«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕШЕЛӘР КИТАП УҠЫҺА ТОРМОШТАҒЫ ХАТАЛАР ҘА ӘҘЕРӘК БУЛМАҪ ИНЕМЕ ИКӘН?
+  - 

Бөгөнгө ҡоробоҙҙа әҙәбиәт донъяһы, йәш ижадсылар, шиғриәт мәктәбе, заманыбыҙ әҙиптәрен борсоған ҡайһы бер башҡа мәсьәләләр тураһында һүҙ барасаҡ. Ҡунаҡтарыбыҙ - билдәле шағирә, Ш. Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһы лауреаты Лариса АБДУЛЛИНА, йәш прозаик Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ һәм йәш шағир Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ булыр.

Һәр кем теге йәки был төшөнсәне, күренеште үҙенсә аңлай, үҙенсә ҡабул итә. Һеҙ, йәш ижадсылар, мәҫәлән, әҙәбиәт төшөнсәһенә ниндәйерәк аңлатма бирерһегеҙ?

Лариса АБДУЛЛИНА Л. Абдуллина: Әҙәбиәт - донъяның тотҡаһы. Кеше ғүмере ҡыҫҡа ғына. Ошо ваҡыт арауығында донъяның асылын аңларға, тойорға тырышыу теләге менән яна бәндә. Әҙәбиәт тә , китап та - Йыһанды, йәшәйеште, кешелекте танып-белеү ысулдарының иң шәбе.
Ил башлыҡтары, ниһайәт, Әҙәбиәт йылын иғлан итте. Ә үҙ заманында "мәҙәниәт - һуңынан" тигән етәкселәр ҙә булманы түгел бит. Шуға, әҙәбиәткә тотош йылды бағышлау - үҙенә күрә ҙур ваҡиға ул, минеңсә. Әммә шуны ла оноторға ярамай: тарих дәүмәленән ҡарағанда был бер йыл бик бәләкәй осор. Нисек кенә булмаһын, шул осорҙа яҙыусылар халыҡтың күңелендә ятҡан ҡуҙҙарҙы ҡуҙғытып ебәрерлек китаптар сығара, уларҙы кемгәлер бүләк итә, йә булмаһа, кемдеңдер иғтибарын китапҡа йүнәлтә алһа, был - ошо йылдың иң ҙур ҡаҙанышы булыр ине. Әҙәбиәт йылында бөйөк әҫәрҙәр тыуыр, тип уйлай икән кемдер, уларҙың да яңылышыуы бар. Бөйөк әҫәрҙәр бер йылда ғына ижад ителмәй. Йәшерен-батырыны юҡ: беҙ башҡорттоң төп китабы "Урал батыр" эпосынан уҙып, унан да бөйөгөрәк әҫәр ижад итә лә алмабыҙ. Шулай ҙа, һәр әҙип үҙенең заманын йырларға, кешелекте һәм үҙенең замандаштарын мөмкин тиклем алғараҡ алып барырлыҡ яҡты идеялар менән янырға тейеш. Беҙгә Урал батыр төп васыятын да әйтеп ҡалдырған: "Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, кеше булһын затығыҙ. Яманға юл ҡуймағыҙ, яҡшынан баш тартмағыҙ". Әҙәбиәттең төп тәғлимәте - ошо. Беҙҙең шундай мәшһүр әҫәребеҙ бар. Шуға күрә, кемдер берәй әҫәр тураһында: "Бына, исмаһам, был шәп, бөйөк әҫәр!" ти икән, ул күпмелер дәрәжәлә хаҡлы булһа ла, асылда, хаҡлы булмаҫҡа ла мөмкин. Был әҫәр үҙ заманының даһи әҫәре булыуы мөмкин ул, шул уҡ ваҡытта, бер шиғырҙа әйтелгәнсә, "Берәү ҙә түгел әллә кем, берәү ҙә түгел даһи. "Бөйөк" тигән "диагноз"ды ваҡыт ҡуя, билләһи", тиергә генә ҡала.
Һин ижадыңда ғына матур һүҙҙәр һөйләп, матур рифмалар ҡойоп йәшәргә мөмкинһең. Әммә әҙәбиәт иманы иң тәүҙә һинең йөрәгеңдә булырға тейеш. "Әҙип һәм әҙәбиәт бер тамырҙан яралған", тип яҙғайны Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов та. Әҙәбиәт - кешелекте алға әйҙәрлек, кешелекте яҡты юлға баҫтырырлыҡ, шәхестең эске донъяһын, күңелен өйрәнгән тәрән эстетик институттыр, тип уйлайым.
Ринат СӨЛӘЙМӘНОВ Р. Сөләймәнов: Миңә ҡалһа, әҙәбиәт - үҙе бер тотош донъя ул. Йәғни, донъя үҙе үк кемдеңдер ижад емеше, әҫәре, тимәксемен. Әйтәйек, ғаләмдә үҙгәрмәҫ ҡанундар булған кеүек, әҙәбиәттә лә күптән барлыҡҡа килтерелгән ҡанундар хөкөм һөрә. Шиғриәттә, классик шиғриәттә, ритм нисек урынлы файҙаланылһа, ғаләмдең дә үҙ ритмы һәр саҡ үҙ урынында. Икенсе яҡтан, әҙәбиәттән дә, ғаләмдән дә ябай кеше аңлата алмаҫлыҡ серҙәр, мөғжизәләр бөркөлөп тора. Әҙәбиәттең иң төп мөғжизәһе нимә? Ул уҡыусының күҙ алдында тотош бер донъяны барлыҡҡа килтереү һәләтенә, мөмкинлегенә эйә. Ахырҙа: "Ә беҙ, кешеләр, ниндәйҙер бер ижадсының ғәйәт ҙур күләмле әҫәрендә хәрәкәт иткән геройҙар түгелме?" - тип тә уйлап ҡуяһың.
Әҙәбиәтте, анығыраҡ әйткәндә, бөгөнгө әҙәбиәтте ике төркөмгә бүлергә булыр ине. Беренсеһе - профессиональ әҙәбиәт булһа, икенсеһе - коммерция юлы менән яҙылған әҙәбиәт. Шулай ҙа, был бүленеш башҡорт әҙәбиәтендә бик үк күҙгә салынып бармай. Бөгөнгө әҙәбиәт һәләт һәм коммерция ҡапма-ҡаршылығын үҙ елкәһендә кисерә.
Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ А. Баймөхәмәтов: Әҙәбиәт - тормош мәктәбе. Ул кешелектең бөтөн тармаҡтарын да үҙ эсенә алған өлкә. Тормош юлы ҡатмарлы: теләйме, теләмәйме, кеше ҡайһы саҡ хаталы аҙымдар ҙа эшләп ҡуя. Әммә һәр кемгә хаталанырға тимәгән. Әҙәбиәт кешене хаталарҙан ҡотҡара торған аҡыл сығанағы ла. Кешеләр китапты күберәк уҡыһа, бәлки, тормоштағы хаталар ҙа әҙерәк булмаҫ инеме икән? 2003 йылда Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатов ил Президенты Владимир Путин менән осрашҡанында: "Әҙәбиәттең яҙмышын йөҙөм яҙмышы менән сағыштырыр инем. Заманында "ҡоро закон" иғлан итеп, бөтөн йөҙөмдө тамыры менән йолҡоп бөтөрҙөләр. Ваҡыт үтеү менән йөҙөмдө шарап эшләү өсөн генә түгел, башҡа маҡсат менән дә файҙаланырға кәрәк икәнлеген аңланылар. Заманында әҙәбиәттең баһаһын да кинәт төшөрҙөләр ҙә, ваҡыт үтеү менән уның кәрәклеген аңланылар", - тип әйткән. Быйылғы йылды Әҙәбиәт йылы тип иғлан итеүгә лә ошондай аңлау булышлыҡ итмәнеме икән, тип ышанғы килә...

Ижад кешеһенең дәрәжәһен ижадының халыҡсанлығы ла билдәләй. Ни өсөн беҙҙең әҙиптәр замана касафатына - аҡса өсөн генә яҙыу һымаҡ күренешкә бирешмәй? Аҡса өсөн яҙыу "оҫталығы" менән ысын әҫәр яҙыу һәләте бергә йәшәй аламы?

Л. Абдуллина: Кешелә был ике һәләт бер ыңғай йәшәй алмай. Ғөмүмән, башҡорттар донъяға сәнғәт күҙлегенән ҡараған милләт һәм улар донъяны образлы ҡабул итә. Мин ауылға ҡайтһам, шуға һөйөнәм: халыҡтың телмәре мәҡәлдәргә бай, шиғыр менән генә һөйләшеүселәр ҙә бар. Тағы бер ҡыҙыҡ күренеш: ауылда һәр кемдең ҡушаматы бар, ҡушаматы хатта уның ысын исемен оноттора. Ә бит был ҡушаматтар нигеҙендә тотош тарих ята. Башҡорттар, ысынлап та, шул тиклем талантлы халыҡ һәм улар үҙҙәренең моңға ынтылышын, моңға табыныуын бер ҡасан да аҡсаға алыштырмаған. Шуға күрә лә милләтебеҙ ниндәй генә заман касафаттарын да, афәттәрен дә еңеп сыға алған. Ә төрлө яуҙарҙа, йә булмаһа, аслыҡ йылдарында иң күп ҡырылған халыҡ - башҡорттар булмағанмы ни? Әммә халыҡ йәшәп килә. Ана шул моңға тоғролоҡ рухи тамырҙарға беҙҙе нығыраҡ йәбештереп тора һәм халыҡ, Зәки Вәлиди әйтмешләй, аҡтамырҙай яңынан ҡалҡа ла китә. Донъя цивилизацияһы сүплегендә шундай халыҡтар бар - улар ҙур дәүләттәр төҙөгән, әммә ниндәйҙер бер дәүер осоронда илаһи моңдо, рухиәтте матдилыҡҡа алыштырған. Әммә быны тарих бер ҡасан да ғәфү итмәй. Ундай ҡәүемдәр донъя тарихынан юҡҡа сыҡҡан. Кешене кеше иткән нәмә - тере моң. Шиғыр ҙа рифмаларға ҡоролоп, ҡурсаҡ һымаҡ мап-матур итеп яҙылһа ла, кәнфит кеүек булһа ла, тере булмаҫҡа мөмкин. Әлеге лә баяғы, моңо булмаһа...
Р. Сөләймәнов: Ирмен тигән ир кеше ғаиләһен ҡарар өсөн аҡса эшләргә лә тейеш, тигәнде лә беләбеҙ. Шуны иҫәпкә алғанда, шиғыр яҙып ҡына тамаҡ туйҙырып булмай бит, шуға әҙиптәргә ике яҡҡа ла һуғылырға тура килмәҫме, тип тә уйланыла...
Л. Абдуллина: Барыбер һинең шиғриәтеңдә мөхәббәт һәм моң булырға тейеш. Әгәр һинең күңелеңдә моң, мөхәббәт бар икән, Хоҙай Тәғәлә барыбер әжерен бирә. Мәҫәлән, әгәр мин шиғыр яҙмаған булһам, Башҡортостаныбыҙҙың баш ҡалаһы Өфөлә мәңге фатир аласағым юҡ ине. Шиғыр аша, Бабич премияһы аша асылды миңә Өфөбөҙҙөң түрҙәре. Эшҡыуарлыҡ юлы менән китһәм дә хур булмаҫ инем, бәлки. Ул да насар юл түгел. Беҙҙең милләттәштәр араһында эшҡыуарҙар ҙа булһын ул. Иң мөһиме, үҙеңә хыянат итергә ярамай. Бөтә нәмә мөхәббәт менән эшләнергә тейеш.
Р. Сөләймәнов: Был турала уйланыуҙарым бер бөгөн генә түгел. Ҡайһы саҡта кешеләрҙең ике йөҙлөлөгөн күреп: "Яһалма аҙыҡ-түлек ашап, әллә кешеләр үҙҙәре лә яһалмаға әүерелдеме? Ҡоролоҡ арҡаһында, күңелдәр киптеме?" - тип тә уйлап ҡуяһың. Шул ваҡытта, кешеләрҙән бик ныҡ төңөлөп киткән саҡтарҙа, ярҙамға әлеге лә баяғы шиғриәт килә. Шиғриәт менән бәйле кешеләр ошондай заманда ла үҙендә шиғыр яҙырлыҡ көс таба икән, уларҙы ошо ҡоро климатта үҫеп сыҡҡан ағастар менән сағыштырырға булалыр.
Л. Абдуллина: Шағирҙар - шишмәләр. Улар, киреһенсә, һуғара. Шишмәләр ҡороған саҡта ла шағирҙарҙың күңел шишмәләре ҡорорға тейеш түгел.

Бер аҡыл эйәһе "Һәләтһеҙҙәр үҙҙәренә үҙҙәре юл яра, ә һәләтлеләргә ярҙам итергә кәрәк", тигән. Һеҙ үҙегеҙҙә шундай ярҙамды тояһығыҙмы? Һәләтле булып та, ижад итергә ҡамасаулаған күренештәр булыуы мөмкин бит инде ул...

А. Баймөхәмәтов: З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Йәштәр тауышы" серияһы ун йылдан ашыу уңышлы баҫылып килә. Был - йәш кешегә китап сығарыу мөмкинлеге биргән серия. Тәүге китабыңды сығарыу йәһәтенән әллә ни ҡатмарлылыҡ юҡ һымаҡ. Әҫәрҙәреңде матбуғатта баҫтырыуы ла ҡыйын түгел. Халыҡҡа үтемле әҫәрең булһа, теләгән матбуғат баҫмаһына тәҡдим итә алаһың. Оло ағайҙарыбыҙ, апайҙарыбыҙ кәрәк саҡта йылы һүҙен, кәңәшен дә әйтә. Оло быуын яҙыусыларына рәхмәтлемен. Йәш яҙыусыларға, әлбиттә, ҡыйынлыҡтар ҙа бар. Прозаик Рәшит Солтангәрәев: "Яҙыусыға, бигерәк тә, прозаик кешегә, гәзиттә 5 йылдан артыҡ эшләргә ярамай, сөнки ул ижадҡа ҡамасаулай", - тип әйткән. Ысынлап та, матбуғатта эшләгән кешенең күпселек ваҡыты һәйбәт әҫәр яҙыу хыялы менән үтәлер инде ул. Сөнки, яҙам тиһәң, ваҡытың юҡ: мәҡәлә яҙырға кәрәк. Һеҙҙең менән шулай булғаны юҡмы, Лариса апай?
Л. Абдуллина: Эйе, гәзит конвейер һымаҡ. Әхмәр Үтәбай миңә бер тапҡыр: "Шиғырҙарыңа, поэмаларыңа һалыр образдарыңды мәҡәләләреңә һалаһың", - тигәйне. Дөрөҫ. Әммә был зарланыу ҙа түгел, ә ысынбарлыҡ. Ир-егеттәр шундай эш хаҡына, биш, ун йылға бер сыҡҡан китап гонорарына ғына нисек риза булып йәшәй икән, тип тә уйланғаным бар. Ҡатын-ҡыҙға ул йәһәттән еңелерәк - аҡса тапҡан ире бар. Әҙәбиәт йылында шуны ишетке килә: беҙҙең Дамир Шәрәфетдинов фатирһыҙ йөрөй. Уны белмәгән кеше юҡтыр инде хәҙер. Ниндәй ауылға барып төш - уны башҡорто ла, урыҫы ла, татары ла белә. Әммә ул ғаиләһе менән студент ятағының бәләкәй генә бер бүлмәһендә йәшәй. Ә күпме йәштәр фатирһыҙ... Союзға алынған йәштәрҙең фатир мәсьәләһен хәстәрләргә кәрәк. Ҡыйыҡ - иң мөһиме.
А. Баймөхәмәтов: Бер билдәле шағир ағай: "Ярай ҙа минең ҡатыным тыныс - аҙ эш хаҡы алаһың, тип әрләмәй. Шуныһы рәхәт", - тип әйткән, тиҙәр. Ысынлап та, ижадсының хеҙмәтен баһалап та бөтмәйҙәрҙер. Йәштәрҙең генә түгел, бөтөн яҙыусыларҙың матди хәлен хәстәрләү кәрәк. Элек Аҡмулла, арбаһын һөйрәтеп, ауылдан-ауылға йөрөп, кешеләрҙең тимер һауыттарын йүнәтеп, үҙенә шулай аҡса эшләп йөрөгән заман түгел бит хәҙер. Яҙыусы хәлле булырға тейеш. Юғиһә, нефтсе, тиһәң, һәр ваҡыт затлы йортта йәшәгән, затлы машинала йөрөгән кеше күҙ алдына килтерелә. Яҙыусы тиһәң, ятаҡта йәшәгән кеше күҙ алдына килә.
Р. Сөләймәнов: Бер танышыма яңыраҡ ипотекаға бүлмә алыуыбыҙ тураһында әйткәйнем, ул: "Һис юғы, Шамониндан йорт биреүҙәрен һора, йөрөргә кәрәк, һорай белмәйһең", - тимәһенме. Мин уның дөрөҫ әйткәнен дә беләм, әммә: "Ике аяғым, ике ҡулым һау саҡта, һоранып йөрөмәйәсәкмен. Ана, сирлеләргә, мохтаждарға ярҙам итһендәр. Ә мин әлегә үҙем булдыра алам", - тинем.
Л. Абдуллина: Һинең ҡарашың да бик үк дөрөҫ түгел кеүек, Ринат. Мәҫәлән, Афған, Чечен республикалары һуғыштарын үткән күп кенә егеттәр ҙә һинеңсә уйлап, торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мөмкинлеге биргән льготалары була тороп, фатирһыҙ көн күрә. Ярай, үҙҙәре генә булһа. Ғаиләләре лә бар бит уларҙың. Балаларыңды уйларға кәрәк. Айгиздең фекерен дауам итеп, яҙыусыға ҡараһаң, Рәсәйҙең ысынбарлығы күренә, тип өҫтәге килә.
Р. Сөләймәнов: Киләсәктә фатирым да булыр. Тормош яңы үрҙәргә ынтылыуҙар менән ҡыҙыҡлы. Тормошта бөтә нәмә бер тигеҙ бирелмәй. Әйтәйек, Айгиз етемлекте күргән кеше. Шулай итеп, бер яғы булһа, икенсе яғы булмай. Яҡшы әҫәр яҙыу өсөн шағир, прозаик кешегә тетрәнеүҙәр кисереү ҙә кәрәктер, бәлки? Элекке яҙыусылар аслыҡ, яланғаслыҡ заманын үтеп, бәлки, кешелеклерәк булғандыр. Әҙәбиәт тап шул кешелеклелек сифаттары тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуя бит. Хәҙер беҙҙе тетрәтерлек нимә ҡалды? Бер яҡтан, минең фекер дөрөҫ тә түгелдер: күңелде өйкәгән, тетрәткән күренештәр аҙым һайын инде ул. Икенсе яҡтан, бәлки, киң мәғлүмәт сараларында даими һүрәтләнгән күңелһеҙ мәғлүмәттәрҙе күреп, уҡып, өйрәнеп тә бөткәнбеҙҙер? Беҙҙе бер нәмә лә аптыратмай кеүек...
Л. Абдуллина: Эйе, ысынлап та, хәҙер яҡты мәғлүмәт юҡ кимәлендә... Тәүге шиғырҙарымды тикшергәндә Ғилман ағай Ишкинин: "Шиғырҙарың бәхетле. Ә шағирҙың шиғырҙарында һыҙланыу булырға тейеш. Ысын шағирә булыр өсөн әле һиңә бик күп "ябалаҡ һурпаһы" эсергә кәрәк, һылыу", - тигәйне. "Ябалаҡ һурпаһы" тигәне - ябалаҡты ла һурпаға һалырлыҡ булғас, ниндәй ситуация тураһында һүҙ барғаны аңлашылалыр. Йылдар үткәс:"Һин миңә "ябалаҡ һурпаһы"н ныҡ теләнең шикелле", - тип көлдөм. Ысынлап та, тормош үҙенең һынауҙарын барыбер бирә. Ә ул һынауҙар кешене сыныҡтыра. Рәйес Түләк әйтмешләй: "Тетрәнеүҙәрҙән һуң донъя сағыуыраҡ, хистәр балҡышлыраҡ булып китә..."

Уҙған быуат урталары-икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәтендә йәштәрҙе берләштереп торған Рәми Ғарипов, Рәшит Солтангәрәев мәктәбе, башҡа мәктәптәр булған. Ә бөгөн кемдең мәктәбен иң тамырлыһы, иң нығы, иң шәбе, тип иҫәпләйһегеҙ?

Л.Абдуллина: Улар рәсми булмаған мәктәптәр, рухиәт, йөрәк мәктәптәре. Уларҙың мәртәбәһе лә ҙур. Ысынлап та, 60-сы йылдар башҡорт шиғриәтенең көсөн бер ни менән дә сағыштырырлыҡ түгел. Әҙәбиәткә ул тиклем ҡеүәтле тулҡын бөгөн килһә, бик шәп булыр ине. Ысынлап, ундай күренеш әҙәбиәттә бар. Рәшит ағайҙың янында ла прозаиктар бергә йыйылып, уның фекеренә ҡолаҡ һалырға ынтылды. Журналистикала минең өсөн һәр ваҡыт Венер Йәнбәков, Зөһрә Ҡотлогилдина мәктәбе булды. Улар һәр бер балаға яуап хаты яҙа торғайны. Улар күпме баланың күңелен һуғарған бит. Һәр бер шиғырҙы, һәр мәҡәләне тикшереп, улар күпме балаға ҡанат ҡуйған. Мәктәптәр шиғриәттә бар, тип иҫәпләйем. Мәҫәлән, Азамат Юлдашбаевты миҫал итеп килтерергә була. Уның янында шул уҡ "Ҡош юлы" тигән гитарала уйнап-йырлаусылар республика фестивале ойошто. Уның эсендә шиғриәт конкурсы ла бар. Уның артынан музыканттар ғына, шиғриәт һөйөүселәр генә түгел, ә төрлө йүнәлештәге ижади йәштәр тулҡыны килә. Азамат Юлдашбаев йәштәрҙе үҙенең фекере менән байытып, уларҙың дуҫы булып, бик һөҙөмтәле эш алып бара.
А. Баймөхәмәтов: Әҙәбиәткә килгән бер йәш кенә апай оло яҙыусыларҙың береһенә: "Ниңә беҙҙең әҙәбиәтебеҙ шундай түбән ул?" - тип һораған. Уға: "Һеңлекәш, һиңә ул "түбән" әҙәбиәткә етер өсөн эшләргә лә эшләргә кәрәк әле", - тип яуап биргәндәр. Шуға, әйтмәксе булам, беҙҙең әҙәбиәтебеҙ бик бай. Мәктәптәр күп булған. Ә бөгөнгөләренә килгәндә, теге йәки был мәктәп тураһында һүҙ алып барыр өсөн тәүҙә күпмелер ваҡыт үтергә тейештер. Рауил Бикбаевты, Ноғман Мусинды үҙемә өлгө итеп ҡуям. Ноғман Мусин һәр ваҡыт йәштәрҙе күҙәтеп, үҙ кәңәштәрен биреп бара. Кәрәк икән - ул шелтәһен дә әйтә, маҡтап та ала. Ғөмүмән, беҙ хәҙерге заман әҙиптәре мәктәбе менән генә ижад итергә тейеш түгелбеҙ. Элекке әҙиптәр мәктәптәре лә беҙгә таяныс булып тора.
Р. Сөләймәнов: Ижадта, хеҙмәттә яҙмыш һине кем менән осраштыра, кем менән бәйләй, ул кешеләр һинең уҡытыусыларың да. Мәҫәлән, миңә Сабир Шәрипов, Ринат Камал бик ныҡ ярҙам итте. Һәр кешенең ниндәйҙер бер ҡурсыусыһы була. Икенсенән, әҫәргә тотонған саҡта: "Әһә, был ағай, был апай минең әҫәремде уҡыһа, ни тип әйтер ине икән?" - тип тә уйлайһың.
Л. Абдуллина: Рауил Бикбаев ағай менән Тамара Ғәниева апайҙың да шундай ихласлығы бар. Улар беҙҙең ижадты күҙәтеп бара, берәй шиғырың баҫылһа, улар мотлаҡ фекерен әйтә. Был матур сифат кешенең шәхесенән киләлер. Тимәк, улар битараф түгел. Үҙҙәре һайлаған юлда кемдәр арттан килә - шуларҙы ҡурсалай. Быуындар күсәгилешлеге шулай булырға тейеш тә. "Тейеш" кенә түгел, үҙеңдән йәшерәк быуынды ҡарау - бурыс та. Мәҫәлән, миңә йәштәр менән аралашып, уларҙың шиғырҙарын гәзиттә баҫтырыу ҡыҙыҡ.

Киләһе һорауым ижад ысулы тураһында. Әҙәбиәт буйынса белемемде етерлек кимәлдә түгел, тип иҫәпләүем арҡаһында, уны тулыландырырға булдым һәм, башҡорт, рус, донъя әҙәбиәте классиктары әҫәрҙәрен тулыһынса уҡып бөтмәй тороп, шиғыр яҙырға тотонмаҫҡа ҡарар иттем. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡулына ҡәләм алған кеше белемгә таянырға тейешме, әллә яҡшы шиғыр яҙыр өсөн уға хистәре лә етәме?

Л. Абдуллина: Рәми ағай ҙа көндәлектәрендә: "Бына хәҙер мин әҙәбиәт институтының китапханаһын уҡып бөттөм", - тип яҙған. Икенсе курста: "Мин "Ленинка"ны уҡып бөттөм", -тигән. Бына ниндәй кимәл! Был - шағирҙың үҙенә һәм ошо әҙәбиәт институтына мөнәсәбәте. Ул - профессионал. Кешенең башы - компьютер һымаҡ. Башыңа мәғлүмәт һалаһың-һалаһың, артабан күңелеңдә лә ниндәйҙер тойғолар яралып, шиғыр булып килеп тә сыға. Кеше: "Хис менән аҡыл ике нәмә", - тип әйтә ул әйтеүгә. Әммә улар шул тиклем тығыҙ бәйләнгән - хистәр яңы фекерҙәр уята. Берәй яңы фекер ишетһәң, хисләнәһең. Рәми ағайҙың мөнәсәбәте бер өлгө ул. Һин, бер яҡтан, хаҡлыһың да... Ысынлап та, аҙ уҡыйҙар. Һис юғы, бер-береңдекен уҡырға кәрәк. Бөгөн яҙыусылар бер-береһенең яҙғандарын да уҡымай.
Шул уҡ ваҡытта Ғилман Ишкинин күп уҡыны һәм һуңғы йылдарҙа ысынлап та аҙ яҙҙы. Уның күңел торошо миңә шулай тойола торғайны - бер ҡараһаң, сабый бала, шул уҡ ваҡытта, йәшәп арыған бер аҡһаҡал...
Р. Сөләймәнов: Лариса апай, ә күп уҡыһаң, бәлки, ысынлап та, әҙ яҙыла башлайҙыр?
Л. Абдуллина: Рәми ағайҙың улай түгел бит. Уның шиғырҙары, көндәлектәре, мәҡәләләре һуң... Кешенең үҙенән торалыр инде ул барыбер.

Ә бөтөн йүнле нәмә яҙылып бөткән, тигән фекергә нисек ҡарайһығыҙ?

А. Баймөхәмәтов: Улай тиһәң, төп китап - "Ҡөрьән" күптән яҙылған бит инде. Унан да алдараҡ яҙылған мәшһүр "Урал батыр"ыбыҙ бар. Әммә кеше, шунан сығып, яҙыуын һаман дауам итә бит. Яҙыусы ғилемле, белемле булырға тейеш инде, сөнки беҙҙә бер-береһенең ижады менән таныш булмаған кешеләр күп. Ул ғына ла түгел, ҡайһы бер олпат-олпат ағайҙар гәзит алдырмайҙар. Тимәк, ундайҙар бөгөнгө әҙәби мөхиттән, тормоштан ниндәйҙер кимәлдә артта ҡала, тигән һүҙ. Тағы. Ниндәйҙер әҫәр яҙырға теләһәң, һин мотлаҡ шул темаға арналған әҙәбиәтте уҡырға тейешһең, тиҙәр. Миңә берәү: "Һин балалар темаһына әҫәр яҙырға булғас, Макаренконың "Педагогичиская поэма"һын, Альберт Лихановтың "Никто" китабын һәм башҡа китаптарҙы тулыһынса уҡып сыҡ та, шунан ғына яҙырға тырыш", - тигәйне. Әлбиттә, беҙ был хеҙмәттәрҙе мәктәп йылдарынан беләбеҙ. Әммә аныҡ ижадҡа тотонор алдынан ундай әҫәр уҡырға кәрәкмәйҙер, тим. Сөнки ул һине әйтер һүҙеңдән тайпылдыра. Һиндә икеләнеүҙәр барлыҡҡа килеп, эшеңә ҡамасаулауы бар.

ЙОМҒАҠЛАП...
"Әҙәбиәт йылында халыҡты китапҡа ылыҡтырыу - яҙыусының иң беренсе бурысы", тине Лариса Абдуллина. "Әҙәбиәт йылы яҙыусының матди хәлен яҡшыртырға булышлыҡ итһен", - тине Айгиз Баймөхәмәтов. Ринат Сөләймәнов: "Әҙиптәргә тетрәнеүҙәр кәрәк", - тип тә һиҫкәндерҙе. Һәр кем үҙенсә хаҡлы. Ә беҙҙе әҙәбиәтебеҙ, халҡыбыҙ, тип янып йәшәгән, илһамланып эшләгән йәштәребеҙ барлығы ҡыуандырҙы. Лариса апай һымаҡ тәжрибәле әҙиптәр барҙа йәштәр дөрөҫ юлдан тайпылмаҫ, тигән ышаныста әңгәмә аҙағына нөктә түгел, ә нөктәле өтөр ҡуяйыҡ. Ошондай йөкмәткеле, ихлас әңгәмәләрҙең дауамы алда ла булыр әле.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.04.15 | Ҡаралған: 2874

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru