«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАР ЕҢЕҮЕ
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфөнөң бер төркөм спортсы балалары Голландияның Алкмар ҡалаһында үткән 2015 йылғы Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашты. Делегацияны Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов етәкләне.

Өфө командаһы Халыҡ-ара балалар уйындарында 2011 йылдан бирле ҡатнаша. Хәтерегеҙҙәлер, ошондай юғары кимәлдәге, ҡышҡы уйын төрҙәрен үҙ эсенә алған балалар уйындары бынан бер-нисә йыл элек Өфөлә лә уҙғайны. Өфө командаһы ул ярышта ла һынатмағайны. Ләлә сәскәләре илендә үткән быйылғы ярышта ҡатнашыусы дзюдо, еңел атлетика, спорт гимнастикаһы һәм волейбол менән шөғөлләнеүсе 14 бала шулай уҡ оло еңеүҙәр яуланы. Улар иҫәбендә 5 - алтын, 1- көмөш, 2 бронза миҙал! Өфөнөң волейбол командаһы егеттәре бер тапҡыр ҙа еңелеү көйөнөсө кисермәй һәм алтын миҙалға лайыҡ була. Гимнастар Светлана Мазунина (ике алтын) һәм Екатерина Левченко ла үҙ командаһын алға сығарыуға үҙ өлөшөн индерә. Светлана - ирекле программала, ә Екатерина алдан билдәләнгән программала беренсе урын яулай. Гимнастар командаһы шулай уҡ команда многоборьеһы ярыштарында ла матур һөҙөмтә күрһәтә. Был - тағы бер алтын миҙал, тигән һүҙ. Дзюдо оҫталары Илья Алонов менән Данила Баландин иһә бронза миҙалға лайыҡ була. Еңеүселәр араһында ике бер туған еңел атлеттар - Айҙар менән Айрат Шәйхетдиновтар ҙа бар. Айҙар көмөш миҙал яулаһа, Айрат 4-се урын алып, шулай уҡ яҡшы һөҙөмтә күрһәтә.
Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух, тигәндәй, һуңғы йылдарҙа Өфөлә, республикала сәләмәт йәшәү рәүешенә, спортҡа ылығыусы балаларҙың арта барыуы һөйөндөрә. Өфөнөң спорт майҙансыҡтарында хоккей уйнаған, футбол типкән малайҙар күбәйҙе. Иртәле-кисле йүгереп, тән яҙлыҡтырған, велосипедта йөрөгән йәштәр ҙә күп. Спорт тотош йәмғиәт шөғөлө дәрәжәһенә күтәрелеп етмәһә лә, балаларыбыҙҙың Халыҡ-ара кимәлдәге уйындарҙа ҡатнашыуы, етмәһә, оло еңеүҙәр яулауы киләсәккә яҡты өмөттәр уята барыбер.

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.07.15 | Ҡаралған: 1237

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru