«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИЛЛИ БАЙРАМДАР - ТӘРБИӘ СЫҒАНАҒЫ ЛА
+  - 

Республиканың башҡа вуздары менән сағыштырғанда күпкә йәш булыуына ҡарамаҫтан, Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты үҙенең нығынған йолалары менән дан тота. Уҡыу йылы аҙағында студенттарҙың, уҡытыусыларҙың бар өлкәләге уңыштарын барлап, яуаплы имтихандар алдынан һәр кемгә ыңғай тойғолар, яҡшы кәйеф бүләк иткән һабантуй байрамы ла шундайҙар рәтенән. Институт һабантуйы быйыл да абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашлығында, күтәренке рухта үтте.

Мәғлүмәт быуаты тип аталған бик үҙенсәлекле мәлдә йәшәйбеҙ, шуға ла хәтергә бик уйылмаһа ла, күҙгә салынып ҡалған ҡайһы бер нәмәләр уйландырырға ла мәжбүр иткеләй. Шулай, күптән түгел интернет селтәрендә бөгөнгө заман өсөн идеаль булған юғары белем биреү йорто бар тип уйлау - тормошҡа ашмаҫ хыял, тигәнерәк фекергә тап булғайным. Күреп-белмәгәс, дөйөм ил кимәлендә һүҙ йөрөтә алмайым, шулай ҙа республикабыҙҙа ҡайһы берәүҙәр хыяллана ла алмаған белем усаҡтары бар һәм уларҙың барыһын да студенттарҙы милли рух нигеҙендә тәрбиәләү кеүек сифаттар берләштерә, тип ышаныс менән әйтергә булыр ине. Сибай институты ла шундайҙар рәтенән. "Институт баштан уҡ белем биреүсе ғилми берләшмә булараҡ ҡына түгел, ә тәрбиә эшен хәстәрләүсе булараҡ итеп үҙен таныта алды. Ҡайһы бер вуздарҙың, студенттарҙы тәрбиәләү менән шөғөлләнергә кәрәкмәй, тигәне менән килешә алмайым. Цивилизациялы йәмғиәтте тап мәҙәниәт, ватансылыҡ, толерантлыҡ төшөнсәләре булдыра. Тимәк, йәш быуында әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу - тәрбиә процесының иң яуаплы өлөшө" - уҡыу йортоноң директоры, иҡтисад фәндәре докторы, техник фәндәр кандидаты, профессор Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтовтың был хаҡ фекеренә өҫтәп, тағы нимә әйтәһең инде? Билдәле шағирҙар, яҙыусыларҙың бюстары, башҡорт мәғрифәтселәренең барельефтары, рәссамдарҙың картиналары - былар барыһы ла ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә икәнен аңлап эш итәләр бында. Институттың музейында Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арнап, быйыл тағы ла бер барельеф барлыҡҡа килгән. Генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәм 112-се башҡорт кавалерия дивизияһына арналған монументаль-мемориаль композиция уларҙың данлы юлын һүрәтләй. - Сибай институтының уҡыу йылын бар йолаларын, тәртибен үтәп, милли байрам - һабантуй менән йомғаҡлауы тотош ҡала өсөн матур бер күренешкә әүерелде. Бөгөн ил буйынса оптималләштереү тулҡыны барғанда белем биреү учреждениелары ла еңел булмаған осор кисерә. Әммә беҙҙең институт өсөн был ваҡыт тағы ла нығыныу, яңы үрҙәр яулау мәле булып тора, улар бар һынауҙарҙы ла лайыҡлы үтә һәм үтәсәк, сөнки бында уҡытыу ҙа, тәрбиә эше лә бик юғары ҡуйылған. Ҡарағыҙ әле, һабантуйҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы, Сибай ҡалаһының 60 йыллыҡ юбилейы ла, Әҙәбиәт йылы ла онотолманы, былар барыһы ла өҙлөкһөҙ алып барылған патриотик тәрбиә тураһында һөйләй. Сибай институты ҡаланың, Урал аръяғы төбәгенең генә түгел, республикабыҙҙың ғорурлығы, - тине үҙенең сығышында Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сөләймәнов та. Ысынлап та, бындай кимәлдә һабантуй үткәреү барыһының хәленән дә килмәҫ ине. Сәхнәлә көнө буйы йыр-моң гөрләп торҙо, студенттар төрлө милли уйындарҙа, спорт төрҙәрендә үҙенең таһыллығын һынаны. Студенттарҙың "Төйәләҫ" уҡыу-эксперименталь комплексында ат спорты менән шөғөлләнеүсе ете ҡыҙҙың сығышы ла күптәрҙең хәтеренә уйылып ҡалғандыр, моғайын.
Йыл һайын һәр факультет тирмә ҡора, уны еренә еткереп биҙәү, милли аш-һыу әҙерләү ҙә уртаҡ тырышлыҡ менән башҡарыла. Этнографик ихата, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны мөйөшө, Әҙәбиәт йылына бағышланған стендтар, һөнәри йүнәлеш буйынса алып барылған эш һөҙөмтәләре - барыһы ла тирмәләрҙә сағылыш алғайны. Йола күрһәтеү ҙә һабантуйға үҙенсәлекле йәм өҫтәне. Тәбиғи-математик факультеты студенты Гөлнур Зарипова әйтеүенсә, йола өйрәнеү өсөн факультеттың студенттар ойошмаһы ағзалары ентекле тикшеренеүҙәр алып барған, өлкәндәрҙән йолаларҙы үҙләштергән. Сибай ағинәйҙәре, ҡаланың башҡа һөнәри уҡыу йорттары, Сибай музейы ла үҙ тирмәләрен тәҡдим итте. Бигерәк тә ағинәйҙәрҙең һалдат палаткаһын сит-ят күҙҙәрҙән һаҡлау өсөн ҡорған ауы иғтибар үҙәгендә булды.
Һәр тирмә төрлө номинацияларҙа бүләкләнде. Башҡаларҙан айырмалы рәүештә, технология факультеты тәҡдим иткән ҡул эштәре, селтәрҙәр, кейеҙҙән һуғылған, ағастан эшләнгән әйберҙәр ҡунаҡтарға айырыуса оҡшаны. Культурология фәндәре кандидаты, доцент Гөлнара Тажетдинова билдәләүенсә, факультетта студенттар башҡорттарҙың көнкүрешен, матди мәҙәниәтен, биҙәү әйберҙәрен өйрәнә. Һуңғы осорҙа халыҡ кәсептәренә күберәк иғтибар итәләр, кейеҙ баҫыу, сигеү һәм балаҫ һуғыу эше яйға һалынған. Быйыл төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе башҡорттарҙың биҙәнеү әйбере - һаҡалды (селтәр) тергеҙеү проектын атҡарып сыҡҡандар. Уларҙың барыһы ла күргәҙмәлә тәҡдим ителгәйне. Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы кейеҙҙән "Урал батыр" эпосы персонаждарының кейемдәрен әҙерләү проекты ҡатнашыусыһы, былтыр йыл аҙағында был ижади төркөм Милли мода Евразия конкурсында "Көнсығыш милли костюмы" номинацияһында беренсе урын алғайны. Әлеге мәлдә улар Республика халыҡ ижады йорто башланғысы менән кейеҙҙән башҡорт Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуын эшләү проектына тотонорға йыйына. "Төрлө төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың кейемдәрен эшләнек, милли кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа булды, хәҙер инде тағы ла ниндәй ҡыҙыҡлы эшкә тотонайыҡ икән, тип уйлап йөрөйбөҙ. Студенттарҙы ҡыҙыҡһындыра белһәң, улар әллә ниндәй ижади эштәргә лә һәләтле", - ти Гөлнара Фәрүәз ҡыҙы.
Студент уҡытыусыны аңлап, уҡытыусы студентты үҙенә тиң күреп эшләгәнгә лә Сибай институтының уңыштары юғары, күрәһең. Әгәр ҙә институт РФ Мәғариф һәм фән министрлығы ҡуйған критерийҙарҙың бөтә позициялары буйынса ла ыңғай һөҙөмтә күрһәтә икән, бында һәр кемдең өлөшө ята. Шулай ҙа бөгөнгө заманда аҡыллы етәксенең алдан күреп эш итә белеүсәнлеге лә мөһим. Зиннур Ғөбәйҙулла улының фиҙаҡәр тырышлығы булмаһа, өс заманса уҡыу-лаборатория корпусынан, дүрт ятаҡтан, спорт комплексынан, спорт майҙансыҡтарынан, саңғы трассаһынан, редакция-нәшриәт үҙәге, телевидение, студент гәзите, китапхана, ашханаларҙан торған тиңе булмаған матди-техник базаһы булыр инеме икән институттың? Етәкселәренең дәрт-дарманы йоҡмаһа, институтты тамамлаусы студенттар бында эшкә ҡалырға атлығып торор инеме? Әлеге көндә уҡытыусыларҙың 90 проценты фән докторы һәм кандидаты дәрәжәһенә эйә булһа, уларҙың яҡынса 40 проценты - Сибай институтын тамамлаған белгестәр. Әйткәндәй, ошо төбәк йәштәренә белем биргән, үрҙәр яулауға ҡанат үҫтергән Сибай институты 25 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк быйыл. Йәмғиәттең мөһим социаль институттарының береһе булараҡ, белем биреү системаһының роле баһалап бөткөһөҙ - тап ошонда милләтебеҙҙең шәхестәре тәрбиәләнә, буласаҡ милли кадрҙар әҙерләнә. Шуға ла Сибай институты кеүек тотош халҡыбыҙ өмөт бағлап торған уҡыу йорто бар икән, нисек бөгөнгө заман өсөн идеаль булған уҡыу йорто юҡ ул, тип әйтергә телең әйләнер?

Шулай итеп...
Һабантуйҙа уҡыу, хеҙмәт алдынғылары, иң яҡшы спортсылар, бейеүселәр, йырсылар билдәләнде, тигәйнек инде. Уҡыу йортоноң үҙенең, ҡала хакимиәтенең, БР Мәғариф министрлығының, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының, "Киске Өфө" гәзитенең рәхмәт һәм маҡтау ҡағыҙҙарына, бүләктәренә лайыҡ булыусыларҙы һанай башлаһаҡ, һүҙ бик оҙонға китер ине. Һабантуй байрамы ойоштороп, Сибай институты үҙен тағы ла бер тапҡыр бар донъяға ишеттерҙе - ошоноһо күпкә әһәмиәтлерәктер, моғайын.
Һәр уҡыу йорто - ул тере организм. Уның йәлеп итеп торған тышҡы йөҙөнән тыш, эстәге атмосфераһының да ниндәй булыуы мөһим. Институттың тын алышының ниндәй булыуы бигерәк тә унда белем алыусы, әле буласаҡ студенттар өсөн тәүшарт. "Бәхетте юлдан эҙләмә, белемдән эҙлә" ти халыҡ. Белем алаһың икән, лайыҡлы уҡыу йортон һайла, тип кенә өҫтәйбеҙ беҙ ҙә.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.06.15 | Ҡаралған: 1577

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru