«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЙЫҠЛЫҠҠА ЮЛДЫ ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ ЕҢЕҮҘӘН БАШЛА
+  - 

"Айыҡ Башҡортостан" төбәк йәмәғәт ойошмаһының республикала эш башлауына кисә генә кеүек. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙың милләттәштәребеҙҙе айыҡтырыу йүнәлешендәге эшмәкәрлеге, цунами кеүек, тотош дәүләтебеҙҙе ҡаплап килә. Ойошма башлаған "Айыҡ ауыл" конкурсы хәҙер республика кимәленә күтәрелеп, барлыҡ Башҡортостанға таралды. Ә инде ыңғай тәжрибәне Төмән өлкәһе шунда уҡ күтәреп алып, конкурсты беренсе йылында уҡ рәсми рәүештә иғлан итте. Новосибирск өлкәһе, Удмуртстан, Татарстандың ҡайһы бер ауылдары үҙҙәрендә эш башланы. Ысын мәғәнәһендә республикабыҙ айыҡ тормошто пропагандалауҙа авангардта бара һәм башҡалар тәжрибә туплар, өлгө алыр, бер-беренә терәк булыр майҙансыҡ булып тора. Редакция ҡунаҡтары - "Айыҡ ауыл" республика конкурсы еңеүселәре - Учалы районының Миндәк ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ришат ҒИБӘҘУЛЛИН, Федоровка районы Бала Сытырман ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Мәрғизә АРЫҪЛАНОВА менән дә һүҙҙе ошо юҫыҡта дауам итәбеҙ.

Театр гардеробтан башлана, тиһәләр, айыҡлыҡҡа юл нимәнән башлана?

Ришат ҒИБӘҘУЛЛИН Р. Ғибәҙуллин: Беҙҙең район был конкурста беренсе йыл ғына ҡатнашмай. Быға тиклем Ахун, Байрамғол, Амангилде ауыл биләмәһе Советтарына ҡараған ауылдар ҡатнашты, амангилделәр былтыр номинацияға лайыҡ булды. Дөйөм әйткәндә, районда айыҡ йәшәү һәм ауыл халҡын һаҡлап алып ҡалыу өсөн шундай дөйөм эш алып барыла. Ә быйыл финалға сыҡҡан Баттал ауылына килгәндә, совет заманында ла, уҙған быуаттың ҡатмарлы 90-сы йылдарында ла ул үҙе айырым бер дәүләт кеүек йәшәне. Нисек бар, шулай әйтәм: бында халыҡ бик тырыш. Ауыл "Байрамғол" совхозында алдынғы бүлексәләрҙең береһе булып торҙо. Күп итеп һарыҡ аҫыранылар, эре мал тоттолар. Һәр ваҡыт район, республика, союз күләмендә еңеүсе булып йөрөнөләр. Социалистик Хеҙмәт Геойы - Әхмәтйәнов Яңыбай Шаһыбал улы, хәҙер мәрхүм инде, ошо ауылдан. Унан башҡа, "Ҡыҙыл Байраҡ", Ленин ордендары кавалерҙары бар. Ауыл халҡы әле лә ана шул матур йәшәү ынтылышын юғалтмаған, һаман да тырышып йәшәй. Әлеге ваҡытта Батталда 111 йорт иҫәпләнә, йәштәрҙең 95 проценты тиерлек ауылда ҡала, ситкә китмәйҙәр. Уҡырға китеүселәр иһә, ҡулдарына урта, юғары белем тураһында диплом тотоп, кире ҡайта. Уларға ҡайтырға стимул: ауыл хужалығындағы эшҡыуарлыҡ. Игенселек менән шөғөлләнәләр. Етештергән продукцияны үҙҙәренән арттырып, күрше-тирә ҡалаларға алып барып һаталар һәм шул арҡала халыҡ етеш йәшәй. Беҙҙең ауыл тирәһендә буш баҫыуҙар, яландар юҡ. Уларҙа йә иген сәселә, йә бесәнлек. Тотош ауылға 60 берәмек ауыл хужалығы техникаһы бар. Һәр йортта тиерлек сит ил маркалы еңел машина. Етештереүсе хужалыҡ булмаһа ла, халыҡ бер ҡайҙа ла эшләмәй тип әйтеп булмай. Улар, хәҙергесә итеп әйткәндә, сит ағайға түгел, үҙҙәренә эшләй.
Ауылыбыҙҙа 2002 йылда барлыҡҡа килгән "Осҡон" өлгөлө бейеү ансамбле бар. Ул 2012 йылда "Еҙ үксә" республика конкурсында Гран-при яуланы. 2002 йылда "Төҙөк ауыл" конкурсында еңеп сыҡтыҡ, 2008 йылда БСТ телевидениеһы үткәргән "Төҙөк ауыл" телеконкурсында ла еңеү яуланыҡ. Мәктәбебеҙ ҙә бик данлыҡлы. Уҡыу буйынса ла, олимпиадалар буйынса ла районда беренселәр рәтендә тора. "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуға ла дәррәү күтәрелеп риза булды ауылдаштар.
Мәрғизә АРЫҪЛАНОВА М. Арыҫланова: Беҙ республикала "Айыҡ ауыл" конкурсы барғанына хәбәрҙар булып, уның нисек үтеүен, унда нисек ҡатнашырға икәнлеген ҡарап, күҙәтеп килә инек. Был аҙымға бик оҙайлы килдек. Үҙем күп йылдар йәмәғәт эштәрендә ҡатнашып килдем, мәктәп директоры булып эшләнем һәм эскелектең оло афәт икәнен үҙ елкәмдә татып белә инем. Шуға ла был конкурста ҡатнашыуға районда беренселәрҙән булып Яңы Яуыш ауылы менән ҡатнашырға йөрьәт иттек һәм матур һөҙөмтәгә өлгәштек. Быға йылдар буйы әҙерләнеү, айыҡлыҡҡа яйлап килеү ҙә ярҙам иткәндер. Республика буйынса үткәрелгән семинар-кәңәшмәләрҙә ҡатнашып, уҡыуҙарҙа булып, башҡа райондар тәжрибәһе хаҡында һорашып-белешеп йөрөнөк. Конкурста ҡатнашыуға Яуыш ауылын һайлау осраҡлы булманы. Сөнки унда бөгөн сәләмәт тормош алып барған, матур итеп донъя көткән ғаиләләр бик күп. Был ауылда, ысынлап та, сәмле халыҡ йәшәй. Мәҫәлән, кемдер йортон төҙөкләндерҙе икән, күршеһе лә ошо эшкә тотона. Мәктәп тә районда алдынғыларҙың береһе. Бөтөн район, республика конкурстарында сығыш яһайҙар. "Айгүзәл" йыр ансамбле эшләй. "Ынйылар" балалар ансамбле бар. Халыҡ мәҙәниәткә ныҡ ынтыла. Шәжәрә байрамдары, айыҡ туйҙар үтеп тора. Ауылда шулай уҡ "Айыҡтар клубы" ойошторҙоҡ. Унда эскелектән арынып, айыҡ тормошҡа аяҡ баҫҡан кешеләр инде. Был бик ҙур эш һәм ҙур һөҙөмтә тиер инем. Улар үҙҙәренең йыйылыштарын үткәрә, аңлатыу эштәре алып бара, сафтарын арттыра. Шуныһы ҡыуаныслы: клуб ағзаларының барыһы ла ир-егеттәр. Ә ҡатын-ҡыҙҙар араһындағы эскелек менән беҙҙең ағинәйҙәр көрәшә.

Башҡорт халҡының бер сифаты - ул сәм. Үҙенең ерлегендә башҡорт барыбер тырышып йәшәй, бер-береһенә ярҙам итеп донъя көтә, уға, мәҫәлән, бөгөнгө санкциялар ҙа ҡағылмаған кеүек - өҫтәленән һый өҙөлмәй. Шуға ла беҙгә халҡыбыҙҙың ошо үҙ-үҙен һаҡлай торған механизмын -сәмен уята йөрөргә кәрәктер ул. Уны һеҙ, урындағы етәкселәр, атҡара алаһығыҙ бит инде...

Р. Ғибәҙуллин: Тап шулай. Беҙҙең Баттал ауылы халҡы бик әүҙем, сәмсел, тинем бит инде, беҙ уларҙың ошо әүҙемлегенә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу ынтылышына ярҙам итергә, хуплап торорға тырышабыҙ. Батталда "Мин вертолет һатып алһам, күреп тороғоҙ, бер нисә йылдан күршем самолет һатып аласаҡ", тигән лаҡап бар. Бына ошо ла халыҡтың сәмселлеге тураһында һөйләй. Тик сәм тигәнде көнсөллөк тип аңлай күрмәгеҙ. Ауылдаштар бер-береһенә ярҙам итеп, бер-береһенә таяныс булып, тырышып йәшәйҙәр. Эшсәнлектәре менән өлгө булып торалар. Улар телгә лә маһирҙар. Кеше менән аралаша, шаярта беләләр. Күңелдәре һәр саҡ күтәренке. Ҡыҫҡаһы, оптимистар. Улар минең йәш етәксе булыуымды иҫәпкә алыпмы, әллә минең күңелде төшөрмәҫкә теләпме, йыш ҡына шулай ти: "Һин, ҡустым, беҙҙе ҡышын юл менән тәьмин итһәң, электр уты булһа, һыу булһа - беҙгә шул етә, ҡалғанын беҙ үҙебеҙ эшләйбеҙ, эш тип тә, башҡаһы тип тә ҡайғырма. Аллаға шөкөр, мәктәбебеҙ эшләй, магазиндарыбыҙ эшләй, ҡалғанын үҙебеҙ хәл итәбеҙ". Халыҡ хәҙер үҙенә эшләргә өйрәнде. Хатта ҡабаттан колхоз-совхоз ойошторолһа ла, унда бармаясаҡбыҙ, тиҙәр.
М. Арыҫланова: Күп ерҙәрҙә хужалыҡтар бөтөрөлөп, юҡҡа сыҡҡайны, халыҡ нимә эшләргә белмәй, бер аҙ аптыранып ҡалды ул. Был әллә ни оҙаҡҡа барманы. Тамырҙарҙағы теге сәм тигән нәмә уянып, халыҡты ергә тағы ла нығыраҡ беректерҙе. Һәр хәлдә, беҙҙең Бала Сытырман ауылы биләмәһендә, Яңы Яуыш ауылында халыҡ ситкә сығып, ҡайҙандыр бәхет эҙләп йөрөмәй. Улар ауылда ҡалып, үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә, мал аҫырап, баҡса үҫтереп, донъя бөтәйтергә өйрәнде. Бер йортта ғына бер нисә техника тора. Техниканы һәр кем үҙе һатып ала. Буш ятҡан ерҙәр юҡ, һәр береһе эшкәртелеп, файҙаланыла. Ауылыбыҙҙы шул тиклем матур, төҙөк йорттар биҙәй.

"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡас, Рәсәй кимәлендә айыҡлыҡ өсөн көрәшеүсе зыялы ғалимдар Ждановтың, Кривоноговтарҙың семинарҙарында булғанһығыҙҙыр, моғайын. Уларҙың төп фекере бөгөн эскән кешене айнытыуға түгел, ә үҫеп килеүсе йәш быуынды тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Ошо йүнәлештә балалар менән ниндәй эштәр алып бараһығыҙ?
М. Арыҫланова: Күп йылдар мәғариф системаһында эшләп, ата-әсәләр менән аралашып йөрөгән кеше булараҡ, ошо яман ғәҙәттән балаларҙы аралау тураһында мин күптән уйланам. Мәҫәлән, үҙе тәмәке тартҡан, спиртлы эсемлектәр ҡулланған, сәләмәт тормошҡа битараф кешенең балаһына "Эсмә, тартма, алама ғәҙәттәргә ылыҡма", тип әйтеү генә етмәй, тағы ла ниндәйҙер йоғонтоло сараларға йәлеп итергә кәрәк. Мәҫәлән, 1 сентябрҙә Яңы Яуышта "Тәмәкегә, араҡыға, наркотиктарға - юҡ!" тигән акция үткәрҙек. Унда бөтөн ауыл, төрлө быуын вәкилдәре, хатта район хакимиәте етәкселәре лә ҡатнашты. Йыйылған халыҡҡа республика семинарынан алып ҡайтҡан "Бер алдаҡ тарихы" тигән видеофильмды күрһәттек. Ундағы мәғлүмәт иҫ китерлек. Фильмды ҡараған балалар алкоголь ағыуының афәтен үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Сара һуңында беҙ балаларҙы "Бер ваҡытта ла эсмәйәсәкмен!" тип ант иттерҙек. Ошо уҡ антты өлкән быуын да ҡабатланы. Кемгәлер был хәл мәрәкә лә тойолор, ләкин беҙ бала сағыбыҙҙы иҫкә төшөрәйек әле. Октябрят, пионер, комсомол сафтарындағы анттарыбыҙ мәрәкә инеме ни? Улар барыбер ҙә беҙҙең холоҡто формалаштырыуҙа оло роль уйнаны бит. Ә хәҙер беҙ балаларға нимә ярай, нимә ярамай икәнен дә аңлатырға онотабыҙ. Шуға күрә, ауылдарҙа балаларҙы, йәштәрҙе лә айыҡлыҡ өсөн көрәшкә йәлеп итеү бик урынлы, тип уйлайым. Иң тәүҙә айыҡлыҡ буйынса саралар улар менән алып барылырға тейеш.
Р. Ғибәҙуллин: Мәрғизә апай әйткәндәргә ҡушылам: айыҡлыҡ өсөн көрәш иң тәүҙә балалар, йәштәр араһында алып барылырға тейеш. Ә беҙ, өлкәндәр, уларға айыҡ йәшәү рәүеше күрһәтергә тырышырға тейешбеҙ. Беҙҙең Баттал ауылы тап шул ҡағиҙә буйынса йәшәй ҙә инде. "Айыҡ ауыл" конкурсында ла ҡатнашҡас, халыҡ тағы ла нығыраҡ әүҙемләште һәм яуаплылыҡты арттырҙы. Туйҙар эскеһеҙ үткәрелә. "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы, һабантуйҙар ҙа эскеһеҙ үтә, беҙ хәҙер халҡыбыҙҙың милли эсемлектәре буҙа, ҡымыҙға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Һуңғы 4-5 йылда Баттал ауылында Ислам дине, шәриғәт ҡанундары буйынса йәшәргә ынтылыу күҙәтелә. Йәштәр, мәктәп балалары ла дингә ылыға. Был бик яҡшы күренеш, тием, сөнки динебеҙҙә бит йәшәйеш өлгөһө. Үкенескә күрә, ауылда әлегә мәсет юҡ, әммә, Алла бирһә, алдағы йылдарҙа иман йортон төҙөп ултыртып ҡуйырбыҙ, тигән ниәттәбеҙ. Иман булған ерҙә ил бөтмәҫ, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит.
М. Арыҫланова: Беҙҙең ауылда ла мәсет юҡ, һәм халыҡтың "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуының тағы бер әһәмиәте шунда булды: халыҡ йыйылыш үткәреп, мәсет урынын билдәләп, таштар һалып ҡуйҙылар.

Тыйылған емеш татлы була, тигән кеүек, нимәнелер тыйһаң, халыҡ уның икенсе юлдарын эҙләй башлай. Ауылдарҙа көмөшкә ҡыуыусылар менән нисегерәк итеп көрәшергә мөмкин?

М. Арыҫланова: Беҙ көмөшкә ҡойорға яратыусыларҙың өйҙәренә йөрөйбөҙ. Абруйлы кешеләрҙең, ағай-апайҙарҙың үтемле һүҙе менән уларға йоғонто яһарға тырышабыҙ. 1 сентябрҙәге бая әйтеп үткән акцияла, дини байрамдарҙа, ял көндәрендә магазиндарҙа һыра һатыуҙы тыйырға, тигән ҡарар ҡабул иттек. Араҡы беҙҙә бөтөнләй һатылмай. Магазин хужалары ла сикләүҙәргә ҡолаҡ һала, тыңлайҙар. Халыҡ бындай күренешкә күнегеп тә бөттө.
Эскелек, әлбиттә, тиҙ генә юҡҡа сыҡмаясаҡ. Әммә тамсы тама-тама ташты тишкән кеүек, был хәрәкәт тә ҡасандыр үҙенең маҡсатына өлгәшәсәк. Ә инде был яуызлыҡҡа, еңеп булмай, тип, ҡул һелтәп ҡуйһаҡ, халыҡ битарафҡа әйләнәсәк. Хәҙер, әйтеүҙәренсә, асыҡтан-асыҡ эсеп, иҫереп, ауыл буйында йөрөгән кеше күренмәй. Эскән, көмөшкә һатҡан кешеләр бар, әммә улар бармаҡ менән һанарлыҡ. Улар менән һөйләшеүҙәр алып барылғас, асыҡтан-асыҡ үҙ шөғөлдәрен, кәсептәрен ҡыуа алмайҙар. Ни тиһәң дә, ауылдаштарынан оялалар, тайшаналар. Әле бына Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов етәкселегендә законһыҙ әйләнештәге алкоголь сауҙаһына ҡаршы көрәш тураһында БР Хөкүмәте ултырышы булып үтте бит инде. Республика Башлығының был киҫәтеүҙәренән һуң халыҡҡа төрлө шикле сифаттағы алкоголле эсемлектәр, дарыу төнәтмәләре һатыусы алыпһатарҙар бер аҙ тыйылыр, урындағы хоҡуҡ һаҡлау органдары ла был көрәшкә иғтибарҙы арттырыр, йәмәғәтселеккә ярҙам итер, тип ышанғы килә.
Р. Ғибәҙуллин: Мин дә шатлыҡ кисерҙем был ултырышта яңғыраған киҫәтеүҙәрҙән һуң. Юҡһа, ысынлап та, сифатһыҙ араҡы, көмөшкә менән сауҙа итеү йылдан-йыл сәскә ата ауылдарҙа, уларға ҡаршы көрәшеүсе юҡ. Хәҙер, бәлки, боҙ ҡуҙғалыр. Әлбиттә, беҙҙең Баттал ауылында көмөшкә ҡойоусылар юҡ тиерлек. Әммә ауылда эсмәйҙәр, тип тә әйтеп булмай. Эсеүселәр бар, әммә беҙ улар менән профилактик эштәр алып барабыҙ. Ниндәй ысулдар ҡулланырға икәнен хакимиәттәр үҙҙәре хәл итә инде. Батталда бер аҙ "ҡырын һалырға" яратҡан, ике балаһы булған бер ғаилә бар ине. Бер нисә йыл рәттән ҡаты ғына итеп һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, һөҙөмтә булмағас, ғаилә башлығына: "Ағай, өлкән малайыңды үҙемә алам, үҙем тәрбиәләйем, ә һеҙ эсеүегеҙҙе ҡыҫҡартаһығыҙ. Әгәр тыңламайһығыҙ икән, балаларҙан бөтөнләй ҡолаҡ ҡағасаҡһығыҙ", - тиергә тура килде. Мин үҙем Миндәктә йәшәйем. Үҙемдең ике бала эргәһенә уларҙың малайын үҙемә тәрбиәгә алдым, ул беҙҙә йәшәй, мәктәпкә йөрөй. Ял көндәрендә тыуған йортона ҡайтып килә. Ыңғай һөҙөмтә бар: бала ла тырыша, ата-әсәһе лә эскенән тыйылды. Быны нимәгә һөйләйем, үҙеңдең өлгөң менән дә һабаҡ бирергә мөмкин. Бөтөн кешегә бер төрлө мөнәсәбәт менән эште алға алып барып булмай, һәр кемдең күңеленә айырым асҡыс табырға кәрәк.

Йәшерен-батырыны юҡ, милләттәштәребеҙ араһында битарафлыҡ та бик көслө. Битарафлыҡ һаҙлығына бер батһалар, уларҙы тартып сығарыуы бик ауыр. Башҡа райондар, башҡа ауылдар халҡы ла "Айыҡ ауыл" конкурсына ҡушылһын өсөн улар күңеленә нисек итеп дәрт осҡоно һалырға?

М. Арыҫланова: Һәр ауылда үҙ артынан эйәртеүсе кешеләр - лидерҙар булыуы бик мөһим. Үҙе башлап эшләп күрһәтеп, башҡаларҙы артынан эйәртеүсе, уларға тынысланырға ирек бирмәүсе кешеләр кәрәк. Минең башымда хәҙер "Киләһе йылда был конкурста ниндәй ауыл менән ҡатнашырмын?" тигән һорау тыуҙы һәм мин шул ауылдан әүҙем кешеләрҙе барлай башланым. Ул кешеләр абруйлы, халыҡ уларҙың артынан эйәрерлек, һәр ерҙә лә һүҙҙәре үтерлек булырға тейеш. Эште башланым икән, аҙағынаса еткерәм, тигән сәмсел кешеләр кәрәк. Ысын мәғәнәһендә кеше тигән исемде лайыҡлы йөрөтөүеләр булғанда, теләһә ниндәй эштең дә осона сығырға мөмкин.
Р. Ғибәҙуллин: Бәхеттең әҙер рецебы булмаған кеүек, бында ла халыҡ менән нисек эшләүҙең әҙер рецебы юҡ. Сөнки һәр төбәктең үҙенең менталитеты һәм шуға ярашлы эш алып барырға кәрәк. Бер ауылдың халҡы мотлаҡ икенсе ауылдыҡынан айырыла. Мәҫәлән, беҙҙең Миндәк ауыл биләмәһе - элекке шахтерҙар ҡасабаһы. Унда төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Уларҙы ниндәйҙер дөйөм эшкә ойоштороуы ул тиклем еңелдән дә түгел. Ә Баттал, Озерный яҡтарында - башҡорттар. Ике йылдан ашыу эшләйем, уларҙа һәр йыл "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" йәки Шәжәрә байрамдары үткәрәбеҙ, халыҡ үҙе тырышып йөрөй. Әҙерлек ваҡытында ауылдар матурланып ҡала. Үрмәксенән - күрмәксе, тигәндәй, ҡайһы бер ауылдар, беҙҙең дә шундай сараларҙа ҡатнашҡыбыҙ килә, тип мөрәжәғәт итә, бер-береһенән ишетеп, тартыла. Батталдар конкурста ҡатнашҡайны, хәҙер күрше ауылдар ҡыҙыҡһына башланы, килеп, ҡарап, тәжрибә өйрәнеп ҡайталар. Был конкурсҡа ни тиклем күберәк ауылдар ҡушылһа, шул тиклем яҡшыраҡ.
Икенсенән, балалар баҡсаһынан алып, мәктәпте тамамлағанға тиклем ата-әсәләрҙең һәм тәрбиәселәрҙең төп бурысы - балалар араһында лидерҙарҙы табыу, уларҙы артабан үҫтереү. Әгәр спортҡа, йыр-бейеүгә, фәнгә, идара итеүгә һәләте бар икән, уларҙы ана шул өлкәгә йүнәлтеп, артабан ҡалаға ебәреп уҡытып, кире ауылға ҡайтырлыҡ тәрбиә бирергә кәрәк. Хәҙер күптәр юғары уҡыу йортон тамамлай ҙа, шунда уҡ етәксе булырға ынтыла. Етәксе булыр өсөн тәүҙә ябай хеҙмәткәр булып эшләргә кәрәк. Яйлап-яйлап тәжрибә туплап ҡына халыҡ менән эшләргә өйрәнергә мөмкин.

Уйҙарҙың матдиләшеүе бер кемгә лә сер түгел һәм шуға ла һәр саҡ оптимистик рухта булырға кәңәш ителә. Шуға милләттәштәребеҙҙе битарафлыҡтан тартып сығарыу өсөн тәүҙә уның уйҙарын үҙгәртергә кәрәктер, бәлки. Сөнки һуңғы ваҡытта эш булмауын колхоз-совхоз тарҡалыуҙа ғына күреп, үҙенә эшләүҙе түгел, ҡайҙалыр ел һуғарып йөрөүҙе хуп күргән ир-егеттәр күбәйҙе. Шундайҙарҙың фекерен нисек үҙгәртергә?

Р. Ғибәҙуллин: Күп ваҡытты беҙ телевизор ҡарауға бүләбеҙ. Унда тәбиғи фильтр тигән нәмә юҡ, нимә тәҡдим итәләр - шуны ҡарайбыҙ, нисек күрһәтәләр - шулай ҡабул итәбеҙ, губка һымаҡ барыһын да һеңдереп барабыҙ. Мәғлүм булыуынса, кешегә кире мәғлүмәт тиҙерәк һәм күберәк һеңә. Аңы сүп-сар менән тулмаһын өсөн, кеше тәү сиратта үҙенең мәҙәнилек кимәлен белергә тейеш. Минеңсә, телевизор ҡарағансы, китап уҡырға кәрәк: милләт тураһында, ил тураһында, дин тураһында. Үҙем бәләкәй саҡтан алып күп китаптар уҡыным, хәҙер ҙә уҡыйым. Кеше үҙенең рухына, диненә таянып йәшәһә, асылынан тайпылмаһа, шул саҡта ғына пессимистик көйләнештән сыға ала. Сөнки үҙеңдең рухи байлығыңа, йәшәгән төбәгеңдең энергияһына, үҙеңдең көсөңә таянырға кәрәк, һиңә берәү ҙә ситтән килтереп бирмәйәсәк. Үҙеңдең көсөңә ышаныр өсөн берәй абруйлы ғына кешенең саҡ ҡына ҡуҙғатып ебәреүе лә етә, бары тик теләк кенә булһын. Ысынлап та, ана-бына бөтәбеҙ, тип йәшәгән ауылдар бар. Йәштәр ауылда ҡалмай. Ни өсөн ҡалмайҙар? Ниңә ололар ауылдың бөтөүенә юл ҡуя? Ниңә улар йәштәргә ауылда төпләнерлек итеп тәрбиә бирмәй? Ә бит беҙҙең халыҡтың борондан килгән тәрбиәһе шул: атай-әсәй баланы үҫтереүен үҫтергәс, бәхетле ҡартлыҡта йәшәргә тейеш. Ҡартайған көнөндә уны балалары ҡарарға, тәрбиәләргә тейеш. Шундай йола менән йәшәһәк, ауылдар ҙа бөтмәҫ, ир-егеттәребеҙ ҙә тырым-тырағай ил гиҙеп йөрөмәҫ.
М. Арыҫланова: Элекке ваҡыттарҙа шулай булды бит: колхоз-совхоз үҙәктәре булған ауылдар, мәҫәлән, беҙҙең Бала Сытырман ауылы халҡы, һәр ваҡыт шартына килтереп йәшәгән, уларға дәүләт иҫәбенә өй һалып биргәндәр, юлдар асфальтланған, газ, һыу үткәрелгән, эш урындары булған. Ә башҡа ауылдар барыбер ҙә үҙаллыраҡ йәшәгән, үҙҙәре төҙөгән, үҙҙәре тапҡан. Бына шул элек әҙергә бәҙер булып йәшәп өйрәнгән ауылдарҙа проблема артынан проблема тыуып тора инде ул. Битарафлыҡ уларҙа нығыраҡ күҙәтелә. Ир-егеттәр ҙә ил ҡыҙырып йөрөп ята, сөнки улар үҙ төйәгендә үҙҙәре эш табырҙарына ышанмай. Әгәр кешелә ышаныс, өмөт үлһә, бөтөн нәмә лә бөттө тигән һүҙ. Кемгәлер түгел, ә үҙ-үҙеңә ышаныс тураһында әйтәм. Бөгөн халыҡтың үҙ-үҙенә ышанысы бөтөүе һиҙелә, үҙенә ышанып йәшәгәндәр бик һирәк. Шул арҡала бөтөнләй битарафлыҡ һаҙлығына сумған ауылдар бар. Ауыл биләмәләрендәге беҙҙең эш - лидер булырҙай кешеләрҙе табып, уларҙы эшкә ҡушыу, уларға ярҙам итеү.
Р. Ғибәҙуллин: Беҙҙең Миндәк тә - шахтерҙар ҡасабаһы булды. Улар ҡалаға ҡарағанда ла яҡшыраҡ йәшәгәндәр. Бесәнен дә сабып биргәндәр, утынын да эшләгәндәр, күмерен дә килтергәндәр, өйҙәрен дә ремонтлағандар. Хәҙер бөтөн проблемалары ауыл биләмәһе хакимиәте ҡарамағына күсте. Ә ҡасаба халҡы һаман да әҙерҙе көтөп ултыра. Бөгөн ҡайҙандыр, кемдер килеп эшләп бирер йәки эш урыны асыр тип көтөп ултырырға ярамай. Ауыл йәшәһен тиһәң, үҙеңә тырышып эшләргә һәм ең һыҙғанып донъя көтөргә кәрәк. Бына шуны аңлатыуы ауырыраҡ шул ҡайһы бер ауылдар халҡына. Мәрзиә апай әйткәнсә, электән үҙаллы йәшәп өйрәнгән ауылдар менән ундай проблемалар юҡ.

"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашырға теләп тә, баҙнат итмәгән башҡа райондарҙағы коллегаларығыҙға нимә әйтер инегеҙ?

Р. Ғибәҙуллин: Ауылдарҙа төрлө халыҡ бар, уларҙың һәр береһенең күңеленә асҡыс табырға кәрәк. Төрлө ваҡыттар була, йә улар һине аңламай, йә һин кешеләрҙе аңламайһың. Сөнки һин дә кеше. Әммә бер-береңде аңлап ҡына дөйөм маҡсатҡа өлгәшергә мөмкин.
М. Арыҫланова: Халыҡҡа ышанысты юғалтмаҫҡа кәрәк. Уларға ысын йөҙөң менән әйләнеп, бер туған һымаҡ ҡабул итеп, ошо вазифаңда күпме эшләһәң дә, йөҙөп йөрөп, халыҡ өсөн эшләргә кәрәк. Ысынлап ярҙам итергә теләһәң, эскерһеҙ булыу зарур. Ҡасан да булһа, ниндәй ҙә булһа яңы эшкә тотонғанда ла барыбер ҙә беренсе аҙымды яһарға кәрәк. Шуға күрә, ваҡытты бушҡа һуҙғансы, бөгөн үк ошо бер аҙымды яһап ҡуйыу яҡшыраҡ. Хатта республика кимәлендә еңеү яулай алмағанда ла, әгәр ошо эштән ҡәнәғәтлек алаһың икән, был да үҙенә күрә бер еңеү ул. Үҙ-үҙеңде, баҙнатһыҙлығыңды еңеү.

Шулай итеп...
Әңгәмә барышында, Ришат Мөнир улы Борис Полевойҙың "Ысын кеше тураһында повесть" тигән китабын ҡабат уҡып сығыуын әйтеп, ундағы бер сюжетты ҡыҫҡаса ғына һөйләп киткәйне: 23 йәшлек осоусы Алексей Маресьевтың аяҡтарын ҡырҡҡас, уның бөтөнләй йәшәүгә дәрте ҡалмай, өмөтһөҙлөккә бирелә, бер кем менән һөйләшмәй ҙә. Уларҙың палатаһында ятҡан бер комиссар һәр яугирҙың күңеленә асҡыс табып, йәшәүгә дәрт өҫтәй. Әммә бер нисек тә Маресьевҡа йоғонто яһай, ауыр уйҙарынан арындыра алмай. Шунда комиссар уға Беренсе донъя һуғышында летчик булып хеҙмәт иткән һәм һыңар аяҡлы булыуға ҡармаҫтан, самолет йөрөткән кеше тураһында гәзит мәҡәләһе бирә. Маресьев шуны уҡып, дәрт ала... Кемдер аяҡһыҙ килеш тә самолет менән идара итергә үҙендә көс тапҡанда, беҙҙең бит, шөкөр, бар ағзаларыбыҙ ҙа һау, мөмкинлектәребеҙ күберәк. Бирешмәйек, әүҙем булайыҡ, айыҡ булайыҡ!

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.03.15 | Ҡаралған: 2289

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru