«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАҺАЛАР АЛЫУ КҮҢЕЛЛЕ, УНЫ АҠЛАРҒА ЛА КӘРӘК БИТ
+  - 

Беҙҙең киң мәғлүмәт саралары майҙанында ла төрлө конкурстар, бәйгеләр үтеп тора ул. Теләһә ниндәй бәйгелә йөҙ ҡыҙартмай торған урын яуларға, хаҡлы баһаланырға мөмкинлегебеҙ бар. Ләкин беҙҙең өсөн иң ҡиммәтлеһе барыбер ҙә уҡыусыларыбыҙ баһаһы икәнен тағы бер тапҡыр әйтеп ҡуяйыҡ әле.

Ә шулай ҙа быйыл конкурстарҙың иң мәртәбәлеһе булған "Матбуғаттың алтын фонды" (Золотой фонд прессы") проектында ҡатнашыу мөмкинлеген файҙаланырға булдыҡ. Ул "Журналист" нәшриәт йортоноң РФ Федераль Йыйылыш Федерацияһы Советы, РФ Матбуғат һәм киң коммуникациялар буйынса федераль агентлыҡ ярҙамында ойошторолған, сифатлы һәм ижтимағи яҡтан әһәмиәтле киң мәғлүмәт сараларын билдәләүсе Рәсәй кимәлендәге конкурс. Унда ҡатнашыусылар проекттың Отличие билдәһе, Танытмаһы менән бүләкләнә. Ниһәйәт, беҙҙең "Киске Өфө" гәзите лә ошо бүләктәргә лайыҡ булды. Беҙ һәр ваҡыт сифатлы баҫма ижад итергә ынтылдыҡ һәм был бүләк ошо ынтылышыбыҙға бер бәләкәй генә баһа булды шикелле. Конкурста еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы сиктәрендә был юлы "Рәсәйҙең сифатлы матбуғаты һәм уның үҫеш перспективалары" тип аталған 5-се Эшлекле форум үтте. Форум эшендә федераль һәм төбәк киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, Дәүләт Думаһы, РФ субъекттары министрлыҡтары һәм департаменттары, Рәсәй журналистар союзы, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, медиаэксперттар ҡатнашты. Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа гәзит-журналдарҙы нисек һаҡлап ҡалырға, "Рәсәй почтаһы" менән хеҙмәттәшлек өлкәһендәге ҡатмарлыҡтарҙы нисек хәл итергә - дөйөм алғанда, ошолар тураһында һүҙ барҙы форумда. Редакцияларҙа штаттар ҡыҫҡарыу арҡаһында урамда ҡаласаҡ 60 меңләп хеҙмәткәрҙең яҙмышы тураһында борсолоу белдерелде. Журналист һөнәренең абруйын ҡайтарыу тураһында ла һәр сығышта ниндәйҙер фекерҙәр яңғыраны. "Журналист" журналының баш мөхәррире Геннадий Мальцевтың сығышында ошо юҫыҡта бына нимәләр һыҙыҡ өҫтөнә алынды:"Социологтар тикшереү үткәреп, 2020-2030 йылдарҙа кәрәкмәгәндәр рәтенә инәсәк профессияларҙы асыҡлаған, - тине Геннадий Петрович. - Нотариус, риэлтер, банк операциялары хеҙмәткәре рәтендә журналист та ана шундай кәрәкмәгән интеллектуаль һөнәрҙәр реестрына инә. Беҙ быны теләмәйбеҙ. Тимәк, бөгөн һәр уҡыусы өсөн көрәшергә, уларҙы үҙебеҙгә нығыраҡ ылыҡтырырға тейешбеҙ. Журналист оҫталығы конкурстары, "Матбуғаттың алтын фонды"конкурсы уларҙың иң абруйлыһы, әлбиттә, ошо маҡсатҡа йүнәлдерелгән дә инде. Ә был бәйгелә иң яҡшылар еңә. Улар күп булырға тейеш. Шуның өсөн, һиңә өндәшәм, коллега: намыҫлы бул, ҡыҙыҡлы, стандарт булмаған фекерҙәр ҡор, хәҡиҡәткә хеҙмәт ит - ул саҡта уҡыусылар һиңә үҙенән-үҙе ылығыр..."
Аҫыл һүҙҙәр. Ғөмүмән, бер майҙанда тир түккән, бер маҡсатҡа хеҙмәт иткән бер һөнәр кешеләренең үҙ-ара аралашыуы һәр ваҡыт күңелле генә түгел, файҙалы ла. Был юлы ла төрлө баҫмалар етәкселәре, билдәле журналистарҙың һөйләгәндәрен тыңлау күп нәмәгә күҙҙәрҙе асҡандай булды. Рәсәй ҙур ил, әммә матбуғат баҙарындағы проблемалар бер төрлө. Хәҙер беҙҙе бигерәк тә матбуғат таратыуҙағы ҡатмарлыҡтар, электрон баҫмалар менән конкуренция баҫып алып бара. Әммә беҙ ҡул күтәрергә йыйынмайбыҙ. Сөнки беҙ шуға ышанабыҙ: ниндәй генә ауыр шарттарҙа ла сифатлы матбуғат баҫмаһы юҡҡа сыҡмаясаҡ һәм уға мохтажлыҡ кәмемәйәсәк. Ә интернет бер ваҡытта ла ҡағыҙ баҫмаларға етди конкурент була алмаясаҡ. Форумда сығыш яһаусыларҙан кемдер берәү әйтмешләй, "...интернет бит ул оло сүп соҡоро, унда ниндәй генә буш хәбәрҙәр урын алмай. Ҡағыҙ баҫмалар яҡшы аналитика урынлаштырып булыуы менән яҡшы. Унда ваҡиғалар һүрәтләнеп кенә ҡалмай, оло бер контекста аңлатыла. Ҡағыҙ баҫмаларҙа авторҙы, интернет-сми, блогтағы кеүек, ниндәйҙер мыҫҡыллауҙар һәм ялған ғәйепләүҙәр менән өркөтөп ҡуймайҙар. Интернеттағы комментарийҙарға ҡарағыҙ әле: бысраҡ һыу менән ҡойондоралар бит. Был, әлбиттә, милләтте биҙәмәй. Ә гәзиттәр барыбер ҙә ысынбарлыҡҡа аңлап бағыу мөмкинлеге бирә һәм халыҡта мәҙәни кимәл тәрбиәләй".
Бына шулай, "Матбуғаттың алтын фонды"проектында ҡатнашып, Отличие билдәһе лә алдыҡ, әллә күпме мәғлүмәткә лә байыныҡ был форум барышында. Һәр хәлдә, беҙҙең кеүек төбәк журналистары өсөн әлеге форум кимәлендәге аралашыу саф һауа һулаған кеүек булды.

Гөлфиә ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1326

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru