«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УҠЫУСЫҢ ЕҢЕҮЕ УҠЫТЫУСЫҒА ЛА БАҺА
+  - 

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың өлгөлө педагогтарына һәм мәғариф өлкәһендә эшләүсе етәксе кадрҙарға Өфө ҡала округы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттары ташырылды.

Уҡыусылары төбәк-ара һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеү яулаған егерме биш уҡытыусыны һәм алты мәғариф учреждениеһы етәксеһен хакимиәт башлығы Ирек Ялалов исеменән уның урынбаҫары Сынтимер Баязитов ҡотланы.
- Бөгөн Хөкүмәт тарафынан талантлы балаларҙы үҫтереү буйынса ҙур ярҙам күрһәтелә. Баш ҡалала был йәһәттән төрлө олимпиадалар, конкурстар, күргәҙмәләр, ғилми конференциялар үткәрелеп тора. Әлеге көндәге мәғлүмәттәр буйынса Өфөнөң 56 меңдән ашыу мәктәп уҡыусыһы ошо сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан, улар араһынан ике мең биш йөҙ бала ҡала кимәленә үткән, төбәк-ара конкурсарҙа егерме биш уҡыусы еңеүсе тип табылған, йөҙ ҙә илле өсө призлы урындарға сыҡҡан. Республика һәм Рәсәй кимәлендә үткәрелгән олимпиадаларҙа Өфө ҡалаһы мәктәптәрендә белем алыусы уҡыусыларҙың һаны арта барыуы ҡыуандыра, бында педагогтарҙың һәм мәғариф учреждениелары етәкселәренең роле баһалап бөткөһөҙ. Һеҙгә, балаларыбыҙҙың талантын үҫтереүгә күп көсөн һалған алдынғы педагогтар һәм мәғариф учреждениелары етәкселәренә, артабанғы эшегеҙҙә уңыштар теләйем, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, - тине Сынтимер Биктимер улы тантанала сығыш яһап.
Баш ҡаланың төрлө белем биреү учреждениеларының 25 педагогы араһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте, рус теле, инглиз теле, немец теле, тарих, информатика, математика, физика, биология, химия, ОБЖ, йәмғиәтте өйрәнеү предметтары буйынса уҡытыусылар бар ине. Шулай уҡ төбәк-ара һәм халыҡ-ара олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа еңеү яулаған уҡыусылары һаны буйынса өлгө күрһәтеүсе учреждениелар етәкселәре - Октябрь районының 93-сө гимназияһы директоры Гүзәл Абдуллина, М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы директоры Гөлназ Әхмәҙиева, Киров районы 153-сө лицей директоры Эльвира Минюк, Ленин районы 4-се мәктәп директоры Татьяна Фомичева, М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибрахманов, Ленин районы 39-сы гимназияһы директоры Ирина Кейекбаева ла Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының Рәхмәт хаттарын алды. Балаларға һүнмәҫлек нур, дәрттәр һалған мәктәп уҡытыусылары һәм директорҙарының хеҙмәтенә баһа уларҙың уҡыусылары күрһәткән өлгәштәргә бәйле икәне, алдынғы педагогтарҙың уҡыусылары ла беренселәр рәтендә булыуына тағы бер ҡат инандырҙы был тәбрикләү тантанаһы.

Йәмилә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.06.15 | Ҡаралған: 1301

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru