«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОПТИМИСТ БУЛЫП ТЫУМАЙҘАР, ОПТИМИСТЫ ТӘРБИӘЛӘЙҘӘР
+  - 

Һәр ата-әсә үҙенең балаһын киләсәктә уңышлы итеп күргеһе килә. Ә бар йәһәттән дә уңышҡа өлгәшеүҙең бер сере, ғалимдар раҫлауынса, оптимист булыуҙа. Был һәләт кешегә тыумыштан бирелмәй, шуға күрә балала оптимислыҡ тәрбиәләү мөһим. Был бурыс, иң беренсе сиратта, ата-әсә иңенә төшә. Баланың алдағы тормошон яҡшыраҡ һәм яҡтыраҡ итеүҙә ҙур роль уйнаған оптимислыҡ һыҙаттарын тәрбиәләү нигеҙҙәрен психолог Регина ҒИЗЗӘТУЛЛИНА еткерә.

- Оптимистар - донъяға позитив мөнәсәбәт менән ҡараған кешеләр. Улар уңышһыҙлыҡты тынысыраҡ кисерә, ауырлыҡты еңелерәк үтә, киләсәккә ышаныслыраҡ ҡарай һәм һәр ваҡыт барыһының да яҡшы булырына шикләнмәй. Бындай кешеләр һирәгерәк ауырый һәм оҙағыраҡ йәшәй. Иманым камил, барлыҡ атай-әсәйҙәр ҙә балаһының төрлө сирҙәргә бирешмәйенсә, оҙон бәхетле ғүмер кисереүен теләй. Тимәк, һәр ата-әсә балаһында оптимислыҡ тәрбиәләү сараһын күрергә, ә бының өсөн, тәү сиратта, үҙҙәре позитив тулҡында йәшәргә тейеш. Бала айырыуса әсәһенең кәйефенә, күңел торошона һиҙгер була - әсә кешегә һәр ваҡыт ошоно иҫтә тоторға кәрәк. Ғаиләләге ололар тормоштан ҡәнәғәт булып, тирә-йүндәгеләр менән дуҫтарса мөнәсәбәт ҡороп, күңелле йәшәйҙәр икән, бала ла тормошто яратыусан булып үҫә. Шуға күрә, бала алдында ниндәй генә хәлдәр килеп тыумаһын, күңел төшөнкөлөгөнә бирелеүҙән, ғауға ойоштороуҙан ҡасыу мөһим
Балаға донъяның матур һәм күркәм икәнлеге, уның һәр кемгә лә күп мөмкинлектәр биреүе һәм төрлө юлдар асыуы тураһында аңлатыу мөһим. Ләкин баланы ысынбарлыҡтан ҡурсалап, күңелһеҙлектәрҙән йәшерергә тырышыу ҙа хата, сөнки ҡасан да булһа ул тормош ауырлыҡтары менән күҙмә-күҙ осрашасаҡ һәм ысынбарлыҡ уны һындырырға мөмкин. Шуға күрә, уңайы сыҡҡанда, балаға тормоштағы көрсөктәрҙең ҡотолғоһоҙ булыуын һәм уларҙы еңеп сығыу өсөн үҙеңдә көс табыу мөһимлеген аңлатығыҙ. Бының өсөн уға ғаиләлә үк үҙенең тәүге хаталарын эшләргә, тәүге ауырлыҡтарын үтергә юл ҡуйығыҙ. Быларҙың барыһы ла баланың шәхес булып формалашыуының айырылғыһыҙ өлөшө. Мотлаҡ рәүештә балала үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү мөһим. Бөтә проблемаларҙы ла хәл итеп була, барлыҡ хәлдәрҙән дә сығыу юлы бар - ошоно бала күңеленә һеңдереү кәрәк. Уны үҙенең хаталарынан ҡурҡмаҫҡа өйрәтегеҙ. Кем бер нәмә лә эшләмәй, шул ғына хаталанмай - ошо дөрөҫлөктө бәләкәй саҡта уҡ төшөнгән кеше тормошонда мөһим әһәмиәткә эйә булған аҙымдарҙы эшләүҙән ҡурҡмай, бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, алға барыуын дауам итәсәк. Баланы хатаны төҙәткәндә һәм унан тейешле һығымталар эшләгәндә барыһы ла яҡшы буласаҡ икәненә ышандырыу ҙа тик ыңғай роль уйнай.
Һәр бала хыялланырға ярата. Бер ҡасан да баланың хыялынан көлмәгеҙ. Уның һәр хыялын йөпләп, ыңғайға көйләп торған ғаиләлә үҫкән бала иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарарға, киләсәктән ҡурҡмаҫҡа өйрәнә. Бала менән аралашҡанда "булмай", "килеп сыҡмай", "һинең хәлеңдән килмәй" һәм башҡа кире һүҙҙәр ҡулланыуҙан тыйылыу мөһим. Киреһенсә, уның һәр башланғысын хуплап, дәртләндереп тороу яҡшы. Ата-әсәһенең үҙенә булған ышанысын тойоп үҫкән бала һәр саҡ уңышҡа өлгәшә. Баланы үҙенең алдына аныҡ маҡсат ҡуйырға һәм бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарамайынса, шуға өлгәшергә ынтылырға өйрәтеү ҙә киләсәктә үҙенең ыңғай һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмаясаҡ.
Оптимист тәрбиәләүҙә юмор хаҡында ла онотмағыҙ. Ул күпселек балалыҡ ҡурҡыуҙарынан ҡотҡарырға һәләтле. Шуға күрә, күберәк йылмайығыҙ, шатланығыҙ һәм балала ла ошо уҡ сифаттарҙы тәрбиәләгеҙ. Ләкин йылмайыуығыҙ ысын күңелдән булһын, йөрәктән сыҡһын, сөнки балалар алдаҡты һәм ике йөҙлөләнеүҙе тиҙ күрә һәм тоя. Һәм иң мөһиме - баланың һәр йылмайыуын күрә һәм хуплай белегеҙ. Уның шатланып йылмайыуын уртаҡлашығыҙ, бергә йылмайығыҙ, сөнки йылмайыу - тормошҡа позитив ҡараштың бер сағылышы.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 1242

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru