«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕЛ БУЛМАҺА, ИЛЕҢ ДӘ ЮҠ!
+  - 

Х.С. Фазылов картинаһы Мин - хаҡлы ялдағы уҡытыусы. Әммә ғүмерем буйына туған тел уҡытыусыһы булып эшләгәнлектәнме, һаман да мәғарифта барған үҙгәрештәргә битараф ҡала алмайым, дөрөҫөрәге, туған телебеҙҙе уҡытыуҙа осрап торған ҡаршылыҡтарҙы йөрәк ҡабул итмәй. Туған телгә ҡараш, уны һаҡлауға, үҫтереүгә индергән өлөш тә ысын башҡорт булыуыңды раҫлаусы бер күрһәткес түгелме һуң?

Былтыр йыл аҙағында Өфөлә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының киңәйтелгән ултырышында ҡатнашырға тура килде. Туған тел һәм уны уҡытыуға арналған ултырышта залдағы шау-шыу, кемдәрҙеңдер туҡтауһыҙ үҙ-ара һөйләшеүе минең өсөн шаҡҡатырғыс хәл тойолдо. Докладсының республика буйынса башҡорт мәктәптәренең күпләп ябыла барыуы ғына түгел, саф башҡорт мәктәптәрендә фәндәрҙең урыҫ телендә алып барылыуы тураһындағы сығышына күптәр битараф ҡалды шикелле. Ысын башҡорттар бармы һуң бында, тип аптырап ҡалдым. Регламенттың тар булыуы сәбәпле, һорауҙарҙың күбеһе бирелмәй ҡалды, бирелгәндәренә лә нигеҙле яуаптар алынманы.
Шулай уҡ дәреслектәр тураһындағы минең сығышыма ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булды. Ғәҙәтем буйынса, дәлилләрлек миҫал булмағанда, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрәм. Әммә урыҫ кластары өсөн төҙөлгән башҡорт теле дәреслектәрендә сит телде өйрәтеү методикаһына нигеҙләнгән бер генә тема ла юҡ, тигәнде раҫлай алам. Бындай дәреслектәр буйынса үткәрелгән дәрестән һуң, әлбиттә, уҡыусыла башҡорт теленә ҡарата нәфрәт тыуа, был нәфрәт уларҙың ата-әсәләренә лә күсә. Тимәк, һөҙөмтә - нуль: белем дә юҡ, ихтирам да юҡ, тик интернетта телебеҙгә ҡаршы ҡотҡо һүҙҙәр генә бар.
Хәҙер гәзит уҡыусыларға һорау: был ҡарашты кем тыуҙырҙы? Башҡорттар үҙҙәре түгелме? Шулай икән, ниңә хаталарыңды төҙәтмәҫкә, ғәйепте ниңә башҡорт теле уҡытыусыларына өйөп, ҡойроҡто һыртҡа һалырға? Башҡа милләт халыҡтарының телебеҙҙе өйрәтеүгә ҡарата булған ҡарашын үҙгәртергә мөмкинме? Әлбиттә, мөмкин! Минеңсә, бындай маҡсатҡа өлгәшеү өсөн дәреслек төҙөүсе ғалимдарыбыҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына, уҡыусыларға, ата-әсәләргә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға бурыслы. Һәр хәлдә, "Минең дәреслегем - милләтебеҙҙең йөҙө" принцибынан сығып төҙөлгән дәреслеккә ҡаршы сығыусылар булмаҫ.
Байтаҡ йылдар элек Сибай мәктәптәре уҡыусылары менән осрашыуҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил ағай Бикбаев залға йыйылыусыларға һорау бирҙе: "Был донъяла иң ҡәҙерле нәмә нимә?" Иң беренсе яуап "Башҡортостан" һүҙе булды. Халыҡ шағиры өндәшмәне. Артабан төрлө яуаптар китте: тыуған ер, Урал, Ватан, Тыуған ил, атай-әсәй... Яуаптарҙың береһе лә Рауил ағайҙы ҡәнәғәтләндермәне. Был хәлдән барыбыҙ ҙа баҙап ҡалдыҡ. Баҡтиһәң, ошоға тиклем уҡытыусылар ҙа, дәреслек төҙөүсе ғалимдарыбыҙ ҙа телебеҙҙе "Башҡортостан" һүҙенә бәйләп кенә үҫтереү яғында булғанбыҙ, имеш, ә киреһенсә түгел. "Тел, - тине халыҡ шағиры. - Тел булмаһа, Башҡортостаныбыҙ ҙа, Ватаныбыҙ ҙа, башҡорт телендә һөйләшкән атай-әсәйҙәребеҙ ҙә булмаҫ. Беҙгә телде һаҡларға кәрәк", - тип, "тел" һүҙенә баҫым яһап дауам итте ул сығышын. Үҙен ысын башҡорт тип һанаған кешене хафаландырмай ҡалмаған был осрашыу күптәребеҙҙе уҡытыуға өр-яңы күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Күптәр ошо осрашыуҙан фәһем алып, әсә теленә өйрәтеүҙең концепцияһы бөтөнләй дөрөҫ булмауына ишаралай башланы. Шулай уҡ методиканы терминдар ятлатыуға ҡайтарып ҡалдырмай, һүҙ байлығын арттырыу, фекер төҙөклөгөн үҫтереү өҫтөндә системалы эшләүгә йүнәлтерлек дәреслектәр төҙөү Мәғариф министрлығының бурысы икәнлеген аңланы. Үҙемә ҡалһа, юғары кластарҙа башҡорт кластарын урыҫ кластарына ҡушыу мәсьәләһен туған телебеҙ файҙаһына хәл итеү мотлаҡ тип иҫәпләйем. Әммә был фекеремдең тормошҡа ашырына шикләнәм, шикләнеүемдең сәбәбе етди - ысын башҡорттоң ғына хәленән килер бындай эш.
Кеше булғанын һаҡлай белергә, ә хәүеф янағанда, уны яҡлай белергә тейеш. Беҙҙең башҡорт теле бөгөнгө көндә яҡлауға мохтаж: башҡорт ауылдары бөтөрөлә, мәктәптәр ябыла, башҡорт кластары урыҫ кластары менән берләштерелә, фәндәр тик урыҫ телендә уҡытыла, башҡорт теле дәрестәре һаны йылдан-йыл кәмей. Шуныһы аяныслы: быларҙың барыһы ла аңлы рәүештә эшләнә, ә беҙ, башҡорттар, теге хужаны йәиһә был хужаны башҡорттан ҡуйырға кәрәк ине, тип гәп һатабыҙ. Уҡытыусыға ижади эшләрлек шарттар тыуҙырылмаһа, Хөкүмәт альтернатив дәреслектәр төҙөүгә аҡса йәлләһә, Мәғариф министрлығы үҙ эшен башҡорт теле уҡытыусыларын тикшереүҙә генә күреп, реаль ярҙам күрһәтмәйенсә, отчёт биреү менән генә мауыҡһа, Яҙыусылар союзы һәүетемсә шым йәшәһә, телевидение, башҡа матбуғат баҫмалары үҙ өлөшөн индермәһә, үкенескә ҡаршы, башҡорт теле уҡытыусылары үҙҙәре генә бер ни ҙә эшләй алмаясаҡ. Һуңғы йылдарҙа ҙур шау-шыулы саралар үткәреп, эш һөҙөмтәләрен "күрһәтеү" модаға кереп китте. Әммә башҡорт теле уҡытыусыларының эш һөҙөмтәләре йылдар үткәс, хатта уҡытыусы пенсияға сығып киткәс кенә күренә. Күрәһең, башҡорт булып тыуған һәр кеше башҡортса һөйләшеп йәшәй ала, әммә милләтен яҡларлыҡ ысын башҡорт булып китә алмай.
Республикабыҙҙа дәреслек төҙөү буйынса эштәр һаман булһа йоҡомһорай. Башҡорт теле уҡытыусылары тел уҡытыуға индерелгән һәр яңылыҡ һайын экспериментҡа дусар була: концепция юҡ, программа юҡ, дәреслектәр юҡ, тик эшләргә ҡушҡан бойороҡ ҡына бар. Ошо шарттарҙа кем нисек эшләй ала, шулай эшләй башлай. Төрлө милләт балаларына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәтә башлағанда ла шул уҡ хәл ҡабатланды: кем йырлата ла бейетә, кем уйындар уйнатып, дәрес үткәрә. Бала дүртле, бишле билдәләре алып, башҡорт телен өйрәнеүгә ҡуйылған бурыстарым ошолай икән, тип күҙ алдына килтерә. Иң әсендергәне - урыҫ балаһының аттестатында башҡорт теленән "дүрт" тә "биш", ә үҙ милләтебеҙҙең белеме күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдарҙы табып, алмаш, сифаттар аҫтына һыҙып (әйтерһең, килештәр ятлап, сифат, һан табып ҡына башҡортса һөйләшергә өйрәнә), өслө, дүртле билдәләре менән баһалана. Беҙҙең милләт балалары был юлы ла икенсе сортлылар рәтендә ҡалды. Кем ғәйепле бында? Үҙебеҙ, башҡорттар!
Беҙгә халыҡ менән эшләп, фекереңде иҫбат итеп өйрәнергә, аңлата белергә, үҙеңдең генә түгел, башҡа милләт кешеләрен эшләтерлек, ихтирам тойғоһо уятырлыҡ һығылмалылыҡ кәрәк. Үткән быуаттың 90-сы йылдары башында Хәйбулла районының Целинный ауылында милләте урыҫ булған ата-әсәләрҙең һорауы буйынса урыҫ балаларын башҡорт теленә өйрәтергә мәжбүр булғайным. Ул ваҡыттағы мәктәп директоры, район мәғариф бүлегенең хәҙерге етәксеһе Сиражетдинов Юлай Дидар улы менән, ата-әсәләрҙең талабы - бер, әммә был - эштең башы ғына икәнлеген иҫәпкә алып, башланғысыбыҙҙы өҙмәй дауам итергә ҡарар иткәйнек ул осорҙа. Киләсәгебеҙҙе уйлап, урыҫ кластарында уҡыған балаларҙың ата-әсәләренә, аҙаҡ буласаҡ урыҫ кластары балаларының ата-әсәләренә, һуңынан район мәктәптәренең директорҙары һәм завучтарына асыҡ дәрестәр күрһәтеп, эшлекле һөйләшеүҙәр үткәреү төрлө милләт балаларына башҡорт телен өйрәтеү өсөн үҙенә күрә оҫта реклама булды: район мәктәптәренең күбеһендә төрлө милләт балалары башҡорт телен өйрәнә башланы. Үҙем урыҫ балаларын башҡорт теленә 19 йыл өйрәтеү дәүерендә уҡыусыларҙан да, ата-әсәләрҙән дә телебеҙҙе өйрәнеүгә ҡаршы бер генә яман һүҙ ишетмәнем, киреһенсә, ярҙамдарын, ихтирамдарын тойоп эшләнем.
Бөгөн Башҡортостан юлдаш каналынан, Яҙыусылар союзынан, Мәғариф министрлығынан, "Китап" нәшриәтенән, китапханасыларҙан, йәштәрҙән халҡыбыҙ бик күпте өмөт итә, сөнки дәрестәрҙе ҡыҫҡартыу - телеңде ҡыҫҡартыу түгел бит әле. БР Мәғарифты үҫтереү институты ла уҡытыусылар кәңәшенә ҡолаҡ һалһа, яҡшы булыр ине. Ябай ғына миҫал: башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса үткәрелгән олимпиадаларҙа уҡыусыларға һаман да әллә ҡасан төҙөлгән элекке һорауҙар бирелә. "Сәсәнлек" буйынса ярышта элек "Башҡортостанда иң ҙур йылға ниндәй?" тигәнерәк һорауҙар бирелә торғайны, хәҙер шиғыр ятлатып, сәсәнлек ярышы тип атауҙы ғәҙәткә индергәндәр. Билдәле авторҙарҙың шиғырҙарын һөйләтеү - сәсәнлекте "тикшереү" шарты тип иҫәпләнә. Олимпиадала орфографик хаталар ебәреү - башҡорт телен насар белеүгә тиңләштерелә.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: ысын башҡорт булыу өсөн үҙ фекереңде яҡлай алырлыҡ белемең, иң мөһиме - ныҡлы рухың булыуы мотлаҡ. Ниндәй милләт кешеһе булыуына ҡарамаҫтан, әңгәмәсең менән уртаҡ тел табыу - үҙ баһаңды белеүгә тиң. Сәбәптәрҙе ситтән, кемдәндер эҙләп, ваҡыт үткәрмәй, көнсөллөктән арынып, һәр кем үҙ вазифаһында милләт баһаһын төшөрмәҫлек хеҙмәт итһә, телебеҙ ҙә йәшәр, үҙебеҙ ҙә ҡәнәғәт булырбыҙ. Ағас башына ҡунып, иҫ киткес матур итеп һайрағандан һуң, ергә төшөп, тиҙәк менән туҡланған ҡошсоҡ хәлендә ҡалыуҙан һаҡланайыҡ. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ, тарҡаулыҡтан арынайыҡ, милләттәштәр!

Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.03.15 | Ҡаралған: 1588

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru