«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МӘСКӘҮ СТУДЕНТТАРЫ МИЛЛИ КӨРӘШТӘ ЛӘ ҺЫНАТМАНЫ
+  - 

Ошо көндәрҙә Мәскәү ҡалаһында генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә көрәш буйынса Мәскәү турниры үтте. Орджоникидзе исемендәге Рәсәй дәүләт геология-разведкалау университетының спорт залында егерменән ашыу егет таһыллыҡҡа көс һынашты. Сараны "Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы" ойошторҙо.

Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған турнирҙы Рәсәй Федерацияһы Президенты Аппаратының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Радий Хәбиров асты. "Көрәш - үҙенең традициялары булған үҙенсәлекле спорт төрө. Мәскәүҙә бындай турнир үткәреп, беҙ милли көрәштең быуаттар буйына формалашҡан йолаларын да һаҡлайбыҙ, уны үҫтерәбеҙ ҙә. Был сара юҡҡа ғына легендар командир Миңлеғәле Шайморатовҡа арналмай. Билдәле булыуынса, генерал Шайморатов Украинаны азат иткәндә һәләк була. Бөгөн илдә урынлашҡан геосәйәси хәлдәрҙә һәм Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткәндә Мәскәүҙә, илебеҙҙең баш ҡалаһында бындай турнир үткәреү бигерәк тә тәрән мәғәнәгә эйә", - тине Радий Хәбиров. Тантаналы өлөштән һуң чемпион исеменә ярыш башланды. Мәскәү вуздарында белем алыусы Башҡортостан йәштәре араһынан ине был спортсылар. Өс ауырлыҡ категорияһында урындар түбәндәгесә билдәләнде: 75 килограмдан юғары ауырлыҡта 1-се урын - Салауат Йосопов, 2-се урын - Артур Нәбиуллин, 3-сө урын - Илназ Вәлиуллин; 75 килограмға тиклемге ауырлыҡта 1-се урын - Азамат Юлбирҙин, 2-се урын - Тимур Солтанов, 3-сө урын - Илгиз Абдуллин; 65 килограмға тиклемге ауырлыҡта 1-се урын - Рәфис Шаһиев, 2-се урын - Ринат Мусин, 3-сө урын - Ислам Миңлебаев. Һәр ауырлыҡ категорияһында 1-се урын яулаусыларға спорт мастерлығына кандидат исеме, 2-се урын өсөн 1-се спорт рязряды бирелде. Еңеүселәрҙең барыһына ла миҙал, маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата бүләктәр тапшырылды. Турнирҙың иң яҡшы көрәшсеһе тип Салауат Йосопов танылды.
Турнирҙың ҡунаҡтары араһында РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Марсель Йосопов, Рөстәм Ишмөхәмәтов, Рафаэль Мәрҙәншин, Балаш Балашов (Дағстан), Фәтих Сибәғәтуллин (Татарстан), Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесенең йәмәғәт башланғысындағы урынбаҫары, "Киске Өфө" гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, Рәсәйҙең Хәрби-Һауа Көстәре полковнигы, Рәсәй Геройы Рафиҡ Ихсанов, Мәскәү өлкәһе Истра ҡалаһы башлығының беренсе урынбаҫары Александр Старшинин, билдәле киноартист Павел Майков булды.
Ойоштороу комитеты етәксеһе Азат Бадранов әйтеүенсә, был турнирҙы йыл һайын ойоштороу планлаштырыла. Үҙ сиратында, был сара тап ошо уҡыу йортонда көрәш секцияһы асыу өсөн яҡшы этәргес булды ла инде.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

Ҡадир ҒӘЙЕТБАЕВ, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт химик технологиялар университеты студенты, турнирҙы ойоштороусыларҙың береһе: Милли көрәш менән Сибайҙа мәктәптә уҡыған сағымда уҡ шөғөлләнә инем. Мәскәүгә уҡырға килгәс, милли көрәш секциялары булмағас, был шөғөлдө дауам итә алманым. Аллаға шөкөр, "Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары төбәк-ара ассоциацияһы" етәксеһе Азат Бадранов беҙҙең милли көрәш менән шөғөлләнгән егеттәрҙең теләген хуплап ҡаршы алды һәм бына ошо беренсе турнирҙы үткәреүгә өлгәштек. Бынан һуң шулай уҡ ассоциация ярҙамында көрәш секцияһын үҙебеҙ ойошторасаҡбыҙ. Турнир ҙа йыл һайын үткәреләсәк, тип һөйләштек. Иң ҡыуандырғаны - әлеге бәйге бер ниндәй имгәнеүҙәрһеҙ үтте. Быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урын яулай алманым, минең менән көрәшкә сығыусылар бик көслө булды. Киләһе йылға нығыраҡ әҙерләнәсәкмен.

Салауат ЙОСОПОВ, милли көрәш буйынса РФ-ның спорт мастеры, ике тапҡыр - Рәсәй Федерацияһы, ике тапҡыр - Урал Кубогы чемпионы, күп тапҡырҙар республика чемпионы. Әлеге көндә РФ Ҡораллы көстәрендә хәрби хеҙмәтен үтәй: Көрәш минең өсөн күптән йәшәү рәүешенә әйләнгән, уның менән бала саҡтан шөғөлләндем. Мәскәүҙә башҡорт йәштәре араһында милли көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турниры үткәреләсәген белгәс, шундуҡ ғариза ебәрҙем. Бәйге юғары кимәлдә үтте, унда айырыуса яҡташтарыбыҙ - Рәсәй Федерацияһы Президенты Аппаратының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Радий Хәбиров, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары ҡатнашыуы ҡыуандырҙы. 75 килограмдан юғары ауырлыҡ категорияһында 11 дәғүәсемде еңеп, 1-се урын яуланым. Бынан тыш, ҡалған ике ауырлыҡ категорияһында ла элекке ғариповсылар (Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) - Рәфис Шаһиев менән Азамат Юлбирҙиндың беренселекте алыуы ҡыуандырҙы

Фатима ЯНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.15 | Ҡаралған: 1360

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru