«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИЛДЕМ, КҮРҘЕМ, ЕҢДЕМ...
+  - 

"Йәшлек - кешенең яҙ миҙгеле, был осорҙа тормоштоң киләсәгенә орлоҡ сәселә", тигән бер аҡыллы әҙәм. Әммә йәш саҡта киләсәк тураһында артыҡ ныҡ ҡайғырмайһың, көҙөң еткәс урып алаһы уңыштар тураһында ла уйланмайһың. Оло быуын кешеләре йәштәрҙе һәр ваҡыт шул бошмаҫлыҡта ғәйепләй ҙә инде. Ә шулай ҙа замана йәштәре киләсәген күҙалламай йәшәйме икән? Был һорауға яуап табыу өсөн Санкт-Петербург ҡалаһында белем алыусы, былтырғы "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамының "Батыр тоҡомо" этноконкурсында Гран-при яулаусы Айназ НИЗАМЕТДИНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу, тиҙәр. Санкт-Петербург ҡалаһы юғары уҡыу йортонда белем алыу ауырға төшәме?

- Санкт-Петербург Механик һәм оптик информацион технологиялар милли тикшеренеү университетында фотоника һәм оптик информатика факультетында уҡыйым, һөнәрем буйынса махсус тәғәйенләнешле оптик приборҙар инженер-конструкторы буласаҡмын. Был һөнәрҙе үҙләштереүселәр һирәк, шуға күрә, уҡып бөткәс, теләгән ерҙә эш таба алырыма ышанам. Апайым да ошо уҡ университетта уҡыны. Уның һөйләгәндәрен тыңлап йөрөй торғас, үҙемдең дә шунда уҡығым килде. Интернет аша үҙемә оҡшаған факультетты һайлап, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында уҡығанда уҡ маҡсатлы рәүештә әҙерләнә башланым. Ул ваҡытта фотоника һәм оптик информатика факультетына уҡырға инеү өсөн рус теле, математика, информатика фәндәре буйынса иң кәмендә 215 балл йыйырға кәрәк ине. Быйыл талаптар бер аҙ йомшарған, тинеләр, шулай ҙа дөйөм балл 200-ҙән дә кәм булмаҫҡа тейеш.
Хәҙер мәктәп уҡыусыларын Берҙәм дәүләт имтихандары менән ҡурҡытып ҡына торалар, әммә уны тапшыра алаһыңмы, юҡмы, быныһы үҙеңдән генә тора. Әгәр ҙә тырышһаң, гел генә белемеңде камиллаштырһаң, аҙ ғына буш ваҡытыңды ла ниндәйҙер файҙалы эш менән уҙғарһаң - видеокамера, күҙәтеүселәр алдында ҡаушап ҡалмайһың. Сөнки ҡулыңа ручка ғына тотоп инһәң дә, башыңда теләһә ниндәй ауыр һорауға яуаптар була. "Тарышҡан тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан" ти халыҡ мәҡәле. Тырышлыҡ, маҡсатыңа өлгәшә белеү сифаты һуңынан юғары уҡыу йортона уҡырға ингәс тә бик кәрәк.
Уҡытыу тәртибе үҙенсәлекле был уҡыу йортонда. Университет дистанцион уҡытыу системаһы буйынса эшләй. Студент өсөн кәрәк мәғлүмәттәр: лекцияларҙы, китаптарҙы, хатта баһаларыңды, ҡайһы көндәрҙә ниндәй дәрестәргә барыуың йәки бармауың, факультеттың башҡа студенттары менән сағыштырмаса рейтингың ниндәй булыуын дистанцион уҡытыу үҙәге аша ҡарарға мөмкин. Был һәр кемгә ваҡытын үҙе теләгәнсә бүлеп, көн тәртибен төҙөр өсөн бик уңайлы. Мәҫәлән, иртәнсәк иртә менән бер дәрескә бара алмайһың икән, һин был предметты уңайлы ваҡытта үҙаллы үҙләштереп ҡуяһың. Шәхсән минең өсөн төрлө рейтингтар, билдәләр артыҡ ҙур әһәмиәткә эйә түгел, белемем мөһимерәк. Шуға күрә, мин үҙемә оҡшаған фәндәр буйынса өҫтәмә рәүештә шөғөлләнәм, бүтән предметтарҙы тик ваҡытында уҡып, уҡытыусылар талап иткән эштәрҙе үтәп кенә барам.

"Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул", тигән боронғолар. Һинең ошо фекергә ҡарашың ниндәй?

- Санкт-Петербург ҡалаһына уҡырға киткәс кенә Башҡортостанымды нисек яратыуымды аңланым. Мәктәптә уҡыған сағымда күберәк сит ил йырсыларын, музыкаһын тыңлай инем. Хәҙер башҡорт йырҙарына өҫтөнлөк бирәм. Күптәр республикала ғына булған башҡорт мөхитен һағына. Бер танышым, мәҫәлән, башҡорт китаптарын алып килеп уҡый. Тыуған ерҙең ҡәҙере ситтә нығыраҡ беленә икән шул. Шуға ла эшләргә мотлаҡ Башҡортостанға ҡайтырға ниәтләйем.
Кемдер, бәлки, ситкә сығып уҡыуҙың да кире яҡтарын һанап бирә алыр, үҙ ереңдә олтан булыу яҡшыраҡ, тип тә әйтер. Әммә белем алыу өсөн ситкә китеүҙе мин аҡлайым. Был илеңде яратмау, тигән һүҙ түгел бит. Әгәр ҙә атай-әсәйең бала сағыңдан уҡ илһөйәр итеп тәрбиәләгән икән, һин бер ваҡытта ла милләтең өсөн юҡҡа сыҡмаясаҡһың. Илһөйәрлектең тәүге сағылышы - ул хәҙерге глобалләштереү шарттарында ата-бабалар телендә һөйләшеп йөрөү. Йәштәштәрем араһында халыҡ мәнфәғәттәре өсөн тырышып эшләгән, башҡорт телендә яҡшы һөйләшкән, бөтөн ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе үтәгән, рухлы кешеләр күп. Улар башҡорт булыуынан оялмай, туған телендә һөйләшеүҙән тартынмай, тимәк, башҡа милләттәр йоғонтоһон бирелмәйәсәк, тамырҙарын онотмаясаҡ.
Санкт-Петербургта төрлө милләт вәкилдәре бергә уҡыйбыҙ, йәшәйбеҙ. Баҡтиһәң, беҙ, башҡорттар, батыр, тура һүҙле, асыҡ күңелле, тик бер урында ғына баҫылып ултырып эшләй белмәйбеҙ икән - ошо сифаттарыбыҙҙы астым үҙем өсөн. Ә бына ҡытай һәм корея халҡы шул тиклем егәрле, тырыш. Физика, математика, информатика кеүек предметтарҙы яҡшы үҙләштерәләр. Беҙгә уларҙан күп нәмәгә өйрәнергә булыр ине. Шәхес булараҡ үҫешәм тиһәң, үҙ өҫтөңдә даими эшләргә кәрәк. Боронғо Рим сәйәсмәне, дәүләт эшмәкәре Юлий Цезарҙың "Килдем, күрҙем, еңдем", тигән һүҙҙәрен тормош девизым тип һанайым. Шуға күрә башлаған эште еренә еткереп ҡуйырға, уңыштарға ынтылырға күнеккәнмен. Әлеге көндә минең өсөн белем алыу мөһим, сәнғәткә һәм спортҡа хобби итеп кенә ҡарайым, әммә йырларға ла, бейергә лә, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға ла өлгөрәм. Ата-әсәйемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә, ситтә йөрөгәндә башҡорт исеменә тап төшөрмәҫкә тырышам.

Йәштәрҙең ҙур ҡалаларға, сит илдәргә уҡырға китеү ынтылышын нисек аңлатыр инең?

- Кемгә нисек, минең өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына уҡырға китеүем үҫеш баҫҡысының киләһе этабына күтәрелеү булды. Йәш саҡта донъя күреп, төрлө кешеләр менән аралашып йәшәргә кәрәк. Санкт-Петербург шундай матур ҡала, унда музейҙар, мәҙәни үҙәктәр күп. "Эрмитаж" дәүләт музейын бер аҙна эсендә лә урап сығып булмай. Беҙ унда инеп, иртәнән кискә тиклем ҡарап йөрөп, ваҡыт үткәнен дә һиҙмәй килеп сыҡһаҡ, баҡтиһәң, бер залында ғына булғанбыҙ! "Эрмитаж"дан тыш, Санкт-Петербургта донъя кимәлендә билдәле шәхестәрҙең эштәре ҡуйылған, тарихи ҡомартҡылар һаҡланған иҫ киткес музейҙар әллә күпме. Белем даирәһен киңәйтеү, фәһем һәм аҡыл, тормош тәжрибәһе туплау өсөн дә кешегә сит яҡтарҙы күреп ҡайтыу кәрәк. Юҡҡа ғына элек сәсәндәр, уҡымышлы шәхестәребеҙ йылдар дауамында сит илдәргә сығып, билдәле аҡыл эйәләренә барып уҡып, донъя гиҙеп йөрөмәгәндер. Шуға күрә, йәштәрҙең сит илдәргә, ҙур ҡалаларға ынтылыуына мин ыңғай ҡарашта. Тик был ынтылыштың маҡсаты - киләсәктә Башҡортостанға кире ҡайтып, өйрәнгән белемеңде үҙ милләтең файҙаһына ҡулланыу булырға тейеш. Бер ниндәй ҡайғыһыҙ, уйһыҙ, үҙ мәнфәғәтеңде ҡайғыртып ҡына йәшәүҙең мәғәнәһе юҡ ул.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Замана уҡыусыһына тик йор һүҙҙәре аша ғына таныш булған немец ғалимы, публицист Георг Лихтенберг былай тигән: "Киләсәккә нигеҙ хәҙер үк һалынырға тейеш. Был план тип атала. Унһыҙ донъялағы бер нәмә лә яҡшы була алмай". Ә бөгөн беҙҙең йәштәр араһында белемен камиллаштырыу өсөн тырышып уҡыған, үҙенең һәләттәрен һәр яҡлап үҫтергән, халҡының һәм иленең яҙмышын ҡайғыртҡан, маҡсаттарына өлгәшеү өсөн пландар ҡороп йәшәүсе кешеләр бар икән, уларҙы беҙ бошмаҫ булыуҙа йә ахмаҡлыҡта ғәйепләй алабыҙмы икән?..

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.05.15 | Ҡаралған: 1627

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru