«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ - ЙӘШЛЕК ҠАЛАҺЫ!
+  - 

Йола буйынса, 12 июнь байрамдары алдынан Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов өлгәшелгән уңыштарға байҡау яһап, киләсәккә пландар билдәләп, киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Ирек Ишмөхәмәт улының һүҙҙәренә ҡарағанда, баш ҡала уҙған йылдар менән сағыштырғанда һәр өлкә буйынса күрһәткестәрен арттыра бара. Әлбиттә, быны статистика һандары ла раҫлай. Ә статистика һәм һандар менән бәхәсләшеү урынһыҙ. Бары тик уларға күҙ һалырға һәм яуланған ҡаҙаныштар өсөн ҡыуанырға ғына ҡала.

Бюджетҡа 1 майға ҡарата 6 миллиард 300 миллион, шул иҫәптән ҡаланың үҙенең килеме 3 миллиард 513 миллион һум, килем ингән. Ғинуар-апрелдә сәнәғәт комплексы предприятиелары тарафынан 215,5 миллиард һумлыҡ хеҙмәт һәм эш күрһәтелгән, ошо осорҙа сәнәғәт етештереүе индексы 101 процент тәшкил иткән. Төҙөлөшкә килгәндә инде, былтырғы биш ай менән сағыштырғанда 20,5 процентҡа күберәк, йәғни 190 мең квадрат метрҙан ашыуыраҡ торлаҡ төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Индустриаль ысул менән төҙөлгән торлаҡ 51 процент тәшкил итә. Киләсәктә Өфө йылына 1 миллиондан ашыу квадрат метр торлаҡ төҙөп тапшырыуға йүнәлеш тота. Һуңғы йылдарҙа республикаға ғына түгел, баш ҡалаға ла инвестиция йәлеп итеү күләме арта. Былтыр ҡала иҡтисадына 105,5 миллиард һум инвестицияланһа, быйылғы беренсе кварталда 14,5 миллиард һум булып, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк. Әлеге ваҡытта Өфөлә дөйөм хаҡы 170 миллиард һумдан ашыуыраҡ булған 100 инвестицион проект тормошҡа ашырыла. Инвестицияларҙың 90 проценты шәхси эшҡыуарҙар өлөшөнә тура килә. Ошо проекттарҙың барыһы ла файҙаланыуға тапшырылған осраҡта, улар өҫтәмә рәүештә 17 мең эш урыны бирәсәк. Шулай уҡ коммуналь һәм торлаҡ хужалыҡтарында ла мөһим эштәр башҡарыла. Транспорт паркы ла яңырыу кисерә.
Статистика һандарын иғтибар менән өйрәнгәндә, улар артында барыбер ҙә кеше факторы, граждандар өсөн уңайлы тормош һәм йәшәү шарттары тыуҙырыу маҡсаты торғаны аңлашыла. Һөҙөмтәне иһә әллә ҡайҙан эҙләйһе түгел - мартҡа тиклем баш ҡалала 4 меңдән ашыу бала тыуған, тәбиғи үҫеш 485 кеше тәшкил иткән. Беренсе ғинуарға ҡарата мәғлүмәт-тәр буйынса, халыҡ һаны 1 миллион 116 мең кеше рубежын үткән. Өфөнө йәшлек ҡалаһы тиергә лә мөмкин - халыҡтың 50 процентын 35 йәштән йәшерәктәр тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта, ул кәләштәр ҡалаһы ла: ҡатын-ҡыҙ ир-аттан 106 меңгә артығыраҡ. Демографик күрһәткестәрҙең артыуы, балалар тыуыуы, әлбиттә, яҡшы күренеш, әммә был процесс үҙе артынан уҡ балалар баҡсалары мәсьәләһен дә тыуҙыра. Юҡһа, уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында баш ҡалала 160 балалар баҡсаһы төрлө ойошма һәм учреждениеларға бирелеп, үҙенең профилен үҙгәртә. Әлеге ваҡытта уларҙы кире ҡайтарыу һәм яңыларын төҙөү буйынса эштәр алып барыла. Ирек Ишмөхәмәт улы белдереүенсә, әгәр ошо объекттар үҙ функцияһын үтәгән булһа, бөгөн балалар баҡсалары проблемаһы көн үҙәгендә тормаҫ та ине.
Юҡҡа ғына, эш туҡмағы - аш, тимәйҙәр. Был йәһәттән Өфөнөң дөйөм туҡланыу әйләнеше артыуы ла бушҡа түгелдер. Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: былтыр баш ҡалала барлығы 350 ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙғарылып, унда 700 миллион һумлыҡ продукция һатылған. Ҡала халҡы сауҙа предприятиеларындағынан 10 процентҡа осһоҙораҡ аҙыҡ-түлек запасы алып ҡыуанһа, ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр тауарын һатып, ҡулаҡсаға эйә булған.
Ҡала үҫешенең һәм халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙың тағы бер күрһәткесе булып эшһеҙҙәр һаны тора, тиергә мөмкин. 15 майға ҡарата рәсми рәүештә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 7174 кеше булһа, мәшғүллек хеҙмәте органдары 7360 вакантлы урын тәҡдим итә. Был вакансиялар, нигеҙҙә, эшсе һөнәрҙәренә, ә эшһеҙҙәр был урындарға барырға теләмәй, үҙҙәренең профессияһы-белеме буйынса эш килеп сыҡҡанын көтә.
Өфөнөң көндән-көн матурлана барыуы инде бер кем өсөн дә аптырарлыҡ күренеш түгел. Ай һуңында баш ҡала уникаль фонтан менән халыҡты һәм ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырмаҡсы. "Ете ҡыҙ" фонтаны башҡорт халыҡ легендаһы буйынса эшләнә. Унда төп образ булып милли кейемдәге ҡыҙҙар һыны торасаҡ. Сер итеп кенә әйткәндә, фонтан эргәһендә экран урынлаштырылып, унда "Ете ҡыҙ" бейеүе трансляцияланасаҡ. Был, ниндәйҙер кимәлдә Өфөгә тағы ла милли колорит өҫтәйәсәк.
Ирек Ялалов белдереүенсә, Салауат Юлаев проспекты ҡаланың йөҙөн күрһәтеп торорға тейеш. Шуға күрә унда ла төҙөлөш эштәре алып барыласаҡ. Ғөмүмән, Европаның билдәле архитекторҙары Өфөнө парк итеп күрә. Сөнки утрау кеүек йәшеллеккә төрөнгән мегаполистар донъяла бик һирәк. Баш ҡалала бер кешегә 202 квадрат метр йәшеллек тура килә. Һәм төҙөлөш алып барылғанда ла уның ошо үҙенсәлеге иҫәпкә алынырға, йәшелләндереү эштәре дауам итергә, халҡы миллиондан ашҡан ҡалалар менән сағыштырғанда, сәнәғәт үҙәге булыуға ҡарамаҫтан, таҙа аураһы һаҡланырға, йәштәр тарафынан да ошо йүнәлеш дауам ителергә тейеш. Ә Өфөнөң үҫеш ҡеүәте ҙур әле.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.06.15 | Ҡаралған: 1339

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru