«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘМ КҮҢЕЛГӘ ӘЙЛӘНЕП БӨТТӨКМӨ?
+  - 

Үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында баш ҡалабыҙ Өфөнөң Менделеев урамында архитектураһы менән дә, исеме менән дә айырылып, алыҫтан күҙгә ташланып торған мөһабәт бер бина - "Башҡортостан" сауҙа үҙәге асылды һәм тиҙ арала ҡаланың сауҙа флагманына һәм өфөләрҙең яратҡан урындарының береһенә әүерелде. Шуға тиклем ауыҙ тултырып "Башҡортостан" тип әйтерлек атаманы ҡалабыҙҙың башҡа урынында күргән дә юҡ ине, булһа ла улар "Башкирия" тип йөрөтөлдө.

Ике-өс көн элек кенә әлеге "Башҡортостан" сауҙа үҙәге янынан үтеп барышлай, күҙ һалһам, бинаның элекке йәме, мөһабәтлеге әллә ҡайҙа юҡҡа сыҡҡан, ул бәләкәйләнеп, меҫкенләнеп ҡалған һымаҡ. Баҡтиһәң, уның "Башҡортостан" тигән тажын - атамаһын алып ташлағандар, имеш. Уның ҡарауы, Менделеев урамы яғындағы ҡабырғаһына ҙур хәрефтәр менән "Башкирия" Лайф стайл центр" тип яҙып ҡуйғандар. Тәүҙәрәк, ошо сауҙа үҙәгенең популярлығы һүнеп ҡалыуы эсте бошора ине, әле унда яңыртыу, үҙгәртеп ҡороу эштәре барғанлыҡтан, Үҙәктең киләсәге матур булыр, моғайын, тигән өмөт уянды. Тик бына уның исемен алып ташлау кемгә кәрәк булды икән? Әллә уны ла яңыртып, заманса хәрефтәр менән ҡайтанан яҙып ҡуймаҡсылармы? Ә сауҙа үҙәгенең эсенә инһәәәң... Сит телдәге вывескалар араһында ҡайҙа барырға белмәй, аҙашып йөрөүҙән ҡурҡмаһағыҙ, әйҙә, килеп күрегеҙ - үҙегеҙҙе сит илдә йөрөүсе турист һымаҡ тоясаҡһығыҙ: "Fashion" галерея, "Event hall", "Кids"s style", "Cитилинк" һәм башҡа шундай атамалар менән сыбарланған салондар кемуҙарҙан саҡырып тора. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ: гәрсә беҙҙе ҡайһы бер тарафтарҙа бик хушһынмаһалар ҙа, ғорур халыҡ түгелбеҙ ҙә инде, төкөрөп тә бирмәйбеҙ - сит ил атамалары һәм брендтарына табыныу-һөйөүебеҙ сиктән ашты хәҙер, урам тулы. Күңел болғанып ҡуя хатта. Ғәжәп: үҙ телебеҙҙәге исем-атамалар нимәһе менән оҡшамай икән һуң ватандаштарға - шуның серенә төшөнөп булмай һис. "Крутойыраҡ" булып күренергә маташыумы был, әллә туған телде эшкә һанамаумы?
Киң мәғлүмәт саралары, интернет, телевидение "...тел нормаларын, ябай грамоталылыҡты йыш боҙа, сит тел һүҙҙәрен нигеҙһеҙ һәм саманан артыҡ ҡуллана", тигәйне РФ Президенты Владимир Путин яңыраҡ ҡына, май аҙаҡтарында, Президент ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр һәм Рус теле буйынса советтарҙың берлектәге ултырышында сығыш яһап. Бик дөрөҫ һүҙҙәр, тик Президент телде боҙоусы тағы бер категория - сауҙа хеҙмәткәрҙәре хаҡында әйтергә онотҡан. Дөрөҫөн әйткәндә, сит маркалар, атамалар алдында теҙләнеү күбеһенсә уларҙан башланып китте лә инде. Беҙ хәҙер магазиндарҙың урыҫса атамаһын бөтөнләй оноттоҡ, ә башҡорт телендәгеләрҙе төшөңдә лә күрмәҫһең. Русса атамаларҙың башҡортса тәржемәһе күренә һирәк-һаяҡ, шунда ла хатта телебеҙҙән мыҫҡыл иткән кеүек, килделе-киттеле, хаталы итеп яҙып ҡуялар. Әлеге "Башҡортостан" сауҙа үҙәге" туҡталышында һуңғы һүҙ "үҙеге" булып киткән.
Урындағы төп милләт халҡының телен һанламау бер бөгөн генә түгел, ул ғүмер-ғүмергә ана шулай "икенсе сорт" итеп ҡаралды. Афарин, Владимир Владимировичҡа: ошо мәлде ул бик дөрөҫ тотоп алған, әйтәгүр: "Тел һәм мәҙәни ассимиляцияның ҡәтғи һәм агрессив сәйәсәте үткәрелгән ҡайһы бер илдәрҙә күпселек этник общиналарҙың туған телен файҙаланыуға хоҡуғы һанға һуғылмай йәки сикләнә. Бының беҙ йәмғиәттә хоҡуҡлы һәм хоҡуҡһыҙ, граждандар һәм граждан булмағандар кеүек бүленешкә, ә йыш ҡына фажиғәле эске конфликттарға килтереүсе эҙемтәләренә шаһит булабыҙ..." Ҙур булмаған һәр этнос, һәр халыҡ, тип дауам итә Президент үҙенең телмәрендә, "Рәсәйҙә үҙен өйөндәге кеүек тойған осраҡта ғына Рәсәй бөйөк дәүләт булып ҡала ала. Рус теле мәнфәғәтендә тип уйлап, ошо принципты боҙған аңһыҙ һәм аңра кешеләр халҡыбыҙ мәнфәғәтенә төҙәлмәҫлек зыян килтерә".
Ил башлығы шул уҡ ваҡытта Рәсәй Конституцияһының бөтөн халыҡтарға ла үҙ туған телен һаҡлауға, уны өйрәнеүгә һәм үҫтереүгә хоҡуҡ биреүен айырым һыҙыҡ өҫтөнә алып билдәләп китте. "Республикалар дәүләт теле менән бер рәттән үҙҙәренең дәүләт телдәрен булдырырға һәм уларҙы дәүләт власы һәм урындағы идара органдары эшендә файҙаланырға хоҡуҡлы", - тине В. Путин.
Күренеүенсә, ил Президенты Рәсәй субъекттарында милли телдәр яҙмышына ҡағылған мәсьәләләр менән яҡшы таныш, һәм ул был проблемаға битараф түгел. Ә беҙҙә был йәһәттән битарафтар быуа быуырлыҡ. Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының Төп закондары - Конституция положениеларын тупаҫ рәүештә боҙоп, республикабыҙҙың мәғариф учреждениеларында дәүләт теле булараҡ башҡорт телен уҡытыуҙы мәктәптәр программаһынан еңел генә алып ташлауҙы уларҙың директорҙары үҙ белдеге менән хәл итә лә ҡуя беҙҙә хәҙер. Президент үҙ сығышында телгә алған әлеге "аңһыҙ һәм аңра" әҙәмдәр, йәмәғәтселек һәм ата-әсәләр тарафынан кире ҡағыуҙар булмауҙан файҙаланып, тотош милләт халҡының әсә теле яҙмышына ана шулай ҡул һуҙа. Закон боҙоуҙы ситән аша һикереп сығыу шайы ла күрмәй улар.
Ә бит Президент сығышында туған телдәрҙе өйрәнеү, уҡытыу, һаҡлау һәм үҫтереү тураһында ғына түгел, бәлки уларҙы, дәүләт теле булараҡ, дәүләт власы һәм идара органдары эшендә файҙаланыу мөмкинлеге хаҡында ла һүҙ бара. Мәҫәлән, күпселек башҡорттар йәшәгән район һәм ауылдарҙа һәр төрлө йыйылыштарҙа ниңә ауыҙ тултырып үҙ телебеҙҙә һөйләүҙән тартынабыҙ? Донъя бит, төрлөсә булып китә: суд-тәфтиш эштәрендә лә ҡатнашырға тура килә - һөйләһен, әйҙә, кеше үҙ телендә! Ә беҙ тартынабыҙ, оялабыҙ, кәмһенәбеҙ. Тап Президент әйтмешләй, кәм күңелгә әйләнеп бөткәнбеҙ, ахыры. Эш шуға тиклем барып етте бит хатта: туған тел уҡытыу программаһын мәктәп стеналары эсендә үк быуып, юҡҡа сығарып ырғытылыуын да битараф ҡына күҙәтәбеҙ. Әйтерһең дә, был беҙгә, беҙҙең балаларыбыҙға, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә һис тә ҡағылмай...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.06.15 | Ҡаралған: 1390

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru