«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨЙӨК КҮСЕНЕҮ, ЙӘҒНИ ҺУҒЫШ ЙЫЛДАРЫНДА РЕСПУБЛИКАҒА ЭВАКУАЦИЯЛАНЫУСЫЛАР ТУРАҺЫНДА
+  - 

Тарих фәндәре кандидаты Илфат Зәки ул СӘМСИТДИНОВ республиканың бәләкәй ҡалаларында эвакуацияланғандарҙы ҡабул итеү нисек ойошторолоуы тураһында һөйләүҙе дауам итә.

Бәләкәй ҡалаларҙан иң күп ҡасаҡтарҙы Стәрлетамаҡ һәм Ишембай ҡалалары ҡабул итә. Эвакуацияланғандар иҫәбенә Стәрлетамаҡта 1942 йылдың 16 ғинуарына ҡала халҡы 58028 кешегә етә (1941 йылдың ғинуарында унда ни бары 35731 кеше йәшәгән була). Шулай уҡ эвакуацияланған кешеләр иҫәбенә Ишембай ҡалаһы халҡы арта. 1942 йылдың аҙағына бында 43526 кеше йәшәй. Был ҡалаларҙың ҡасаҡтарҙы ҡабул итеү үҙәгенә әйләнеүе, тап бында эвакуацияланған предприятиелар урынлаштырылыуы, социаль инфраструктура үҫтерелеүе менән аңлатыла. Уны тәьмин итеү өсөн бик күп кеше потенциалы кәрәк була.
Ләкин барыһы ла ыңғай ғына бармай. Ул ваҡыттағы документтарҙан күренеүенсә, Стәрлетамаҡта урындағы властар тарафынан һуғыш райондарынан күсерелгәндәрҙе урынлаштырыуға тейешле иғтибар күрһәтелмәй. Мәҫәлән, ҡалаға эвакуацияланған 3493 эшкә яраҡлы кешенең 1317-е эшкә урынлаштырылмай. Улар араһында педагогтар, инженер-химиктар, бик кәрәкле һөнәргә эйә булған башҡа күп белгестәр ҙә була. Эвакуацияланыусылар шәхси өйҙәрҙә йорт хужалары менән бергә йәшәргә мәжбүр була. Уларға бүлмәнең бер мөйөшө, йәки аш бүлмәһе бирелә, һирәк осраҡта, айырым бүлмәлә йәшәйҙәр. Күп эшселәрҙең ғаиләләре йорттарҙың подвалында, йәки дымлы биналарҙа йәшәргә мәжбүр була. Утын менән тәьмин итеү тейешле кимәлдә ҡуйылмау арҡаһында күптәр ҡышты өшөп үткәрә.
Бакуҙан Ишембайға күсерелгән Ленин исемендәге машиналар төҙөү заводы эшселәренең йәшәү шарттары Стәрлетамаҡҡа эвакуацияланғандарға ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ була. Был заводтың 271 эшсеһе "Ишембайнефть", "Башнефтегазстрой", "Башнефтестрой" трестарының йорттарында йәшәй. Был завод эшселәре хатта заводтың дирекцияһынан коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙе талап итә. Был һорау нефть сәнәғәте наркоматы алдында ла ҡуйыла. Бакуҙан күсерелгән икенсе ойошма - "Азнефтеразведка" эшселәренең бер өлөшө Стәрлетамаҡҡа йүнәлтелә. Йәшәү шарттарының ауыр икәнен күреп, улар ризаһыҙлыҡ белдерә, ҡабаттан Бакуға ҡайтыу хаҡында һүҙҙәр йөрөй башлай. Хатта был хәл партияла тормаған эшселәр араһында ғына түгел, айырым партия ағзаларында ла күҙәтелә. Оҡшаш хәлдәр "Ҡыҙыл пролетарий" заводында ла була. Был заводта эшләгән 25 кеше эвакуацияланған урынды ҡалдырып, тыуған яҡтарына ҡайтып китә. Ғөмүмән, Бакуҙан Стәрлетамаҡҡа килгән 1172 кешенең 221-е 1942 йылдың мартына дезертирлыҡ яһап ҡайтып китә. Ҡасып ҡайтыусылар араһында 14 коммунист та була.
Был хәл дөйөм таралыу алмаһа ла, уның аңлайышлы нигеҙе була. Эвакуацияланған ойошмаларҙың партия һәм хужалыҡ етәкселә-ре, Совнаркомдың ҡарарҙарын формаль рәүештә генә еткереү менән шөғөлләнә. Уларҙың күптәре эшсе һәм хеҙмәтсәндәрҙең торлаҡ, көнкүреш хәле тураһында ҡыҙыҡһынмай, тимәк, уларҙың теләктәрен дә ишетмәйҙәр, шуға ла килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү буйынса бер ни эшләмәйҙәр.
Эвакуацияланғандарҙың күсерелгән ерҙә ҡалырға теләмәүе йәшәргә урын булмауҙан, аҙыҡ-түлек менән насар тәьминәт арҡаһында килеп тыуа. Аҙыҡ-түлек етмәгәнгә күрә, бәләкәй ҡалаларҙың Советтары халыҡты туҡландырыу өсөн өҫтәмә ресурстар эҙләргә мәжбүр була. Шәхси баҡсасылыҡтарҙы һәм хужалыҡтарҙы үҫтереү буйынса ҡала башҡарма комитеттарында ер бүлектәре төҙөлә. Халыҡты туҡландырыу маҡсатында Баймаҡ, Бәләбәй, Бөрө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалалалары эсендә булған буш урындарға, уларҙан ситтәге ерҙәрҙә картуф, башҡа йәшелсә-емеш сәселә.
Командалыҡ составында булған хәрбиҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарының ғаиләләрен тәьмин итеү ҡала Советтары эшенең айырым йүнәлеше була. 1942 йылдың 1 сентябренә ҡарата республикала Ҡыҙыл Армияның етәкселек составына ҡараған 18 мең хәрбиҙең ғаиләләре йәшәй. Улар аҙыҡ-түлек һәм башҡа тормош кәрәк-яраҡтары менән военторгтарҙың сауҙа селтәре аша тәьмин ителә. Ҡайһы бер хәрбиҙәрҙең ғаиләләре военторгтарҙың ашханаларына беркетелә. 1942 йылда эвакуацияланыусылар килеүен дауам итә. Улар башлыса Стәрлетамаҡ, Благовещен, Белорет, Ишембай ҡалаларында урынлаштырыла. 1942 йылдың 16 сентябренә Стәрлетамаҡ - 12337, Белорет - 3464, Ишембай - 3181, Благовещен 1890 кешене ҡабул итә. Ҡала властары тарафынан эвакуацияланған кешеләргә 1000 һум аҡса бүленә, ә Стәрлетамаҡта был сумма 3000 мең һумға еткерелә.
Советтар Союзының көнбайыш, үҙәк, көньяҡ райондарынан граждандарҙы күсергән саҡта ҙур ҡыйынлыҡтар килеп сығыуға ҡарамаҫтан, 1941-1942-се йылдарҙаға эвакуация кампанияһы ойошҡан рәүештә үтә. Уның барышында ҙур юғалтыуҙар булмай. Эйе, эвакуацияланған кешеләрҙе ҡабул иткән төбәктәрҙә урындағы властарға, халыҡҡа өҫтәмә көс төшә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар килгән ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу өсөн минималь шарттар тыуҙырырға тырыша. Эвакуацияланған халыҡ араһында юғары квалификациялы эшселәр, инженер-техник кадрҙар була, уларҙың күп өлөшө һуғыштан һуң Башҡортостанда ҡала. Шулай уҡ һуғыштан һуңғы йылдарҙа төбәктең иҡтисади үҫешен тәьмин итәсәк эвакуацияланған сә-нәғәт ойошмалары ла республикала ҡала.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 16-сы һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.04.15 | Ҡаралған: 1416

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru