«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘЛЕГӘ ХӘҮЕФ ЮҠ, АРТАБАН ДА ШУЛАЙ БУЛЫРМЫ?
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө ҡала округы хакимиәте ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләләре буйынса комиссияның беренсе ултырышы үтте. Тәү тапҡыр уҙғарылғанлыҡтан, сара төп иғтибар үҙәгендә булырға тейешле мәлдәрҙе үҙ эсенә алды.

- Донъяла барған ваҡиғалар фонында милләт-ара татыулыҡ көнүҙәк һәм мөһим мәсьәләгә әүерелә бара. Әгәр әлегә был өлкәлә бер ниндәй ҙә хәүеф тоймайбыҙ икән, һәр саҡ шулай булыр, тип тынысланырға ярамай. Дәүләт Советының милләт-ара татыулыҡты нығытыу буйынса уҙғарылған ултырышында РФ Хөкүмәте Рәйесе Д. Медведев был өлкәләге солох, татыулыҡты һаҡлауҙы өҫтөнлөклө мәсьәлә итеп ҡуйҙы. Киләсәктә кире эҙемтәләр булмаһын өсөн бөгөн милләт-ара татыулыҡты һаҡларға һәм иҫкәртеү эштәре алып барырға кәрәк, - тип белдерҙе үҙенең сығышында Комиссия рәйесе, ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов һәм ошо йәһәттән баш ҡалала башҡарылған эштәргә туҡталып үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең Ижтимағи-сәйәси үҫеш буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары - милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу бүлеге мөдире Ришат Сабитовтың сығышы башында уҡ Өфөгә ҙур өмөттәр бағлауы һәм ҙур яуаплылыҡ йөкмәтеүе лә юҡҡа түгел. Сөнки Өфө - республиканың баш ҡалаһы, тап бында барлыҡ ижтимағи-милли ойошмалар тупланған, тап бында республика кимәлендә генә түгел, федераль кимәлдә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса мөһим ҡарарҙар ҡабул ителә. Шуға күрә, тап Өфө муниципаль органдар алдына ошо өлкәлә күтәрелгән мәсьәләләр буйынса өлгө булып торорға тейеш.
- Беҙ милләт-ара мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы төбәк норматив акттарына, ғәмәлдәге программаларына һәм эш пландарына тулыһынса анализ үткәреп, уларҙы яңы бурыстарға һәм йүнәлештәргә тап килтерҙек, - тине Ришат Хажғәле улы, республикала дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыуҙың төп йүнәлештәре менән таныштырған сығышында. - "2014-2020 йылдарға Рәсәй милләте берлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше" тип аталған программа раҫланды. Шулай уҡ 2016 йылға тиклем БР халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү, үҫтереү буйынса "Рәсәй Федерацияһы башҡорттары", 2013-2015 йылдарға РБ социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларына ярҙам итеү программалары тормошҡа ашырыла. Милли-мәҙәни берләшмәләргә льготалы шарттарҙа йәки бушлай файҙаланыу шарттарында күсемһеҙ милек ҡуртымға бирелә, эшмәкәрлектәре гранттар менән хуплана. Йыл һайын ижтимағи ойошмалар араһында субсидия алыуға конкурс уҙғарыла. Конкурс һөҙөмтәһендә былтыр республика бюджетынан 10 миллион һум бүленһә, быйыл республика федераль конкурста еңеп, милләт-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашырыуға 30 миллион һумдан ашыу аҡса аласаҡ. Быйыл республика Башлығы "Республикала дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса өҫтәмә саралар тураһында" Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, "2014-2020 йылдарға Рәсәй милләте берлеген нығытыу һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының этномәҙәни үҫеше" программаһы буйынса айырым дәүләт программаһы әҙерләнәсәк. Был дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу буйынса республиканың этнопрограммалары ҡеүәтен берләштереү мөмкинлеген бирәсәк.
Шулай уҡ телмәрендә Ришат Сабитов йыл башынан федераль мониторинг системаһы эшләй башлауын һәм унда барлыҡ муниципаль берәмектәр ҙә ҡатнашасағын белдерҙе. Әлеге ваҡытта Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәген булдырыу буйынса эш алып барыла, ул милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр торошона мониторинг эшләү менән шөғөлләнәсәк. Тикшеренеүҙәр асыҡлауынса, респонденттарҙың 82,3 проценты республикала милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе тыныс тип билдәләй. 89 проценты үҙҙәрен башҡа милләт вәкилдәренә ҡарата түҙемле тип иҫәпләй. Күп милләтле һәм миграция ағымы көслө булған республика өсөн был да үҙенә күрә тотороҡло күрһәткес.
Өфө ҡалаһы прокуроры Владлен Михайленко милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе бик ҡатмарлы һәм күп ҡырлы мәсьәлә тип баһалап, уны лакмус ҡағыҙы менән сағыштырҙы. Сөнки граждандар йәмғиәтенең торошон тап ул асыҡ сағылдыра. Артабан хоҡуҡ органы вәкиле Рәсәй Федерацияһында милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға йүнәлтелгән ҡануниәт базаһы менән таныштырып үтте. Уға ярашлы, ил субъекттарының юғары башҡарма власының төп вәкәләте булып мигранттарҙың социаль һәм мәҙәни адаптацияһын тормошҡа ашырыу, милләт-ара, этник-ара низағтарҙы иҫкәртеү, милләт-ара һәм конфессия-ара татыулыҡ тәьмин итеү тора. Был бурыстар миниципаль берәмектәр кимәлендә лә үтәлергә тейеш. Владлен Владимирович милләт-ара низағтарҙың нигеҙендә тәү ҡарашҡа түҙмәүсәнлек ятҡан кеүек булһа ла, мәсьәләне тәрәндән анализлағанда, уның сәбәбе - иҡтисади һәм социаль характерҙағы мәсьәләләрҙең оҙайлы ваҡыт хәл ителмәүе, тип белдерҙе. Рухһыҙлыҡ, ҡануниәтте һанға һуҡмаған миграция процестары, экстремистик элементтарҙың әүҙемлеге бер ҙә юҡтан килеп тыумай, был - халыҡтың урындағы үҙидаралыҡҡа һәм чиновниктарға ышанмаусылығы сағылышы. Бик йыш чиновниктар аппаратының "йәнһеҙлеге" кешеләрҙе төрлө төркөмдәргә инергә этәрә - унда уларҙы "тыңлайҙар, аңлайҙар, ярҙам итергә әҙер торалар". Бындай күренештәр шулай уҡ төбәктең идара итеүсе власть органдарының һәм контроллек итеүсе хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшләп еткермәүе һөҙөмтәһе.
- Хоҡуҡи акттар, төбәк, муниципаль программалар ҡабул ителеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың йөкмәткеһе һәм финанслау проблеманың күләменә тап килмәй, - тип йомғаҡланы һүҙен Владлен Михайленко. - Ҡағиҙә булараҡ, үкенескә күрә, бындай эшмәкәрлек формаль характерға эйә, ә сараларҙың бер өлөшө былай ҙа тейешле органдарҙың көндәлек эше булып тора. Бында системалылыҡ булырға тейеш. Бер тапҡыр ғына үткәрелгән саралар бер ниндәй һөҙөмтә бирмәйәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһының ғилми хеҙмәткәре, сәйәсәт фәндәре кандидаты Владимир Савичев сит илдәрҙең милләт-ара мөнәсәбәттәр сәйәсәтен нисек тормошҡа ашырыуынан миҫалдар килтереп, Европала мультимәҙәни толерантлыҡ сәйәсәте үҙен аҡламауын, шуға күрә беҙгә милләт-ара татыулыҡ сәйәсәтен булдырыу кәрәклегенә баҫым яһаны. Сөнки совет власы йылдарында булдырылған милләт-ара сәйәсәт дуҫлыҡҡа, татыулыҡҡа, ярҙамсыллыҡҡа нигеҙләнгән һәм был ыңғай һөҙөмтә бирә. Күптән түгел генә булып үткән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы быны тағы бер тапҡыр раҫланы.
- Ил эсендә лә тик ыңғай ғына күренештәр бара тип әйтеп булмай, киреләре лә бар, -тип билдәләне В. Савичев. - Билдәле ваҡытҡа тиклем федераль кимәлдә мониторинг тикшереүҙәре үткәрелде, әммә улар субъектив характерҙа булды. Йәғни был эш менән шөғөлләнеүсе эшсе төркөм хәл-торошҡа үҙенең күҙаллауын объектив хәл-торош тип күрһәтте. Шуға күрә тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен бергәләп анализлау кәрәк, минеңсә. Юҡһа, айырым башҡарыусыларҙың шәхси фекерҙәрен коллектив фекер итеп күрһәтеү дауам итәсәк. Баһалауҙың адекват объектив критерийҙары булырға тейеш. Юҡһа, былтыр республика экстремизмдың сағыу сағылышы булған төбәк тип табылды. Нимәнән сығып тип уйлайһығыҙ? Экстремистик төркөм ағзаларына суд булған өсөн. Был - тейешле структураларҙың ваҡытында иҫкәртеүе генә. Юҡһа, ошондай ваҡиғаларҙы йәшереп ҡалдырған төбәктәрҙә нимә булыуын үҙегеҙ беләһегеҙ. Статистиканы яҡшы итеп күрһәтеп, һуңынан илап ултырырға тура килмәһен өсөн эшләнә был һәм ул көс структураларының сифатлы эше һөҙөмтәһе...
Артабан сығыш яһаусылар баш ҡаланың мәғариф һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә башҡарылған эштәр менән таныштырҙы, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Сынтимер Баязитов Ватан тарихы әсбаптарында Рәсәй халыҡтарының ҡайһы берҙәренә ҡарата шикле трактовкалар булыуы асыҡланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, китаптарға бер ни тиклем анализ кәрәклеген белдерҙе. Ниндәй ҙә булһа айырым бер халыҡҡа йәки милләткә булған бындай дәреслектәр кире мөнәсәбәт уятыуы ихтимал һәм быға юл ҡуйырға ярамай, тине ул. Шуға ла киләһе ултырышҡа Мәғариф министрлығынан вәкилдәр саҡырып, уларҙың сығышын тыңлау бурысы ла ҡуйылды.

Шулай итеп...
Ултырыш барыбер ҙә күңелдә икеле уйҙар ҡалдырҙы: бер яҡтан, унда һәр милләттең үҙенең үҙенсәлеге менән үҫешенә гарантия бирелгән дә кеүек, икенсенән, "Рәсәй милләте" тигән төшөнсә уйланырға мәжбүр итә. Милләт быуаттар буйына формалаша икән, берҙәм граждандар йәмғиәте төҙөү өсөн генә яңы милләт уйлап табыу кәрәкме? Совет халҡы булып йәшәнек, ләкин совет милләте түгел инек, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим яҙғанса, рус түгелбеҙ, Рәсәй дәүләтендә йәшәгәс, барыбер ҙә россиялы булдыҡ. Ә хәҙер беҙ кем?

Зәйтүнә ӘЙЛЕ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.05.15 | Ҡаралған: 1561

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru