, йөрәктәрендә имандарын һаҡлап алып ҡалған ҡайһы бер зыялыларыбыҙ булыуына шөкөр итәйек. Зәйнулла ишан, Ризаитдин Фәхретдин, Мифтахетдин Аҡмулла кеүек Ислам дине мәғрифәтселәре, беҙҙең быуат алдынан, сағыштырмаса күптән түгел ғүмер иткән Байым ишандар, Мөжәүир хәҙрәттәр һәм башҡа дин әһелдәребеҙ менән ғорурланабыҙ. Уларҙың Ислам дине тураһындағы нәсихәттәрен үтәп йәшәгән осраҡта ғына беҙ үҙебеҙҙе ана шул хөрмәтле кешеләребеҙҙең фекерҙәштәре, тип һанай алабыҙ. Мөжәүир хәҙрәтте мин әсәйем һөйләгәне буйынса хәтерләйем. Ул кешеләрҙең намаҙ уҡыу һәм ураҙа тотоуҙарына айырыуса иғтибар биргән һәм үҙе был ғибәҙәттәрен (хатта сөннәт намаҙҙарын да) һис бер ваҡытта ла ҡалдырмаған. "Аллаһ барлығына эстән генә ышанып йөрөһәң, ана шул еткән...", йәиһә "Мин - мулла тоҡомонан. Олатайым заманында көслө мулла, хажи булған..." тип, шуның менән генә тынысланып, Аллаһ Тәғәләгә һис бер ғәмәл ҡылмай, хәҙерге ваҡытта беҙҙең дини яһиллыҡта (наҙанлыҡта), ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) ғүмер итеүебеҙҙе һис тә күрергә теләмәҫтәр ине улар, моғайын.
Революциянан һуң ғәрәп әлифбаһын тыйып, әлбиттә, башҡорт һәм татар халҡын изге Ҡөрьәнде, башҡа дини китаптарҙы уҡый алыу мөмкинлегенән мәхрүм иткәндәр, күп кенә дин әһелдәре золом ҡорбандары булған. Балаларға дин ғилеме биреү ҙә тыйылған. Шунлыҡтан, халҡыбыҙҙың дүрт-биш быуын вәкилдәре динебеҙ хаҡында бөтөнләйгә бер ни ҙә белмәйенсә үҫкән. Әммә хәҙер дини кешеләрҙе эҙәрлекләү заманы түгел. Әлхәмдулилләһ, илебеҙҙә дин тотоу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Өйрәнеү өсөн һәр ерҙә башҡортса, татарса, урыҫ телендә яҙылған дини әҙәбиәт етерлек кимәлдә. Хөкүмәтебеҙ ҙә быны хуплай. Һәр ауылда тиерлек мәсеттәр төҙөлә. Кешеләргә ғилем өйрәтерҙәй, белемле имамдарыбыҙ ҙа бар. Имамдар әҙерләү өсөн баш ҡалабыҙҙа мәҙрәсәләр, хатта Ислам университеты ла эшләп килә. Һәр имам беҙҙең һәр һорауыбыҙға яуап бирергә, теләгәндәргә дин ғилемен өйрәтергә әҙер. Шуны аңларға тырышайыҡ, ҡәҙерле туғандар, әхирәт көнө, унда үтеләсәк сират күпере тик имамдар һәм муллалар өсөн генә түгел бит. Башҡаларыбыҙ өсөн ситләтеп үтә торған бүтән юл бар икән, тип уйламағыҙ!
Ниндәйҙер бер ауылда мәсет төҙөп ултыртһалар, "Ауылға иман ҡайтты!" тигәнерәк мәҡәләләр яҙырға ла яратабыҙ. Әммә иман ул ямғыр, йәиһә томан һымаҡ осоп ҡына килеп, бар ауылды бер юлы ҡаплай торған нәмә түгел. Һәр кешенең йөрәгенә иман тик айырым, шәхсән инеп урынлаша, йәиһә бөтөнләйгә ситләтеп үтә. Мәсеттәрҙең дә ауылдарҙа тик сабыйға исем ҡушыу, йәиһә йәштәргә никах уҡытыу өсөн генә төҙөлгән бина түгеллеген белеү кәрәк. Мәсет - ул ғәрәпсәнән сәждә ҡыла торған (киңерәк мәғәнәлә, ғибәҙәт ҡыла торған) урын. Тик имам өсөн генә түгел, ә бөтә ауыл кешеләре намаҙға йөрөр өсөн төҙөлә бит ул мәсет. Ә беҙ, мәсеткә барып намаҙ уҡыу тик муллалар, руханиҙар эше, тип кенә уйлайбыҙ. Хатта башҡа берәй ябай, айырыуса йәш кеше намаҙға баҫһа, уға сәйерһенеп ҡарайбыҙ. Намаҙ уҡыуҙы һис юғында спорт, балыҡсылыҡ, йәиһә һунарсылыҡ һымаҡ шөғөл кеүек кенә күреп, шулар менән бер рәткә ҡуябыҙ. Тап шундай уйҙа булып, дин талаптарын үтәмәй йәшәү был донъя өсөн бик тә ҡулайлы һымаҡ. Бик йәл, әммә күптәребеҙ изге Ҡөрьәндәге "... Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе фәҡәт Миңә ғибәҙәт ҡылһындар өсөн барлыҡҡа килтерҙем..." тигән Аллаһ һүҙҙәрен инҡар итеп, йәиһә уны белмәмешкә һалышып, бер генә тапҡыр бирелгән ғүмерҙәребеҙҙе ғәфләттә (вайымһыҙлыҡта) үткәрәбеҙ. Донъялыҡта ниндәй генә яҡшы күңелле, эшсән, баҫалҡы, тәртипле кеше булыуыңа ҡарамаҫтан, намаҙың өсөн әхирәттә тик намаҙ менән генә яуап бирә алаһың. Бына ни өсөн, ҡәҙерле туғандар, "Аллаһҡа ышанам, ана шул еткән", тип кенә үҙ-үҙеңде алдаштырыу, шулай тип тынысланыу ярамай. Был донъяла етеш, бай, матур йәшәү бер кемгә лә тыйылмай. Әммә беребеҙ ҙә ҡотолоп китә алмаясаҡ әхирәтебеҙ хаҡында ла онотмаһаҡ ине, тип кенә әйтергә теләгәйнем милләттәштәр һәм диндәштәргә.

Зәбих ҠЫУАНДЫҠОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.03.15 | Ҡаралған: 1477

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru