«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАҘА МӘКТӘБЕ ҮТКӘНДӘР ҺӘР ҺЫНАУҒА ӘҘЕР БУЛА
+  - 

Мөхәммәт бәйғәмбәр сәхәбәләренең береһе рамаҙан айына мөнәсәбәттәре тураһында шулай тип һөйләгән: "Беҙ рамаҙан башланғансы ярты йыл буйы Аллаһы Тәғәләгә, ошо изге айҙы ҡаршы алырға насип ит, тип доға ҡыла торғайныҡ. Рамаҙан үтеп киткәндән һуң ярты йыл буйы Аллаһтан ошо айҙа ҡылған ғибәҙәттәрҙе, яҡшы ғәмәлдәрҙе ҡабул итеүен һораныҡ".

Аллаһы Тәғәлә нәфсене яралтҡандан һуң уны тәрбиәләү һәм рәхмәтле иттереү маҡсатында төрлө һынауҙарға дусар итә. Хоҙай нәфсенән: "Һин кем һәм мин кем?" - тип һорай. Нәфсе тәкәбберлеген еңә алмайынса: "Һин - һин, ә мин - мин", - тип яуап бирә, үҙен Аллаһы Тәғәлә менән бер тиң ҡуйырға тырыша. Шунан Аллаһы Тәғәлә уны асыҡтыра. Асыҡҡас ҡына нәфсе үҙенең кем икәнлеген танырға мәжбүр була: "Һин бар ғаләмдәр Хакимы, мин һинең ҡолоң", - тип яуаплай.
Кешелә ике башланғыс йәшәй. Беренсеһе изгелеккә, яҡшылыҡҡа өндәгән фәрештәләр башланғысы булһа, икенсеһе түбән хистәргә тартҡан хайуани башланғыс. Кешегә ошо ике башланғыс, ихтыяр, бер ни тиклем һайлау мөмкинлеге бирелеүе уны йә фәрештәләрҙән юғары изге зат итә, йә хайуандарҙан меҫкенерәк итеп, түбәнгә төшөрә. Нәфсегә һәм шәһүәткә ҡаршы торған, көн дауамында аҙыҡтан баш тартҡан, түбән теләктәрҙе ауыҙлыҡлай алған, ғәйбәттән телен һаҡлаған, ғәҙелһеҙлектән йыраҡ торған кеше фәрештә асылын ала.
Ураҙа тотоусының һәр сәғәте, һәр минуты, һәр секунды оло ҡиммәткә эйә. Сөнки ул Аллаһы Тәғәләне, Уның янына ҡайтасағын хәтергә төшөрә. Донъя ләззәттәренең ҡасан да булһа бөтөүен аңлай. Мәңгелек ҡиммәттәргә ынтыла башлай. Тәү ҡарауға, иртә таңдан ҡара кискә тиклем ашамаған, эсмәгән кеше ыҙалана кеүек. Ысынында иһә, ураҙаның алдағы мәңгелек тормошта ҙур сауаптар килтерәсәге, Хаҡ Тәғәлә ризалығына өлгәшеүгә сәбәпсе буласағы тураһындағы изге уйҙар уның ғазаптарын юҡҡа сығара. Ураҙа тотоусы көнө буйы үҙенең Хакимы тураһында уйлай. Уйҙары Аллаһы Тәғәлә тураһында булғанға күрә, уның бар тормошо хаҡ юлда төҙөлә башлай. Ураҙалы кеше ифтар ваҡытында ике ҙур ләззәт ала. Беренсеһе ауыҙ асҡандағы аҙыҡ менән килһә, икенсеһе мәңгелектә ураҙа тотоусы мөьминдәр өсөн генә әҙерләгән Аллаһы Тәғәләнең бүләге. Мөхәммәт бәйғәмбәр, ураҙа тотоусы өсөн ике шатлыҡлы мәл бар, тигән. Улар - ауыҙ асыу һәм Аллаһы Тәғәлә менән осрашыу мәле.
Аллаһы Тәғәлә ерҙе төрлө-төрлө муллыҡтар менән тултырған һәм уларҙы ерҙәге урынбаҫары - кеше ҡарамағына тапшырған. Көн һайын беҙгә яңынан-яңы муллыҡтар ебәрелеп тора. Ләкин беҙ йыш ҡына ошо һанһыҙ байлыҡты ҡәҙерһеҙләп, беҙгә бирелгән ниғмәттәрҙең дә хужаһы бар икәнлеген бөтөнләй иҫкә алмай башлайбыҙ. Күптәр аслыҡ, мохтажлыҡ кисермәгәнгә күрә, Аллаһы Тәғәлә биргән ниғмәттәрҙе лайыҡлы рәүештә баһалай алмай. Ә ураҙа тотҡан кеше ауыҙ асыу мәленә ҡатҡан икмәктең дә Аллаһы Тәғәләнең оло ниғмәте икәнен аңлаясаҡ. Рамаҙан ваҡытында һәр кемгә Аллаһы Тәғәләгә ихлас рәхмәтен еткереү мөмкинлеге бирелә.
Бөтә ғүмерен ҡиммәтле һәм нәфис ниғмәттәр араһында үткәргән, асығыу һәм һыуға сарсау тигән тойғоларҙы белмәгән бай кешегә ураҙа фәҡирлек менән мохтажлыҡ "ләззәттәрен" татырға мөмкинлек бирә. Ошондай һынауҙарҙы үткән етеш тормоштағы кеше мохтаждарҙың хәлен аңларға өйрәнә, уңайы сыҡҡан һайын уларға ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Бай кешенең күңелен йомартлыҡ, мәрхәмәтлек тултырған һайын, үҙенән фәҡирерәк йәшәүселәргә ҡарата шәфҡәтлек тойғоһо арта. Ярлылар иһә уға ла мөхәббәт һәм ихлас хөрмәт менән ҡарай башлай. Был төрлө халыҡ ҡатламдары араһында синыф-ара күрә алмаусанлыҡты юҡҡа сығара, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм татыулыҡ урынлаштыра. Ураҙа ярҙамында кеше социаль тормошон байыта, яңы бәйләнештәр урынлаштыра. Был бәйләнештәр донъяуи бәйләнештәргә ҡарағанда таҙараҡ һәм нығыраҡ була. Бергә ураҙа тотҡан, ифтар, сәхәрҙәрҙә ҡатнашҡан, тәрәүих намаҙҙарын уҡыған, Ҡәҙер кисәһен һәм Ураҙа байрамын үткәргән мосолмандар араһында бер-береһенә ҡарата ысын һәм таҙа мөхәббәт, хөрмәт, ярҙам тойғолары барлыҡҡа килә. Улар бәйғәмбәребеҙҙең "Бер-береһенә ҡарата һөйөүҙә, мәрхәмәтлектә һәм миһырбанлыҡта мөъминдәр бер тәнгә бәрәбәр. Берәй ағзаһы сиргә юлыҡһа, бөтә тән уның ауыртыуын тоя һәм уртаҡлаша", тигән хәҙисендәге берҙәмлеккә эйә була.
Ерҙәге етешлек, хозур тормош һәм именлек мәңге дауам итмәй. Көтөлмәгән сәбәптәр арҡаһында байлыҡ тиҙ арала ярлылыҡҡа, сәләмәтлек ауырыуға әйләнеүе ихтимал. Ошондай ҡаты һынауҙарҙы аҙағына тиклем лайыҡлы үтер өсөн кеше йәне менән дә, тәне менән дә уларға әҙер булырға тейеш. Ураҙа шундай һынауҙарға ҡаршы әхлаҡи яҡтан да, физик яҡтан да әҙерлек ул. Сөнки ул кешене оҙаҡ ваҡытҡа көндәлек хәжәттәренән тыйылып торорға өйрәтә. Бынан тыш, ураҙа камил кешегә хас принципиаллек һәм үҙ-үҙеңде ҡулда тота белеү кеүек характер һыҙаттары ла тәрбиәләй.
Ураҙа мәктәбен үткән кеше ҡыйынлыҡтарҙы, ризыҡланмауҙы түҙемлек менән үткәреп ебәрергә өйрәнә. Бер ниндәй донъя хәжәте лә уны үҙ ҡоло итә алмай, сөнки ул кемгә таянырға кәрәклеге тураһында яҡшы белә. Аллаһы Тәғәләне, уның бойороуҙарын, шул иҫәптән ураҙаны, инҡар иткән кеше иһә мохтажлыҡ тигән ауыр һынау алдында һынасаҡ. Хаҡ Хакимдың ниғмәттәр баҡсаһын ҡалдырып, меҫкендәрҙең ишектәрен ҡағып, хәйерселеккә биреләсәк. Бындай әҙәм мең алтын һарайы булғанда ла меҫкен хәйерсе булып ҡаласаҡ.

"Башҡортса дини календарь", 2015 йыл.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 22.06.15 | Ҡаралған: 1512

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru