«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һуңғы йылдарҙа райондарҙа ҡышҡы милли спорт саралары үткәреү бик популяр була бара. Һеҙҙең уйығыҙса, бындай сараларҙың әһәмиәте нимәлә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОШО ЮҒАРЫЛЫҠТАН ТӨШМӘГЕҘ!
+  - 

Иң яҡын дуҫың менән күрешмәйерәк торһаң, күңелдә юҡһыныу тойғоһо барлыҡҡа килә. Уның йылы һүҙҙәрен, аҡыллы кәңәштәрен тыңлап, йәшәүгә дәрт алаһың, мәрәкәләренән көлөп, йөрәк болоҡһоуын баҫаһың, донъяуи яңылыҡтар тураһында хәбәрләшәһең, үҙеңде борсоған мәсьәләләр менән уртаҡлашып, күңелде бушатаһың. Күптән алдырған яратҡан гәзитем - "Киске Өфө"нө лә ошондай яҡын дуҫтарым рәтенә индерәм.

Республика халҡының рухи хазинаһына әүерелгән был баҫма тураһында тик яҡты һәм яҡшы һүҙҙәр генә әйтә алам. Тәү сиратта мәҡәләләрҙең атамаларын билдәләп үткем килә. Күҙ һалыу менән улар иғтибарҙы үҙенә йәлеп итә һәм мәҡәләне тиҙерәк уҡыу теләге тыуҙыра. Ҙур материалдың иң мөһим фекерен бер-нисә һүҙлек исем аҫтына һыйҙыра белеү оҫталығы һәр кемгә лә бирелмәй, шуға күрә гәзиттең ошо үҙенсәлеген һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә.
Баҫмала донъя күргән һәр мәҡәлә актуаллеге һәм бөгөнгө көндә өҫтөнлөклө урында булған темаларҙы күтәреүе менән дә күңелде арбай. Уның биттәрендә баш ҡалабыҙға ҡағылышлы төрлө һәм бай мәғлүмәттәр бирелеүе менән бергә, республика, ил, донъя кимәлендәге хәбәрҙәр ҙә урын ала. Был мөһим аспект, сөнки үҙ күсәреңдә генә өйрөлмәйенсә, донъялағы башҡа халыҡтар һәм уларҙың көнитмеше тураһында хәбәрҙар булып тороу төрлө аңлашылмаған хәлдәрҙән азат итә.
Гәзиттең тышҡы йөҙө лә, эстәлеге лә сифатлы һәм күркәм. Мәҡәләләрҙең ирекле стилдә яҙылыуы, ләкин шул уҡ ваҡытта йөҙәткес булмауы уларҙы уҡымлы итә. Ҡайһы бер баҫмаларҙағы мәҡәләләрҙе уҡый башлайһың да, уның буталсыҡ булыуынан, кәрәкмәгән күпһүҙлелектән арып, аҙағына тиклем барып етмәйһең. Ә "Киске Өфө"лә бирелгән ниндәй ҙә булһа мәҡәләне уҡып бөтмәүемде иҫләмәйем, киреһенсә, күптәрен ҡайта-ҡайта уҡыйым. Ғөмүмән алғанда, бар яҡтан да тик хуплау һүҙҙәренә лайыҡ гәзит ул - "Киске Өфө". Артабан да ошо юғарылыҡтан төшмәүен, уҡыусылары араһында яулап алған оло баһаһын юғалтмауын, ижад ҡомарының һүнмәүен теләйем абруйлы баҫмабыҙға. Халҡыбыҙ, илебеҙ, телебеҙ мәнфәғәтен тәүге урынға ҡуйған һәм уларҙан көс, таяныс һәм һүҙ көсө алған гәзитебеҙгә алда тик уңыштар ғына юлдаш булһын.

Зифа ҒИЛМАНОВА.
Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.05.15 | Ҡаралған: 1360

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru