«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨТКӘН АУЫЛДАРҘЫҢ ДА ИҪКӘ АЛЫР ВЕТЕРАНДАРЫ БАР БИТ
+  - 

Бөгөн күп ауылдарҙа һуғыш һәм тыл ветерандарын хөрмәтләп иҫкә алалар, уларға арналған обелисктар яңыртыла, яңылары асыла. Ә бына бөткән ауылдарҙан һуғышҡа киткән һалдаттар, тыл ветерандары, һуғыш йылдары балаларын кем иҫкә ала икән? Был ауылдарҙа ла ҡасандыр тормош гөрләп торған бит. Әммә әле ул урындарҙа моңһоу тынлыҡ. Сәскәләр һалырға яугирҙарҙың исеме яҙылған таҡтаташтар ҙа, һәйкәлдәр ҙә юҡ. Ә ундай бөткән ауылдар илебеҙҙә бихисап бит. Әсәйемдең тыуған ауылы Кәшәле лә шундай ауылдар иҫәбендә.

Әҙәм балаһын тыуғандан алып баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем кендек ҡаны тамған, тәпәй баҫҡан тыуған ере, ата-әсәһе, туғандары, бергә уйнаған иптәштәре, ундағы көнитмеше - барыһы ла татлы иҫтәлектәр булып, ғүмере буйына оҙатып баралар. Әсәйем дә Фатима инәйем килһә: "Эх, үлмәҫ элек шул Кәшәлене бер барып күрһәң ине", - тип, бала саҡтарын, олатайым менән өләсәйемде, яҡын туғандарын, бергә саңғы кейеп, тоҡ йөкмәп орлоҡ ташыған иптәштәрен, әтлек, һарына йыйған урмандарын, бесән сапҡан туғайҙарын, Нөгөштә һыу ингәндәрен йыш иҫенә төшөрөп ултыра. Уларҙың һөйләшкәндәрен тыңлаһаң, Кәшәле - донъяла иң матур, иң гүзәл ер. Күге зәп-зәңгәр. Үләндәре бәрхәт, һарынаһы, балтырғаны, ҡымыҙлығы иң һутлыһы, шишмәләренең һыуы иң татлыһы. Хатта ҡоштары ла унда матурыраҡ һайрай икән. Әсәйем менән инәйемдең үҙ-ара сөкөрҙәшеп һөйләшкәндәрен тыңлаған һайын, Кәшәле миңә мөғжизәле, серле әкиәт донъяһы һымаҡ тойола. Тормош иптәшем, ҡустым менән кәңәшләштек тә бер саҡ, әсәйем менән инәйемә тыуған ерҙәрен күрһәтеп килтерергә булдыҡ. Кәшәлегә алып барыуыбыҙ тураһында әйтеүебеҙ булды, улар юлға ихлас йыйына ла башланы. Ҡәҙерлегә генә кейгән күлдәктәрен, яулыҡтарын, туфлиҙәрен һалып алдылар. Хатта туфлиҙарын ялтыратырға кремдарын, щеткаларын да онотманылар. Туғандарым:
- Унда Рәшит ағай менән Нажия апайҙан башҡа бер кем дә юҡ бит, кем алдында шул тиклем биҙәнеп-төҙәнеп йөрөргә йыйынаһығыҙ? - тип көлөштөләр.
- Тыуған ауылыбыҙға ҡайтабыҙ бит, - тинеләр, шат йылмайышып әсәйем менән инәйем. Уларҙы атҡа ултыртып, үҙебеҙ йәйәүләп, Кәшәле ауылына барырға сыҡтыҡ. Юл буйына иҫтәлектәр, хәтирәләр тыңлап, тәбиғәттең хозурлығына һоҡланып, атайымдың тыуған ауылы Ямашты үтеп, Түбәнге ауылға килеп еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ.
Ауыл, тигәс тә, хәҙерге көндә юҡ инде ул ауыл, күптән юҡҡа сыҡҡан, нигеҙ таштары ғына ҡалған. Тынлыҡ. Ауылдарҙың яҙмышы ла кеше яҙмышына оҡшаған шул, оҙон ғүмерле, ҡыҫҡа ғүмерлеләре була. Хатта ҡасандыр гөрләп, тормош ҡайнап торған ауылдар ҙа юҡҡа сыға икән. Түбәнге ауылдың буйынан-буйына андыҙ, алһыу төҫтәге ҡырағай мальва үҫкәйне. Ә Динислам бабайҙың өйөнөң нигеҙ буйында өс урында өйкөм-өйкөм булып ҡыҙыл төҫтәге ниндәйҙер ят сәскәләр үҫеп ултыра ине. Мин ундай сәскәләрҙе бер ҡасан да бер кемдең дә баҡсаһында ла, урманда ла күргәнем булманы. Шул ят сәскәләргә ҡарап шаҡ ҡатҡанмын. Әсәйем менән инәйем һәр өй урынында туҡталып: - Ошо урында Динислам бабайҙың өйө, эргәһендә улдарының өйө ине. Быныһы Фәйзулла бабайҙыҡы, - тип, нигеҙ таштарын һыйпап, хужаларын иҫкә төшөрөп йөрөнө. - Ошонда мәсет була торғайны, - тип, мәсет урынын күрһәтеп, Әйүп мулланың фажиғәле яҙмышын бәйән иттеләр.
Граждандар һуғышы осоронда аҡтары ла, ҡыҙылдары ла халыҡтың үҙәгенә ыу булып ултырған. Ике яҡ та халыҡты берҙәй талаған, берҙәй ҡырған. Ул ваҡытта тағы ла ҡуйы ҡара урмандарыбыҙ ҡасҡындар, уғрылар, юлбаҫарҙар өсөн дә төйәк булған. Улары ла, аңғармаҫтан килеп сығып, халыҡтың аҡтыҡҡы ризыҡтарын талап, тартып алып киткәндәр. Был юлы ла аҡтары сығып китеүгә, арттарынан баҫмаҡлап ауылға ҡыҙылдары килеп кергән. Тауҙың башынан тороп Хәйрулла олатайҙы атып үлтерәләр. Фатима, Хәҙисә исемле ҡыҙҙары, улы Ғәйнулла етем ҡалалар. Һәр ауылда дин әһелдәрен юҡ итеп йөрөйҙәр ул яуыздар. Әйүп мулланы эҙләп, утлыҡсанан табып алалар. Ул, ни булһа ла ҡанлашып үләйем, тип уйлағандыр инде, бер һалдатты төртөп ебәрә. Шул арала тегеләр уны атып та йығалар. Әйүп мулла һәләк була, ул йән биргән арала һауаға "зыңғыр" итеп бер тауыш осоп китә. Һалдаттар:
- Ана, муллағыҙҙың йәне туп-тура ожмахҡа осто, - тип көлөп торғандар. Кем булғандыр ул Әйүп мулла. Һорашып, шәхесен асыҡларға бер кем дә юҡ шул. Ҡыҙылдар юҡ итергә тырышҡас, һәр хәлдә, затлы кеше булғандыр, тип уйларға ҡала. Зыяратына ҡарағанда, был ауыл ҙур ғына булған. Аслыҡ та, ил эсендә барған мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош та ҡырған ауыл халҡын. Ауылды үтеп, әҙ генә бара биргәс, ҡурайҙар үҫеп ултырған ергә барып сыҡтыҡ. Ҡустым бер ҡурайҙы ҡырҡып алып, һыҙғыртып ҡараны. "Эй, моңло ҡурайҙар! Ауылығыҙҙа йәшәгән эшһөйәр, күңелсәк, матур кешеләрегеҙҙе өҙөлөп һағынаһығыҙҙыр, халҡығыҙҙың фажиғәле һәләкәте тураһында уйлап, моң түгәһегеҙҙер, зар илайһығыҙҙыр. Илебеҙҙе һаҡларға нисә яугирығыҙ китте, нисәүһе тыуған еренә әйләнеп ҡайта алды? Етемһегеҙ шул, моңло ҡурайҙар. Илебеҙҙә зыяраттары ғына ҡалған бындай өнһөҙ ауылдар бик күп бит. Бер туҡтауһыҙ мәктәптәр, мәҙәниәт усаҡтары, дауаханалар ябылһа, тағы ла артыр инде бындай үлек ауылдар" , - тигән ауыр уйҙар менән тағы ла икенсе бөткән ауылға юлыбыҙҙы дауам иттек.
Кәшәлегә етәрәк, урмандар ҡуйы, ағастар бейегерәк, һомғолораҡ та һымаҡ тойолдо. Ғәбдин олатайымдың тәбиғәт балалары булған ата-бабаларыбыҙҙан быуындан-быуынға күсеп, мираҫ булып ҡалған йөҙйәшәр солоҡ ҡарағайҙары, беҙҙе сәләмләгән кеүек, күкрәк киреп, ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Был яҡтың моңло, селтер шишмәләре, хуш еҫле сәскәле туғайҙары, болондары, күп тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты тау-ҡаялары мине әсир итте лә ҡуйҙы.
Ҡояш байыуға яҡынлашып килгәндә, Кәшәлегә барып еттек. Ата-бабаларыбыҙҙың зыяратын барып күрҙек, әсәйем менән инәйем әрүахтарға бағышлап, аят уҡыны. Беҙ зыяраттан әйләнеп килеүгә, Рәшит ағай менән Нажия апай мул итеп табын әҙерләп ҡуйғайны. Кешеләрҙе ашатҡан да, эсергән дә, йылындырған да мейес булғанғамы икән, ҡайҙа барһам да, ҡиммәтле мебелдәр ҙә, йыһаздар ҙа күҙгә салынмай, иң беренсе, иҙән уртаһында ултырған мейес иғтибарымды үҙенә йәлеп итә. Был юлы ла өйгә килеп инеү менән үҙенсәлекле генә итеп сығарылған мейескә күҙем төштө.
- Был мейес - әсәйемдән ҡалған иҫтәлек инде, тик таштан ғына сығарылған, - тип аңлатты Рәшит ағай.
Бер-береһен һағынышҡан ауылдаштарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәне, хәтирәләр артынан хәтирәләр теҙелде. Һуғыш йылдары, һарыналы, балтырғанлы, әтлекле, яланаяҡ, сабаталы бала саҡ… Кемдәр һуғышҡа киткән, кемдәре әйләнеп ҡайта алған, кемдәре сит яҡтарҙы һуңғы төйәге иткән - барыһы ла иҫкә алынды.
Кәшәленән бөтәһе ун биш кеше ил һаҡларға яуға киткән. Тәүҙә олораҡ йәштәгеләр: Күсәпов Зәки, Зөбәиров Сабир, Күсәпов Кәбир, Ишбаев Әбделвәли, Ишбаев Исмәғил, Ишбаев Ғайса, Күсәпов Әбдерафиҡ, Яманаев Ғәләүетдин, Чернышев Алаксандр, Бураканов Мәхийән, Мөфтәхитдинов Мәүлетҡол һуғышҡа алына. Уларҙан һуң Нәҙершин Мөхәмәтғәли, Күсәпов Шаһивәли бабайҙарға ла сират етә. Бер аҙна үтеүгә, ике дуҫ, Нәҙершин Әбделхаҡ, Әбделғәниев Бейбулат бабайҙар яуға китә. Күсәпов Кәбир бабай, ҡаты яра алғандан һуң, ауылына ҡайта, әсәһе Ғәйниямал өләсәй, кәзә һөтө эсереп, улын аяҡҡа баҫтыра. Һауыҡҡас, Кәбир бабай яңынан һуғышҡа алына, шул китеүҙән кире тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай. Үҙе һуғышта саҡта бер бөртөк кенә ҡыҙ балаһы ла үлеп ҡала. Иренең ҡара ҡағыҙын алғас, ҡатыны тыуған ауылына ҡайтып китә. Ишбаев Исмәғил бабай Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итә. Бала саҡта ололарҙың Исмәғил бабайҙың бер ҡаты алышта батырҙарса һәләк булыуы, аяғы атының өҙәңгеһенән ысҡынмайынса, әллә ни хәтлем һөйрәлеп барыуы тураһында һөйләгәндәрен тыңлап, кескәй генә йөрәгем ныҡ тетрәнгәйне. Зөбәиров Сабир Шәкир улы 1942 йылдың 6 июнендә һәләк була, ҡәбере Орлов өлкәһенең Новосильский районы Шажково ауылында. Күсәпов Зәки 1941 йылдың 7 июлендә һуғышҡа китә һәм 1942 йылдың 8 авгусында хәбәрһеҙ юғала. Ишбаев Ғайса 1942 йылдың 7 ғинуарында хәбәрһеҙ юғала. Күсәпов Шаһивәли 1942 йылдың 24 февралендә һуғышҡа китә, 1942 йылдың август айында һәләк була. Нәҙершин Мөхәмәтғәли бабай уны ерләп китеүе тураһында һөйләй. Бәләкәй генә Кәшәле ауылынан 15 кеше һуғышҡа алынып, шуларҙың бишеһе генә әйләнеп ҡайта: Күсәпов Әбдерафиҡ, Яманаев Ғәләүетдин, Бураканов Мәхийән, Мөфтәхитдинов Мәүлетҡол, Нәҙершин Мөхәмәтғәли.
Ил һаҡларға яуға китеп, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмаған һалдаттарҙың береһе, әсәйемдең бер туған ағаһы Нәҙершин Әбделхаҡ бабайым, 1923 йылда Кәшәле ауылында Ғәбдин һәм Аҫылбикә Нәҙершиндарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Бәләкәй генә көйө ул атаһы менән бергә Нөгөш буйлап һал ағыҙа, солоҡ яба, айыуға һунарға йөрөй. Кәшәлелә һуңлап ҡына, 1937 йылда ғына, мәктәп асыла. Төрлө йәштәге 30 баланы беренсе синыфҡа йыйып уҡыта башлайҙар. Әбделхаҡ бабай бик отҡор, етди, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларҙың береһе була. 1940 йылда уның ойоштороу һәләтен күреп, колхоздың комсомол ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар, бригадир эшен йөкмәтәләр. Һуғыш осоронда ҡатын-ҡыҙҙар күп итеп бәрәңгене йыуып, ваҡ ҡына итеп турап, ҡаҙанда ҡайнатып алғандар, бешмәҫ элек һоҫоп алып, мейестә киптергәндәр. Яуға китер алдынан Әбделхаҡ бабайым шул бәрәңгеләрҙе фронтҡа оҙатып йөрөгән.
Бала менән әсәне күҙгә күренмәгән ниндәйҙер эске тойом ептәре бәйләп тора бит ул. Әбделхаҡ бабайымдың яраланғанын да һиҙә өләсәйемдең йөрәге. "Бөгөн Әбделхағымды төшөмдә күрҙем. Бүрәнә һөйрәп килә ине: "Уй Аллам, аяғым," - тип, йығылып китте. Аяғы яраланды инде баламдың", - тип үрһәләнә ул. Күп тә үтмәй, бабайымдың аяғы яраланып, госпиталдә ятыуы тураһында хат алалар. Улының үлгәнен дә белә өләсәйем. Фатима инәйем менән Миңлеғол бабайым, Әбделхаҡ бабайымдың үлем хәбәрен өләсәйемә күрһәтмәй, шым-шым ғына илайҙар икән. "Ниңә өндәшмәйһегеҙ? Нимәгә илағанығыҙҙы беләм бит. Әбделхағым харап булды инде", - тигәс, ҡара ҡағыҙҙы бирергә мәжбүр булалар.
Мостафин Әхмәтшәриф бабай һуғыштан ҡайтҡас, Әбделхаҡ бабайымды госпиталдә осратыуы тураһында һөйләй. Бабайым - өҫкә ҡатта, Әхмәтшәриф бабай аҫҡы ҡатта дауаланған була. Әхмәтшәриф бабай ҡултыҡ таяғына таянған оҙон буйлы, ҡуңыр йөҙлө, дуғаланып торған ҡыйғас ҡашлы һылыу кешене абайлап ҡала. Ул был һалдатты, кемгәлер оҡшатып, сырамытҡандай була.
- Егет, һин ҡайҙан? - тип һорай.
- Башкириянан, - була яуап.
- Башкириянан икәнеңде беләм дә ул, ҡайһы ауылданһың?
- Йомағужа районы Кәшәле ауылы, - тип яуап бирә бабайым.
- Ғәбдин ағайымдың улы, үҙемдең ҡустымһың дабаһа һин, - тип ҡосаҡлап ала Әхмәтшәриф бабай. Әбделхаҡ бабайым оҙаҡламай фронтҡа китеүе тураһында әйтә.
- Ҡайҙа шул тиклем ҡабаланаһың, шәбәйеп тә бөтмәгәнһең бит, - ти Әхмәтшәриф бабай.
- Фронтҡа китергә тип, ҡултамғамды ҡуйҙым инде. Иптәштәрем һәйбәт, утҡа инһәң - уттан, һыуға инһәң - һыуҙан тартып алырҙар, -ти.
Бала саҡта Йәнғәлина Мәрйәм инәйҙең бабайым тураһында һөйләгән хәтирәһе иҫтән сыҡмай. Әбделхаҡ бабайым менән Мәрйәм инәй уйынға китеп баралар икән. "Мәрйәм, анауында ике яҡты йондоҙҙо күрәһеңме, шуларҙың береһе- һин, икенсеһе - мин", - ти икән бабайым. Үҙенең һөйөү тойғоларын "яратам" тип һүҙ менән дә еткермәгән ул, иң нескә, иң саф, иң илаһи мөхәббәт хистәрен йондоҙҙарҙың бейеклеге, бөйөклөгө менән аңлатҡан. Ниндәй әҙәпле, ниндәй юғары мәҙәниәтле булған ул оло быуын кешеләре! Ошо ҡәһәрле һуғыш булмаһа, бер-береһенә ғашиҡ әллә күпме Әбделхаҡтар, Мәрйәмдәр тыуыр ине. Шул замандың кешеләрен генә түгел, тыуыр быуындарҙы ла һәләк иткән шул был һуғыш. Мәрйәм инәй ҙә үҙенең яртыһын таба алмағандыр инде, ғүмере күпселек яңғыҙлыҡта үтте, шулай булыуға ҡарамаҫтан, өс ҡыҙына матур тәрбиә биреп үҫтерҙе.
Иртән тороуға ап-аҡ ҡуйы һөт һымаҡ томан төшкәйне ауыл өҫтөнә. Беҙ ҡайтырға йыйындыҡ. "Ҡайтмағыҙ, һарыҡ һуям, тағы ла бер-ике көн тороғоҙ инде", - тип үтенде Рәшит ағай. Беҙгә эш урындарыбыҙға барып өлгөрөргә кәрәк ине шул. Ҡала алманыҡ. Рәшит ағай, ҡатыны, ейәне оҙатырға сыҡтылар. Әсәйем, инәйем ҡосаҡлашып һаубуллаштылар.
"Йә Хоҙай! Был әсәйем менән инәйемдең тыуған яҡтарына һуңғы килеүе бит. Улар башҡа бер ваҡытта ла тыуған ауылдарына килә алмаясаҡ, Масаҡ, Тура уй, Ерекле тауҙарын күрә алмаясаҡ, шишмәләренән ятып һыу эсә алмаясаҡ бит,"- тигән уйҙар йүгереп үтте башымдан. Тамағыма төйөр килеп тығылды, күҙ йәштәремде күрһәтмәҫ өсөн артыма боролоп ултырҙым. Рәшит ағай, ҡатыны, ейәне ҡул болғап, аҡ томандар артында тороп ҡалды. Ошо күренеш бер ваҡытта ла онотолмай, йөрәгемде һыҙлатып, гел күҙ алдымда тора. Кәшәле ауылының нигеҙен ғүмеренең һуңына тиклем һаҡлап йәшәүсе Рәшит ағай ҙа юҡ инде. Ауыл үҙе лә тарихы менән аҡ томандар артында тороп ҡалды…

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.05.15 | Ҡаралған: 1545

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru