«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР РӘССАМДЫҢ - ҮҘ САЛАУАТЫ
+  - 

Гәзитебеҙҙең был һанында башҡорт халҡының бөйөк батыры Салауат Юлаев шәхесе тураһындағы ҡайһы бер һорауҙарға яуап эҙләргә маташтыҡ (8-се биттәге материалды ла ҡарағыҙ). Билдәле тарихсы-антрополог Ринат ЙОСОПОВты, мәҫәлән, батырҙың антропологик тибы, йөҙ һыҙаттары ҡыҙыҡһындыра торғайны һәм тере сағында ул был туралағы мәҡәләһен беҙҙең гәзиткә тәҡдим иткәйне. Гәзитебеҙҙә 2005 йылда баҫылған ошо мәҡәләне гәзит уҡыусыларға яңынан уҡып сығырға кәңәш итәбеҙ.

"Башҡорт халҡының ғәҙәттән тыш ижади, интеллектуаль һәм ойоштороу һәләттәренә эйә легендар улы Салауат Юлаев образы XIX быуаттан алып беҙҙең көндәргә тиклем Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылары, хронистары, музыканттары, композиторҙары, рәссамдары, скульпторҙары һәм башҡа ижади интеллигенция вәкилдәренең иғтибарын биләне һәм биләүен дауам итә.
Рәссамдарға килгәндә, А. П. Лежнев, А. Д. Гончаров, П. М. Марков, М. Н. Арыҫланов, Ғ. Ш. Имашева, Г. С. Мостафин һәм башҡаларҙың танылған картиналарында һәм полотноларында милли геройыбыҙҙың образы төрлө композицияла бирелә. Ул һүрәттәрҙә Салауат Юлаев бер төрлө түгел, һәр береһендә батыр һыны үҙенсәлеклеге һәм эске энергияһының сағылышы менән айырылып тора. Совет скульпторы И. Г. Фрих-Харҙың 1925 йылда уҡ яһаған тәүге скульптура портреты - Салауаттың ағас бюсы бөгөнгө көндә Өфөлә М. В. Нестеров исемендәге Башҡортостан дәүләт художество музейында һаҡлана. Т. П. Нечаева 1946 йылда Салауат Юлаевтың скульптура портретын яһай, ул бронзанан ҡойолоп, 1952 йылда - Өфөлә, 1955 йылда Салауат ҡалаһында һәм Салауаттың тыуған яғы Малаяҙҙа ҡуйыла. 1989 йылда Салауат Юлаевтың бюсы герой һуңғы 25 йыл ғүмерен үткәргән Палдиски ҡалаһында ҡуйыла.
Салауат Юлаевтың С. Д. Тавасиев эшләгән һәм 1967 йылда Ағиҙелдең уң яҡ ярына ҡуйылған атҡа атланған скульптураһы иң мөһим һәм иң ҙур ижад емеше булып тора. Был ат скульптураһы Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙан һанала. Постамент менән бергә уның дөйөм бейеклеге 20 метрға яҡын, ә ауырлығы - 40 тонна. С. Д. Тавасиев Салауат образын көс һәм энергияһы ташып торған, азатлыҡ һөйөүсе ярһыу яугир һәм батыр итеп һүрәтләй алған. С. Тавасиев батырыбыҙҙы туран тибындағы башҡорттар араһында киң таралған һыҙаттар менән һынландырған. Был тип, билдәле булыуынса, көньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында йышыраҡ осрай. Сығышы менән Төньяҡ Осетиянан булған С. Д. Тавасиев нисек башҡорттарҙың төньяҡ-көнсығыш төркөмгә хас антропологик һыҙаттарын шулай күләмле һәм аныҡ итеп Салауат Юлаев ҡиәфәтенә күсерә алған һуң? ‰Ғөмүмән, өс скульпторҙың, йәғни И. Г. Фрих-Хар, Т. П. Нечаева һәм С. Д. Тавасиевтың бер антропологик типҡа ҡараған герой образын нисек тыуҙырыуы шулай уҡ сер булып ҡала. Ихтимал, улар Салауаттың тыуған яғына барып, уның яҡташтары менән осрашҡандыр.
Ысынында иһә, ниндәй булған һуң беҙҙең батыр Салауатыбыҙ? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә беҙ был турала бер нәмә лә белә алмайбыҙ, сөнки М. М. Герасимовтың ысулын файҙаланып, баш һөйәктәренә ҡарап, йөҙөн тоҫмаллар инең дә, әммә беҙҙең ҡулда һөлдәһе юҡ (ә шулай ҙа беҙ, бер аҙ тырышлыҡ һалғанда, батырыбыҙҙың һөлдәһен таба алыр инек һымаҡ. Салауатыбыҙ тарихын өйрәнеүсе ғалимә И. Гвоздикова әйтеүенсә, Эстониянан беҙҙең бер диңгеҙ офицеры Рогервикта мосолманса ерләнгән ике кешенең һөлдәһе табылыуы тураһында 90-сы йылдар башында уға хәбәр иткән. Ләкин ул саҡта Балтик буйы илдәрендә СССР-ҙан айырылып сығыу менән бәйле сәйәси ваҡиғалар ҡуйырған ваҡыт була, шунлыҡтан был хәбәр иғтибарһыҙ ҡала). Емельян Пугачевтың образын тере сағында XVIII быуатта төшөрөлгән бер нисә картинаға ҡарап, күҙ алдына килтерә алабыҙ. Өфө провинция канцелярияһында каторжниктарҙы Балтик буйына, Рогервик портына, оҙатыр алдынан төҙөлгән "Именной опись"та Салауат тураһында бер нисә генә юл яҙылған булған: "Буйы ике аршин да дүрт ая ярым, сәсе ҡара, күҙҙәре ҡара. Һул яҡ яңағында яра эҙе, сыбыртҡы менән туҡмалған, танау тишектәре өҙгөләнгән, маңлайында һәм яңаҡтарында указ тамғалары һалынған". Уның тышҡы йөҙө бына шулай ғына һүрәтләнә.
Уҙған быуатта төрлө антропологтар, шул иҫәптән ошо юлдар авторы тарафынан төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында үткәрелгән антропологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләрен файҙаланып, Салауат Юлаевтың тышҡы йөҙөн яҡынса күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Салауат Юлаевтың һәм уның ата-әсәһенең тыуған һәм йәшәгән урыны хәҙер бер кемдә лә шик тыуҙырмай. Салауат 1754 йылда Өфө провинцияһы Себер юлы Шайтан-Көҙәй улысының Тәкәй ауылында тыуған. Хәҙерге ваҡытта был Башҡортостандың Салауат районы территорияһы. Уның атаһы Юлай Аҙналин ошо Шайтан-Көҙәй улысының старшинаһы һәм үҙ ырыуының данлыҡлы бейе, рус армияһы составында хәрби походтарҙа, шул иҫәптән 1772 йылда поляк конфедераттарын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы булараҡ билдәле булған.
Тәүге тапҡыр был төбәк башҡорттары танылған рус ғалимы, этнограф һәм антрополог С. И. Руденко тарафынан 1907, 1912-1913 йылдарҙа уларҙың физик йәки антропологик тибын һүрәтләү яғынан ентекле тикшерелә. Тикшереү барышында буй, бит, баш ҙурлығы, тән, сәс, күҙҙәр төҫөнөң төп параметрҙары билдәләнә. Ярҙамсылары Б. Г. Крыжановский һәм С. М. Петров менән бергә С. И. Руденко 1847 аҫаба башҡортто тикшергән, шуларҙың 1512-һенең йөҙ һыҙаттарын С.И. Руденко үҙе шәхсән үлсәгән. Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһынан 249 ир кеше тикшерелә. Иң ҡыҙығы шунда: Салауаттың тыуған яғы Шайтан-Көҙәй улысының Иҙрис һәм Йонос ауылдарында 22 кеше үлсәнә. Ә уның тыуған ауылы Тәкәй, билдәле булыуынса, бөтөнләй юҡ ителә. Шайтан-Көҙәй һәм күрше Урман-Көҙәй улыстарында бөтәһе 64 ир кеше тикшерелә. Һөҙөмтәлә, Шайтан-Көҙәй улысында өйрәнелгән башҡорттарҙың йөҙ үлсәмдәренән сығып, Салауат Юлаевтың яҡынса тышҡы ҡиәфәтен ижад иткәндәр ҙә инде. XIX быуаттың танылған башҡорт мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың график һәм скульптура портретын төҙөгәндә лә ошо ысул ҡулланылған.
С. И. Руденконың профессиональ һәм бик юғары кимәлдә төшөргән фотографиялары ла Салауат Юлаевтың образын яҡынса күҙ алдына килтерергә булышлыҡ иткән. Башҡорттарҙың физик тибына арналған тәүге монографияһында С. И. Руденко төрлө ырыу башҡорттарының 200 фотографияһынан 34-ен баҫтыра. Фотографияларҙың күбеһе, хәҙерге Салауат районы халҡын да индереп, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарының антропологик тибын сағылдыра. Фотографиялар буйынса фекер йөрөткәндә, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары өс антропологик типҡа ҡарай: туран (Көньяҡ Себер), Каспий аръяғы һәм урындағы Урал типтары. Был райондарҙа иң таралғаны, моғайын, туран тибылыр, ул ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар, Алтай-Саян таулығы халыҡтары араһында йыш осрай.
С. И. Руденконың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Әй-Йүрүҙән бассейны башҡорттарына тән, сәс, күҙҙәр пигментацияһының интенсив, уртасанан тәпәшерәк буйлы, түңәрәк башлы булыу хас. Был төбәк башҡорттары башлыса ялпаҡ битле, оҙонса йөҙлө, киң танаулы, өҫкө ҡабаҡтары һалыныбыраҡ торған ҙур күҙле. Тәндәре артыҡ йөнтәҫ түгел. Уртаса буйлыларҙың мыҡты кәүҙәле, сағыштырмаса ҡыҫҡа аяҡлы булыуҙары бигерәк тә күҙгә ташлана. Бөтә был билдәләр буйынса әйлеләр менән көҙәйҙәр үҙ-ара оҡшаш. Был С. И. Руденкоға уларҙы антропологик яҡтан бер дөйөм районға индерергә ярҙам иткән.
1963-1965, 1967 йылдарҙа башҡорттарҙың антропологик тибын өйрәнеү менән М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Антропология институты хеҙмәткәре М. С. Акимова шөғөлләнгән. Ул, төньяҡ-көнсығыш башҡорттарын да индереп, дүрт этнографик төркөмдән 1250 башҡорт ир-егетен тикшергән. Әйлеләр, табындар һәм ҡатайҙарҙы ул Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында түгел, ә Силәбе өлкәһе территорияһында өйрәнгән. М. С. Акимова башҡорттар араһында дүрт антропологик типты айырып күрһәткән: урал, асыҡ төҫтәге европеоид, туран, понтий типтары. Иң таралғаны урал һәм туран антропологик типтары. Туран тибы бөтә башҡорттар араһында ла бар, шулай ҙа йышыраҡ төньяҡ-көнсығыш төркөмөндә осрай. Әйтергә кәрәк, уның фекеренсә, башҡорттар араһындағы туран тибы ҡаҙаҡтарҙағынан күҙгә бәрелеп торған европеоид ҡушылмаһы менән айырылып тора, уның сығанаҡтары беҙҙең эра сигендәге көньяҡ сығышлы ҡуңыр пигментациялы (понтий) савромат, сарматтар тибының боронғо ҡатламдарына барып тоташа.
Шулай итеп, М. С. Акимованың тикшеренеүҙәре, дөйөм алғанда, С. И. Руденконың башҡорттарҙың антропологик составының ҡатмарлы булыуы тураһындағы һығымталарын раҫлай.
1977-1989 йылдарҙа беҙ үткәргән краниологик тикшеренеүҙәр ҙә 14 краниологик өҙөмтәнән төньяҡ-көнсығыш (айырым алғанда, Ахундан) башҡорттарының баш һөйәктәре серияһына европеоид һыҙаттары хас булыуын күрһәтте. Был билдәләр буйынса улар Алтай-Саян таулығы халыҡтарына һәм ҡаҙаҡтарға, ҡарағалпаҡтарға яҡынлаша.
Быға өҫтәп шуны әйтергә мөмкин: этнография, визуаль антропология мәғлүмәттәре башҡорттар составында сығанаҡтары беҙҙең эраның I-II мең йыллығы сигенә барып тоташҡан оғуз компоненты барлығы хаҡында ышаныслы итеп әйтергә мөмкинлек бирә, ул саҡта башҡорттар менән хәҙерге төркмәндәрҙең, ҡарағалпаҡтарҙың ата-бабалары булған оғуздар үҙ-ара тығыҙ бәйләнештә йәшәгән.
Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбиләләре составында, билдәле булыуынса, "төркмән" ырыу төркөмдәре осраштырғылай. Һарт-әйлеләр араһында, мәҫәлән, Р. Кузеев "тәкәй" ырыуы төркөмөн асыҡлаған. Етмәһә, төркмәндәрҙең "тәкә" ҡәбиләһе менән башҡорттарҙың "тәкәй" ырыуы тамғалары тура килә, улар араһындағы оҡшашлыҡтар фольклор материалдарында ла осрай. Мәҫәлән, "Ҡуңыр буға" риүәйәтендә башҡорт ҡыҙы менән Каспий диңгеҙе ярҙарынан килгән оғуз егете араһындағы мөхәббәт һәм никах тураһында бәйән ителә. Бындай бәйләнештәр хаҡында антропологик мәғлүмәттәр ҙә һөйләй. Төркмәндәр араһында киң таралған Каспий аръяғы раса тибы йыш ҡына көньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттары араһында ла осрай. Шулай уҡ улар төньяҡ-көнсығыш башҡорттары составында ла бар.
Салауат Юлаевтың Тәкәй ауылында тыуып үҫеүен, күрше Урман-Көҙәй улысында ла Тәкәй һәм Төркмән исемле ауылдар булыуын иҫәпкә алһаҡ, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында туран ғына түгел, ә һомғол европеоид Каспий аръяғы расаһы тибындағы (понтий тибы варианты) вәкилдәр ҙә булыуы һис тә ғәжәп түгел. Ихтимал, был раса тибындағыларҙы, шулай уҡ ҡасандыр оғуз-төркмәндәр менән никахҡа инеп туғанлашҡан башҡорттарҙы, халыҡ, уларҙың төркмәндәрҙең "тәкә" ҡәбиләһе вәкилдәре менән ҡәрҙәшлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә алып, "иштәктәр" тип атағандыр. Салауат Юлаевтың тыуған ауылының исеме - Шайтан-Көҙәй улысындағы Тәкәй, шулай уҡ 1907, 1912-1913 йылдарҙа Урман-Көҙәй улысында булған Тәкәй һәм Төркмән ауылдары ла ошо фекергә этәрә.
Үрҙә әйтелгәндәрҙе иҫәпкә алып, Салауат Юлаев тышҡы ҡиәфәте менән туран йәки понтий антропологик тибындағы йәки уларҙың ҡушылған вариантын кәүҙәләндереүсе булыуы ихтимал, тип күҙалларға мөмкин. Авторҙарҙың (И. Г. Фрих-Хар, Т. П. Нечаева, С. Д. Тавасиев) художество фантазияһына ҡарамаҫтан, Салауат Юлаевтың хәҙерге скульптура һындары антропологик реалийҙарға тап килә һәм башҡорт халҡының төньяҡ-көнсығыш этнографик төркөмө араһында киң таралған бер туран раса тибының төрлө варианттарын кәүҙәләндерә. Һәр хәлдә, киләсәк тикшеренеүҙәрҙә, скульптура һәм рәссам әҫәрҙәрендә төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында таралған боронғо Каспий аръяғы расаһы (понтий) тибын күҙ алдында тоторға кәрәк булыр".

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.06.15 | Ҡаралған: 1513

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru