«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЛО ЕҢЕҮ КЕСКӘЙ ЙӨРӘКТӘРҘӘ...
+  - 

Илһөйәрлек - ул тыуған илеңде хозур тәбиғәте, ата йорто шунда булған, туғандарың шул ерҙә йәшәгән өсөн генә яратыу түгел. Илһөйәрлек - ул илеңдең тарихын белеү, халҡың кисергәндәргә ихтирам менән ҡарау, ата-бабаң телендә һөйләшеү һәм улар йырлаған йырҙы йырлау, бейегән бейеүҙе бейеү, бер һүҙ менән әйткәндә - асылыңды белеү. Ә кеше үҙ асылын тик үҙенең милли мөхитендә тәрбиәләнгән осраҡта ғына таба ала, тимәк, милләтенең рухи байлығын кескәй сағынан уҡ күңеленә һеңдереп үҫкәндә генә ул илһөйәр буласаҡ. Ә бының өсөн нимә эшләргә кәрәк һуң? Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән "Тамыр" балалар телеканалының "Оло Еңеү кескәй йөрәктәрҙә" тип аталған сираттағы байрамына килеүсе тамашасылар был һорауға яуап тапты кеүек.

Һуңғы йылдарҙа күптәр урынлыға ла, урынһыҙға ла йәш быуынды, бигерәк тә балаларҙы, илебеҙҙең тарихи үткәндәрен насар белеүҙә, бөйөк шәхестәргә ҡарата ихтирам кәмеүендә ғәйепләргә күнегеп китте. Әммә патриотик тәрбиә балалар баҡсаһында ла, мәктәптә лә башланмай, уға нигеҙ ғаиләлә һалына икәнен күптәр онотоп китә. Ә бына "Тамыр" балалар телеканалы тамашаһына килеүсе йәш ата-әсәләр, өләсәйҙәр был хәҡиҡәткә күптән төшөнгән кешеләр. Шулай булмаһа, балаларҙың талантын балҡытыуға күп көс һалған, ысын илһөйәрлек, телһөйәрлек мәктәбенә әйләнгән "Тамыр" телеканалын иң яҡынылай күреп баһаламаҫ, бала-сағаһын етәкләп, ул ойошторған, туған телдә яңғыраған тамашаларға йөрөмәҫ ине бит. Йылдағыса, сағыу биҙәлгән сәхнә, етди ҡараш, күңел йылыһын һалып әҙерләнгән концерт программаһы кескәй тамашасыларҙы ысын яу ҡырына, батыр һалдаттар араһына, танктар һәм самолеттар донъяһына сәйәхәт ҡылдырҙы. Был ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә кескәй артистар 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү яуларға ярҙам иткән һәр звено тураһында мәғлүмәт еткерҙе, уларға арнап сығарылған йырҙарҙы башҡарҙы, бейеүҙәрҙе бейене. Сәхнә хужаларының күҙ уңынан яуҙа ҡатнашҡан батыр аттар ҙа, иң шәп танктар, самолеттар, яу ҡоралдары ла ситтә ҡалманы. Һалдаттар, почтальондар, ашнаҡсылар, табиптар - һәр кемдең дөйөм эшкә индергән өлөшө тейешенсә сағылдырылды. "Тамыр" балалар телеканалының байрамына килеүсе кескәйҙәр Башҡортостандан 280 яугирҙың Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуын, Таһир Кусимов, генерал Шайморатов кеүек батыр йөрәкле шәхестәребеҙ барлығын да белде, Әхмәт Лотфуллин, Рәшит Нурмөхәмәтов кеүек билдәле рәссамдарҙың һүрәттәрен дә күрҙе, тағы әллә күпме файҙалы мәғлүмәттәр тупланы. Иң мөһиме, "Тамыр" балалары тиҫтерҙәренә оло быуын кешеләренә, һуғыш ветерандарына ҡарата хөрмәт һәм ихтирам күрһәтеүҙең мөһимлеген аңғарта алды. Ҡунаҡҡа саҡырылған ветеран олатайҙарға иҫтәлекле бүләктәр тапшырғандан һуң залда ултырыусы бар балалар ҙа бөтәһе бергә дәррәү ҡысҡырып, уларға Бөйөк Еңеү өсөн башҡортса рәхмәт һүҙҙәре әйтте.
"Тамыр" балалар телеканалы ойошторған тамашала йыл да кескәйҙәр менән булған ҡыҙыҡлы хәлдәргә шаһит булырға тура килә. Ғәҙәттә, бындай ваҡиғалар балаларҙың башҡорт телендә һөйләшә белеү-белмәүенә ҡайтып ҡала. Быйыл да Бауырһаҡ апай шиғыр һөйләтеп, йыр йырлатып бүләктәр таратҡан арала әллә күпме ҡыҙыҡлы күренештәрҙе күҙәтергә тура килде. "Башҡортостан" концерт залының фойеһында ҡуйылған бәләкәй сәхнәгә сығып шиғыр һөйләгәндә, ҡыҙғанысҡа күрә, балаларыбыҙҙың Ватан, һалдаттар, яу темаларына арналған патриотик шиғырҙарҙы әҙерәк белеүе асыҡланды. Әммә "русса аңламаған" Бауырһаҡ апай ярыш аҙағында бик тә ҡәнәғәт күренде. Шулай булмай, уның бүләген эләктерергә теләп, сәхнәгә менеп баҫырға йөрьәт иткән кескәйҙәр барыһы ла тиерлек башҡортса шиғыр һөйләп ишеттерҙе, хатта бер-икәүһе йыр ҙа башҡарҙы бит. Әйткәндәй, ошо "Тамыр" балалар студияһы үткәргән байрамдарҙа ғына баш ҡалабыҙҙа башҡорт балаларының күплегенә, йәш ата-әсәләрҙең сабыйҙары менән башҡортса аралашыуына шаһит булына.
"Оло Еңеү кескәй йөрәктәрҙә" тип исемләнгән байрамдың тәүге өлөшө батыр яугирҙарға, һуғыш йылдарына арналһа, икенсеһендә тыныс тормош, хеҙмәткә дан йырланды. Һәр сығышында кескәй артистар тиҫтерҙәренә фәһем бирергә, яҡшы өлгө күрһәтергә тырышты. Тамаша һуңында коридорҙа ата-әсәләре кейендереп бөтөүен көтөп тороусы бәләкәстәрҙең осҡонло күҙҙәренән, дәртле итеп атлап барыштарынан уҡ ойоштороусылар үҙ моратына ирешеүенә төшөнөргә була ине. "Мин һәр ваҡыт ололарға ярҙам итәм. Башҡортса ла һөйләшәм, шиғырҙар ҙа беләм. Бөгөн дә бик күңелле булды, мин был байрамды яраттым", - тине ошо уйҙарҙы хуплағандай кескәй Гөлзифа Ҡолһарина. Ә Луиза Рәхимова сәхнәгә "бутҡа ашап уйнарға" сығып, бүләк отоуы тураһында һөйләне. Ҡыҙыҡай бында йыл да килә икән, "Бутҡа ашап алам да, мин дә шулай матур итеп бейергә өйрәнәм", - тип киләсәккә матур хыялы менән уртаҡлашты ул. "Тамыр" балалар телеканалы үткәргән байрам кескәй йөрәктәрҙе илһамландырып, осондороп, хыялдарына ҡанат ҡуйып ебәрҙе шулай.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Илһөйәрлек ғаиләнән башлана, балаға үҙ асылын табырға тик ата-әсәһе генә ярҙам итә ала шул. Был йәһәттән "Оло Еңеү кескәй йөрәктәрҙә" тип аталған байрамға балаларын етәкләп килтереүсе өфөләр тәүге аҙымды яһаны, тип иҫәпләргә лә була. Рухлы, иленең бөйөк шәхесе булырҙай балалар ошондай сараларҙы күреп үҫергә тейеш.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.15 | Ҡаралған: 1635

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru