«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ВЕТЕРАН ҺҮҘЕ АҠЫЛДЫҢ ҮҘЕ
+  - 



Һәр замандың үҙ ауырлығы тиһәләр ҙә, һеҙҙең быуынға барыбер ҙә һынауҙарҙың иң тосо эләкте. Ул һынауҙарҙы лайыҡлы үткән ветерандар булараҡ, киләһе быуынға - йәштәргә ниндәй теләктәр еткерерһегеҙ?

Әмир Шамаев, медицина, иҡтисад фәндәре докторы, профессор, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: Элек кеше бер-береһе өсөн үлергә әҙер ине. Ә хәҙергеләрҙән ундай үҙ-үҙен ҡорбан итеүҙәрҙе өмөт итеп булмай. Һуғыш ваҡытында күршеһе ас ултырһа, кеше күршеһен уйланы. Берҙәмлек ныҡлы булды, тап ошо берҙәмлек илде көслө итте лә инде. Бөгөнгө тарҡаулыҡ эсте бошора. Йәштәр, еңелерәк йәшәү юлдары тураһында баш ватып, "ил өсөн кәрәк" тигән һүҙҙе онотто. Әммә улар, еңеллек эҙләп, үҙҙәренең көндәлек тормошон ғына ҡатмарлаштырҙы. Әлбиттә, ғәйеп йәштәрҙә генә лә түгел. Был һүҙҙәр ҙә бөтөн йәштәргә лә ҡағылмай. Бына тигәндәре лә бар уларҙың. Насар ғәҙәттәр менән дуҫ булмағандар, иманға, белемгә ынтылғандары ла күп. Шуныһы беҙҙе ҡыуандыра, әлбиттә. Ә барыбер йәштәрҙең кешелеклерәк булыуын теләйем. Хеҙмәтте һанлаһындар.
Үҙемдең тормошомдан, эшләгән эштәремдән ҡәнәғәтмен. Ғаиләм дә яҡшы. Ҡатыным да, балаларым да - табиптар, фән кандидаттары. Үҙем дә күп йылдар медицина өлкәһендә эшләнем. Башлыса етәксе урындар биләргә тура килде. Һәр саҡ тәү сиратта хеҙмәткәрҙәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итергә тырыштым. Тырышлығым бушҡа китмәне - ауылда эшләгәндә табиптар өсөн йорт һалыуҙан башланым, ҡалала бер-нисә күп ҡатлы йорт төҙөтөүгә тиклем барып еттем. Нимә генә эшләһәм дә, башымда: "Табиптарыма фатир төҙөтөргә кәрәк", - тигән уй йөрөнө. Етәксенең ошондай эштәре хеҙмәткәрҙәрҙе берләштерә, эшкә ылыҡтыра. Хәҙер ҡайҙа барһам да, мине "атай"тип кенә йөрөтәләр.

Рәмил Вәхитов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: Һуғыш башланғанда миңә 13 йәш ине. Ниндәй ауырлыҡ хәтерегеҙҙә айырыуса ныҡ уйылып ҡалған, тиһәгеҙ, көтмәгәндә "һуғыш башланды" тигән хәбәр ишетеү иң ауыры булғандыр. Хәрби хеҙмәткә яраҡлы ир-ат, иң яҡшы аттар фронтҡа алынғас, баҫыу эштәре беҙҙең кеүек 13-15 йәшлек балалар иңенә төштө. Колхоз эшенән тыш, йорт эштәрен дә беҙгә алып барырға тура килде. Ерҙе фронтҡа алынған аттарҙан ҡалған арыҡ, сибек, ауырыу аттар менән һөрҙөк. Улары арығас, үгеҙҙәр ектек. Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтөн ауырлыҡты ил менән бергә кисерҙек. Шулай ҙа аслыҡ - ауырлыҡтарҙың иң хәтәре булды. Һуғыш алдынан ике йыл буйы ҡоролоҡ булғас, ашарға икмәк булманы. Беҙҙең әсәй алабута орлоғонан икмәк бешерә торғайны. Улары таш һымаҡ ҡаты, шулай ҙа көҙөн шул икмәкте кимерҙек. Йәйгеһен ашарға яраҡлы үләндәр сығыуын көтөп ала торғайныҡ. Тамыраҙыҡтар, ашарға яраҡлы үләндәр беҙҙе ҡотҡарып ҡалды. Хеҙмәт беҙҙе сыныҡтырҙы. Хәҙер ҡалала балаларға, йәштәргә эш эләкмәй. Был, бер ҡараһаң, яҡшы, икенсе яҡтан, бик үк һәйбәт тә түгел. Әлеге лә баяғы, хеҙмәт тәрбиәһе онотола төштө. Хәҙер йәштәр ҡайҙа эш хаҡы күберәк - шунда ынтыла. Бөтөн ерҙә лә ҙур эш хаҡы бирмәйҙәр, шуға күбеһе эшләмәй, эскегә һалыша. Насар ғәҙәттәрҙең барыһы ла - эшләмәүҙән. Көсөң ташып тора икән - эшлә, туғандарыңа файҙа килтер ҙә бит...
Йәштәргә шуны әйткем килә: бөтөн ауырлыҡтарға ла түҙһендәр ине. Беҙҙе ул ауырлыҡтар сыныҡтырҙы, шуғалыр ҙа, бөгөнгө көн ауырлыҡтары беҙгә бар ни, юҡ ни һымаҡ.

Борис Әхмәтйәнов, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, мотоуҡсылар, танк полктары командиры, полковник: 1941 йылдан көньяҡ-көнбайыш фронтта Анапа янындағы һуғыштарҙа, Төньяҡ Кавказ фронтында, аҙаҡ көнсығыш Пруссияла барған һуғыштарҙа ҡатнаштыҡ. Фронтта ауырлыҡтар күп булды: яҡшы генералдар етеңкерәмәне. Күп тапҡырҙар хәрби операцияны ойоштора белмәгәнектән еңелеүҙәргә дусар булдыҡ. Ҡайһы саҡта аҙыҡ-түлек, ҡорал-яраҡ менән тәьмин итеү ҙә насарыраҡ булды. Мин, командир булараҡ, ҡорал-яраҡҡа һәр ваҡыт мохтажлыҡ кисерҙем, уларҙы йыш ҡына үҙ ваҡытында килтермәй йонсоталар ине.
Йәштәргә шуны әйткем килә: тәнде лә, йәнде лә сәләмәт тотһондар, тарихты өйрәнһендәр, Ватанды яратһындар, ҡыйыу булһындар.

Азат Мағазов, яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, полковник: Донялар улар өсөн имен торһон. Йәштәр үҙҙәре теләгән, күңелдәре ятҡан һөнәр һайлаһын. Тағы, шуны өҫтәге килә: беҙҙең йәштәр бынамын тигән. Юғиһә: "Элек йәштәр шулай ине, былай ине, ә хәҙер йәштәр икенсе төрлө" - тип, йәшәтәребеҙҙе ныҡ тәнҡитләп ебәрәләр. Минеңсә, бөгөнгө йәштәр бик яҡшылар, белемлеләр, маҡсатлылар. Улар мәғлүмәт менән шул тиклем оҫта эш итәләр. Шул мәғлүмәт ҡара урманында аҙашмаһындар, үҙҙәренең ҡиблаларын юғалтмаһындар, тип кенә теләргә ҡала. Нигеҙе, асылы саф булһа, донъя үҙгәрә ҡалғанда ла уларҙы бер-нисә айҙа ҡағып-сүкеп патриот итеп була ул.

Закир Зыянгиров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Өфө ҡалаһы: Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнөндә Япония сигендә - Маньчжурияла, Порт-Артур тигән ҡалала хеҙмәт итә инем. Беҙгә ауырлыҡтар менән осрашырға ул тиклем тура килмәне. Беҙ илебеҙҙең көнсығыш сиген һаҡланыҡ. Ике ай эсендә япондарҙы еңдек. Япондар бөтөнләй һуғышманы - әсиргә төштө. Әсирҙәрҙән: "Ниңә беҙгә ҡаршы һуғышманығыҙ һуң?" - тип һорағайныҡ: "Беҙгә комсомолдарға ҡаршы һуғышмаҫҡа, тигән бойороҡ килде", - тип яуап ҡайтарҙы улар. Шулай итеп, СССР дәүләте сигенән Порт-Артурға ике ай эсендә барып еттек. Һуғыш бөткәс, беҙҙе, йәшерәк һалдаттарҙы, Порт-Артурҙағы хәрби диңгеҙ базаһында ҡалдырҙылар, ә олораҡ йәштәгеләрҙе өйҙәренә ҡайтарҙылар.Шулай итеп, мин 7 йыл буйына халҡыбыҙҙың бик аяныслы тарихы менән бәйле Порт-Артурҙа хеҙмәт иттем. Диңгеҙ буйында саф һауала йәшәгәнгә, әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнгәнгәлер, үҙемде гел яҡшы тойҙом. Әле лә һынатмайым - гармун тартһалар, инәлтеп тормай, бейеп тә китәм. Иллә мәгәр, спиртлы эсемлек эсә икән был олатай, шуға бейейҙер, тип уйлап ҡуймағыҙ - ғүмерем буйы араҡыһын да эсмәнем, тәмәкеһен дә тартманым. Эшем дә шуны талап итте. Һуғыштан һуң Өфөлә хәрби училищела уҡыным да, Өфө йылға портына эшкә урынлаштым. 40 йылдан ашыу капитан булдым - пассажирҙары ла, йөгө лә ташылды. Йөҙләгән кешене ултыртып, теплоходта йөрөткәндә, 300-ләгән метрлыҡ һал таҡтырып йөҙгәндә лә спиртлы эсемлек түгел, тәмәке тартыу ҙа ярамай. Ғүмерем буйы тип әйтерлек режим менән йәшәнем. Йәш ватандаштарҙы ла сәләмәт тормошҡа саҡырам. Бына шулай ҡаршылайым мин Бөйөк Еңеүҙең 70-се яҙын.

Илгиз ИШБУЛАТОВ яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.05.15 | Ҡаралған: 1482

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru