«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘМЫШТАН УҘМЫШ БАРМЫ?
+  - 

Гәзитебеҙҙең 25-се һанында ҡуйылған "Балаға матур, мәғәнәле исем ҡушыу уның киләсәк яҙмышына йоғонто яһай, тигән фекер менән килешәһегеҙме?" тигән һорауға ҡарата мин дә үҙ яуабымды яҙып ебәрергә булдым.

Фекерҙәрҙең төрлөсә булыуы ғәжәп түгел, сөнки был һорауға төрлө һөнәр кешеләре яуап бирә. Дин әһелеме ул, ЗАГС бүлеге хеҙмәткәре, йәиһә филология белгесеме - һәммәһенең дә балаға яҡшы мәғәнәле исемдәр ҡушыу зарурлығы яғында булыуы һөйөндөрә. Филология фәндәре кандидаты Резедә Сөләймәнова, исем көсөнә ышанып, ата-бабаларыбыҙҙың балаларына уларҙың "ғүмерен һаҡларҙай" исемдәр, йәиһә, көслө булып үҫеүҙәрен юрап, батыр януарҙар исеме ҡушыуы хаҡында тарихи күҙлектән сығып аңлатма бирә. Хәҙерге ваҡытта балаларға милләтенең һәм мәҙәниәтенең йөҙөн күрһәтерлек исемдәр бирергә кәңәш итә. ЗАГС мөдире Айгөл Бохарбаева ла сабыйҙарға һис бер мәғәнәһе булмаған исемдәр бирмәү яғында. Мөғәллимә Шәмсинур хажиә, ысынлап та, Әбдерәсүл, Абделнәби, Әбделәмир һымаҡ, Аллаһтан башҡа заттарҙың ҡолдары, тигән мәғәнәләге исемдәрҙе ҡушыу мәкрүһ икәнлеге хаҡында иҫкәртә.
Мөхәрририәт аныҡ һорау биргән: исем баланың киләсәк яҙмышына йоғонто яһаймы? Минең дә һорауға аныҡ яуап бирергә ниәтем. Эйе, исемдәр, һис һүҙһеҙ, матур, күңелгә ятышлы, мәғәнәле булырға тейеш. Әммә, баланың киләсәкке яҙмышына исем ярҙамында йоғонто яһарға маташыуыбыҙ дөрөҫ булырмы? Ошо һорауға тик динебеҙ күҙлегенән генә сығып яуап бирергә була. Бәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһиссәләм мөслимдәрҙе мосолман иткән алты иман шарты хаҡында әйтә. Бына улар: 1. Аллаһтың барлығына һәм берлегенә, унан башҡа һис бер илаһ юҡлығына ышаныу. 2. Уның фәрештәләре барлығына ышаныу. 3. Китаптарына ышаныу. 4. Рәсүлдәренә, йәғни бәйғәмбәрҙәренә ышаныу. 5. Аллаһы Тәғәлә билдәләгән тәҡдиргә, йәғни яҙмышҡа ышаныу. 6. Әхирәт тормошона, ҡиәмәт көнөндә барыбыҙ ҙа яуап биреү өсөн Аллаһ тарафынан ҡабаттан тереләсәгебеҙгә ышаныу.
Бына ошо иман шарттарының береһе - тәҡдиргә, йәғни яҙмышҡа ышаныуҙы алайыҡ. Кешелек донъяһын барлыҡҡа килтерерҙән күпкә алда уҡ Раббыбыҙ һәммәләребеҙ өсөн тәҡдир яҙып ҡуйған. Аллаһы Тәғәлә һәр беребеҙ өсөн яҙып ҡуйғанды Уның үҙенән башҡа һис бер нәмә лә үҙгәртә алмай! Һәр төрлө ырымдарға, юрауҙарға, "ат дағаһы"на, "ҡоро биҙрә"гә, "ҡара бесәй"гә, һандар (13-сө һан) һәм исем көсөнә ышаныуҙар борон ислам диненә тиклемге ғөрөф-ғәҙәттәрҙән ҡалған. Имандың ошо бер шартына, йәғни Аллаһ яҙған тәҡдиргә ышанмаған, йәиһә икеләнгән кеше генә "исемдәр яҙмышҡа йоғонто яһай ала", тип әйтер. Әҙәм балаһына теге йәки был исемде уның киләсәк яҙмышын алдан көйләү ниәте менән биреү төптән дөрөҫ түгел. Борон ата-бабаларыбыҙ ниндәйҙер киләсәкке нәмә тураһында һүҙ алып барғанда һәр саҡ "Аллаһ яҙған булһа", йә "Аллаһ насип иткән булһа", йәиһә "ИншаАллаһ" (Аллаһ теләгән булһа), тип әйтер булған. Ә берәй нәмә була ҡалһа, "Ни хәл итәһең, яҙмыштан уҙмыш юҡ...", йәиһә, "Аллаһ ҡушҡан эштән сара юҡ..." "Тәҡдир шулай..." тиеүҙәре лә тигенгә генә түгел. Ниндәйҙер кимәлдә һәр төрлө хөрәфәттәргә ышаныуҙар булыуға ҡарамаҫтан, башлыса иманлы, дини белемле булған халҡыбыҙ, бына ошо Аллаһ тәҡдиренә ныҡ инанған һәм уға ифрат та ҙур мәғәнә биргән. Сабыйға исем атаған мәлдә генә түгел, ә һәр ваҡытта ла балалары өсөн тик бер Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып торор булғандар. Сөнки һәр әҙәм балаһының яҙмышы фәҡәт Аллаһ ҡулында.
Бәйғәмбәребеҙ (с.ғ.с.) бәғзе яҡындарының балаларының исемдәрен үҙгәрткән ҡайһы бер осраҡтар ҙа хәҙистәрҙән билдәле. Әммә ул исемдең бала яҙмышына йоғонто яһарын күҙ уңында тотоп түгел, ә килешһеҙ мәғәнәле булғаны өсөн генә уны алыштырырға ҡушҡан.
Исем, ысынлап та, матур яңғырарға, яҡшы мәғәнәле булырға тейеш. Икенсе төрлөрәк итеп әйткәндә, "әҙәм көлөрлөк" булмаһын. "Шайтанды ҡурҡытыр", йәиһә "ерәндерер" өсөн ҡушылған боронғо Буҡай, Кәкәй, Буҡбаш, Этйыймаҫ, Һаҫыҡбай тигән исемдәр, әлбиттә, хәҙерге ваҡытта осрамай. Революция, Партленбор, Вилен, Владлен тигән революцион исемдәр ҙә ҡушылмай хәҙер. Ғабдулла, Ғабдрахман һымаҡ "Аллаһ ҡоло" тигән мәғәнәле исемдәрҙе элегерәк совет заманында сабыйҙарға һирәкләп биргеләйҙәр ине. Хәҙер, әлхәмдулиллаһ, динһеҙлек замандары үтте. Бындай ифрат та матур исемдәр менән балаларҙы йышыраҡ та атай башланылар. Шулай уҡ Булат, Юлай, Арыҫлан, Илдар, Ильяс, Айнур, Гөлшат, Айгөл, Гөлнур, Әлфиә, Гөлфиә һымаҡ бихисап матур исемдәр ҡушыу яғында хәҙер күпселек. Мәғәнәһе менән батырлыҡты, матурлыҡты аңлатҡан бындай исемдәр ифрат та гүзәлдәр. Матур яңғырашлы был башҡорт исемдәре, ниндәй милләттән булыуыңды ҡапылда асыҡлау өсөн дә, бер-берең менән аралашыу өсөн дә бик тә килешле. Һәм бындай исемдәрҙе биреү бик тә дөрөҫ.
Халыҡта ҡайһы бер осраҡтарҙа кемдер берәү хаҡында һүҙ йөрөткәндә "Исеменә күрә есеме" тип әйтеү бар. Әлбиттә, тормошта бындай осраҡлы тап килеүҙәр булыуы ла бик мөмкин. Әммә ул - закон түгел. Ярлы "Баймырҙа"ны ла, яман "Яҡшығол"ды ла, йәиһә яҡшы "Яманғол"до ла, ҡыҫҡа ғүмерле "Оморҙаҡ"ты ла (ғүмере оҙаҡ), ҡурҡаҡ "Батыр"ҙарҙы ла, шулай уҡ бөтөнләйгә диндән алыҫ булған "Динислам" дарҙы ла осратырға була…

РЕДАКЦИЯНАН: Ә шулай ҙа "Балаға матур, мәғәнәле исем ҡушыу уның киләсәк яҙмышына йоғонто яһай, тигән фекер менән килешәһегеҙме?" тигән һорау артабанғы фекер алышыуҙар өсөн асыҡ ҡала. Даими авторыбыҙ Хәлил Һөйөндөков раҫлауынса, Раббыбыҙ һәммәләребеҙ өсөн тәҡдирҙе алдан яҙып ҡуйған, исем генә уны үҙгәртә алмай, тиеү ҙә, өләсәйҙәрҙең "Һәр бала донъяға үҙ исеме менән тыуа, исеме уның маңғайына яҙылған була, әсәй кеше уны күрә белергә тейеш", тигәне лә ышандыра кеүек. Ә иң ныҡ ышандырған һүҙ ниндәй булыр? Хаттар көтәбеҙ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.07.15 | Ҡаралған: 1275

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru