«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ЮМОРЫ - МӘСКӘҮҘӘ
+  - 

Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында сираттағы башҡорт КВН уйындары үтте. Баш ҡалала йәшәүсе яҡташтар өсөн күптән йолаға әйләнгән сара Серго Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология разведкалау университетының тантаналар залына 300-ҙән ашыу тамашасыны йыйҙы.

Быйыл юмор бәйгеһендә 9 команда көс һынашырға теләк белдерҙе. Был Мәскәүҙәге башҡорт КВН-хәрәкәте өсөн ниндәйҙер кимәлдә рекорд та булды. Финал уйындарына Мәскәүҙең төрлө юғары уҡыу йорттарында белем алыусы Башҡортостан йәштәренең 6 командаһы сыҡты, уларҙың атамаһы уҡ квнсыларҙың тапҡырлығын иҫбат итте - "Өсmen", "Тирләм-тирләм", "Сәй эсәйек", "Минең яратҡан команда", "Айнур Асҡаров", "Ҡыҙыу розалар". Еңеүселәр дүрт конкурс һөҙөмтәләре буйынса билдәләнде. Беренселекте К.Э.Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетының өс студенты булдырған "Өсmen" КВН-командаһы яуланы. Егеттәр сығыштары менән Баймаҡ һәм Йылайыр районынан, әлеге көндә "Материаловедение" факультетының һуңғы курсында белем алалар. "Башҡорт КВН уйынында ҡатнашып еңеү яулауыбыҙ Мәскәүҙә үткән студент тормошоноң иң сағыу иҫтәлеге булып ҡаласаҡ", - тине команданың капитаны Ғайсар Дәүләткилдин. "Уйын "Мәскәү һәм Санкт-Петербургта уҡыусы башҡорт студенттары һәм аспиранттары берлеге"нең биш йыллыҡ юбилейына арнап ойошторолдо, шуға күрә бер конкурстың темаһы "Емештәрҙе барлағанда" тип аталды. Был тема юҡҡа ғына һайланманы, уның сиктәрендә, ил кимәлендә бәләкәй күренһә лә, ойошмабыҙ өсөн бик әһәмиәтле еңеүҙәребеҙ хаҡында ла фекер йөрөтөп алырға мөмкинлек бирелде. Өсөнсө йыл рәттән Мәскәүҙә башҡорт телендә КВН уйындары үткәреүебеҙ, йылдан-йыл командалар һаны артып тороуы (былтыр дүрт команда булһа, быйыл - алты), сығыштарҙың кимәле күтәрелеүе (квнсылар үҙҙәре уйлап тапҡан ижтимағи, сәйәси темаларға тапҡыр шаяртыуҙар күбәйҙе, актерлыҡ оҫталыҡтары артты) - былар барыһы ла баш ҡалала йәшәүсе башҡорт йәштәренең оло еңеүе", - тине ойоштороусыларҙың береһе Раян Нураев.
"Өсөнсө миҙгел уйыны төрлө һәм сағыу КВН-командалары ҡатнашыуы менән айырылып торҙо. Уларҙың һәр береһенең ниндәйҙер айырым, үҙҙәренә генә хас үҙенсәлеге булды, шуның менән дә улар тамашасының һөйөүен яуланы, иҫтәрендә ҡалды. Шуныһы ҡыуаныслы, быйыл ойоштороу кимәле лә, КВН-командаларының шаяртыу, юмор кимәлдәре лә күпкә юғары булды. Бигерәк тә Башҡортостандың бөгөнгө хәле, тарихы һәм халҡыбыҙҙың киләсәге хаҡында күҙаллауҙар тураһында яңғыраған тапҡыр социаль һәм сәйәси көләмәстәр күңелгә ятты. Был шаяртыуҙарҙы ҡатнашыусылар үҙҙәре уйлап табыуына шик белдереү мөмкин түгел", - тине тәьҫораттары менән бүлешеп, сараны ойоштороусыларҙы тағы береһе, берлек ағзаһы Иҙел Бохарбаев.
Башҡорт КВН уйынында ҡатнашыусыларға маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Маҡтау ҡағыҙына сараны ойоштороусылар Иҙел Бохарбаев, Раян Нураев, Илнур Рәхмәтуллин һәм Фаил Илембәтов лайыҡ булды. Тап ошондай саралар йәштәр араһында туған телде популярлаштырыу һәм һаҡлап ҡалыуҙа, илебеҙҙең йөрәге - Мәскәүҙә Башҡортостандың позитив имиджын булдырыуҙа мөһим роль уйнай икәненә шик юҡ.

Фатима ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.05.15 | Ҡаралған: 1375

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru