«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӨНӘРСЕЛӘР АРАҺЫНДА ҺӨНӘРСЕ ЭҘЛӘНДЕ
+  - 

Һәр эштә лә һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр була, ләкин уҡытыусы һөнәрендә ғүмер буйы өйрәнсек булып йөрөүселәргә урын юҡ. Аныҡ фәндәрҙән уҡытһынмы, әллә башланғыс белем бирһенме - уҡытыусы һәр саҡ үҙ эшенең белгесе булырға тейеш. Башҡортостанда бына ике тиҫтә йыл үткәрелә килгән "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" төбәк-ара конкурсы тап шундай үҙ эшенең оҫталарын барлай, баһалай ҙа инде.

Бәйгелә ҡатнашыусы уҡытыусыларҙың ҡаҙаныштарын, үҫешен, эш һөҙөмтәһен күреү бәхетенә эйә булыусы баһалама ағзалары әйтеүенсә, конкурс йылдан-йыл яңы кимәлгә күтәрелә бара.
- Сибай ҡалаһы кимәлендә генә уҙғарыла башлаған конкурс, республика, артабан төбәк-ара ярышҡа әүерелде, - тине баһалама ағзаһы, педагогика фәндәре кандидаты, профессор Вәкил Хажин. - Тәүге өс йылда "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы" конкурсы халыҡтың рухы күтәрелгән ваҡытҡа тура килеп, майҙанға бик көслө педагогтар сыҡҡайны, хәҙер иһә бында йәштәр килә. Улар белеме, фекерләү ҡеүәһе буйынса тәүгеләрҙән һис ҡалышмай, киреһенсә, техник, теоретик һәм хатта интеллектуаль яҡтан да күпкә юғарыраҡ. Шулай уҡ рухлылар, телде белеү кимәле лә кәмемәгән, йылдан-йыл ҡатнашыусылар хөртөрәк әҙерләнерме икән, тип ҡурҡыуыбыҙ ҙа юҡҡа ғына. Хәҙер призлы урындарға һәм номинанттар исемлегенә инмәгән уҡытыусы менән абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булған уҡытыусы араһындағы айырма ер менән күк араһында кеүек түгел, еңеүсене билдәләү ауырлаша. Конкурс педагогтарҙың кимәлен күрһәтеүсе, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының абруйын арттырыусы, әһәмиәтен билдәләүсе, тәжрибә өләшеүсе сара...
Быйылғы конкурста бөтәһе 56 педагог үҙ-ара көс һынашты, улар араһында Ырымбур һәм Ҡурған өлкәләренән килгән башҡорт теле уҡытыусылары ла бар ине. Ойоштороусылар бигерәк тә конкурсанттар араһында ир-егеттәр булыуын ыңғай күренеш тип баһаланы. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы - ул балаға тел һәм әҙәбиәт теорияһын өйрәтеүсе генә түгел, ә тәү сиратта, халыҡтың рухи байлығын, милләттең күркәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, үҙаңын сабый күңеленә еткереүсе лә, шуға ир-егеттәрҙең дә ошо бурыстарҙан ситтә ҡалмауы ҡыуандыра.
- Был конкурсҡа коллегаларымдың эш тәжрибәһен күрергә, үҙемде күрһәтергә теләп килдем. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын бергә туплаған, осраштырған, аралаштырған ярыш минең өсөн бик фәһемле, яңы асыштарға бай булды. Беҙҙә электрон дәреслектәр, улар менән эшләү бик таралмаған, бында коллегаларымдың һәр сығышын ентекләп тыңлап, эш алымдарын өйрәнеп ҡайтып барам. Әлегә иң борсоғаны - уҡыусыларымды яңы уҡыу әсбаптары, китаптар менән тәьмин итеү мәсьәләһе, улар киләсәктә ыңғай хәл ителер, тип өмөт итәм, - тине тәьҫораттары менән бүлешеп, Ҡурған өлкәһенең Надежденка төп белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Жәлил Садиҡов. Ырымбур өлкәһенән килеүсе Зөлфиә Кинйәбулатова ла 2001-2004-се йылдарҙа баҫылған дәреслектәр буйынса белем биреүҙәре, Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы уҡытыу өсөн яңы әсбаптар һәм программалар кәрәклеге тураһында һөйләне.
Абсолют еңеүсе финалға сығыусы биш педагог - Борай районынан Марат Аҙнабаев, Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Айһылыу Фәхриева һәм Гүзәл Фазылова, Өфө ҡалаһынан Фәнис Шәрәфетдинов һәм Айгөл Игелекова араһынан билдәләнде. Баш ҡаланың 71-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәнис Фәйзулла улы 2015 йылдың иң яҡшы педагогы, тип табылды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" төбәк-ара конкурсында ҡатнашыусы һәр педагог Зәйнәб Биишева әҫәрендәге һөнәрсе кеүек, кеселекле, кешелекле, үҙ эшенә мөкиббән китеп тоғро хеҙмәт итеүсе, үҫеп килгән быуынға үҙендә булған бар белемен түкмәй-сәсмәй ихлас өйрәтеп ҡалдырырға ынтылыусы шәхес булып сыҡты. Тимәк, туған телебеҙҙең киләсәге өсөн борсолмаҫҡа, "отималләштереү", "глобалләштереү", "көрсөк" тигән диңгеҙҙәрҙә юғалып ҡалмаҫлыҡ көсөбөҙ барлығын тойоп йәшәргә мөмкин әле.

Камила ҒӘЛИЕВА

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.04.15 | Ҡаралған: 1577

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru