«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ ҺУҒЫШ - ЙЫҺАД, ЙӘҒНИ Ғ. РӘСҮЛЕВТЫҢ БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНА БИРГӘН ФӘТҮӘҺЕ
+  - 

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы ил етәкселеген ҡайһы бер мәсьәләләргә ҡарашын, мөнәсәбәтен үҙгәртергә мәжбүр итә. СССР баштан уҡ атеистик дәүләт тип иғлан ителеүгә һәм дингә ҡаршы көслө көрәш алып барылыуға ҡарамаҫтан, ҙур ҡурҡыныс тыуыу менән дәүләт дини ойошмаларға, дин әһелдәренә ихтыяж барлығын таный. Шул иҫәптән 30-сы йылдарҙа властың ҡаты ҡыҫымы аҫтында булған Өфөләге мосолмандарҙың Үҙәк диниә назаратына ла мәрхәмәтле мөнәсәбәт булдырыла.

Ул ваҡытта мөфтөй булған Ғабдрахман Рәсүлевтың ҡыҙы Сафуат Рахманҡулова үҙ иҫтәлектәрендә: "1941 йылдың август айында беҙҙең өйгә Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте рәйесе килде. Улар атайым менән оҙаҡ ҡына ваҡыт аралашты. Ҡунаҡ Совет власының Ислам диненә ирек биреүен, дини ойошмаларҙың эшмәкәрлеген ҡыҫыраҡламаясағын, элек ябылған мәсеттәрҙең ҡабаттан асыласағын әйтте. Ошоноң менән Үҙәк диниә назараты эшмәкәрлегенең яңы этабы башланды. Совет хөкүмәте өсөн кәрәкмәгән ойошманан ул файҙалы үҙәккә әйләнде", - тип хәтергә ала. Был осрашыуҙан һуң Ғабдрахман Рәсүлев Үҙәк диниә назараты исеменән мосолмандарға мөрәжәғәтнамә яҙа. Мөрәжәғәттә Совет власының динде ҡыҫмаясағы, мәсеттәр тергеҙеләсәге, уларҙа лайыҡлы имамдар хеҙмәт итәсәге, мосолмандар ҡурҡмайынса дини йолаларҙы, ғибәҙәттәрҙе үтәй аласағы әйтелә. "Әлеге ваҡытта ҡурҡыныс һуғыш бара. Беҙҙең Ватаныбыҙ, ғаиләләребеҙ ҡурҡыныс аҫтында. Беҙ, Советтар Союзы мосолмандары, Ҡыҙыл Армияға, бәләгә тарығандарға, ҡасаҡтарға ярҙам өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Һәр мосолман был эшкә хеҙмәте һәм аҡсалата ярҙамы менән үҙ өлөшөн индерәсәк", - тип мөрәжәғәт итә Ғабдрахман Рәсүлев дин ҡәрҙәштәренә. Мөрәжәғәт башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк телдәрендә баҫтырылып, төрлө ҡалаларға ебәрелә. Мәсеттәрҙә, завод цехтарында, ҡала йыйылыштарында уҡыла. Фронтҡа ярҙам эшенә мосолмандар әүҙем ҡушыла. Улар, төрлө төбәктәрҙә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, фронт өсөн аҡса күсерә һәм ошо туралағы квитанцияларын Үҙәк диниә назаратына ебәрә башлай. Аҡса күсереүҙәр буйынса күҙәтеү алып барған Башҡорт хөкүмәте иғәнәләрҙең күплегенә хайран ҡала.
Бөйөк Ватан һуғышына тиклем Совет власы Үҙәк диниә назаратын төрлөсә ҡыҫырыҡлай, уның проблемаларына битараф ҡала. Ләкин илгә ябырылған бәлә уларҙың дингә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртергә мәжбүр итә. 1942 йылда Өфөлә Үҙәк диниә назаратында Советтар Союзы мосолмандарының ғәҙәттән тыш съезы үткәрелә. Унда сығыш яһағанда Ғабдрахман Рәсүлев дин ҡәрҙәштәренә түбәндәге һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә. "Хөрмәтле мосолмандар! Аллаһы Тәғәләнең һәм уның рәсүле Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең әмере һеҙҙе үҙ көсөгөҙҙө йәлләмәйенсә һуғыш яландарында Ватаныбыҙҙы, мосолман донъяһын, бар кешелекте азат итеү өсөн фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышырға саҡыра. Тылда ҡалған ирҙәр һәм ҡатындар, ҡыйыуһыҙлыҡҡа һәм паникаға бирелмәгеҙ. Һуғышты уңышлы алып барыр өсөн кәрәкле әйберҙәр эшләү һәм халыҡты тәьмин итеү өсөн бар көсөгөҙҙө һалығыҙ. Фашист Германияһына һәм уларҙың ҡуштандарына ҡаршы Ватан һуғышында үҙегеҙҙең хаҡлығығыҙҙы дәлилләп, бар донъя алдында Тыуған илегеҙгә тоғролоғоғоҙҙо иҫбатлағыҙ. Мәсеттәрҙә һәм ғибәҙәт бүлмәләрендә Ҡыҙыл Армияның еңеүенә доға уҡығыҙ. Беҙ, Советтар Союзында йәшәгән Ислам ғалимдары һәм дин әһелдәре, бар мосолмандарҙы бергәләшеп Ватаныбыҙҙы һәм барлыҡ мосолман донъяһын фашистарҙан һәм уларҙың ҡуштандарынан һаҡларға саҡырабыҙ. Бөйөк һәм Шәфәғәтле Аллаһтан дошмандың тиҙ арала еңелеүен һорайбыҙ", - ти мөфтөй. Мөрәжәғәт Советтар Союзының бар мосолман халыҡтары телдәренә, ғәрәп, төрөк, хинди телдәренә тәржемә ителә һәм ҙур тираждар менән таратыла. Мөрәжәғәттең ҡағыҙ варианты илдәге күпселек имамдар, мөхтәсибтәр имзаһы аҫтында "Труд" гәзитендә баҫыла. Дин әһелдәре фәтүәһенә ярашлы, Бөйөк Ватан һуғышына мосолмандар өсөн изге һуғыш - йыһад статусы бирелә. Бөгөнгө көндә был хаҡта бик аҙҙар белә. Үҙәк, уның идеологияһын булдырырға тырышҡан тарихсылар ошо тарихи ваҡиғаны ситләтеп үтә, шуға күрә лә уҡыу йорттарында уҡытылған тарих китаптарында уны осратыу мөмкин түгел.
Һуғыш ваҡытында Үҙәк диниә назараты янындағы мәсеттә (Туҡай урамы) йәмәғәт менән биш ваҡыт намаҙ, йома, байрам намаҙҙары уҡыла. Йәштәр ҙә, ололар ҙа Аллаһ йортона йөрөй. Шулай уҡ мәсеткә килеүселәр араһында эргәләге хәрби госпиталдә дауаланған һалдаттар ҙа була. Йәйгеһен унда үтә күп халыҡ йыйыла. Шуға күрә ғибәҙәттәр ихатала үткәрелә. Өфөнән алыҫ түгел урында "трудармия" тора. Ундағы һалдаттар оборона заводында яңы цехтар төҙөү менән шөғөлләнә. Башлыса Урта Азиянан булған һалдаттар урыҫ телен белмәй, туған телдәрендә һөйләшә, милли кейем кейеп йөрөй. Йәшәү шарттары бик хөрт була. Һалдаттар Урал тауҙарының климатына ауырлыҡ менән яраҡлаша, йыш ауырыйҙар, яҡында дауахана булмағанға, күптәре вафат була. Ғабдрахман Рәсүлев был турала белеп ҡалғас, шунда уҡ кәрәкле саралар күрә. Башҡортостан мосолмандары һалдаттарға кейем-һалым, аҙыҡ-түлек менән ярҙам итә. Мөфтөйҙөң ярҙамсыһы Мөхәммәт хәҙрәт йома һайын хәрби частҡа барып йөрөй. Диниә назараты һорауы буйынса был көндә һалдаттар ял итә, мунса төшөп, йома намаҙында ҡатнаша.
Үҙәк диниә назараты зәҡәттең мотлаҡлығын иҫкәрткән фәтүә ҡабул итә. 1943 йылда "Известия" гәзитендә баҫылған телеграммала Ғабдрахман Рәсүлев танк колоннаһын төҙөү өсөн 50 мең һум индереүен хәбәр итә һәм мосолмандарҙы ошо эшкә ҡушылырға саҡыра. Сталин уға яуап итеп: "Һеҙгә Ҡыҙыл Армияның бронетанктары хаҡындағы хәстәрлегегеҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. И. Сталин", - тип яҙа. 1943 йылда Ғабдрахман Рәсүлев Сталин менән осраша. Был осрашыуҙа ил башлығы мосолмандарҙың, Үҙәк диниә назаратының, мөфтөйҙөң фашизмға ҡаршы һуғышта ҙур ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәтен белдерә.
Һуғыш йылдарындағы эшмәкәрлеге өсөн Үҙәк диниә назаратына бер аҙ йомшаҡ мөнәсәбәт күрһәтелә. Һуғыштан һуң китап сығарырға рөхсәт ителә. Ғабдрахман Рәсүлев әҙерләгән ғәрәп хәрефтәре менән йыйылған "Ислам" тип аталған китап Мәскәүҙә донъя күрә. Бер нисә айҙан 28 данаһы кириллицаға әйләндерелеп, күсерелеп яҙыла. Мөфтөй уларҙы урта йәштәге иң ышаныслы, лайыҡлы кешеләргә генә тапшыра.
Ислам тәғлимәтен тотоусылар менән Үҙәк араһында аңлашылмаусылыҡ тыуған ваҡыттар күп була. Шул уҡ ваҡытта был уларға Рәсәй империяһына, Советтар Союзына ҡурҡыныс янағанда уртаҡ Ватанды һаҡлап сығырға ҡамасауламай. Ғабдрахман Рәсүлев һәм шул замандағы дин әһелдәре, йәберләнеүҙәрен, эҙәрләкләнеүҙәрен, репрессияларға дусар ителеүҙәрен онотоп, дин ҡәрҙәштәрен дөйөм дошманға ҡаршы өндәр көс таба. Шул арҡала улар Советтар Союзында Ислам диненең ниндәй ауыр хәлдә икәнен белеп, мосолмандарҙы үҙ яғына ауҙарырға тырышҡан немец пропагандаһына алданмай, илгә ҡаршы эстән сығыш яһаусы көскә әйләнмәй.

Азамат ӘБҮТАЛИПОВ әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.05.15 | Ҡаралған: 1617

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru