«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЖУРНАЛИСТАР КҮРГӘНСЕ ТӨҘӘТӘ ҺАЛЫҒЫҘ!
+  - 

Өфө ҡала округы хакимиәтендә "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы БР Законын тормошҡа ашырыу буйынса ҡала комиссияһының сираттағы ултырышында был һүҙ лейтмотив булып үтте, тиергә лә мөмкин. Сөнки, журналистар хәл-торошҡа йоғонто яһай алмай, әммә уны ҡатмарлаштырырға мөмкин, тигән шаярыу ҡатыш ысынбарлыҡ был һүҙҙәрҙең ике осраҡта ла дөрөҫ булыуын раҫланы.

Әле күптән түгел генә интернет селтәрендә Киров районының Эшсе хәбәрселәр урамын кемдер шаярып тәржемә итеп эшләгән фотошоп шау-шыу тыуҙырһа, ошо көндәрҙә Зәйнәб Биишеваның һүҙҙәре яҙылған хаталы баннер ярты көн генә эленеп тороуына ҡарамаҫтан, шунда уҡ журналистарҙың күҙенә салынды. Шуға ла Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов ултырышта ҡатнашыусыларға ҡала хужалығының барлыҡ тармаҡтарында ла алтаҡталарҙы һәм башҡа күргәҙмә материалдарҙы эшләгәндә хаталарға юл ҡуймау талабын еткерҙе.
Әлбиттә, баш ҡалала, республиканың башҡа райондары һәм ҡалаларынан айырмалы, был йүнәлештә эш даими һәм планлы рәүештә алып барыла. Ошо ултырыш алдынан да белгестәр коммуналь, торлаҡ хужалыҡтары, транспорт буйынса тикшереүҙәр үткәргән. Уларҙы анализлау шундай һығымтаға этәрә: тәржемә ителгән текстарҙа хаталар булмаһа ла, ул текстарҙы алтаҡталарға күсергән ваҡытта башҡорт хәрефтәрен икенсе хәрефтәр менән алмаштырыу һөҙөмтәһендә хаталар барлыҡҡа килә. Быға, әлбиттә, реклама өсөн яуаплы хеҙмәттә башҡортса белгән белгестәр булмауы сәбәпсе. Ә урынына а, э, е, һ урынына - инглизсә н, ҡ урынына - к, ө урынына о хәрефен ҡуйыуға ҡағыла. Бындай хаталар тикшереү барышында төшөрөп алынған фотоларҙа ла асыҡ күренде һәм экран аша трансляцияланып, хаталар юҡ, тип әйтергә урын ҡалдырманы.
Ултырышта баш ҡаланың Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы начальнигы урынбаҫары Сергей Плотников республика законын тормошҡа ашырыу буйынса атҡарылған сараларҙы бәйән итте. Уның белдереүенсә, ойошма телдәр сәйәсәте буйынса бүлек белгестәре менән тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй һәм алтаҡталарҙы, иҫтәлекле таҡтаташтарҙы эшләтеү һәм урынлаштырыу мотлаҡ рәүештә тикшерелгәндән һуң ғына тормошҡа ашырыла. Төҙөкләндерелгән парктар һәм скверҙар милли колорит һәм символика элементтары менән байытыла. Мәҫәлән, Мәжит Ғафури исемендәге паркта асыҡ китап итеп эшләнгән һәйкәлгә халыҡ шағирының әҫәренән дүрт юллыҡ башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған. Ленин урамындағы аллеяла Өфө атамаһына стилләштерелгән скульптура ҡуйылған. Бындай эштәр артабан да дауам итәсәк.
Баш ҡаланың Транспорт һәм элемтә идаралығы начальнигы Сергей Храмов белдереүенсә, халыҡты транспорт хеҙмәтләндереүе законға ярашлы алып барыла һәм бынан тыш, төрлө милектә булған ҡала автобус маршруттарында даими рәүештә салондағы Транспорт менән файҙаланыу ҡағиҙәләре, милексе, юл хаҡы тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшереү буйынса рейдтар үткәрелә. Автобустарҙа һәм электр транспортында туҡталыштар ике телдә иғлан ителә, ҙур байрамдарҙа пассажирҙарҙы ике дәүләт телендә ҡотлау тәжрибәһе индерелә. Сергей Владимирович "Өфө ҡала транспорты" МУП-ына ҡала маршруттарын хеҙмәтләндереүсе шәхси ойошмаларҙың да текстарҙы башҡорт теленә тәржемә итеүҙе үҙәкләштереп ойоштороуҙы һорап мөрәжәғәт итеүҙәрен ыңғай күренеш тип баһаланы.
Торлаҡ хужалығындағы хәл-торош менән ошо тармаҡ учреждениеһы директоры Раил Мирхәйҙәров таныштырҙы. Ҡала райондарында барлығы 5175 күп фатирлы йорт бар. Төҙөкләндереү ҡағиҙәләренә ярашлы, уларҙың барыһы ла адрес билдәләре менән тәьмин ителгән. 3775 йортта урам атамалары башҡорт һәм рус телдәрендә яҙылған, 842 йортта улар башҡорт, рус, инглиз телдәрендә яҙып урынлаштырылған. Алтаҡталарҙың эскиздары барыһы ла тейешле хеҙмәттәрҙә килешеү үткән. Сара һуңында Сынтимер Биктимер улы тағы ла бер тапҡыр ултырышта ҡатнашыусы район хакимиәттәре вәкилдәрен, комиссия ағзаларын һәм барлыҡ ҡатнашыусыларҙы хаталарҙы төҙәтеүҙә оперативлыҡ күрһәтергә саҡырҙы, алтаҡталарҙы һәм башҡа мәғлүмәт сығанаҡтарын дәүләт телдәрендә хатаһыҙ яҙыу һәм урынлаштырыу мәсьәләһенә айырыуса иғтибар биреү кәрәклеген билдәләне. Сөнки апрель һуңында Башҡортостан Республикаһы Халыҡтары ассамблеяһының III съезы, майҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, йәйгеһен 14 ил башлығы ҡатнашлығында ШОС һәм БРИКС саммиттары ултырышы баш ҡалала уҙасаҡ, һәм Өфөбөҙ үҙен инфраструктура, ҡунаҡсыллыҡ буйынса ғына түгел, телдәр сәйәсәте буйынса ла лайыҡлы күрһәтергә тейеш.

Шәрифә САЛАУАТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.04.15 | Ҡаралған: 1276

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru