«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЕҘҘЕҢ БАТЫРЛЫҠТЫ БЕЛӘБЕҘ...
+  - 

Һәр ғаиләнең үҙ геройы - һуғышта ҡатнашҡан ветераны барҙыр. Ә һеҙҙең батырығыҙ кем? Уның хәрби юлы тураһында һеҙ ниҙәр беләһегеҙ?

Флүзә Санъярова, хаҡлы ялда, Баймаҡ районы Темәс ауылы:Атайымды, Борай районының Алдар ауылында йәшәүсе дүрт балалы Зәкировтарҙың ғаилә башлығы Хәмит Зәкир улын, 1942 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Ләкин шунда уҡ ут эсенә алып барып тыҡмайҙар. Тәүҙә беҙҙең ауылдан 150 саҡрым алыҫлығындағы Әлкә хәрби ҡаласығында әҙерлек үтергә ебәрәләр. Атайым Әлкәлә булған саҡта әсәйем, ат егеп, ун биш көнгә бер тапҡыр уға кейем, ашарына ризыҡ ташый. Шулай бер килгән сағында миңә - бишенсе сабыйҙарына ғүмер бирәләр. Оҙаҡламай атайҙы фронҡа оҙаталар. Сабыйҙары донъяға килеүен хәбәр иткән хатҡа яуап итеп, атайым бәләкәй генә шыптырлаҡ ҡағыҙға: "Ҡыҙыма Флүзә, тип, беҙҙең шәфҡәт туташының исемен ҡуш", - тип үтенә, үҙенең имен-һау ҡайтырына ышанысын да йәшермәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға был ҡәһәрле һуғыштан әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Әсәйемде оло ҡайғыға һалып, тәүҙә "хәбәрһеҙ юғалды" тигән, аҙаҡ "һәләк булды" тигән ҡағыҙҙар килә. Атайымдың миңә ниндәй исем ҡушырға кәрәклеген белдереп яҙған теге хатын 6-7 йәшлек сағымда миңә күрһәттеләр. Унда яҙылған бер-нисә юлды, айырыуса, "шәфҡәт туташы" тигән һүҙҙе хәтеремә ныҡ киртеп ҡуйғанмын, күрәһең. Хатта үҙемә: "Ҙурайып, кеше булһам, мотлаҡ шәфҡәт туташы буласаҡмын - атайымдың васыятын үтәйәсәкмен", - тигән маҡсат ҡуйыуым да хәтерҙә. Медицина өлкәһе хеҙмәткәре булыу теләге 5-се синыфҡа тиклем күрше ауылға йәйәү йөрөп уҡыған сағымда ла, 6-сы синыфты тамамлап, фермала быҙау ҡараусы булып эш башлағанымда ла һүрелмәне - мине гел алға ғына әйҙәне. Тик уҡырға китергә уйлаһам да, колхоздан еңел генә сығып та китеп булманы: эш тә эш. Ахырҙа, 8-се синыфты тамамлағас, 1962 йылда бер апайға эйәреп, медицина училищеһына уҡырға инергә, тип, Сибайға киттем дә барҙым. Ләкин конкурстан үтә алмайынса, 11-се училище ашханаһына һауыт-һаба йыуыусы булып эшкә урынлаштым. "Быйыл булмаһа, икенсе йылына инермен", тип уйланым. Ошо йылда яҙмыш Сибайҙа шоферҙар курсында уҡып йөрөгән Темәс ауылы егете Хәбибулла Урмантаев менән осраштырҙы. Дуҫлашып йөрөгән саҡта ул минең шәфҡәт туташы булырға хыялланыуымды ишетеп: "Әйҙә, миңә кейәүгә сыҡ, уҡытырмын", - тип, мине үҙ ауылына алып ҡайтып та китте. Һүҙендә торҙо ирем, Сибайҙа дезинфекторҙар курсы асылыуы мәғлүм булғас, өлкән ҡыҙыбыҙға йәш тә өс ай тигәндә, мине уҡырға ебәрҙе. Шулай итеп, мин ғүмерлек хыялымды, атайымдың хыялын тормошҡа ашырҙым - хаҡлы ялға сыҡҡансы Темәс участка дауаханаһында тәүҙә - дезинфектор, һуңынан ашнаҡсы булып эшләнем. Атайымдың яу юлы тураһында мәғлүмәттәр һаҡланмаған. Әсәйем дә, апайҙарым да, тормош иптәшем дә был донъяла юҡ инде, атайымдың теге хаты ла юғалған.

Мөхәммәт Ҡолбирҙин, Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылы: Минең атайым, Ҡолбирҙин Әбделғәни Әбделғәлим улы, Бөйөк Ватан һуғышына 1943 йылдың август айында алынып, 1945 йылда Берлинғаса барып еткән, шулай уҡ Мәскәү ҡалаһында Бөйөк Еңеү парадында ҡатнашҡан кеше. Яңыраҡ ҡәҙерләп һаҡланған ҡайһы бер документтарҙы аҡтарып ултырҙым да, атайымдың бөтөн ғүмер юлы күҙ алдыма килгәндәй булды.
Ул 1923 йылдың 28 ғинуарында Бөрйән районы Иҫке Мөсәт ауылында биш балалы ғаиләлә баш бала булып донъяға килә. 1939 йылда етенсе синыфты тамамлағас, "Яңы юл" колхозында эш башлай. Колхоз етәкселәре ни ҡушһа, бар эште еренә еткереп башҡара. 1942 йылдың 12 июнендә хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби парашютсылар әҙерләү мәктәбендә уҡый. 1943 йылдың 12 авгусында Сталинград янында барған алыштарға десантсы булып инә. Ошо мәлдә коммунистар сафына ҡабул ителә. Клецкая ауылын дошмандан азат иткән саҡта тәүге яраһын ала. Ул ваҡытта ул пулеметсы ла, элемтәсе лә була. Ҡанлы бәрелештәрҙең береһен былай тип һөйләй торғайны: "Йылға аша элемтә булдырырға бойороҡ алдыҡ. Был заданиены үтәр өсөн биш кеше һайлап алынды. Шулар араһында мин дә бар. Дошманға күренмәй генә, ағас кешмәк эшләп, уның эсенә кабель һалып, икенсе ярға ҡуҙғалдыҡ. Ноябрь айы. Һыуыҡ һыу һөйәктәргә тиклем үтә. Етмәһә, фашистар бер туҡтауһыҙ ракета яҡтырта, йылға өҫтөнә ямғыр һымаҡ пуля яуҙыра. Ләкин беҙ нисек тә икенсе ярға сығып, элемтә булдырҙыҡ. Был мөһим заданиены үтәп сыҡҡаныбыҙ өсөн мин дә 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән наградландым". Уның башҡа наградалары ла бик күп ине атайымдың. "За боевые заслуги", "За отвагу", "За освобождение Варшавы", "За взятие Берлина", I, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, һуғыш мәлендә юғары командование тарафынан бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары (бөтәһе 13), һуғыштан һуңғы юбилей миҙалдары.
Оҙон буйлы, мөһабәт кәүҙәле ине атай. Буйы 195 сантиметр булды, ҡалын тауышлы кеше ине. Шуларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алып, атайға Беренсе Украина фронты яугирҙары исеменән 1945 йылда Мәскәү ҡалаһында үткән Еңеү парадында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Һалдаттарҙы 4 аҙна буйы әҙерләйҙәр. Тәүлегенә 8-әр сәғәт строевой марш менән күнекмә яһайҙар. "Ошо строевой күнекмәләрҙе эшләгән саҡта әллә нисә пар итек туҙҙырҙыҡ", - тип һөйләй торғайны атайым. 1946 йылдың 25 мартындағы указ менән ул демобилизацияланып, тыуған яғына әйләнеп ҡайта һәм "Яңы юл" колхозында эшен дауам итә. Тағы, бер нисә йыл беҙҙең ауылдан 35 саҡрым алыҫлығындағы Аҫҡар ауылына саңғы менән йөрөп, физкултура уҡытыусыһы булып та эшләй. Шул ваҡытта буласаҡ ҡатыны Ғәлиәне осрата һәм кәләш итеп алып та ҡайта. Улар биш балаға ғүмер бирә.
Атайҙы уҡытыусылар байрам һайын мәктәпкә саҡырып, һуғыш хәтирәләрен һөйләтә ине. Ул, үҙ сиратында, ихласлап, һуғыш хәтирәләрен бәйән итә. Бөйөк Еңеүҙең 50 йыллығын бик ашҡынып көттө ул. "Бүтән был байрамға бара алмам, ейәндәрем мине барып күрһендәр", - тип, ейәндәрен дә район үҙәгенә байрамға алып барҙы. Һәм, ысынлап та, 1995 йылдың 15 июнендә ул был донъянан китеп тә барҙы. Үҙенең ҡасан үлерен белеп йөрөнө: баҡтиһәң, һуғышҡа китеп барған мәлендә вокзалда бер сиған ҡатыны: "Ҡурҡма, һуғыштан имен-һау ҡайтаһың, һәйбәт итеп йәшәйһең һәм 73 йәшеңдә үләһең", - тип әйткән икән.

Салауат Янғужин, Өфө ҡалаһы: Башҡорттарҙың Рус дәүләтенә ҡушылыуында ҙур роль уйнаған шәхес - юрматы ырыуы башлығы Тәтегәс мырҙа вариҫы, 1913 йылда Стәрлебаш районы Табылды ауылында тыуған олатайым Талха Хәйҙәр улы Тәтегәсов, РФ Оборона министрлығы үҙәк архивы материалдарынан күренеүенсә, 1935 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Һуғыш башланғанда өлкән лейтенант дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Һуғышта Белорус фронтының 5-се тимер юл бригадаһының 79-сы төҙөкләндереү батальонының 2-се тимер юл ротаһында взвод командиры булып хеҙмәт итә. Хәрби бурысын бик ауыр шарттарҙа үтәргә тура килә уларға. РФ Оборона министрлығы үҙәк архивында шулай уҡ Талха Тәтегәсов взводының Украинаның Тернополь (Гусятин станцияһы янында) һәм Полтава (Лохвица станцияһы эргәһендә) өлкәләрендә 1941 йылдың 6 июлендә һәм 12 сентябрендә бәрелештәрҙә ҡатнашыуы тураһында мәғлүмәт бар.
Талха олатай һуғыштың тәүге көндәренән үк үҙен яҡшы офицер, үҙ эшен һәйбәт белеүсе, һәләтле ойоштороусы итеп таныта. Өлкән лейтенант Тәтегәсовтың оҫта ойоштороуы арҡаһында, уның взводы 1943 йылдың сентябрендә Коренево станцияһын төҙөкләндереүҙе бер тәүлеккә иртәрәк, йәғни, эште 120 процентҡа иртәрәк тамамлап та ҡуя. Шул уҡ айҙа Кашары менән Грузское станциялары араһын да билдәләнгән көндән ике тәүлеккә иртәрәк төҙөкләндереп бөтә. 7 сентябрҙә Плиски станцияһына дошман самолеттары һөжүм итеп, бер-нисә вагонды шартлата. Һөҙөмтәлә, вагон эсендәге ярылмаған снарядтар йән-яҡҡа сәселә. Ҡайһылары бына-бына шартлар сиккә етә. Поездар хәрәкәте туҡтатыла. Ошондай ҙур ҡурҡыныс янағанда Талха Тәтегәсов һәм уның взводы тиҙ арала шартламаған снарядтарҙан бушатып, станцияны эшләрлек хәлгә килтерә. Ошо батырлыҡтары теркәлгән олатайымдың Үҙәк архивта.
Олатай һуғыштан һуң Свердлов өлкәһе Екатеринбург ҡалаһында йәшәне һәм эшләне. Һуғыш ветерандарына арналған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Оло йәштә - 91 йәшендә булыуына ҡарамаҫтан, тыуған Башҡортостанын, туғандарын онотманы.

Иҙел РӘХИМОВ
яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.15 | Ҡаралған: 1531

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru