«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ БАЛАЛАРЫ ЛА ӘСЕ КӨЛӘ БЕЛӘ
+  - 

"Минең көләмәстәремдең асылы шунда - кешеләргә дөрөҫөн әйтәм. Иң көлкөлө шаяртыу был", - тигән Бернард Шоу. Тормоштағы күренештәргә ҡарата балалар күҙлегенән сығып бағыу, улар теленән дөрөҫлөктө ишетеү ни тиклем ҡыҙыҡ та, көлкө лә булыуын ошо көндәрҙә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән "Шаяниум - 2015" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының финал уйындарына барыусы тамашасы баһаланы.

Ун өсөнсө тапҡыр үткәрелгән "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының район этаптарында йәмғеһе - 46, ҡала этабында 20 команда үҙ-ара көс һынашҡан. Ә инде 16 мартта үткән финал уйындарында ярыштың бөтә этаптарында ла уңышлы сығыш яһаусы биш команда - "Башҡорттар.ру", "ХХ централ", "Һупайлы дәрүиштәре", "Хыялый-зыялыйҙар", "Ша-шу-ша" беренселек өсөн көрәште. Баш ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында КВН уйындарын яратып күҙәтеп барыусыларға был командалар күптән яҡшы таныш. Алдағы йылдарҙа тапҡыр шаяртыуҙары менән билдәлелек яулап өлгөргән командаларҙың ҡатнашыусылары үҙгәреүгә ҡарамаҫтан, кимәлдәре шул уҡ юғары ҡалыуы ҡыуандырҙы.
Шулай ҙа башҡорт телендә шаяртыусы квнсыларҙың төрлө ярыштарын бер-нисә йыл рәттән даими рәүештә күҙәтеп барыуҙан һуң шундай һығымта яһарға була: быйылғы "Шаяниум"да сығыш яһаусылар шаяртыуҙар аша көнүҙәк проблемаларға, йәмғиәтебеҙҙе борсоған мәсьәләләргә ҡарата үҙ фекерҙәрен еткерергә тырышты. Әлбиттә, быны жюри ағзалары ла йыл да мотлаҡ талап итеп ҡуя. Шулай ҙа, Рәсәй Федерацияһындағы һәм Башҡортостандағы Әҙәбиәт йылына арналған был "Шаяниум" һәр яҡлап ошо өлкәне яҡтырта алды һымаҡ. Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының "ХХ централ" командаһы сығышының тәүге өлөшө конкурстың төп темаһы булған "Ал да нур сәс халҡыңа" тигән юлдарҙың асылына төшөндөрөүгә ҡоролғайны. Егерменселәр 25 йылға беренсе тапҡыр үҙҙәренең уҡыу йортона балалар менән осрашыуға килгән яҙыусы-шағирҙарҙың бөгөнгө көндә ниндәй идеялар менән яныуын, уларҙы борсоған проблемаларҙың характерын тулыһынса ярып һалды. Әйткәндәй, ошо шаяртыуҙа Ирек Кинйәбулатовты һынландырған Әҡсән Кейекбирҙингә "Иң шәп егет" номинацияһы бирелде.
Ә бына Республика башҡорт лицей-интернатының "Башҡорттар.ру" командаһы "Һәр ҡоштоң үҙ моңо" тигән тема менән бирелгән "Музыкаль өйгә эш" өлөшөндә шотландтар менән башҡорттарҙы "сәкәштерҙе". "Башҡорттар, һеҙ нишләп сәхнәгә залдың төрлө яғынан килеп сыҡтығыҙ ул?" - тип аптыраған шотдландтарға, бөтәһенә лә билдәле лә, шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та яуап яңғыраны: "Эй, беҙгә һаман берҙәмлек етешмәй", - тине башҡорт уҙамандары. Залда ултырыусылар зыу килеп көлһә лә, һәр ҡоштоң үҙ моңо, тип моңһоҙланып йөрөүсе милләттәштәр уйға ҡалды, буғай.
Ғөмүмән, быйылғы "Шаяниум"дың шаяндар һәм тапҡырҙары иғтибарынан баш ҡалала, республикала, илдә барған әһәмиәтле хәл-ваҡиғаларҙың береһе лә ситтә ҡалмаған. Хатта ҡайһы бер бигүк мәҙәк тойолмаған көләмәстәр аша ла мәктәп уҡыусыларының һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере булыуын төҫмөрләргә була ине. Һәр хәлдә, быйылғы "Шаяниум - 2015" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсында Бернард Шоу күҙ уңында тотоп әйткән "иң көлкөлө шаяртыу" тип һаналырлыҡ көләмәстәр яңғырамай ҡалманы. Тамашасы "мәҙәниәт беҙҙең шундай бай - эстрада тулы шалапай", тигәнде лә, күп кенә урындарға атайың кем булыуына ҡарап үткәреүҙәре тураһында ла, башҡорт телен уҡытыуға ҡағылышлы тос һүҙҙәр ҙә ишетеп ҡайтты. "Шаяниум - 2015" конкурсының тағы бер проекты - видеояҙмалар күрһәтеү өлөшө лә быйыл йөкмәткеле һәм үҙенсәлекле генә килеп сыҡҡан. Ярыштың был өлөшө "Өфө - минең яратҡан ҡалам" темаһына бағышланғайны. Был теманы һәр команда үҙенсә яҡтыртҡан, кемдер заманса башҡорт супер-геройын кәүҙәләндергән, кемдер ҡаланың иң билдәле урындары буйлап экскурсия яһаған, кемдер уның төпкөл урындарында ла булып сыҡҡан. Ләкин матурлығын, етешһеҙлеген күрһәткән осраҡта ла балалар баш ҡалабыҙҙы, туған телебеҙҙе һәм халҡыбыҙҙың тарихын ни тиклем яратыуын, ихтирам итеүен сағылдыра алған. Баш ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов "Шаяниум" бәйгеһенең үҫеп килгән быуынды туған теленә һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыуға булышлыҡ иткән сараларҙың береһе булыуын билдәләп үтте. "Ул ысын мәғәнәһендә юмор байрамына, бөтә мәктәп уҡыусыларын да бергә туплаусы яратҡан конкурсҡа әүерелде. Башҡорт гимназиялары, лицейҙары, мәктәптәре менән бер рәттән, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең дә юғары кимәлдә сығыш яһауы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының, белем усаҡтары етәкселәренең фиҙаҡәр хеҙмәтен асыҡ һынландыра. Киләсәктә был конкурс тағы ла киңерәк ҡолас алыр, командалар иҫәбе күбәйер, тип өмөт итәм", - тине үҙ сығышында Сынтимер Биктимер улы. Мәктәп уҡыусыларының сығыштарын ҡараған, көләмәстәрен тыңлаған һәр кем саранан һуң нәҡ ошо теләктә сыҡҡандыр, тип ышанғы килә.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Һүҙҙең йомғағында "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһенең еңеүселәр исемлеген тәҡдим итәбеҙ. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыу йорттары араһында төп урындар түбәндәгесә бүленде:
III урын - "Хыялый-зыялыйҙар" (Октябрь районының 159-сы урта белем биреү мәктәбе);
II урын - "Ша-шу-ша" (Калинин районының 122-се Башҡорт гимназияһы);
I урын - "Башҡорттар.ру" (Республика башҡорт лицей-интернаты).
Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ уҡытылған мәктәптәр араһында III урынды - "Шаяндар" (Совет районының 108-се урта белем биреү мәктәбе); II урынды - "Генерал балалары" (Дим биҫтәһенең 104-се урта белем биреү мәктәбе); I урынды - "Бал" (Совет районының 96-сы лицейы) командалары яуланы. Ә төп приз - Гран-при Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының "ХХ централ" командаһына тапшырылды.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.15 | Ҡаралған: 1667

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru