«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"АЛТМЫШ ЙЫЛДАН ҺУҢ ТӘҮГЕ ТАПҠЫР ДИКТАНТ ЯҘҘЫМ"
+  - 

Үткән аҙнала Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында, шулай уҡ уҡыу йортоноң Сибай, Учалы, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама филиалдарында, баш ҡаланың һәм республиканың күп кенә мәктәптәрендә башҡорт теленән региональ диктант ойошторолдо. Был сара "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" БР законын тормошҡа ашырыу буйынса БР Хөкүмәте эргәһендәге комиссияның Терминология хеҙмәте һәм Башҡорт дәүләт университеты тәҡдиме менән үткәрелде һәм йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.

Тел - ул халыҡ рухының тышҡы билдәһе, сөнки тел - ул рух, ә рух - ул тел, тигән бик тапҡыр һүҙҙәр бар. Телем, тип ҡысҡырып йөрөү өсөн рух кәрәкмәй, әммә рухлы кеше бындай саранан ситтә ятып ҡала ла алмай. Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай Данилович Морозкин да диктант яҙырға йыйылыусыларға телгә булған ҡыҙыҡһыныуҙары өсөн оло рәхмәтен белдереп, тыуған ил менән туған тел төшөнсәләре айырылғыһыҙ булыуын, тел булғанда ғына ил буласағын хәтерҙәргә төшөрҙө. Беренсе тапҡыр үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, БДУ-ла ғына ике ҙур аудитория кеше йыйылды. Тексты Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыуы ла сараға тантаналы кәйеф өҫтәне.
Билдәле фән әһелдәре, уҡытыусылар, журналистар менән бер рәттән, диктант яҙырға теләүселәр араһында студенттар ҙа, уҡыусылар ҙа күп булды. Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусыһы Нәркәс Ишембәтова әйтеүенсә, башҡорт телен яҡшы белгәс, диктант яҙыу бер ауырлыҡ та тыуҙырмаған. Иң мөһиме, бында һәр кем үҙенең теләге буйынса килгәйне, кемгәлер белемен һынап ҡарау ҡыҙыҡ булһа, кемдер уны башҡорт теленә ихтирамын күрһәтергә мөмкинлек, тип таныны. Бар ғүмерен нефть өлкәһендә эшләүгә арнаған Фәнис ағай Исхаҡов, мәҫәлән, аҙаҡҡы тапҡыр диктантты 60 йыл элек яҙған. "1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында Сажиҙә Хәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова, Ләйлә Сабир ҡыҙы Ваһаповалар биргән белем хәтеремдәме икәнен һынап ҡарарға уйлағайным, бер нәмә лә онотолмай икән. Диктантты яҙҙым былай, өтөрөн дә, өндәүен дә ҡуйҙым", - тип шаярта Фәнис ағай. Башҡорт баҫмаларын, шул иҫәптән "Киске Өфө"нө рәхәтләнеп уҡыған кеше диктантты насар яҙмай инде ул! Өфөлә йәшәүсе Сәбилә Шәйбәкова ла 60 элек мәктәпте тамамлаған. Телевизорҙан ишетеп ҡалғас та, йүгереп килеп еткән апай тикшерелеп, баһа ҡуйылған диктантын үҙе килеп алырға ниәтләнә.
"Тәүге тапҡыр үткәрелгән башҡорт теленән төбәк диктантына кеше килерме, юҡмы, тип, бер аҙ борсолғайныҡ башта. БДУ-ла ғына сама менән 500-гә яҡын кеше булды. Быйыл булған етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып, киләһе йылдарҙа ла был эште дауам итәсәкбеҙ. Бөгөн иһә диктант яҙыусылар араһында йәштәрҙең күберәк булыуы - уларҙа туған телгә булған һөйөүе һәм ихтирамы итеп ҡабул итәм", - тине ойоштороу комиссияһы ағзаларының береһе, филология фәндәре докторы, профессор Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдинов.

Шулай итеп...
Ысынлап та, "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам" тигән девиз аҫтында үткән төбәк диктанттың төп маҡсаты белем һынауҙан бигерәк, телгә, уның көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибар йүнәлтеү ине. Кемдер: "Кемгә кәрәк ул һеҙҙең телегеҙ", - тигәндә: "Беҙгә, ошонда йыйылған меңәрләгән кешегә", - тип яуап биреү өсөн генә булһа ла кәрәк ине был сара. Шуға ла унда дәүләт эшмәкәрҙәре, етәкселәр, яҙыусылар, үҙ һөнәрендә төрлө юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булыусылар ҙа булһа, ул күпкә дәрәжәлерәк үтер ине. Һеҙҙең абруйығыҙ телебеҙҙең дә абруйын күтәрә, шуға ла киләһе йылда был йәһәттән үҙгәрештәр булыр, тип ышанайыҡ. Сөнки нимә генә тимәһендәр, туған телдә һөйләшеү - ул рухлы булыуҙың күрһәткесе. Ә шулай ҙа, дөйөм алғанда, башҡорт теленән региональ диктант бик юғары кимәлдә үтте. Хәҙер баһаларҙы ғына көтөргә ҡала.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.15 | Ҡаралған: 1571

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru