«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИТАП МАГАЗИНЫНДА НИҢӘ БАШҠОРТСА КИТАПТАР ЮҠ?
+  - 

Тау башында балҡый бер ҡала,
Ул ҡала Өфө тип атала...
тип йырлап үҫһәм дә, әлегәсә бер тапҡыр ҙа республикабыҙҙың баш ҡалаһын күрергә насип булманы. Китаптағы һүрәттәрҙән, телевизор экрандарынан күреп кенә белгән Өфөбөҙгә быйыл, ниһайәт, аяҡ баҫырға насип итте. Һүрәт - һүрәт инде, ни тиклем генә сағыу һәм сифатлы булмаһын, Башҡортостаныбыҙҙың йөрәге булған баш ҡалабыҙҙың бар матурлығын, күркәмлеген, мөһабәтлеген, ғәйрәтлеген күрһәтә алмай. Ҡалаға инмәҫ элек үк башланған күренештәр күңелгә ятып, һөйөнөс бүләк итә. Аэропорт яғынан автомобиль юлы буйлап килгәндәрҙе ҡаршы алыусы "Өфө" һәм "Уфа" яҙыуҙары баш ҡаланы күреү хыялының тормошҡа аша башлауына ишара яһағандай, мине сәләмләп ҡаршы алды.

Ләкин аптырайһы, ғәжәпләнәһеләрем алда булған икән. Салауат проспекты буйлап елдергәндә, Октябрь проспектын уҙғанда тирә-яғымдағы панораманы күҙ ҙә алмай күҙәттем. Ул машиналарҙың күплеген күреп, һушым китте. Ә ҡырмыҫҡа кеүек мыжғып торған йәйәүлеләр араһында бөтөнләй аҙашып ҡала яҙҙым. Ҡайҙа һыйҙырып бөтәлер Өфө был тиклем халыҡты, тигән уй мейене ҡайтып киткәнсе сүкене. Ҡалала барған төҙөлөш эштәренең күплеген дә билдәләп үтмәй булмай. Бигерәк тә Өфөнөң тарихи үҙәгендәге бер-береһенең өҫтөнә ауырҙай итеп төҙөлөп ятҡан әллә нисә ҡатлы биналар хайран да ҡалдырҙы, аптыратты ла. Бәләкәй генә майҙансыҡта ла шул тиклем ҙур объекттарҙы һыйҙырыу әмәлен табыуҙарын күргәс, ҡала үҙәгендәге ерҙең ни тиклем хазина икәнлегенә асыҡ төшөнәһең.
Өфөгә килеүен килгәс, Салауат Юлаев һәйкәле торған майҙанды күрмәйенсә ҡайтыу мөмкин түгел, әлбиттә. Бихисап фотоһүрәттәрҙә күргән урында - батырыбыҙ һәйкәле янында фотоға төшөү үҙе бер байрам минең кеүек төпкөл ауылдан килеүсегә. Майҙанда бер сүп-сар әҫәре күренмәй, ҡар бөртөктәренә ергә лә төшөп етергә мөмкинлек бирмәй, йыйыштырып торалар, юлдары ла тип-тигеҙ. Шуға күрә бында күргән таҙалыҡтан һуң Черниковка биҫтәһендәге бысраҡлыҡты, автомобиль юлының да, йәйәүлеләр өсөн тротуарҙарҙың да емерелеп бөткәнлеген күреү матур тәьҫораттарҙы бер аҙ юйҙы.
Күңелгә хуш килгән күренештәрҙән шуны билдәләп үткем килә. Ҡаланың ҡайһы бер йорттарында уның элек ниндәй бина булыуы хаҡындағы мәғлүмәт менән алтаҡталар ҡуйылған. Бер-нисә быуат элек шул йортта ҡайнаған тормоштоң өнһөҙ шаһиттары әле булһа үҙҙәренең тәүге бөйөклөгөн юғалтмаған. Был бик дөрөҫ эшләнгән аҙым, сөнки тарих онотолорға тейеш түгел - берәү иғтибар итмәһә лә, икенсеһе мотлаҡ күҙ һалып үтәсәк.
Баш ҡалала китап магазиндарының күп булыуы шатландырҙы. Ти-мәк, китап уҡыусылар, һүҙ ҡәҙерен белгәндәр күп. Ләкин ул магазиндарҙа башҡорт телендә нәшер ителгән, бәләкәй балаларға тәғәйенләнгән сағыу һүрәтле, әҫәр геройҙары матур, аңлайышлы итеп һынландырылған әкиәт китаптарының булмауы күңелде ҡырҙы. Мин ингән китап магазиндарында мәктәп уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән, һүрәтһеҙ китаптарҙы ғына күрҙем. Шул уҡ ваҡытта туғандаш халыҡ телендә нәшер ителгән, сабыйҙар өсөн бик тә ҡулай сағыу китаптар бихисап. Күрше төбәктә башҡорт телендәге әкиәттәр табырға мөмкинме икән? Юҡтыр ул, моғайын, тигән уйға ҡалып, ауылыма табан юл тоттом.

Зөлфәт ӘМИНЕВ.
Хәйбулла районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 1627

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru