«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УН ИКЕ ЙЫЛЛЫҠ ҮҘАЛЛЫЛЫҠ
+  - 

XVIII быуаттың башында, 1704 йылда ҡупҡан башҡорт ихтилалы тамамланғандан һуң, төбәктә үҙенсәлекле сәйәси хәл барлыҡҡа килә. Башҡорттар 1711 йылдан 1722 йылға тиклем Рәсәй подданныйлығынан сығып, тулы үҙаллылыҡ яулайҙар. Яһаҡ түләмәүҙән, Үҙәккә бойһонмауҙан тыш, уларҙың хатта бөтә институттары, ханы (башлығы) булған тулы мәғәнәләге дәүләт берләшмәһе, йә ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар менән бергә союз төҙөү мөмкинлеге лә була. Ләкин улар ҡабаттан Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуҙы һайлай. Уларҙы быға нимә этәрә һуң, ниндәй сәбәптәр үҙаллы дәүләт төҙөүгә ҡамасаулай? Тарих фәндәре докторы Булат Әхмәр улы АҘНАБАЕВтың ошо темаға арналған хеҙмәтен тәҡдим итәбеҙ.

1704-1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалын өйрәнеүселәр баш күтәреүселәрҙең еңелеүендә шикләнмәй. Был турала И. Ғ. Аҡманов ентекләп яҙа. Ул көстәрҙең бер тигеҙ булмауын, хөкүмәт ғәскәрҙәре уңайлыраҡ шарттарҙа булыуын һәм бының ихтилалдың еңелеүенә килтереүен билдәләй. В. И. Лебедев та хөкүмәт ғәскәрҙәренең еңеүе тураһында әйтә, шул уҡ ваҡытта башҡорттарҙың XVIII быуаттың тәүге сирегендә батша ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарын дауам итеүҙәрен, әсирҙәрҙе бирмәүҙәрен, яһаҡ түләмәүҙәрен дә билдәләй. С. Таймасов иһә, тикшеренеүселәрҙән тәүге булып, 1704-1711 йылдарҙағы ихтилал һөҙөмтәһендә башҡорттар ваҡытлыса үҙаллылыҡ алыуға өлгәшә, тип раҫлай.
Ысынлап та, 1712 йылда Ҡаҙан губернаторы дәүләттең юғары даирәләренә йоғонтоһо булған туғаны Ф.А. Апраксинға башҡорттарға ҡаршы хәрби поход ойоштороу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. П.А. Апраксин, хәрби акция яһаҡ түләүсе халыҡтарҙың Башҡортостанға ҡасыуын туҡтатыр ине һәм башҡорттарҙы тура бойһоноуға килтерер ине, тип һанай. Ҡаҙан губернаторы, хөкүмәт башҡорттарҙы ҡабаттан Рәсәй бойһоноуы аҫтына индереүгә ҡаршы килмәҫкә тейеш, тип һанай. "Не можно терпеть, видя таких домашних злодеев толь преславному и великому монарху противных и не послушных", тип яҙа ул. Ләкин Петр I П.А. Апраксиндың үтенесен хупламай, шуға күрә 1711 йылдан алып, 1734 йылда Ырымбур экспедицияһы килгәнгә ҡәҙәр, властар Өфө провинцияһы территорияһында әүҙем хәрби хәрәкәттәр үткәрмәй. Ни өсөн дәүләт хөкүмәте башҡорттарҙы ҡабаттан Рәсәйгә ант иттерергә, подданныйлыҡҡа индерергә ашыҡмай?
Сәбәбе ҡалмыҡ ханы Әйүктең был төбәктә Петр I яҡлы берҙән-бер лидер булыуына ҡайтып ҡала. Быуат башындағы баш күтәреүселәр хәрәкәте барышында ҡалмыҡ ханының хәрби ярҙамы менән хөкүмәт ихтилал масштабын кәметә. Әммә XVIII быуаттың башында төбәктә башҡорттар, ҡарағалпаҡтар, ҡаҙаҡтар араһында союз төҙөү перспективаһы барлыҡҡа килә. Был ҡалмыҡ ханының хәлен киҫкенләштерә. 1715 йылда Әйүк батшаға: "…башкирцы, крымцы, кубанцы и каракалпаки ему неприятели и без помощи русских войск нельзя ему кочевать между Волгою и Яиком", - тип яҙа.
Хәрби коллегия йөҙбаш Д. Стольникҡа 300 һалдат һәм офицеры менән (Өфө һалдат полкы менән) Әйүк янына барырға ҡуша. 1717 йылда ҡаҙаҡтарҙан, башҡорттарҙан, ҡарағалпаҡтарҙан торған ун меңлек ғәскәр Өфө өйәҙен үтеп, Кама аръяғы ҡәлғәләренә үтеп инә һәм Новошешминскты ала.
Ошо шарттарҙа Рәсәй властары үҙҙәренең Башҡортостандағы хәрби көстәре һанын кәметә. Өфө администрацияһы XVII быуат аҙағында 200 уксынан торған һәм ихтилал ваҡытында баш күтәреүселәр тарафынан яндырылған Соловар ҡалаһын ҡабаттан төҙөүҙән баш тарта. XVIII быуаттың егерменсе йылдарында Өфө зиндандары диуарҙарынан һәм башняларынан бар артиллерияны алалар. Өфөнөң хеҙмәт итеүсе (служивый) халҡы ла кәмей төшә. 1715 йылда Өфө полкында хеҙмәттә 770 һалдат, 75 дворян, 330 казак тора. Өйәҙҙә тағы ла Бөрөлә гарнизон була. Унда 200 уҡсы хеҙмәт алып бара. 1699 йыл менән сағыштырғанда, хәрбиҙәр 500 кешегә, йәки 25 процентҡа кәмей.
Әммә был һан Өфө гарнизонының ысын иҫәбен күрһәтмәй. Өфө дворян ротаһы ротмистры А.Аничковтың 1720 йылда Сенатҡа ебәргән хатынан күренеүенсә, Өфөлә тейешле штаттың яртыһы ла булмай. Хеҙмәт алып барырға тейешле кешеләрҙең 310-ы ғына йәш һәм һаулыҡ буйынса гарнизон хеҙмәтен алып бара ала. Аничков, Өфөнөң ике ротаһының составы 75 кеше түгел, ә 35 кенә, тип билдәләй. Шулай итеп, Өфө провинцияһына нығытылған хәрби көстәр Өфөнө һаҡлауға ғына етә. 1720 йылда комендант Д. Бахметьев Сенатҡа, ҡарауылға сығыусы хәрбиҙәр Өфөнән 10 саҡрымдан да йырағыраҡҡа китмәйҙәр, тип яҙа. Шулай итеп, хөкүмәт контроле ҡала янындағы бер нисә помещик ауылдарын ҡарауҙан ары китмәй. Ә быға тиклем, XVII быуат уртаһында, Өфө станицалары Яйыҡтың һәм Ашҡаҙарҙың өҫкө ағымдарына тиклем барып етә.
Шуны ла билдәләргә кәрәк, тап XVIII быуаттың 20-се йылдарындағы рәсми документтарҙа "башҡорт урҙаһы", тигән политоним барлыҡҡа килә. Ротмистр А. Аничков уны түбәндәге контекста ҡуллана. Ул: "На многих походах их отцы и родственники побиты и в полон пойманы и до ныне живут посреди Башкирской орды… и их город стал украинной и от иных городов в дальнем расстоянии и посреди оной басурманской воровской орды", - тип яҙа. "Урҙа" һүҙенең детонатив мәғәнәһен төрлө яҡлап өйрәнгән тикшеренеүсе В.П. Юдин, был һүҙ рус теленә "хан юртаһы", "хан резиденцияһы", йәки "күсмә дала берләшмәһе, күсмә дәүләт" тигән мәғәнәлә ингән, тигән һығымтаға килә. Тимәк, "Башҡорт урҙаһы" терминының барлыҡҡа килеүе башҡорт берләшмәһенең үҙаллылығын фактик рәүештә таныу һөҙөмтәһе була.
Шуныһы ҡыҙыҡ, 1722 йылда подданныйлыҡ ҡабаттан ҡайтарылғандан һуң да, рәсми документтарҙа Өфө өйәҙенең аҫаба халҡын "урҙа" тип һанауҙы дауам итәләр. П. И. Рычков был терминды 1734 йылда булған Сенат отчетында ҡуллана. Ул: "Выписанные города Уфы середина всей Башкирской орды, Бирск подчинен Уфе, а построенные для помощи Уфе Мензелинские, хотя в Казанском уезде, но при самых же башкирцах",- тип яҙа.
Шулай итеп, 1711 йылдан алып 1722 йылға тиклем, ун ике йыл дауамында, башҡорттар Рәсәй подданныйлығынан сыҡҡан, үҙаллы халыҡ була. Уларҙың, идарала хан торған үҙ дәүләтен төҙөү мөмкинлеге лә була. XVIII быуаттың башындағы ваҡиғалар күрһәтеүенсә, башҡорттар хан урынына дәғүә итеүселәрҙә лә ҡытлыҡ кисермәй.
1704-1711 йылдарҙағы ихтилал барышында, Башҡортостанда шикле Солтан-Хаҙый исемле хан менән бер үк ваҡытта, ысын сыңғыҙит (Сыңғыҙхан тоҡомо), билдәле тархан Алдар Иҫәкәевтың теләктәшлеген тапҡан Ырыҫ-Мөхәммәт тә була. Ләкин ул әсирлеккә эләгә һәм Рәсәй властарына бирелә. "В прошлых годах, когда приходил в Уфимский уезд на Ногайскую дорогу из каракалпаков Рысмухамед хан с воинскими людьми на вашу императорского величества вотчину, умышляя разорение и мы все четырех дорог с ними билися, и на том бою из нас и их многие побиты и ранены, а его Рысмухамеда поймали да наших башкирцев, которые к тем каракалпакам пристали, чинили дурна, а именно Ногайской дороги Юрматинской волости Бакалана Топанова, Исентея Тлевлина, Бурзянской волости Сатлыка Утяпова, да из них же каракалпаков, которые пристали к ним ходил на Сибирской дороге Мухамед-хан, а Сибирской дороги Гайнинской волости Текниша да Арслана Яныурсова поймав с ним Рысмухаметом отдали на Уфу", тигән юлдарҙы табабыҙ ул осор документтарҙа.

Булат АҘНАБАЕВ,
тарих фәндәре докторы
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1352

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru