«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
САҘАҠА - БУРЫСМЫ, ӘЛЛӘ КҮҢЕЛ ТАЛАБЫМЫ?
+  - 

Саҙаҡа тураһында элек-электән бик күп сығанаҡтарҙа сығыштар яһалһа ла, сығыш яһаусыларҙың саҙаҡаның мәғәнәһен, маҡсатын, тәбиғәтен аңламауынан, шул арҡала уртаҡ фекергә килә алмауынанмы, киң мәғлүмәт саралары аша төрлө фекерҙәр белдереү дауам итә. Һәр кешенең үҙ фекере, әлбиттә. "Саҙаҡа", "хәйер" төшөнсәләрен дөйөмләштереп ҡарау дөрөҫ булмаҫтыр, тип уйлауҙан, был ике төшөнсәне берәмләп, ентекләп ҡарарға тәҡдим итәм.

Беҙ, олораҡ быуын, "Ямғыр - ер йәшәртә, фатиха - ир йәшәртә", тигән аҡылды һеңдереп үҫтек. Мин, әлбиттә, дин ҡушҡан ғәмәлдәрҙең барыһын да үтәгән диндар кеше лә түгелмен. Әммә бәләкәйҙән намаҙ уҡығандар менән аралашырға, мәрхүмдәргә арналған аяттарҙа ҡатнашырға насип булды. Әле лә улар араһындамын. Динебеҙ, тип, ихлас ғәмәлдәр ҡылыусыларға һәр ваҡыт ыңғай ҡарашта булдым. Ундайҙарҙың эшмәкәрлеген бөгөн дә хуплайым. Сөнки дин - тәрбиә сығанағы булыуы менән йәмғиәт өсөн үтә лә ҡиммәтле мәктәп. Хәйер, быныһы - айырым һөйләшеү өлкәһе.
Матбуғат биттәрендә, төрлө нәшриәттәрҙә әсбаптар рәүешендә баҫылған Ислам диненә ҡағылышлы сығыштарҙы байтаҡ йылдар туплай килдем. Һатып алған дини китаптарым да хәҙер байтаҡ йыйылды. Китапханамда Сәғүд Ғәрәбстанында, Сүриәлә нәшер ителгән "Ҡөрьән" китаптары, рус телендә "Ғәрәпсә-русса һүҙлек", Ирвингтың "Мөхәммәттең тормошо", Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә башҡорт теленә тәржемә ителеп баҫылған "Ҡөрьән" китабы, башҡа ҡулланмалар, гәзит-журналдарҙа донъя күргән мәҡәләләр ҙә дүрт ҡалын папканы тәшкил итә. Шунлыҡтан, был үтә лә етди темаға һүҙ башлар алдынан етерлек таянысым бар, тимәксемен.
Мосолмандарҙа саҙаҡа биреү тураһында "Краткий научно-атеистический словарь" (Издательство "Наука", М., 1969) һүҙлегендә лә, "Настольная книга атеиста" (Издательство политической литературы, М., 1985) китабында ла матур аңлатма бирелә, сүрәләрҙән, аяттарҙан өҙөктәр килтерелә. Үрҙә килтерелгән сығанаҡтарҙы өйрәнгәндән һуң, "Киске Өфө" гәзитенең быйылғы 2-се һанында донъя күргән "Бәйғәмбәребеҙ тыйған ғәмәлдәр былар" тип аталған мәҡәләһендә Баязит Сабитовтың саҙаҡа тураһында ҡәтғи әйткәне менән һис килешә алмайым. "Ҡөрьән"дең бер "Әл-Бәҡара" сүрәһендә генә лә саҙаҡа бер-нисә аятта телгә алына бит. Атап әйткәндә, 43-сө, 83-сө аяттарҙа "Зәҡәт түләгеҙ", тиелһә, 85-сеһендә "фидиә" тураһында әйтелә, 271-се сүрәлә саҙаҡа биреү маҡтала, 280-се сүрәлә "Саҙаҡа итеү - яҡшы", 276-сы сүрәлә "Саҙаҡа - үҫтерә", 254-селә "Саҙаҡаны битәрләмә", тиелә. Быларҙан тыш, "Әл-Фәтх" сүрәһе (38-се аят) хатта "Һаранлыҡ ҡылма!" тип иҫкәртә.
Артабан Л.Климовичтың "Ислам" (Издательство "Наука", М., 1965) китабына, йә булмаһа, Ғариф Ғөбәйҙең "Ҡөрьән серләре" (Татарстан китап нәшрияты, Ҡазан, 1967) баҫмаһына күҙ һалайыҡ. Уларҙа ла беҙҙе ҡыҙыҡһындырған тема ҡуҙғатыла. Әйткәндәй, Ғ. Ғөбәй үҙ китабында "Ҡөрьән"де бик үк үҙ итмәй, тәнҡитләп яҙған. Әгәр ул ошо көндәрҙә - тере, ә китабы Ислам дине әһелдәренә мәғлүм булһа, үҙ адресына бик ҡаты тәнҡит һүҙҙәре ишетер, хатта, Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең карикатураһын баҫтырған Париж журналистары яҙмышына дусар булыр ине, билләһи.
Ғөмүмән, саҙаҡа, хәйер беҙгә ят түгел. Дин тотоу тыйылған осорҙа ла беҙ ул юлдан тайпылманыҡ. Кәләш алғанда - батаһын (ижабын) уҡыттыҡ, сабый тыуһа, исем ҡуштырҙыҡ, вафат булғандарға аяттар бағышлаттыҡ, уларҙы иҫкә алыуға бағышланған төрлө йыйындар үткәрҙек. Ул йыйындарҙа, билдәле, хәйерен дә тараттыҡ. Әле лә бындай йыйындар үтә. Саҙаҡаның төрҙәрен - нәфел (үҙ ихтыярыңа ҡарап үтәлә), ғөсөл, фитыр саҙаҡалары, шулай уҡ зәҡәт тураһында ла беләбеҙ. Быларға тағы беҙҙең яҡта гүр хәйере, фидиә өҫтәлә. Әммә барыбер хәйер тирәләй ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ бара һымаҡ. Һуңғы осор "Киске Өфө"лә баҫылған бер нисә авторҙың - Рәхимә Мусина (№37, 2014), Зәлифә Шакирова (№45, 2014), Баязит Сабитов (№2, 2015), Рәшит Замалетдиновтарҙың (№2, 2015) яҙмалары тураһында һүҙ алып барам.
Минеңсә, мәрхүмдәр рухына бағышланған аяттар ваҡытында хәйер таратыу мәрхүмдәрҙең өлөшөн таратыу, уларҙың рухына тыныслыҡ теләү ул. Эйе, хәҙер хәйер күләме юғарыраҡ. Шөкөр, уны кеҫәнән сығарыр мөмкинлек тә бар. Бай булмаған хәлдә лә, үҙ хәленсә хәйер бирә ала халыҡ. Хәйер таратҡан саҡта үҙ хәлеңә ҡарап таратыу дөрөҫ булыр, тигән теләгемде еткергем килә. Хәйер һораусылар, теләнселәр күбәйгән заманда, һәр кемдең күңелен күрәйем, тип, кеҫә һайыҡтырыу урынлы ла түгелдер.
Ә хәҙер уҡыусы иғтибарын үҙ ғүмеремдәге хәйер-саҙаҡа менән бәйле осраҡтар менән таныштырмаҡсымын. Уҙған быуаттың 50-се йылдар башында үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр Өфөгә аяҡ баҫтым. Тимер юл вокзалынан үҙәккә трамвайҙа килдем. Ленин скверы буйлап йәйәү атлаған сағымда ни күрәм - был сквер һораныусылар менән тулған. Ҡаршыма осраған бер хәйер һораусыға тинлектәремде тоттора-тоттора килә торғас, аҡсам аҙайғандан-аҙая бара икәнлеген дә төшөндәм. "Мин таратам да ул, ә миңә аҡса биреүсе юҡ та баһа", тип уйлап алдым.
Икенсе миҫал. 60-сы йылдар башы. Иртән эшкә китеп барғанда көн дә бер мосолман апайҙың түбәтәйен алдына ҡуйып, хәйер йыйып ултырыуын күреп үтәм. Үткән һайын үҙ өлөшөмдө лә сығарам апайға. Бер көн эштән кире әйләнгәнемдә Пушкин урамында акация ҡыуаҡтары араһында теге апайҙың иҫереп, "себен һырытып" ятыуын күреп, ғәрләндем һәм артабан ул апайҙан фатиха көтмәҫкә кәрәк, тигән фекергә килдем.
Тағы. Шул йылдары Өфөнөң К. Маркс урамындағы Үҙәк универмаг алдында тома һуҡыр йәш ҡатындың һәр саҡ ҡулын һуҙып торғанын күптәр иҫләйҙер. Ишетеүемсә, ул ҡатын тураһында гәзиткә лә яҙғандар. Баҡтиһәң, ул ҡатындың өр-яңы "Москвич" автомобиле булған икән (ул осорҙа машиналы булыу бөгөн самолетлы булыуға бәрәбәр). Ул апайҙы ла, теге ҡатынды ла бынан ары күрмәнем. Совет власы өсөн улар мәсхәрә ине. Һау кешеләрҙе көсләп булһа ла эш менән тәьмин иттеләр, ә эшкә яраҡһыҙҙар һәм ололар үлмәҫлек булһа ла пособие, пенсия алды. Бөгөн хәйер һораусылар үтә күбәйҙе. Хәйер һорау хәҙер кәсепкә лә әйләнеп китте. Моғайын, был күренеш һәр ил өсөн дә хурлыҡ иҫәпләнәлер. Петр Беренсе батша ла 1691 йылғы указы менән хәйер кәсепселәрен ҡамсы менән һуҡтырған, ә хәйер биреүселәргә ул осор өсөн үтә ҙур иҫәпләнгән 5 һум суммаһында штраф һалдыртҡан бит.
Ниндәйҙер маҡсат менән байлығын йәлләмәй, халыҡ менән уртаҡлашыусыларҙы меценат тип атап, Савва Морозов, Третьяков кеүектәрҙе маҡтап, ауыҙ һыуыбыҙ ҡорой. Был кешеләр - үткән заман кешеләре. Ҡана һуң улар ишеләр бөгөн дә булһа. Юҡһа, бөгөнгө бай рәсәйҙәр үҙ аҡсаһын сит илдәргә тыға бит. Ә үҙебеҙ сит илдәр инвестицияһына "мохтажбыҙ". Әлбиттә, урындағы эшҡыуарҙар ара-тирә уҙғарылған йыйын-кисәләр ойоштороуға матди ярҙам итә, бағыусы дәрәжәһен ала, беҙҙе ҡыуандыра. Ләкин уларҙың да хәле мөшкөл бит бөгөн. Хәҙер хәйриә акциялары киң таралыу яулай. Ауырыу балаларҙы һауыҡтырыуға тәғәйенләнгәндәре бар, Көнсығыш Украина, Ҡырым халҡына ярҙам да йыш ойошторола. Быларҙы ла шул уҡ хәйер, шул уҡ саҙаҡа, тип атарға мөмкиндер, моғайын.
Саҙаҡа, алда яҙғанымса, төрлө-төрлө була. Хәлле кешегә саҙаҡа биреү урынлы түгелдер, моғайын. Шул уҡ ваҡытта саҙаҡаны мулыраҡ эләктереү яғын ҡайғыртҡандар ҙа бар. Мәҫәлән, гүр саҙаҡаһы йолаһы беҙҙең тирәлә генә "тыуған", тиеүе менән Б. Сабитов хаҡлылыр. Гүр саҙаҡаһы, фидиә, "Ҡөрьән" сығыу "баһа"һы тере мал (өлкән һарыҡ) хаҡына тиң, шулай уҡ 3-5 мең аҡсалата алыу ҙа ҡалыпҡа һалынған.
Һүҙ юҡ. Саҙаҡалар бирелһен: ул - мәрхүм өлөшө, ул - мәрхүм рухы тыныслығы. Ул саҙаҡа мәсеттә иҫәпләнһә, Хәйриә тупланмаһы (фонд) итеп ойошторолһа, тағы ла яҡшыраҡ булыр ине лә бит. Уйлаһаң, хәҙер мәсетһеҙ ауыл да юҡ, буғай. Мәсетте тәрбиәләп тоторға, йылытырға, яҡтыртырға ла кәрәк бит. Саҙаҡаны һибә ҡылыу йолаһы ла бар. Бөгөн, күптәрбеҙҙең ауыҙын асһа, үпкәһе күренгән сағында, 3-5 меңде алып, кеҫәгә һалыу сауаплымы?
Алда әйттем инде: беҙҙә дини ғәмәлдәр үткәреү "такса"һы юғары. Унан тыш, йыйындар ҙа бик ҙур әҙерлек менән үтә. Бала саҡтан иҫтә: хәйергә бирелгән тәңкәләр көмөш тинле үрмес, сулпыға тағылыр ине. Иҫтәлек, һаҡлағыс итеп. Бөгөн дә ғәрәп илдәрендәге сөнниҙәрҙә аяттар сығыуға өҫтөнлөк бирелә. Ә хәйер-саҙаҡа беҙҙәге кеүек таратылмай, мохтаждарға бирелә. Б.Сабитов, бәлки, шуны күҙ уңында тоталыр?

ЙОМҒАҠЛАП...
Мөфтөйөбөҙ Нурмөхәмәт хәҙрәт, ҡайһы бер осраҡта саҙаҡа дөрөҫ тә бирелмәй, тип яҙҙы ("Киске Өфө", №47, 2013). Дин әһелдәре беҙҙең яҙғандар менән танышыр, Рәшит Замалетдинов кеүек ("Киске Өфө", №2, 2015) "Наҙанлыҡтан киләме был?" тип, бөтәбеҙҙе аптырашта ҡалдырмаҫ, тип ышанам.

Йәмних ҠАШҠАРОВ.
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.04.15 | Ҡаралған: 1737

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru