«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ШУҠ БАЛАНЫ ТЫЙМАҒЫҘ, ЙӘКИ АУЫЛДА СПОРТСЫЛАР ТӘРБИӘЛӘҮ СЕРЕ ТУРАҺЫНДА
+  - 

Ауылға бер ҡайтҡанымда остазым, Баймаҡ районының Темәс урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләүсе Самат НамаҘҡаев менән һөйләшеп ултырҙыҡ. Самат ағайҙы районда, республикала һәләтле тренер булараҡ яҡшы беләләр. Ул районыбыҙҙы, республикабыҙҙы данлар тиҫтәләгән спортсы егет һәм ҡыҙ тәрбиәләне. Әңгәмәбеҙ ауыл ерендә спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен нығытыу тураһында барҙы.

Халҡыбыҙҙа "хәрәкәттә-бәрәкәт" тигән бик тапҡыр әйтем бар. Ишетеүемсә, һеҙ бала саҡтан шуҡ, һеләүһендәй етеҙ булғанһығыҙ. Әле лә егеттәргә алыштырғыһыҙ күренәһегеҙ. Спортҡа маһирлығығыҙ ҡайҙан килә?

- Хәрәкәтсәнлек, моғайын, һәр балаға хастыр. Баланың етеҙлеген үҫтереү ысулдарын белергә һәм файҙаланырға ғына кәрәк. Башланғыс синыф уҡыусылары араһында орсоҡ һымаҡ тиктормаҫ малайҙар күп ул. Был - бик шәп күренеш. Ләкин уҡытыусы кешегә ундай балаларҙы дәрескә ылыҡтырыу, иғтибарын дәрестәге материалға йүнәлтеү еңелдән түгел икәнлеге лә барыбыҙға ла мәғлүм. Уларҙы бер татлы һүҙ менән дә алдаштырып, әүрәтеп, башҡалар менән бер рәткә ҡуйыу мөмкин булмаған эш. Ни эшләргә? Мин былай итәм. Мәҫәлән, 1-се, 2-се синыф уҡыусыларын спорт залына алып барған саҡта шундай хәрәкәтсән балаларҙың яурындарына ҡағылып, "Минең эргәмдә генә бараһың", тип, әйтеп ҡуям. Юғиһә, улар коридорҙа йүгереп, башҡаларға ҡамасаулай башлай. Әлбиттә, етеҙ, шуҡ, тиктормаҫ булыуҙары өсөн балаларҙы һис әрләргә ярамай. Улар сәғәттәр буйы уйлау талап ителгән бер төрлө "эш" менән булып, арый, шуға организмдары хәрәкәт талап итә. Беҙ, физкультура уҡытыусылары, уларҙа "ауыҙлыҡланған", "ойоп барған" "аҡбуҙат"ҡа ирек бирәбеҙ. Үтә хәрәкәтсәнлек 20-21 йәшкә тиклем күҙәтелә лә, бөтә. Артабан йәш кеше бер аҙ баҫыла төшә.
Мин дә бала сағымда ныҡ хәрәкәтсән булдым. Шулай ҙа үҙемде ҡәҙимге малай булғанмындыр, тип уйлайым. Бәләкәйҙән төрлө урам, миҙгел уйындары уйнаныҡ. Бура, сөрәкә, ун ике таяҡ, келүк һуғыу, ҡылыс алышыу, үҙебеҙ яһаған атҡыстар менән атышыу булһынмы, яҡшы итеп үткерләнгән конькиҙар менән хоккей уйнау булһынмы - һанаһаң, күп улар. Ҡылысты талдан, муйылдан ысынға оҡшатып яһай инек. Ҡалҡандарыбыҙ ҙа булды. Хәҙерге йәштәрҙең ҡылыс алышыуын, хатта келүк һуғыуын да күргәнем юҡ. Келүк уйынының ғына ла бер-ике төрөн уйнаныҡ. Береһе - ҡәҙимгесә бер урында тороп уйнауҙы, икенсеһе - сәпте күсерә-күсерә барып, аҙағынан уйын башланған урынға шәп итеп йүгереп килеүҙе үҙ эсенә ала. Уйын аҙағында балалар ярты саҡрым самаһы араны йән көскә йүгерергә тейеш. Етеҙлекте бына ниндәй уйындар тәрбиәләгән! Ә ниңә беҙҙең быуынға уйындар күберәк эләккән, йә булмаһа, ниңә беҙҙең быуын күберәк урамда уйнаған, тип һораһағыҙ, бының яуабы ябай ғына: элек, беренсенән, компьютерҙар булманы, икенсенән, урам уйындары, миҙгел уйындары киң таралғайны. Һәр ғаиләлә кәмендә 6-7-шәр бала, ата-әсәләр таңдан кискә тиклем эштә. Бәләкәйерәк балаларҙы олораҡтары ҡарап үҫтерә. Беҙ ҙә ете балалы ишле ғаиләлә үҫтек. Атай ҙа, әсәй ҙә эштә булғанға күрә, беҙҙе ағайҙар ҡараны, үҙҙәре менән уйындарға алып йөрөттө.

Спорт һеҙҙең өсөн нимә ул?

- Тәү сиратта - ғаиләмде ашатырға, аҫырарға ярҙам иткән төп эшем. Икенсенән, спорт - ул минең ялым. Көндәлек эшемдән, йорт-ҡура мәшәҡәттәренән бушаған саҡта ҡышҡы кистәрҙә егеттәр менән төрлө уйындар уйнайбыҙ. Темәс ауылында бик шәп ғәҙәт бар - ауыл ирҙәре һәр кис спорт залына килеп, волейбол уйнай. Майҙансыҡтың бер яғына - етерлек тәжрибә туплаған, ярыштарҙа сыныҡҡан ололар командаһы, икенсе яҡта - көсө, дәрте ташып торған мәктәп уҡыусылары. Йәштәр шулай өйрәнә, ә ололар - үҙҙәренең сәләмәтлеген контролдә тота. Беҙ ҙә ҡасандыр йәш, тәжрибәһеҙ инек, ағайҙар араһында уйнап, волейбол уйыны серҙәренә төшөндөк. Ә волейболға ылығыуыма саңғыла йөрөүөм булышлыҡ итте. Саңғыла йүгереп килгәс, волейбол уйнарға ҡала инек. Шулай итеп, бер атыуҙа ике ҡуян алдыҡ - саңғыны ла, волейболды ла үҙләштерҙек. 6-сы синыфтан алып 10-сыны тамамлағансы саңғы түңәрәгенә йөрөнөм. Ул замандарҙа районда, районда ғына түгел - ауылда ла саңғы буйынса дәғүәләшеү, ай-һай, бик көслө ине. Шуға күрә, 10-сыны тамамлағас, Темәстә үткәрелгән район беренселегендә чемпион исемен яулауымды әһәмиәтле еңеүҙәремдең береһе, тип һанайым. Беҙҙең Яғалса тауында саңғы трассаһы элек һәр ваҡыт булды. Ошо таныш трассала үткәрелгән ярышта беренсе урын алдым. Әле бына Лилиә ҡыҙыбыҙҙың да мәктәптә уҡыған сағында саңғыла уҙышыу буйынса район беренселегендә призлы урын яулауына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Айбулат улыбыҙ ҙа көрәш буйынса район ярыштарында гел тәүге урындар яуланы. Әле ул Магнитогорск дәүләт университетында уҡый, спортты ла онотмай - ауыр атлетика менән шөғөлләнә. Матур әҙәбиәт теле менән әйткәндә, спорт - беҙҙең ғаиләнең "йөҙөк ҡашы". Институтта уҡыған сағында бер уҡыусым килеп: "Самат ағай, шул тиклем һәйбәт итеп уҡытҡанһығыҙ, зачеттарымды һә тигәнсә бирәм, төркөмдә иң шәбе - мин. Рәхмәт һеҙгә", - тигәйне. Уҡыусыларымдан рәхмәт һүҙҙәре ишетеү кинәнес бирә. Спортты үҙемдең генә түгел, ә ғаиләмдең, хатта, уҡыусыларымдың күңеленә яҡын төшөнсәгә әүерелдерә алыуым менән бәхетлемен.

Самат ағай, әгәр спортты музыка сәнғәте менән сағыштырыу мөмкин булһа, мин һеҙҙе донъялағы барлыҡ музыка ҡоралдарында ла яҡшы уйнаған виртуоз музыкант тип атар инем. Универсал спортсы булыуығыҙҙың сере ниҙә?

- Бының сере ябай ғына: мин ярыштарҙа ҡатнашырға яратам. Совхозда ун йыл спорт инструкторы-методист булып эшләү дәүеремдә командаларҙы бихисап ярыштарға әҙерләргә, уларҙа үҙемә лә ҡатнашырға тура килде. Һәр ярыш үҙенсә һабаҡ бирә. Шул уҡ ваҡытта спорттың бер төрө буйынса ярышта яһаған һығымтаңды, ғәҙәттә, икенсе төр буйынса ярышта ла ҡулланаһың. Еңелһәң, тағы сәмләнеберәк әҙерләнәһең. Спорт төрҙәре тәү ҡарашҡа ғына төрлө-төрлө һымаҡ. Ысынында улар араһында уртаҡ һыҙаттар ифрат күп. Әйтәйек, өҫтәл теннисы менән волейбол араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар? Әгәр кеше теннис шарын өйрөлтөп һуға, шулай уҡ, өйрөлөп килгән шарҙы дөрөҫ итеп "эшкәртеп", кире һуға белә икән, был оҫталыҡ волейболда ла ярҙамға киләсәк. Туптың "холҡон" бер аңлап алһаң, футболында ла, волейболында ла, баскетболында ла, теннисында ла, өҫтәл теннисында ла, башҡа уйындарҙа ла үҙеңде "һауалағы ҡош" һымаҡ хис итәсәкһең. Мәҫәлән, миңә спорттың 7-8 төрөнән район чемпионы исемен яуларға насип булды. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы етәкселеге мине республиканың 8 техникумы уҡытыусылары араһында йылына бер тапҡыр үткәрелгән ярышҡа өс төр: саңғы, волейбол һәм өҫтәл теннисы буйынса ярыштарға алып йөрөттө. Шул ярыштарҙың береһендә саңғы ярышында еңеп сыҡтым. Өҫтәл теннисы буйынса ла бер-нисә йыл рәттән икенсе урын алдым.

Өҫтәл теннисы буйынса өс тапҡыр район чемпионы булараҡ, ошо спорт төрө тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле. Был уйын нимәһе менән ҡыҙыҡлы?

- Өҫтәл теннисын ябай ғына уйын тип уйлайҙар. Ҡатмарлы, хатта, ниндәйҙер кимәлдә етди әҙерлек талап итә торған уйын ул. Ҡайһы бер аҙыҡтарҙы "батшалар ризығы" тиҙәр. Был уйынды ла "батшалар уйыны" тип атаһаҡ, арттырыу булмаҫтыр. Уның иң төп нескәлектәрен белмәй тороп, һәйбәт итеп уйнап булмай ул. Алдараҡ зыр әйләнеп килгән теннис шарын "эшкәртеп", һуғып ебәреү тураһында әйтә биреп ҡуйғайным. Әгәр ошо әйләнештең ҡаршыһына һуҡмаһаң, шар ситкә осасаҡ. Бер китапта тенниста бесән сапҡандағы һымаҡ көсөргәнеш талап ителеүе тураһында яҙылған. Был, ысынлап та, шулай. Шәп итеп алға, йә артҡа барыу булһынмы, сүкәйеү, һулға, уңһа ынтылыумы - был элементтар етерлек әҙерлеге булмаған кешегә ауыр биреләсәк. Белгестәр 40 йәштән үткәндәргә был уйын менән артыҡ мауыҡмаҫҡа тәҡдим итә. Ҡайһы саҡта артыҡ оҙаҡ уйнаһаң, башҡа көс төшә - түбәтәй кейгән һымаҡ тойола башлай. Шулай ҙа, оло йәштә булһалар ҙа, теннис менән шөғөлләнгән таныштарым да бар. Былтыр Хәйбулла районында үткән уҡытыусылар ярышында 76 йәшлек бер ағайҙың теннис уйнауын күреп, хайран ҡалдыҡ. Беҙҙең икенсе өҫтәлдәге уйынсыбыҙҙы ла еңде ағай. Ул уйынсыбыҙҙы бер ҙә насар уйнай, тип әйтерлек түгел - күнекмәләр үтеп, ярышҡа яҡшы әҙерләнеп барғайны, тырышһа, хатта районда беренсе урынға сығырҙай егет ул. Бер ыңғайҙан, тағы бер хәл тураһында ла һөйләп үтәйем. Өфөлә үткән ярышта Мәләүездән килгән 60 йәшлек бер ағайҙың 24 килограмлыҡ гер күтәреү буйынса беренселек алыуын да күреп һоҡландыҡ. Ағайҙы хатта атаһынан да мыҡтыраҡ кәүҙәле бәһлеүән улы ла еңә алманы. Ошондай хәлдәрҙе күрәһең дә, бына ни өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икән, тигән һығымтаға киләһең.

Һеҙгә ҡарап, мәктәп уҡыусылары, йәштәр спортҡа ылыға. Әле ауылда йәштәрҙе спортҡа йәлеп итеү мәсьәләһе нисек тора?

- Бөгөн йәштәр менән махсус шөғөлләнеүсе кеше юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Совхоз бөткәс, спорт инструкторы штаты ла ҡыҫҡартылды. Тормошобоҙ берәй мәл ыңғай яҡҡа үҙгәрер ул, гел былай насар бармаҫ, моғайын. Тик ул саҡта элекке, яҡшы заман күрһәткестәрен ҡыуып етеү ҙә ҡыйынға төшөр шул, шуныһы үкенес. Спорт - ҡуҙ һымаҡ: илке-һалҡылыҡты, үҙе тураһында онотоуҙы яратмай. Ауылдың киләсәгенә килгәндә, балалар барлығы күңелде йылыта. Бер-нисә йыл дауамында мәктәптә өҫтәл теннисы уйнау туҡтатылып торғайны. Һөҙөмтәлә, күп балалар был уйынды белмәй буй еткерҙе. Күп нәмә етәксенән тора. Әгәр етәксе теге йәки был башланғысты кәрәкле, тип тапһа, хеҙмәткәрҙәренең идеяларын күтәрмәләһә, артығы кәрәкмәй ҙә. Әлбиттә, ул ярҙамды артабан үҫтерерлек хеҙмәткәрҙәр ҙә кәрәк. Әгәр улар булмаһа, хәрәкәт һүнә. Ауылыбыҙҙы Илшат Хәмит улы Ситдиҡов етәкләгән йылдарҙа уның ярҙамы баһалап бөткөһөҙ ҙур булды. Зөлфәт Миңлеғоловҡа теннис түңәрәге уҙғарыу өсөн сәғәттәр бирҙе. Бик шәп башланғыс булды был. Һөҙөмтәлә, тренер бер-нисә уҡыусыны район чемпионы кимәленә еткерҙе. Салауат Әбсәләмов атлы егетебеҙ, мәктәпте күптән тамамлаһа ла, әле булһа республика ярыштарында уңышлы сығыш яһай.
Бынан бер-нисә йыл элек район етәкселеге Темәстә спорт комплексы төҙөргә лә вәғәҙә иткәйне. Был яңылыҡты халыҡ бик шатланып ҡабул итте. Ни өсөн тигәндә, ауылдың бөтөн стандарттарға яуап биргән спорт залы булмауы күптән күңелде ҡыра ине. Тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында спорт комплексын Яковлевка ауылында төҙөргә ҡарар иттеләр...

Самат ағай, һеҙҙе үҙенсәлекле "ҡотҡарыу түңәрәге" тип атаһаҡ, хата булмаҫ. Ни өсөн тигәндә, берәй ауылда спортты үҫтерергә теләһәләр, ғәҙәттә, һеҙгә мөрәжәғәт итәләр. Заманында Әмин ауылы мәктәбен районда иң алдынғы саңғысылар әҙерләүсе мәктәп иттегеҙ, Темәс ауылы мәктәбенә күскәс, бында ла республика ярыштарында беренсе урындар алырлыҡ көрәшселәр тәрбиәләнегеҙ. Әле Таһир мәктәбендә лә көрәш күнекмәләре үткәрәһегеҙ икән. Ауылда спортты үҫтереү өсөн нимә кәрәк һуң? Тренер булараҡ, башланғыс кимәлдәге спортсыларҙы, әйтәйек, республика ярыштарына әҙерләгәндә, һеҙ эште ниҙән башлайһығыҙ?

- Бында тренерға ла күп нәмә бәйләнгән, әлбиттә, шулай ҙа барыһы ла баланың үҙенән тора. Башлап шөғөлләнеүселәр, ғәҙәттә, үҙҙәренең көсөнә, мөмкинлектәренә шикләнә башлай. Тәү сиратта баланы йәлеп итә, ҡыҙыҡһындыра белергә, ошо спорт төрөнөң иң төп һабаҡтарын бирергә кәрәк. Тәрбиәләнеүселәргә иң тәүҙә һәр нәмәнең әтнәкәһе барлығын аңлатам. Шуны аңлаһа, унда үҙ-үҙенә ышаныс барлыҡҡа килә. Тағы бер мөһим әйбер бар. Ҡайһы бер спорт төрҙәрендә аҙмы-күпме хәүеф тә була. Шуға, тренер һәр саҡ ата-әсәләр менән дә әүҙем эшләргә бурыслы. Ахырҙа, иң мөһиме - ярыштарҙы традицияға әйләндереү кәрәк. Алда етди ярыш тороуын белгән кеше спорт менән шөғөлләнеүенән туҡтамаясаҡ. Тамара Танһыҡкужинанан: "Һеҙ ярыштарға нисегерәк әҙерләнәһегеҙ?" - тип һорағас, ул: "Мин был ярыш тураһында бер йыл буйына уйлап йөрөйөм", - тип яуап биргәйне. Был, тимәк, үҙ алдыңа оло маҡсат ҡуйыу тигән һүҙ ул.

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1567

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru