«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҢЫШ АЛЫР ӨСӨН ОРЛОҠ СӘСЕРГӘ КӘРӘК
+  - 

ШОС һәм БРИКС илдәре башлыҡтарының сираттағы саммиты Өфөлә уҙасаҡ, тигән хәбәр йәмғиәтте бер нисә өлөшкә бүлде: берәүҙәр шунда уҡ кире ҡарашын белдерһә, икенселәр глобаль кимәлдә фекерләп, уның ыңғай яҡтарын күрергә тырышты, бәғзеләр әлегә ситтән генә күҙәтеүсе булып, ҡайһы яҡҡа ауышырға белмәй аптырана, битарафтарға иһә - ике донъя, бер мөрйә... Беҙ иһә барлыҡ һорауҙарға яуап табыу маҡсатынан тәүсығанаҡҡа - ошо самиттарҙы үткәреү өсөн яуаплы булған "ШОС һәм БРИКС - 2015" офис-төркөмө директоры, БР министры Руслан Заһит улы МИРСАЯПОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Юғары кимәлдәге оло сараның тап Өфөлә үтеүе баш ҡала ғына түгел, республика өсөн әһәмиәте нимәлә?

- Рәсәй Федерацияһы составында баш ҡалаһы Өфө булған Башҡортостан тигән матур төбәк барлығын сит илдә генә түгел, хатта Рәсәйҙә лә етерлек дәрәжәлә белмәүҙәре бер кемгә лә сер түгел. Әгәр шулай икән, хәҙерге ваҡытта һәр төбәк йәлеп итергә тырышҡан туристар һәм инвестициялар ағымы ҡайҙан килергә тейеш? Ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, Өфөнөң бөгөн ил картаһында географик ҡына түгел, халыҡ-ара сәйәси үҙәк булып күренеүе менән беҙ иң элек ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары уҙғарылыуға рәхмәтле булырға тейешбеҙ. Сара барышында республика баш ҡалаһына 16 дәүләт һәм ил башлығы киләсәк. Әлегәсә бындай юғары кимәлдәге ике халыҡ-ара ойошманың ултырышы бер үк ваҡытта бары тик Екатеринбург ҡалаһында ғына үткәрелде. Ул саҡта ла БРИКС түгел, ә БРИК ҡына ине, йәғни ойошмаға Көньяҡ Африка инмәгәйне әле. Шанхай хеҙмәттәшлеге ойошмаһын ғына (ШОС) алып ҡарағанда ла, берләшмәгә ингән илдәрҙең (Ҡытай, Рәсәй, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан) дөйөм территорияһы 30 миллион квадрат километр тәшкил итә, йәғни Евразия территорияһының 30 процентына тиң. Уның дөйөм демографик ҡеүәте - планета халҡының дүрттән бер өлөшө, ә иҡтисади ҡеүәте АҠШ-тан ҡала икенсе урында килгән ҡеүәтле Ҡытай иҡтисадын үҙ эсенә ала. Ошоларҙың барыһын да иҫәпкә алғанда, был Өфө өсөн эшлекле, мәҙәни, сәйәси үҙәк булараҡ үҙен донъя масштабында күрһәтеүгә һәм оҙайлы стратегик әһәмиәткә эйә бер мөмкинлек тип ҡарарға кәрәк.
Әгәр саммиттар баш ҡалала үтмәһә, һаманғаса ҙур күләмдәге саралар уҙғарырлыҡ инфраструктураға эйә булмаҫ инек. Был йәһәттән Өфө Рәсәйҙең башҡа халҡы миллиондан ашыу булған ҡалаларынан ныҡ артта ҡалғайны. Дөрөҫөн әйткәндә, быға тиклем бында эшлекле һәм туристик хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн һынылыш яһарлыҡ, алға һикерерлек инфраструктура мөмкинлеге булманы ла. Хәҙер иһә бер үк ваҡытта 3 мең кешене ҡабул итеү ҡеүәтенә эйә Конгресс-холл халыҡ-ара кимәлдәге осрашыуҙарҙы төп ҡабул итеү урынына әйләнә. Әйткәндәй, унда бер үк ваҡытта бер нисә форум уҙғарырға мөмкин. Ҡунаҡханалар һәм уларҙағы хеҙмәтләндереү ҙә тейешле кимәлдә түгел ине. Саммиттар арҡаһында үҫешкән инфраструктура Өфөнө Европа менән Азияның осрашыуҙар уҙғарыу өсөн географик яҡтан уңайлы икәнлеген раҫлап ҡына ҡалмай, уның хеҙмәттәшлек өсөн дә перспективалы үҙәк булыуын күрһәтә. Был саранан тыш, көҙгөһөн ШОС һәм БРИКС илдәренең эшлекле даирәләре араһында төбәк-ара осрашыуҙар үткәреү планлаштырыла. Йәғни ил башлыҡтары һөйләште лә таралышты түгел, ә уларҙың эше һөҙөмтәһе төрлө өлкәләр буйынса артабанғы проекттарҙа дауам итәсәк. Уңыш алыу өсөн бөгөн орлоҡ ҡына сәсәбеҙ әле.

Билдәле бер мәлдән ваҡытты кирегә һанай башларға күнеккәнбеҙ. Әле лә оло саммиттар етерен 100 көндән һуң кирегә һанай башланыҡ. Ә календарҙың биттәре көн һайын йоҡара бара. Республика үҙенә алған бурысын, йөкләмәһен үтәп, әҙерлек эштәрен тамамлап өлгөрәме?

- Әгәр был турала кисә-бөгөн генә мәғлүм булһа, әлбиттә, өлгөрмәҫ инек, әммә әҙерлек эштәре ике йыл барҙы, шуға күрә был сараны ныҡлы әҙерлек менән ҡаршылайбыҙ, тип ышаныслы әйтә алам.
Тәртип тупһанан башлана, тигән кеүек, делегацияларҙың Башҡортостан еренә аяҡ баҫыуы "Өфө" аэропортынан башланасаҡ һәм тәүге фекер ҙә шунда тыуасаҡ. Мәғлүм булыуынса, саммиттарға бәйле аэропортта ҙур эштәр башҡарылды. Хәҙер беҙ таможня тикшереүен тиҙ һәм уңайлы шарттарҙа үтә аласаҡбыҙ. Әгәр быға тиклем хеҙмәтләндереү сәғәтенә 200 кешене үткәреү менән сикләнһә, артабан ул сәғәтенә 800 кешегә тиклем артасаҡ. Икенсе осоу-ултырыу һыҙаты сафҡа инеүе һәм киң фюзеляжлы һауа судноларын ҡабул итеү мөмкинлеге тыуыуы Өфөнән донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөнә тура рейстар асыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Дөйөм алғанда, яңы терминал аэровокзалдарға ҡуйылған иң юғары һәм заманса талаптарға яуап бирә. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: модернизацияланған "Өфө" аэропорты "Рәсәйҙең һауа ҡапҡаһы" Милли премияһында икенсе урын яуланы. Әлбиттә, был эштәр ҡасан да булһа башҡарылыр ине, әммә саммиттар уның тормошҡа ашыуын тиҙләтте. Артабан ҡунаҡтар ултырған кортеж әлеге ваҡытта ремонт эштәре алып барылған "Өфө-Аэропорт" юлынан үтәсәк. Делегациялар заманса ҡунаҡханаларға урынлаштырыласаҡ. Оло сара алдынан баш ҡалала 7 отель төҙөлдө, элеккеләренең номер ҡеүәте арттырылды һәм улар заман талабына яраҡлаштырылды. Әлеге ваҡытта операторҙар үҙҙәренең "йондоҙлолоҡ" кимәлен билдәләү өсөн хеҙмәтләндереү буйынса ҡуйылған талаптарҙы раҫлауға сертификация процедураһын үтә, персонал туплап, уларҙы уҡыта. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: отелдәрҙең кимәле йондоҙҙары буйынса түгел, ә уның атамаһы буйынса билдәләнә. Мәҫәлән, Hilton операторының ғына Өфөлә өс кимәлдәге отеле буласаҡ. Улар атамалары буйынса айырыла һәм хеҙмәтләндереү кимәле лә төрлөсә. Беҙ делегацияларға алдан уҡ ниндәй отелдәр булыуы хаҡында мәғлүмәт ебәрәбеҙ, улар үҙҙәре ҡайҙа урынлашырға икәнен хәл итә. Сараға ил башлыҡтары килеүенә ҡарамаҫтан, улар төп делегация менән бер урында йәшәйәсәк. Йәғни ҡунаҡханаларҙа президенттар кимәлендәге ҡунаҡтарҙы урынлаштырырлыҡ люкс номерҙар ҙа бар.

Баш ҡала өсөн иң ҙур проблемаларҙың береһе булып ниндәйҙер сара үткәндә йәки юғары даирәләрҙәге ҡунаҡ килгәндә юлдарҙың ябылыуы, шул сәбәпле тығындар барлыҡҡа килеүе тора. Саммит ваҡытында ниндәй сикләүҙәр буласаҡ?

- Делегациялар ултырған кортеж үткән ваҡытта аэропорт юлында ғына бер ни тиклем хәрәкәт ябылып тороуы мөмкин, әммә оҙаҡҡа түгел. Сара үткән урындарҙа йәмәғәт транспорты маршруты ла бер аҙ үҙгәреш кисерәсәк, әммә был артыҡ проблемалар тыуҙырмаҫ, тип уйлайым. Ә инде төп сара Конгресс-холл бинаһында үткәнлектән, уның эргә-тирәһендәге территория был көндәрҙә айырым статусҡа эйә буласаҡ һәм территория эсенә инеү махсус пропуск буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Сөнки юғары кимәлдәге саралар барышында именлек тәьмин итеүҙең үҙенең принциптары бар. Йәғни Салауат Юлаев майҙанына инеү тыйыласаҡ.
Саммит ваҡытында Ағиҙел яры буйындағы Өфө амфитеатры булараҡ телмәребеҙгә килеп ингән урында башҡорттарҙың, татарҙарҙың, рустарҙың һ.б. тормош-көнкүрешен сағылдырған Этно-ауыл ойоштороласаҡ, төрлө күргәҙмәләр эшләйәсәк. Ҡунаҡтарға мөмкин булған тиклем республиканың барлыҡ өлкәләге ҡаҙаныштарын күрһәтеп ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Әммә баш ҡалалағы барлыҡ музейҙар, күргәҙмәләр, мәҙәниәт һарайҙары ғәҙәти режимда эшен алып барасаҡ.

Сара күпме сығым талап итте?

- Саммит үткәреү өсөн артыҡ финанс сығымдары кәрәкмәй. Бында мәсьәлә икенсерәк тора: ошо һылтау менән баш ҡаланың инфраструктураһын үҫтереп ҡалыу. Сөнки ҡунаҡ килер алдынан һәр хужа үҙенең йортон, ихатаһын тәртипкә килтерә. Кесе өйгә ни кәрәк - олоһона ла шул кәрәк, тигән принциптан сығып ҡарағанда, уртаҡ йортобоҙҙо төҙөкләндереү өсөн Рәсәй бюджетынан ике миллиард һум аҡса бүленһә, республиканың һәм Өфө ҡалаһының Конгресс-холды, аэропорттағы халыҡ-ара терминалды тейешле кимәлгә еткереү өсөн һәр береһенә 600-әр миллион һумы сыҡһа, шәхси инвесторҙар ҡунаҡханалар төҙөүгә 6 миллиард аҡсаһын тотондо. Заманса ҡунаҡханалар йәшәү һәм туҡланыу хеҙмәте генә күрһәтмәй. Транспорт, элемтә, экскурсиялар ойоштороуҙы ла үҙ эсенә ала. Донъяның барлыҡ отелдәре лә иҡтисадсылар, логистар, маркетологтар иҫәпләп төҙөгән бизнес-планға ярашлы эшләй, йәғни файҙа булмаған ерҙә төҙөлөш эштәре алып бармай. Әлеге сығымдарын улар 8-10 йыл эсендә ҡапларға ниәтләй. Ләкин саммиттар үтә лә, был эш туҡтап ҡала, тип уйларға ярамай, алдағы йылдарға ла Рәсәй бюджетынан модернизацияға, юлдар төҙөүгә аҡса бүленәсәк әле.

Саммиттарға әҙерләнеү барышында яңы инвестиция проекттары барлыҡҡа килеүе хаҡында ла мәғлүм. Улар менән дә ҡыҫҡаса ғына таныштырып китегеҙ әле.

- Проекттарҙың береһе республикала йылына 300 мең тонна металл етештереү буйынса ҡорос прокатлау заводын төҙөүҙе күҙаллай. Әлеге ваҡытта "Ишембай ҡорос" предприятиеһы һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Цяо-Лян провинцияһының ауыр сәнәғәт проект институты араһында һөйләшеүҙәр үтте. Проекттың дөйөм хаҡы - 7 миллиард һум. Хәҙер инде предприятиеның проекты эшләнә.
Шулай уҡ "Сингидро Корпорэйшн" компанияһы республикала ҡайһы бер инвестиция проекттарына иғтибар йүнәлтте. Һүҙ - индустриаль парк һәм һыу йөк порты төҙөлгән махсус төбәк иҡтисади зонаһын булдырыу хаҡында. Шулай уҡ һөҙөмтәле энергия технологиялары технопаркын һәм автомобиль юлдарын төҙөү планлаштырыла.
"Чжонгэ Импорт Экспорт Трэйд" компанияһы баш ҡалала үҙенең вәкиллеген асты һәм ҡунаҡхана комплексы булған сауҙа-логистика үҙәге төҙөүҙе планлаштыра. Әлеге ваҡытта уны тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр хәл ителә. Нефть һәм газ ҡорамалдары производствоһын төҙөү буйынса "Хайчен Нефтемаш" компанияһы менән хеҙмәттәшлек проекты буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла.
Республика ойошмалары һәм Хубэй, Хунань провинцияларының фәнни ойошмалары араһында ғилми-техник, инновацион өлкәләрен үҫтереү сиктәрендә Өфөлә Башҡорт-ҡытай ғилми-техник хеҙмәттәшлек һәм технологияларҙы коммерциализациялауҙың инжиниринг махсус үҙәге булдырыу теләге бар.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында тәбиғи газ өсөн компрессорҙар эшләү буйынса предприятие булдырыуға ла инвестициялар йәлеп ителде. Ҡытай Халыҡ Республикаһына 3 миллиард һумлыҡ күләмдә башҡорт балы ебәрелә башланы.

Оло сара ваҡытында эшләү өсөн ирекмәндәрҙе йәлеп итеү буйынса конкурс иғлан ителеп, унда бихисап кеше теркәү үткәйне. Әммә 500 кеше генә һайлап алынасаҡ. Уларға ниндәй талаптар ҡуйылды?

- Талаптар бик юғары булманы, тип әйтергә мөмкин. Иң мөһиме, теләк белдереүсегә 18 йәш тулырға, ул уҡыу һәм сара барышында ирекмәнлек менән шөғөлләнгәндә йәшәү мәсьәләһен үҙаллы хәл итергә тейеш ине. Улар саммиттарҙа ҡатнашыусы илдәр тураһында дөйөм мәғлүмәт, республиканың ижтимағи хәрәкәттәре тарихын һәм төп характеристикаһын белергә тейеш. Бының өсөн махсус курстарҙа уҡытыу ойошторолдо. Участкалар буйынса билдәләнгәс, ирекмәндәр тағы ла инструктаж үтә. Берәүҙәр ҡунаҡтарҙы аэропортта ҡаршы ала, икенселәре - тейешле урынға тиклем оҙата йәки ҡунаҡханаға урынлашырға ярҙам итә, өсөнсөләр сит илдән килгән матбуғат саралары вәкилдәрен оҙатып йөрөйәсәк.
Теләк белдереүселәр күп булһа ла, бәғзеләре, тел белһәң етә, тип уйлағандыр, моғайын. Былтыр сентябрҙә башланған уҡытыу барышында ирекмәндәрҙең һаны ҡырҡа кәмене. Әммә саммитта улар етерлек буласаҡ.

Шулай итеп...
Оптимист һәм пессимист ике баланы ике бүлмәгә ябып ҡуйып, уларҙың үҙҙәрен нисек тотошон тикшерергә булғандар. Пессимист балаға төрлө уйынсыҡтар менән тулы бүлмә, оптимисына иҙәне ат тиҙәге менән ҡапланған бүлмә эләккән. Күпмелер ваҡыттан һуң ишекте асып ҡараһалар, пессимист бала тәгәрмәсе төшкән машинаны тотоп, илап ултыра, ти. Ә оптимисы шарҡылдап көлә-көлә аяғы менән тиҙәкте бер урынға өйөп йөрөй икән. Тәжрибә үткәреүселәр уның ҡылығына үҙҙәре үк аптырап: "Нимә эшләйһең ул?"- тип һорағандар. "Һеҙ уйнарға ҡуштығыҙ, мин уйнайым, тиҙәк араһында ҡайҙалыр пони ҙа йәшеренгән булыуы мөмкин бит", - тип яуаплаған бала. Фекер осон нимәгә бормаҡсымын: һәр нәмәнең киреһен күрергә тырышмайыҡ, ә ыңғай яғын эҙләйек, үҙебеҙгә файҙа алып ҡалайыҡ. Шул уҡ ШОС һәм БРИКС илдәре башлыҡтары саммиттарынан да.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1402

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru