«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕГЕРМЕ ЙЫЛ ЭЛЕК...
+  - 

Йәйҙең тәүге көнө Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө тип билдәләнһә, башҡорт халҡы өсөн ул бынан 20 йыл элек Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуы менән мөһим тарихи дата булараҡ әһәмиәтле. Ул тарихи ваҡиғала беренсе тапҡыр республиканың район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәй төбәктәренән, сит илдәрҙән 600 делегат һәм 200-ҙән ашыу ҡунаҡ ҡатнашты. Оло форумда ҡабул ителгән документтар һуңынан башҡорт халҡының проблемаларын хәл итеү программаһы булып торҙо.

Юбилей айҡанлы уҙғарылған матбуғат конференцияһында башҡорт йыйындарының әһәмиәтен билдәләп, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Румил Аҙнабаев, башҡорт ҡәбиләләре һәм ырыуҙарының милләт өсөн мөһим мәсьәләләрҙе элек-электән берләшеп хәл итеүен, XX быуат башында Башҡорт автономиялы республикаһын ойошторғанда уларҙың ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Уҙған быуаттың 90-сы йылдары уртаһында ауырлаша барған иҡтисади хәл-торош, ассимиляция һәм миграция процестары һөҙөмтәһендә башҡорттарҙың һаны кәмеүе, башҡорт теленең, йолаларҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең, мәҙәниәттең юғала барыуы халыҡтың үҙаңына, милли үҫешенә кире йоғонто яһаны, - тине Румил Тәлғәт улы. - Был хәүефле симптомдар башҡорт милли ойошмаларын Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын төҙөү инициативаһы менән сығыш яһарға мәжбүр итте. Бөгөн Ҡоролтай бөтөн донъялағы башҡорттарҙы берләштереүсе орган булып тора..." Социолог, философия фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин башҡорт халҡының Рәсәйҙең федератив ҡоролошона нигеҙ һалыусыларҙың береһе булыуына баҫым яһап, шулай тине: "Башҡорт халҡы Рәсәй составына беренселәрҙән булып һәм буйһоноп түгел, ә үҙенең талаптары менән ирекле рәүештә ингән, - тине ул. - Шул ваҡытта уҡ беҙ Рәсәй дәүләте башҡорттарҙың ойоштороу һәм идара формаларына, дин эшенә ҡыҫылмаҫҡа, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын ҡалдырырға тейешлеген аныҡ билдәләү менән бер рәттән, ил сиген һаҡлау кеүек үтә лә етди һәм мөһим бурысын да үҙ иңебеҙгә алғанбыҙ, илдең иҡтисадын үҫтереү маҡсатынан яһаҡ түләгәнбеҙ. Бөгөн дә ошо илдең тулы хоҡуҡлы хужалары икәнлегебеҙҙе иҫтән сығармайынса, ил кимәлендә һаман да хәл ителмәгән мәсьәләләрҙе еренә еткереп ҡуйыуҙы талап итергә тейешбеҙ. Был йәһәттән авангардта милли-мәҙәни ойошмалар тора ла инде. Улар дәүләттә булған көсөргәнеште киҫкенләштерергә түгел, ә ошо ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын, механизмдарын бергәләп эҙләргә бурыслы. Шуға ла Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт телен уҡытыуҙы, йәштәрҙә ватансылыҡ, илһөйәрлек тәрбиәләүҙе, белем биреү системаһында төбәк компонентын һаҡлап ҡалыуҙы талап итеүе лә юҡҡа түгел. Сөнки үҙ халҡыңдың, төбәгеңдең тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, мәҙәниәтен, туған телеңде белмәй тороп, илһөйәр булып булмай. Был йәһәттән Ҡоролтайҙың үҙенең программаһы бар. Әммә уны тормошҡа ашырыу өсөн дәүләт органдары тарафынан ярҙам кәрәк".
Политолог, философия фәндәре кандидаты, сәйәсәт фәндәре докторы Мансур Әйүпов бөгөн республиканың, барлыҡ өҫтөнлөктәрен файҙаланып, күрше-тирә субъекттар араһында конкурентлыҡ һәләтен арттырырға тейешлеген билдәләне. "Был эштә, әлбиттә, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының төптән егелеп эшләүе зарур, - тине Мансур Әнүәр улы. - Эйе, беҙҙең бай тарихыбыҙ бар. Артыбыҙҙа республика йәшәһен өсөн ҙур ҡорбандар биргән бөйөк халҡыбыҙ тора. Ләкин бөгөн улар өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереү, улар менән маһайыу ғына аҙ. Беҙ туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе йәшәтеү, халҡыбыҙҙың милли үҙаңын үҫтереү өсөн барыһын да эшләргә бурыслы һәм был эштең башында ла Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты торорға тейеш..."

Шулай итеп...
Бөгөн Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) бүлексәләре Башҡортостандың һәр район-ҡалаһында ғына түгел, Рәсәй Федерацияһының 30 төбәгендә, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Тажикстанда, Латвияла, Эстонияла, Украинала, Беларуста, Германияла, Америкала, Швецияла, Швейцарияла, Финляндияла, Венгрияла, Мысырҙа, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, Ҡытайҙа һ.б. илдәрҙә бар. Башҡарма комитет ҡарамағында 10 комиссия эшләй. Ҡоролтай инициативаһы менән бер нисә йәмәғәт ойошмаһы булдырылған, "Ватандаш" журналы ойошторолған. Башҡарма комитет составына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың 5 депутаты, РФ Дәүләт Думаһы депутаттары, район советтары депутаттары ингән. Быйыл, ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғандан һуң, көҙөн IV Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайын уҙғарыу планлаштырыла.

Земфира ХӘБИРОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.06.15 | Ҡаралған: 1278

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru