«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТЕ ҠЫҘ ФОНТАН УРҒЫЛТА
+  - 

Баш ҡаланың Ленин урамында урынлашҡан Театр скверында "Ете ҡыҙ" фонтаны эшләй башланы. Яңы мәҙәни объектты асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ҡатнашты. Башҡорт халҡының билдәле легендаһынан һәм Ф.Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡуйған бейеүҙән илһам алып эшләнгән музыкаль фонтандың авторы С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдары союзы ағзаһы Хәниф Хәбибрахманов.

ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлек барышында баш ҡалабыҙ күҙгә күренеп үҙгәрҙе, түбәләре күккә олғашҡан ҡунаҡхана биналары үҫеп сыҡты, ҡала урамдары, парктар, аллеялар яңы һулыш алды. Заманса төҙөлгән биналар араһында Өфөнөң тарихи йөҙө юғалып ҡалыр, башҡорт милләтенең рухиәте, тарихы, мәҙәниәте төҫһөҙләнмәҫме, тигән шомло уйҙар баш ҡаланың үҙәгендә төҙөлгән "Ете ҡыҙ" фонтанын асыу тантанаһын күргәс тә юҡҡа сыҡты. Ҡала халҡы кискеһен ҡойма ямғыр яуыуы тураһында мәғлүмәтле булһа ла, Театр баҡсаһы майҙансығында алма төшөрлөк тә урын булманы. Ямғыр башланғанда ла кешеләр таралырға ашыҡманы, бәләкәс балаларын ҡосаҡлап, ҡулсатырҙар аҫтына һыйынып, башҡорт халыҡ көйҙәре менән бер тактҡа урғылған һыуҙы, бер яҡ ситтәрәк урынлаштырылған ҙур экрандан "Ете ҡыҙ" бейеүен башҡарыуҙарын һәм Башҡортостандың хозур тәбиғәт күренештәрен күҙәтеп тора бирҙе. Улар араһында төрлө милләт вәкилдәре булыуы күңелгә май булып яғылды. Сөнки башҡорт халҡының боронғо рухи ҡәлғәһендә йәшәүсе, уға килеүсе бүтән милләттәргә үҙебеҙҙең ауыҙ-тел ижадыбыҙға, йыр-бейеү сәнғәтебеҙгә, рухи мираҫыбыҙға ҡарата ихтирам тәрбиәләү бына ошолай башлана ла инде. Әйткәндәй, бер яҡ ситтә башҡорт, рус һәм инглиз телендә "Ете ҡыҙ" легендаһының йөкмәткеһе яҙылған таҡтаташ ҡуйылған. Ике метр бейеклектәге ҡыҙҙар һыны бронзанан ҡойолған булыуға ҡарамаҫтан, шул тиклем нәзәкәтле, наҙлы. Гүйә, баҫҡынсыларҙан ҡасып, күл төбөндә тыныслыҡ тапҡан һылыуҙар терелеп, һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан да, көй ыңғайына талғын ғына бейергә төшөп киткән. Ҡыҙҙарҙың төрлө хәрәкәттә ҡатып ҡалған һындарында, һылыу йөҙҙәрендә милләтебеҙҙең рух көсө, саялығы, күңел донъяһы, баш бирмәҫ холҡо сағыла. Иғтибарлап ҡараһаң, бер яҡ ситтә ҡулына ҡурай тотоп ултырған бөйөк композитор Заһир Исмәғилев, әйтерһең дә, ҡыҙҙарҙы әле генә бейетеп туҡтаған, улар хатта хәрәкәттәрен тамамлап та өлгөрмәгән төҫлө. Композиция башҡа милләттәргә башҡорт халҡы тураһында һөйләһә, бында килгән башҡорттарға ул берҙәмлекте, үҙ асылыңа тоғролоҡто һынландырған символик образ булып күренде. Хатта "Ете ҡыҙ" фонтаны ете башҡорт ырыуының татыулығын да һынландырған кеүек тойолдо.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ете ҡыҙ" музыкаль фонтаны көн дә кешеләр күп йөрөгән ваҡытҡа тура килтереп, иртәнсәк, төш һәм кис көн һайын биш тапҡыр һыу урғылтасаҡ, моңонда тибрәлтәсәк. Киләсәктә был урын, Салауат Юлаев майҙаны кеүек, бөтәһе өсөн дә матур ял итеү урынына, милләттәштәребеҙ өсөн тағы бер рухи берҙәмлек үҙәгенә әүерелер, тип өмөт итәйек.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.07.15 | Ҡаралған: 1809

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru