«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
НИНДӘЙ КӨРСӨК КӨТӘ?
+  - 

Донъялағы, илдәге һәр иҡтисади ваҡиға халыҡтың финанс тотороҡлоғона йоғонто яһай, кеҫәһенең йоҡарыуына йәки ҡалынайыуына тәьҫир итә. Шуға күрә был өлкәләге һәр яңылыҡ тураһында хәбарҙар булып тороу һәр кем өсөн мөһим һәм кәрәк. Ағымдағы йылдың уҙған айында Рәсәй иҡтисадында сағыу ваҡиғалар әллә ни күп булманы, тип әйтергә кәрәк. Ләкин нәҡ хәҙер алдағы айҙарҙа ҡабул ителгән ҡарарҙың тәүге һөҙөмтәләре күренә башланы һәм улар яҡын киләсәктә иҡтисадтағы хәл-тороштоң ниндәй булырын күҙалларға мөмкинлек бирә.

Һумдың арзанайыуы. Март айында күҙәтелгән һумдың үҫеү этабы үтеп, майҙың һуңғы көндәрендә ул долларға һәм евроға ҡарата тотороҡло рәүештә арзанайҙы. Аналитиктар фекеренсә, йыл аҙағына тиклем һум бер долларға ҡарата 60 һум тирәһендә тирбәләсәк. Бөгөнгө көндә сеймал баҙарындағы ситуация һумға төп баҫымды яһай. Нефть котировкаларының түбәнәйеүе һум курсына йоғонто яһамай ҡалманы. Шулай уҡ уҙған айҙа Рәсәйҙең Үҙәк банкы резервтарын тултырыу ниәтенән валюта һатып ала башланы - был да һумды ҡыҫырыҡлай. Артабан нефть котировкалары нығынған осраҡта ла һум ныҡлап нығынмаясаҡ, тип фаразлай белгестәр.
Кредиттар һәм вкладтар буйынса ставкалар кәмеүе. Илдең Үҙәк банкы мөһим ставканы (ключевая ставка) планлы рәүештә төшөрөүен дауам итә. Рәсәй Банкы директорҙар Советы мөһим ставканы 14 проценттан 12,50 процентҡа тиклем төшөрҙө һәм инфляцияның түбәнәйеүе күҙәтелһә, артабан да ул аҫҡа төшеүен дауам итәсәк, тип белдерҙе. Мөһим ставканың түбәнәйеүенә банк секторы вәкилдәре вклад һәм кредиттар буйынса ставкаларҙы кәметеү менән яуап бирә. Беренсе сиратта, традицион рәүештә, вкладтар буйынса ставкалар кәмей. Бөгөнгө көндә физик шәхестәр өсөн вкладтар буйынса уртаса ставка һумдарҙа 11,66 процент, ә валютала 3,46 процент тәшкил итә. Бер ай эсендә ставка 0,2-2 процентҡа кәмене. Кредиттар буйынса уртаса ставка һумдарҙа йылына 16-19 процентҡа тиклем кәмене. Эксперттар билдәләүенсә, бында автокредит һәм ипотека буйынса ташламалы программаларҙың тормошҡа ашырыла башлауы үҙенең ролен уйнаны. Ҡулланыусылар кредиты иһә тик 1-1,5 процентҡа тиклем генә төштө.
Инфляция темпының әкренәйеүе. Росстаттан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә йыллыҡ инфляция 15,8-15,9 процентҡа тиклем төшкән. Һуңғы ваҡытта, ошо уҡ ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, инфляцияның аҙналыҡ күрһәткесе үҙгәрмәй - 0,1 процент ҡала килә. Эксперттар билдәләүенсә, хаҡтарҙың саманан тыш артыу мөмкинлеген Хөкүмәттең кризисҡа ҡаршы йүнәлтелгән саралары һәм Үҙәк банктың аҡсаға һәм кредитҡа ҡарата алып барған ҡаты сәйәсәте тотоп тора. Ләкин был өлкәлә йәй көнө күҙәтелә торған фактор тураһында ла оноторға ярамай - был ваҡытта, ғәҙәттә, инфляция темптары традицион рәүештә кәмей. Ә Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығының һуңғы күҙаллауҙарына ярашлы, ағымдағы йылдың июль - сентябрь айҙарында дефляцияны (хаҡтарҙың дөйөм күрһәткесенең төшөүе) көтөргә була.
Иҡтисади көрсөк тураһында. 21 майҙа Һаҡлыҡ банкы башлығы Герман Греф, көрсөктөң иң ҡырҡыу фазаһы үтте, тип белдерҙе. Хөкүмәт аппараты вәкилдәре лә әлеге мәлдә иҡтисадтың аяҡҡа баҫыу осоро бара, тигән фекерҙә. Былтырғы йыл аҙағындағы Рәсәйгә ҡарата пессимистик күҙаллауҙарҙың тормошҡа ашмауы ошондай белдереүҙәргә нигеҙ бирә. Әйтергә кәрәк, Moody"s халыҡ-ара рейтинг агентлығы ла Рәсәйҙәге иҡтисади хәл буйынса прогноздарын йомшартты. Аналитиктар фекеренсә, 2015 йылда Рәсәйҙә Эске тулайым продукт (ВВП) күрһәткесе 3 процентҡа төшәсәк, ә 2016 йылда нуль үҫеш күрһәтәсәк. Ә бынан алдағы прогноздарҙа иһә Рәсәйҙә иҡтисадтың түбәнәйеүе 2015 йылда - 5,5 процент, ә 2016 йылда 3 процент тәшкил итәсәк, тигән фекер төп урынды алып тора ине. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер эксперттар, Росстаттың һуңғы күрһәткестәренә таянып, илдәге иҡтисади хәлдең насарайыуын билдәләй. Мәҫәлән, апрель айында иҡтисадтың төшөүе 4 процентҡа еткән. Ә йылдың I кварталында был күрһәткес 1,9 процентты тәшкил иткән. "Внешэкономбанк" баҫтырып сығарған иҫәпләүҙәрҙә лә апрелдә ВВП-ның түбәнәйеүе 4,3 процентҡа етеп, бер айҙа 0,6 процентҡа тиклем төшкән. Йылдың тәүге дүрт айы эсендә, "Внешэкономбанк" күрһәткестәренә ярашлы, ВВП төшә барып, дөйөм алғанда, 2,5 процентҡа кәмегән.
Шулай итеп...
Аналитиктар фекеренсә, алдағы ике йыл Рәсәй иҡтисады өсөн ауыр һәм илдең киләсәге Хөкүмәттең дөрөҫ ҡабул ителгән ҡарарҙарына ныҡ бәйле буласаҡ. Июнь-июль айҙарында Евросоюз вәкилдәре Рәсәйгә ҡарата ҡулланылған санкцияларҙың "киләсәген" билдәләү өсөн ҡорға йыйыласаҡ. Әгәр ҙә санкциялар оҙайтылһа йәки улар тағы ла ҡәтғиләштерелһә, рәсәйҙәр быға әллә ни иғтибар итмәҫкә тырышһа ла, иҡтисади көрсөктөң тәрәнәйеүе ҡотолғоһоҙ, тип билдәләй эксперттар.

Гөлназ МАНАПОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.06.15 | Ҡаралған: 1341

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru