«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫТАЙ СТЕНАҺЫН КЕМ ТӨҘӨГӘН?
+  - 

"Ҡәҙерле редакция! Тиҙҙән баш ҡалабыҙ Өфөлә ҙур халыҡ-ара йыйын буласаҡ. Унда БРИКС һәм ШОС илдәре вәкилдәре килә, тип яҙаһығыҙ. Мине шул илдәр араһынан бигерәк тә Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҡыҙыҡһындыра. Ошо айҡанлы уларҙың боронғо тарихи ҡомартҡы булған Бөйөк Ҡытай стенаһы тураһында бик белгем килә. "Киске Өфө"нө алдырып уҡыйым, рәхмәт, матур материалдар бирәһегеҙ. Минең әлеге һорауға ла яуап бирһәгеҙ, шат булыр инем. Ҡасим Йәһүҙин.
Әбйәлил районыҮтәгән ауылы".

Гәзит уҡыусыбыҙҙың хатына былтыр Ҡытайҙың Шэньян ҡалаһындағы Ляолинь университетында махсус курста уҡып ҡайтҡан Гөлфиә МӨХӘМӘТШИНАның яуап биреүен һораныҡ.

- Һуңғы осорҙа Рәсәйҙең Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән хеҙмәттәшлеге, дуҫлыҡ бәйләнештәре күҙгә күренеп нығына. Төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек буйынса тиҫтәләгән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Башҡортостаныбыҙҙы ла Ҡытай менән күптәнге дуҫлыҡ ептәре бәйләй. Шуларҙың береһе - ике ил араһында юғары уҡыу йорттары студенттары менән алмашыу йолаһы. Былтыр миңә Башҡорт дәүләт университетының бер төркөм студенты составында махсус килешеү буйынса Ҡытайҙың Ляолинь университетында уҡып ҡайтыу бәхете тейҙе. Беҙ унда ҡытай телен өйрәнеү буйынса башланғыс әҙерлек курсы үттек. Беҙҙең төркөмдә шулай уҡ Корея, Вьетнам, Япония, Монголия, Франция, Африка, Америка, Англия, Германия, Мысыр илдәренән килгән студенттар ҙа белем алды. Ҡытай студенттары менән дә танышып, дуҫлашып бөттөк. Улар менән аралашыу беҙгә телмәр үҫтереү өсөн бик файҙалы булды. Мин урындағы телмәрҙе мөмкин тиклем яҡшыраҡ өйрәнеү маҡсатында баҙарға ла сыға инем. Йәшелсә, емеш-еләкте нигеҙҙә шунан алыр булдым, сөнки унда һатыусылар менән һөйләшеп-аңлашыуға, туранан-тура аралашыуға форсат тыуа. Бик һәйбәт, асыҡ күңелле, ярҙамсыл халыҡ ҡытайҙар.
Беҙ йәшәгән Шэньян - бик ҙур ҡала, унда 7 миллиондан ашыу халыҡ йәшәй. 30-ҙан ашыу юғары уҡыу йорто һәм колледждар бар, шуға ла уны студенттар ҡалаһы тип тә әйтергә була. Ҡалалағы "China Auto" автомобилдәр эшләү компанияһы билдәлелек яулаған, унан тыш тағы ла резина-техник изделиелар, быяла етештереү, химия сәнәғәте тармаҡтары үҫешкән, шунлыҡтан ҡала халҡының төп өлөшөн эшселәр синыфы биләп тора. Шэньяндың ярлы ғына кварталдарын да күрергә тура килде, шул уҡ ваҡытта үҫешкән, заманса мегаполис булараҡ та һоҡландырҙы ул беҙҙе. Ә шулай ҙа Пекин, Шанхай ҡалаларына етмәй инде, әлбиттә. Әйткәндәй, уҡыуҙан буш ваҡыттарҙа, каникулдарҙа беҙ ятаҡта тик ултырманыҡ, ә төрлө ҡалалар һәм тәбиғәт, архитектура ҡомартҡылары буйлап сәйәхәткә сығып китер булдыҡ. Бындай мөмкинлек тағы ҡасан эләгә әле! Ана шундай бик күп сәфәрҙәребеҙҙең үҙемдә онотолмаҫ тәьҫораттар тыуҙырған ни бары икәүһе хаҡында ғына һөйләп китер инем, сөнки бөтөнөһө хаҡында ла бәйән итеү өсөн гәзиттең бер һаны ғына етмәйәсәк.
Тәүҙә ғүмеремдә тәүге бөйөк артылыш - Хуан Шань тауҙарына менеүебеҙ хаҡында. Һүҙмә-һүҙ тәржемәлә ул "Һары тауҙар" тигәнде аңлата. Ҡытайҙың көнсығыш өлөшөндә Шанхайҙан 300 саҡрым ерҙә урынлашҡан көньяҡ-көнбайыштараҡ ятҡан тауҙар теҙмәһе була ул. 77 түбәһенең бейеклеге 1000 метрҙан юғарыраҡ. Был тауҙар Ҡытайҙың милли паркы һәм кеше иң күп килеүсе туристар төйәге иҫәпләнә. Болоттарҙан аша түбә сөйгән Хуан Шань тауҙарына үрләүе бер ҙә еңел түгел, хатта хәүефле лә, сөнки унда күтәрелә торған баҫҡыстар (шундағы таштарҙан киҫеп, шымартып та, ағастан да яһалған) урыны менән вертикаль рәүештә тора. Ә бит баҫҡыстар тап-тар, уның осо-ҡырыйы юҡ: төрлө рәүештә, төрлө бейеклектә, ағас баҫмалары һелкенеп, бәүелеп торған урындары ла бар, ә аҫҡа ҡараһаң... тәндәр зымбырҙап китә. Шуға ла иң һәйбәте - артҡа ла боролмаҫҡа, аҫҡа ла ҡарамаҫҡа, фәҡәт юғарыға үрмәләргә тура килә...Ошо ҡаялар араһында, яп-яланғас таш араһында беҙҙең яҡтарҙағына оҡшаш ҡарағай, ҡарағастар тырышып-тырмашып үҫеп ултыра. Осло таш-ҡаялар араһында сыйырсыҡ ояларына оҡшап торған бәләкәй, йыйнаҡ ҡына өйҙәр - ҡунаҡханалар осрай. Хуан Шань тауының түбәһенә күтәрелеү өсөн, иң тәүҙәге канат юлдарын иҫәпләмәгәндә, дүрт сәғәт тирәһе ваҡыт китә. Был тауҙарға менеп төшөү һәр бер ҡытай өсөн оло мәртәбә иҫәпләнә. Беҙҙә лә бит Ирәмәлгә артылыу - изге һәм фарыз ғәмәлдәрҙең береһе, шуның кеүек инде.
Ә хәҙер, бер аҙ көттөрөп булһа ла, хат авторы Ҡасим олатай Йәһүҙиндың үтенесенә күсәйек. Ҡытай стенаһында булыу ҙа Хуан Шань тауҙарына күтәрелгән кеүек үк иҫ киткес тәьҫораттар ҡалдырҙы, сөнки унда йөрөгәндә лә бейек баҫҡыстар буйлап менергә йә, киреһенсә, түбән төшөргә тура килә. Ҡытай стенаһының оҙонлоғо төрлө сығанаҡтарҙа төрлөсә күрһәтелә: тәүҙә мин Википедияла21 мең километрҙан ашыу тигән һанды күреп, аптырашта ҡалғайным, ләкин рәсми сығанаҡтар 8 мең 800 метрҙан ашыу, тип раҫлай. Шул тирә барҙыр, тип уйлайым. Ә бит стенаның башланып киткән урынынан алып иң сикке нөктәһенә тиклем туп-тура үлсәгәндә генә лә 2,5 мең километр тәшкил итә, тиҙәр. Шуға ла уны тиҙ генә иңләп сығыу мөмкин дә түгел, ләкин арҡаларына палаткалар, аҙыҡ-түлек менән тулы рюкзактар артмаҡлаған ҡайһы бер ныҡыш туристар стенаның икенсе осона тиклем барып сығыу маҡсаты ҡуйып юлға сыҡҡан...
Тарихы хаҡында ҡыҫҡаса ғына белешмә: Бөйөк Ҡытай стенаһы - кешелек тарихындағы иң мөһабәт, иң күренекле нығытма ул. Беҙҙең эраға тиклем III быуатта император Цинь Шихуанди етәкселегендә дошман отрядтары тарафынан яһалған туҡтауһыҙ һөжүмдәрҙән һаҡланыу өсөн бөтөн Ҡытай иле ҡатнашлығында оло һәм оҙайлы төҙөлөш башлана. Стена Шаньхай-гуань ҡалаһынан алып тау теҙмәләре аша әкиәттәге йылан шикелле борғолана-борғолана, ярты Ҡытайҙың сиге буйлап үтеп, иң осо Цзяюйгуань тигән ҡалаға килеп етеп тамамлана. Стенаның киңлеге 5-8 метрға етә, бейеклеге 7 -10 метр тирәһе урындар бар. Бөйөк стенаның иң бейек нөктәһе 1.534 метр, Пекиндан алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан, ә иң түбән нөктәһе диңгеҙ кимәле менән бер тиң һәм Лаолонгту тигән ҡалаға яҡын.
Боронғо легенда, риүәйәттәрҙә Ҡытай стенаһы хатта Айҙан да күренә икән, тип ышанһалар, бөгөн уға ышанып булмай, әлбиттә. Ә бына спутниктан төшөрөлгән картала ул айырым-асыҡ ярылып ята - быныһы хаҡ. Хат авторы, стенаны төҙөгәндә ниндәй цемент ҡулландылар икән, тип һорай. Беҙгә иһә, йышып, шымартылған ҙур-ҙур таш блоктарҙы бер-береһе менән нығытып стена һалғанда дөгө онона эзбиз ҡушып яһалған махсус иҙмә файҙаланғандар, тип аңлаттылар. Төҙөлөш материалдарын ташыу, тау башына мендереү өсөн махсус ҡул арбалары, башҡа ҡулайламалар уйлап сығарған ҡытайҙар.
Шуныһын да әйтмәй булмай: был архитектура ҡомартҡыһы донъяла иң оҙон нығытма ғына түгел, ә иң оҙон зыярат та ул. Уны төҙөүҙә миллиардлаған кеше: тыныс ваҡыттарҙа император ғәскәрҙәре, ябай эшселәр, крәҫтиәндәр, эшһеҙҙәр, енәйәтселәр ҡатнашҡан. Дөрөҫөн әйткәндә, стена уны төҙөүҙә ҡатнашҡан миллиондарҙың һөйәге өҫтөндә ултыра, тигән билдәле лаҡап йәшәй.
Ҡытай стенаһы нисә йыл төҙөлгән, тип һорау, минеңсә, бигүк дөрөҫ булмайҙыр, сөнки ул быуаттар буйына төҙөлгән, элегерәк төҙөлгән өлөштәре емерелгән - улары ҡайтанан аяҡҡа баҫтырылған, ремонт һәм яңыртыу эштәре алып барылған - ҡыҫҡаһы, ул ғүмер буйы төҙөлгән һәм әле лә төҙөлә, яңыртыла. Әлеге көндә лә Ҡытай хөкүмәте был тарихи архитектура объектын һаҡлау, уны тәртиптә тотоу өсөн йыл һайын миллиардлаған доллар аҡса бүлә, сөнки милли ғорурлыҡ символы булған был ҡомартҡыны килер быуындарҙың да күреп-белеп үҫеүен теләй.
Ҡытай хаҡында бер һөйләй башлағас, туҡтауы шулай еңелдән түгел шул: боронғо ла, бай ҙа, ифрат ҡыҙыҡлы ла ил бит ул. Ҡытайҙа йөрөһәм дә, мин, ниңәлер, һәр саҡ үҙебеҙҙең Башҡортостанды уйлап, һағынып йөрөгәнгә күрәме, уртаҡ йолалар һәм традицияларға нығыраҡ иғтибар итә инем. Ана шундай уртаҡлыҡтың береһе - сәй темаһы. Беҙҙең халыҡ та сәй эсергә ярата бит. Ләкин бына сәйҙең ысын тәмен, сәй эсеү йолаһының нескәлектәрен мин Ҡытайҙа ғына белдем. Мәғлүм булыуынса, был ил борон-борондан сәйе менән дан тота. Унда сәй эсергә яратып ҡына ҡалмайҙар, уны үҙҙәре үҫтерәләр һәм эшкәртәләр ҙә. Мин элек үҙебеҙҙә ҡара һәм йәшел сәйҙәр генә була тип уйлап йөрөһәм, бында килгәс, уларҙың төрлөлөгөнә хайран ҡалдым: йәшел (люй ча), ҡыҙыл (беҙҙеңсә ҡара - хун ча), аҡ (бай ча), һары (хуан ча), пуэр (хэй ча) һәм улун-улун тигән сәй сорттары бар икәнлеген күреп кенә түгел, тәмләп тә белдем. Бик ҙур сәй баҙарҙары, бәләкәй генә сәй кибеттәре, сәйханалар күп. Сәй һатып алырға инһәң, унан тиҙ генә сығып китермен, тимә. Һине күптәнге таныштарылай күреп, яҡты йөҙ менән йылы ҡаршылайҙар. Әйҙүкләп, сәй эсергә ултырталар. Бәләкәй генә кәсәләргә яһап, төрлө сорттарын тәмләтәләр. Был осраҡта сәйҙән баш тартып сығып китеү уңайһыҙ ғына түгел, тәрбиәһеҙлек, тип ҡабул ителеүе лә бар. Тәмләп ҡарап, тотош сәй церемонияһына тамаша ҡылғас ҡына үҙеңә оҡшағанын һатып алаһың. Юғиһә, тәмен белмәй алып, аҙаҡ уның оҡшамауы ла бар. Мәҫәлән, пуэр күптәргә оҡшай, тик әсәйемә ул түгел, ә ҡыҙыл, йәшел сәйҙәр оҡшаны. Ә бит пуэр иң ҡиммәтле сәй иҫәпләнә, сөнки ул пресланған килеш оҙаҡ ваҡыт ферментланып махсус һаҡлауҙа ята. Ни тиклем оҙаҡ һаҡланһа, баһаһы ла шул тиклем юғары була.
Былар Ҡытайҙа үткән бер йылдың бер нисә иҫтәлеге генә. Был сәйәхәт итеп, сәй эсеп тик йөрөгән икән унда, тип уйлап ҡуймағыҙ тағы. Уҡыуыбыҙ хаҡында ла бер кәлимә һүҙ әйтеү кәрәктер, тим шуға күрә. Ҡытай телен өйрәнеүе еңелдән түгел, әлбиттә, ләкин тырышҡанда бер йылда ла күп нәмәгә өлгәшеп булыуын аңланым. Телмәр үҫтереүгә, әйткәнемсә, урындағы халыҡ менән дә, студенттар менән дә аралашыу барышында өлгәшеп булһа, ҡытайса уҡыу, айырыуса яҙыу - үҙе бер сәнғәт тә, ҙур тырышлыҡ та талап итә. Бер иероглиф йә ижеккә төшкән баҫым йәки һыҙыҡса ғына ла әллә күпме мәғәнә аңлата. Шуға күрә, өйрәнә башлаған саҡта иероглиф һүрәтләнешен һәм уның мәғәнәләрен ассоциатив күҙаллауҙар ярҙамында иҫтә ҡалдырырға тырыштым. Иероглифтарҙы яҙыу, әйтеүемсә, рәсем дәресенә оҡшаш. Яҙырға өйрәнеүгә лә байтаҡ ваҡыт китә. Миңә йыш ҡына, артабан ҡытай теле буйынса белгес булырға уйламаһаң, уны өйрәнәм тип ниңә шулай яфаланырға һуң, тип әйтәләр. Ә минеңсә, донъя халыҡтары телдәрен белеү бер кемгә лә ҡамасауламай. Был хәтерҙе, мейе эшмәкәрлеген яҡшыртыуға ғына булышлыҡ итеп ҡалмай, яңы дуҫтар табырға ла ярҙам итә. Ҡытайҙа дуҫтарым күп хәҙер, шуға һөйөнәм. Әйтәләр бит: күпме тел беләһең, шул ҡәҙәре байыраҡ булаһың, тип.Ҡайһы илгә барһаң да, шундағы халыҡтар телен белеү кешегә урындағыларҙың ихтирамын яуларға ярҙам итә, аралашыуҙы ихласыраҡ, ышаныслыраҡ йүнәлешкә көйләй. Күп телдәр белеүҙең өҫтөнлөгөн мин шунда күрәм.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.07.15 | Ҡаралған: 1505

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru