«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ИТӘК ҠЫРҠЫП ЕҢ ЯҺАУ" КЕМГӘ КӘРӘК?
+  - 

Элек-электән ил башына яңы башлыҡ килеп ултырыу менән мотлаҡ ниндәй ҙә булһа реформалары менән тормош ағышын бутап йә уны кирегә әйләндереп ебәрер булған. Хрущевтың кукуруз баҫыуҙары, Горбачевтың йөҙөм плантацияларын ҡырҙырыуы классик анекдотҡа әйләнеп, халыҡтың төртмә телендә йәшәй бирә, ләкин бындай ғибрәттәрҙән һабаҡ алыу тигән нәмә хаҡында уйлап та бирелмәй. Дүрт йыл эсендәге президентлыҡ осоронда Д. Медведевтың "модернизация"һы, милициянан полиция яһауы, мәктәп имтихандарын БДИ һынамыштарына алмаштырыуы ла халыҡта бик күп ризаһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Улай ғына ла түгел, сығарылыш кластары уны 2009 йылдан алып күндәм генә тапшыра килһә лә, РФ Президенты В.Путинға әле булһа Медведевтың мәғариф реформаһын юҡҡа сығарыуҙы үтенгән мөрәжәғәттәр яуыуын дауам итә.

Һүҙ ҙә юҡ, реформаларҙың ҡайһыларының, бигерәк тә М.Горбачевтың эскелеккә ҡаршы сараһы ниәтенең изгелеген инҡар итеп булмай. Ә бит шул уҡ ваҡытта халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртыуҙан бигерәк, "итәк ҡырҡып ең яһау" маҡсатында яһалған реформаларҙы ғына бер нисек тә аҡлап булмай. Миҫалдарҙы түшәмдән эҙләргә түгел, Рәсәй Иҫәп палатаһының бөгөнгө көндә уйлап-нитеп тормаҫтан, "одобрям!" девизы менән алға һөрөлгән, халыҡтың башына хәсрәттән башҡа нәмә килтермәгән реформалар барышын тикшереү һөҙөмтәләрен килтереү ҙә етә. Был хаҡтағы отчет аҡҡа ҡара менән "Медицина реформаһы тейешле һөҙөмтә бирмәне" тигән баш аҫтында үҙәк матбуғатта ("КП", 16.04.2015) баҫылып та сыҡты. Унда хәбәр ителеүенсә, Иҫәп палатаһы аудиторҙары реформа барышында өлгәшелгәндәрҙе баһалау маҡсатында Башҡортостан Республикаһына, Ярославль, Вологда, Ростов, Һамар, Пенза өлкәләренә сыҡты һәм ентекле тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә был төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлау системаһын оптималләштереүҙең халыҡҡа медицина хеҙмәте күрһәтеүҙә тейешле һөҙөмтәгә өлгәшмәүен билдәләне. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, был төбәктәрҙә урындағы шарттарҙы иҫәпкә алып, төптән уйлап тормаҫтан, дәррәү рәүештә дауаханаларҙа койка фондын ҡыҫҡартыуға, ауыл дауаханаларындағы махсуслаштырылған бүлексәләрҙе ябырға керешеп киткәндәр. Һуң, район һаулыҡ һаҡлау идаралығы ҡаршыһында, ә уларға - министрлыҡ алдында үрә ҡатып рапорт бирергә, маҡталырға кәрәк бит! Сатирик Мар.Сәлимдең әсе теле менән әйткәндә, "яптымизация" буйынса кем уҙарҙан ярыш сыҡҡан да киткән. Беҙ үҙебеҙ ҙә быға шаһит була, ризаһыҙлыҡ белдерә йөрөһәк тә, "һаулыҡ һағы" чиновниктарының танк шикелле баҫып килгән әүҙемлегенән баҙап, юғалып ҡалдыҡ, ҡул һелтәнек. Һөҙөмтәлә 2014 йыл ахырына ил буйынса 33 757 койка-урын юҡҡа сығарылған. Бына, исмаһам, "тырышлыҡ"! Ниңә чиновниктар кире эштәрҙә генә тау-таш аҡтарырға һәләтле, ә ысынлап та кәрәк саҡта йөк урынынан да ҡуҙғалмай икән һуң?
Рәсәй Иҫәп палатаһы тикшереүҙәре раҫлауынса, шулай уҡ мәктәптәр ябылыуҙан да сығымдар әллә ни артып китмәгән. Парадоксмы? Нишләйһең, шундай заманда йәшәйбеҙ. Иҫәп палатаһы аудиторы Александр Филипенко биргән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, былтыр ил буйынса 592 белем биреү ойошмаһы ябылған һәм 2030-ы ҡайтанан ойошторолған. Яҡын арала 3 639 мәғариф учреждениеһын "реформалау" ҡарала. Һөҙөмтәлә былай ҙа етешмәгән балалар баҡсалары - 5,6 процентҡа, гимназия һәм лицейҙар - 6, балалар ижад йорттары һәм клубтары - 3,6, колледждар - 16, балалар йорттары һәм приюттар 14,7 процентҡа ҡыҫҡарасаҡ. "Башҡортостан Республикаһында аҙ комплектлы ауыл мәктәптәре һанын ҡыҫҡартып сығырға ҡарар иткәндәр. "Мәктәп юҡ икән - проблема ла юҡ", тигән уй менән, күрәһең", тип яҙып сыҡҡайны былтыр "Московский комсомолец" гәзите Башҡортостанда оптималләштереү мәсьәләһенең бик "үҙенсәлекле" хәл ителеше хаҡындағы мәҡәләлә. 2012-2013 уҡыу йылы барышында ошондай "ысул" менән барлығы 147 мәктәп "оптималләштерелгән".
Бынан мәғариф өлкәһендәге һөҙөмтәһеҙ сығымдар кәменеме икән һуң? Министрлыҡ отчеттарынан күренеүенсә, әллә ни ырамаған, тип һығымта яһай Мәскәү баҫмаһы: 2011 йылда әлеге сығымдар күрһәткесе 5,2 миллиард һум тәшкил иткән булһа, киләһе йылына был һан хатта бер ни тиклем арта биргән - 5,4 миллиард. Шул уҡ ваҡытта йәмәғәтселектә күпме-шау-шыу ҡупты: ата-әсәләр һин дә мин эшләп йөрөгән уҡытыусыларҙы эштән сығарыу, мәктәптәр ябылыу сәбәпле, балалы ғаиләләрҙең ауылды ташлап китергә мәжбүр булыуы хаҡында хат артынан хат яуҙырҙы. Мәктәптәрҙә уҡытыусылар һаны кәмеү менән бәйле эш күләме артты, ә күбеһенең хеҙмәт хаҡы әллә ни ыратып артманы ла тиерлек.
Был яҙмаларҙа республикала мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау системаларын оптималләштереү барышын тәфсирләп тикшереү маҡсат итеп ҡуйылманы һәм бының кәрәге лә юҡ, минеңсә, сөнки былай ҙа яҡшы аңлашыла: һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф өлкәһендә һыҡмырланыу, булғанды юҡҡа сығарыу, ябыу һәм ҡыҫҡартыу юлы менән генә һау-сәләмәт, төплө белемле, киң ҡарашлы, иртәгәһенә яҡты ышаныс менән баҡҡан киләсәк тәрбиәләү мөмкин булмаған хәл. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тағы "Минфин бюджет өлкәһе учреждениеларын оптималләштереүгә яңынан әйләнеп ҡайтмаҡсы", тигән хәбәрҙәр ҡуйыртыла. Йәнәһе лә, бюджет секторында "хеҙмәт етештереүсәнлеге" түбән, шунлыҡтан уға сарыф ителеүсе сығымдарҙы тағы ла кәметеү тураһында һүҙ алып барыла икән. Унда дауалау учрежданиеларын һәм мәктәптәрҙе эреләтеү (берләштереү), һөҙөмтәһеҙ тип табылған вуздарҙы, театрҙар һәм мәҙәни усаҡтарҙы ябыу һәм башҡа шундай популяр булмаған саралар ҡарала. Хеҙмәт етештереүсәнлеге өсөн көрәш боронораҡ сәнәғәт предприятиелары, завод һәм фабрикалар тирәләй гөрләй торғайны, ә бюджет өлкәһе, нигеҙҙә, халыҡтың сәләмәтлеге, белем кимәле, ялы - ҡыҫҡаһы, илдең интеллектуаль потенциалы хаҡында хәстәрлек күреүсе өлкә булараҡ ҡаралып килде. Был өлкәлә бер-ике йылда ғына "юғары етештереүсәнлеккә" өмөт итергә тура килмәүе һәр кемгә аңлашылалыр. Интеллектуаль байлыҡты тәләфләмәү, киреһенсә, уға һаҡсыл ҡарау, үҫтереү, бының өсөн унан сығымдарҙы йәлләмәүҙең ахыр сиктә бишләтә кире ҡайтасағы хаҡында уйламаймы икән финанс әһелдәре? Хәйер, улар бөтөн нәмәгә аҡса аша ҡарап, аҡса менән үлсәп өйрәнгән шул. Ә кем аҡсалы - көй ҙә шуныҡы...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1416

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru