«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫТЫУСЫ НИНДӘЙ - УҠЫУСЫҺЫ ШУНДАЙ
+  - 

Берҙәм дәүләт имтихандарына ярайһы уҡ өйрәнеп, күнегеп тә алдыҡ кеүек, ләкин йыл һайын ошо мәл яҡынайған һайын, борсолоу-хәүеф тулҡындары ҡабаттан ҡалҡып сыға. Уны тыныс күңел менән ҡаршылап, имен-аман үткәреп ебәреү өсөн балаларҙың төплө белемгә эйә булыуына ныҡлы ышаныс кәрәк - бары шул ғына.

Ләкин ошо "шул ғына" тигән нәмә бик күп факторҙарҙы үҙ эсенә ала. Баланың дөйөм әҙерлек кимәле, тырышлығынан ҡала, иң мөһиме - мәктәптәрҙә уҡытыу сифаты. Ә был инде уҡытыусыларҙың үҙҙәренең дөйөм кимәле, һөнәри оҫталығы һәм уҡытҡан предметы буйынса төплө белеменә туранан-тура бәйле. Ошо тәңгәлдә гел генә ҡыҙымдың математика уҡытыусыһы Гүзәл Фриль ҡыҙы Хәлиуллинаны рәхмәт һәм дә ихтирам тойғоһо менән иҫкә алам. Бәхетебеҙгә күрә, уны тап сығарылыш йылында класыбыҙға етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Ул килгәнсе был класс тәртипһеҙлек, дәрес ҡалдырыуҙар, "икеле"гә һөйрәлеүселәр буйынса "беренсе" килә ине. Бер-ике ай ҙа үтмәне: беҙҙең класты алмаштырып ҡуйҙылармы ни! Тәртип тә, өлгәш тә күҙгә күренеп яҡшыға табан китте. Математиканы өнәп бөтөрмәгән балалар был дәрескә дәртләнеп йөрөй башланы. Был сығарылышҡа БДИ-ны закон нигеҙендә беренселәр булып тапшырыу "бәхете" тәтегәйне. Балаларҙа ла, ата-әсәләрҙә лә ҡурҡыу-хәүеф тойғоһо шуға ла бик көслө ине. Гүзәл Фриль ҡыҙы, һис арттырыу түгел, көнө-төнө балалар менән булды, ҡабат-ҡабат тест һәм контроль эштәр үткәрҙе. Иң мөһиме: педагог балаларҙа үҙ-үҙҙәренә ышаныс тойғоһо тыуҙыра алды. Ҡыҙымдың да иң ҡурҡҡан ошо фәндән БДИ-ла яҡшы һөҙөмтә күрһәтеүе, әлбиттә, фәҡәт уҡытыусыһының оҫталығы хаҡында һөйләй ине. Класс етәксеһе булараҡ та был уҡытыусының ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тырым-тырағай балаларҙы татыу бер көс, коллектив итеп туплай алыуы, уның тәрбиәүи мәсьәләгә новаторлыҡ йәһәтенән ҡарауы хәл иткес әһәмиәткә эйә булды, тип уйлайым. Ялҡытҡыс бер төрлөлөк, стандарт фекерләүҙәр ят булды Гүзәл Фриль ҡыҙының эш алымдарына. Ул ойошторған сараларҙа ҡатнашырға балалар үҙҙәре атлығып торҙо, сөнки нимәгә генә тотонмаһын - улар яңыса, ҡыҙыҡлы, уйландырырлыҡ, иҫтә ҡалырлыҡ ине. Был иһә педагогтың үҙенең донъяға киң ҡарашы, белеме, юғары мәҙәнилегенә бәйле булды.
Бер башлағас, тағын бер ихтирамлы педагог - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙы Ғәзизуллина хаҡында ла телгә алып китмәй булмай. Баш ҡалабыҙҙың М.Исҡужин исемендәге 136-сы лицейы башҡорт мәктәбе иҫәпләнһә лә, унда телде белмәгән балалар ҙа уҡырға килә һәм, башҡорт мәктәбендә тәртип һәйбәт, тип хатта ҡайһы бер урыҫтар ҙа балаларын ошо мәктәпкә бирә. Ә башҡорт теле дәрестәре - бөтә уҡыусылар өсөн мотлаҡ. Улар беҙҙең телде нисегерәк үҙләштерә һуң, тип ҡыҙыҡһыныуыма, ҡыҙым: "Әсәй, Гөлсәсәк Әхәт ҡыҙының дәрестәрендә иң тәртипһеҙ малайҙар ҙа шып-шым ғына ултыра, башҡортса һөйләшергә лә, яҙырға ла өйрәнделәр", - тип ғәжәп итә ине. Класта башҡорт яҙыусылары әҫәрҙәрен сәхнәләштереп уйнағанда, әлеге "тәртипһеҙ" малайҙарҙың да ролдәрҙе нисек итеп кемуҙарҙан талашып алып бөтөүҙәрен көлөп тә, ҡыуанып та һөйләгәне хәтерҙә.
Ҡыҫҡаһы, уҡытыусы ниндәй - уҡыусыһы шундай, тигән фекерҙе аныҡ миҫалдар аша еткерергә теләүем аңлашылғандыр. Үкенескә күрә, бөтөн уҡытыусылар ҙа бындай кимәлгә тиңләшә алмай шул. Баш ҡалабыҙҙа көслө педагогтар байтаҡ, быныһы шик тыуҙырмай, тик уларға тиңләшеүселәр ҙә күберәк булһын ине. Ауыл мәктәптәрендәге хәлде лә маҡтанырлыҡ, тип әйтеп булмайҙыр, моғайын. Әйткәндәй, БДИ һөҙөмтәләре теге йәки был уҡытыусының эш сифатын күрһәтеүсе барометрға әүерелде лә ҡуйҙы - ниндәй шәп! Имтихан һөҙөмтәләренән кемдең ниндәй уҡытыусы булыуы һүҙһеҙ ҙә яҡшы аңлашылып тора хәҙер. Әйткәндәй, юғары даирәләрҙә лә быны аңлай башланылар шикелле. Яңыраҡ үҙәк гәзиттәрҙең береһендә Дағстан уҡытыусылары өсөн БДИ үт-кәрелеүе хаҡында хәбәр баҫылып сыҡты. Был аңлашыла ла: 2011 йылғы тәүге БДИ һөҙөмтәләре буйынса был республика иң артта ҡалғандар рәтендә ине. Тураһын ғына әйткәндә, балдар өҫтәп яҙыу, республиканың мәғариф өлкәһендәге башҡа төрлө коррупция факттары хаҡында күп яҙылды ул саҡ. Һөҙөмтәләр шуны асыҡлай: Дағстан уҡытыусыларының белем "багажы" ни бары уртаса уҡып йөрөгән балалар кимәленә тап килә...
Был тәжрибәне башҡа төбәктәрҙә лә күтәреп алмаҡсылар. Ҡыҙыҡ, Башҡортостан уҡытыусылары ниндәй һөҙөмтә күрһәтер ине икән? БР хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов белдереүенсә, беҙҙә лә педагогтарҙы уҡытыуҙың яңы технологияларын үҙләштереү, үҙ белемдәрен камиллаштырыу буйынса кимәлдәрен тикшереү бер ҙә яҙыҡ булмаҫ ине. Ваҡыты-ваҡыты менән булһа ла уҡытыусыларҙың белем кимәленә, һөнәри оҫталыҡ тәжрибәләренә мониторинг үткәреп тороу бик кәрәк. Дөйөм белем биреү мәктәптәрендә һәм бигерәк тә рус кластарында башҡорт теле уҡытыуҙың "тар-мар" килеү сәбәптәренең береһе тап ана шул уҡытыусы кимәленең тейешле талаптарға тап килмәүендә булды ла инде. Мәҫәлән, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Закон нигеҙендә дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле уҡытыу кәрәклеге килеп тыуғас, хәтерләйһегеҙҙер, Өфөлә, башҡа ҡалаларҙа ҡайҙарҙан кемдәр генә йәлеп ителмәне был эшкә! Ауылдан килгән эшһеҙ уҡытыусылар ҙа, китапханасылар ҙа, яңы ғына вуз бөтөргән "йәп-йәшел"дәр ҙә бар ине улар араһында. Осраҡлы кешеләр, тиһәң дә була ине ҡайһыларын. Донъя күргән кеше була тороп, башҡорт-рус телдәре уҡытыусыһы дипломына эйә булып та мин, мәҫәлән, ғүмерем буйы мәктәпкә уҡыта барырға ҡурҡтым: белемем һайҙыр тойолдо балалар уҡытырға. Ә әлеге "всеобщий набор"ға эләккән кешеләр уйлап та, тартынып та тормайынса, мәктәпкә килде: һи, башҡорт теле нимә инде, уҡытабыҙ беҙ уны, йәнәһе! Бының өсөн башҡорт телендә һөйләшә белеү генә етмәгәнлеген иҫәпкә алманы ҡайһылары. Ә бит төрлө методик алымдар менән бер рәттән, рус телен дә яҡшы белеү кәрәк ине өҫтәүенә. Бер шулай автобуста ике үҫмерҙең рус телендә яҡшылап һөйләшә белмәгән башҡорт теле уҡытыусыһынан мыҫҡыллап көлөп, үҙ-ара гәпләшеп килеүенә шаһит булыуымды тетрәнмәй иҫләй алмайым. Ә улар наҙан уҡытыусынан ғына түгел, башҡорт теленән дә көлә ине бит! Ҡала ерендә эшле булыу, аҡса алыу маҡсатын ғына күҙҙә тотоп, ҙурыраҡ, бөйөгөрәк миссияны уйлап та бирмәгән әлеге "десант" ҡорбандары булды инде ул балалар. Уларҙы әрләп тә, ғәйепләп тә булмай. Туған телебеҙҙең бер телдән дә кәм түгеллеген танытып, уның байлығын, гүзәллеген башҡаларға күрһәтә алмаған әлеге әҙерлекһеҙ уҡытыусы йораттарынан килеп сыҡты ла инде ҡала мәктәптәрендәге бунт - башҡорт телен һанламау, уны өйрәнеүҙән баш тартыу кампанияһы. Оҫта, тәжрибәле уҡытыусы балаларҙы иң тәүҙә үҙ шәхесе, белеме, үҙ-үҙен тотошо, мәҙәнилеге, хатта кейеме менән дә йәлеп итергә, ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға тейеш ине. Бына кемдәрҙән кәрәк булған да бит БДИ тапшыртып, махсус конкурс буйынса һайлап алыу. Тик әлеге лә баяғы, һәр ваҡыттағыса, ашыҡ-бошоҡ эшләнде, күрәһең, был эш...
Ҡыҫҡаһы, уҡытыусылар үҙҙәре ни уйлайҙыр был турала, ә бына ата-әсәләрҙең балаларын осҡоно ла, ялҡыны ла тыумаҫ борон һүнгән, уртаса ғына кимәлле, заман арбаһынан төшөп ҡалырға тейешле "педагог" ҡулына бирергә теләмәүе аңлашыла. Әммә был хатаны кисекмәҫтән төҙәтергә кәрәк икәнен дә инҡар итмәйек. Бәлки, ысынлап та БДИ тапшыртырға кәрәктер ошондай уҡытыусыларҙан? Кем нисек уйлай ошо хаҡта, әйҙә, фекерләшәйек!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.03.15 | Ҡаралған: 1783

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru