«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺҮРӘТ ТӨШӨРӘ БЕЛМӘГӘН ДӘ ҺҮРӘТ ТӨШӨРӨРГӘ ӨЙРӘНӘ БЫНДА
+  - 

Айыуҙы ла бейергә өйрәтеп була икәнен барыбыҙ ҙа яҡшы беләбеҙ, ә һәр бер кешене һүрәт төшөрөргә, картиналар яҙырға өйрәтеп буламы? Серле лә, мөғжизәле лә, берсә ябай ҙа, берсә бөтөнләй аңлайышһыҙ сәнғәт донъяһына барыһына ла юл асыҡмы? Рәссам булыу кешегә нимә бирә? Ижад өлкәһендә уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барырға мөмкинме? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Өфөләге "АртКлуб" һынлы сәнғәт студияһы етәксеһе Айгөл РӘШИТОВА яуап бирә.

Студия эшмәкәрлеге тураһында

Бала саҡтан һынлы сәнғәт менән ҡыҙыҡһындым, әммә уға урау-урау юлдар аша килдем. Юғары уҡыу йортонда инглиз теле уҡытыусыһы һәм тәржемәсе, унан хоҡуҡ белгесе һөнәрҙәрен үҙләштергәндә лә, хеҙмәт юлымды башлағас та ошо өлкәлә белем биргән курстарҙа уҡыным, төрлө программаларҙы үҙләштерҙем, ләкин улар миңә ҡәнәғәтлек килтермәне - мин картиналар донъяһын тағы ла тәрәнерәк, байыраҡ, күберәк өйрәнергә теләнем. Һәм, иң мөһиме, ул дәрестәрҙе үҙ эшенең оҫтаһы булған иң яҡшы рәссамдар ҡулы аҫтында үтеү тәүшарттарҙың береһе ине. Шуға күрә, оҙаҡ уйланыуҙарҙан һуң, оҙаҡ йылдар эшҡыуарлыҡтың икенсе өлкәләрендә эшләгәндән һуң, үҙемдең студиямды астым. Студияла белем биреүсе уҡытыусылар - билдәле рәссамдар - һынлы сәнғәт донъяһына тәү башлап аяҡ баҫҡан, ошо өлкәлә үҙен һынап ҡарарға йөрьәт иткән "үҙешмәкәр" рәссамдар менән ихлас эшләй, уларға ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр еткерә, үҙҙәренең оҫталыҡ серҙәре менән бүлешә.
Студияның төп йүнәлеше - һынлы сәнғәттең бөтә төрҙәре буйынса ла белем биреү. Беҙгә уҡырға килгәндәр һүрәт, фото төшөрөү оҫталығына, пластилин анимацияһына өйрәнә. Шулай уҡ графика, рәсем сәнғәте, декоратив-ғәмәли һүрәтләү техникаһы буйынса ла курстар һәм лекциялар уҙа. Дәрестәр, һайланылған курсҡа ҡарап, аҙнаһына бер, ике йәки өс тапҡыр уҙа.
Студияға йөрөүсе 5 йәштән алып 12 йәшкә тиклемге балалар йыл дауамында "Һүрәт. Рәсем сәнғәте. Композиция" курсы буйынса шөғөлләнә. Шулай уҡ "Пластилин анимацияһы" курсына йөрөүсе кескәйҙәр пластилиндан эшләнгән геройҙар менән йәнһүрәт төшөрә. Әлеге ваҡытҡа 4 йәнһүрәтебеҙ бар һәм уларҙың һанын арттырыу өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Ҡыҙҙар араһында популяр булған "Ҡурсаҡ ательеһы" курсында бәләкәстәр үҙҙәре ҡурсаҡтарға тәғәйенләнгән кейемдең һүрәтен эшләй, уны проектлай һәм тегә.
13 йәштән ҙурыраҡтар араһында үҙенең киләсәген художество сәнғәте менән бәйләргә теләүселәр күпселекте тәшкил итә. Улар профессоналдар ҡулы аҫтында һынлы сәнғәттең асылына төшөнә, ошо йүнәлештә белем биргән махсус уҡыу йорттарына уҡырға инергә әҙерләнә. Шулай уҡ һүрәт төшөрөүгә әүәҫ, әммә был өлкәнең барлыҡ нескәлектәрен һәм серҙәрен аңлап етмәгәнлектән оҫталыҡтарын юғары кимәлгә еткерә алмаған һәүәҫкәрҙәр ҙә күп килә студияға. Улар уҡытыусылар ярҙамында был бушлыҡты тултыра һәм үҙенең шөғөлөнән, килеп сыҡҡан һөҙөмтәнән күңел йылылығы таба.

Ижад донъяһы серҙәре

Минең өсөн картина - ул ниндәйҙер серле, шифрланған мәғлүмәт сығанағы. Ул телде аңлау өсөн бик күп уҡырға, өйрәнергә һәм белергә кәрәк. Уны үҙләштереү өсөн бер ай, хатта бер йыл да етмәй - быға бөтә ғүмереңде арнау шарт. Өҫтөнлөклө, еңел генә ҡараш менән һүрәттәр донъяһына юл асыусы телдең айышына төшөнөп булмай, был эштә етдилек, ихласлыҡ, ныҡышмалыҡ, тәрәнлек кәрәк. Һүрәт төшөрөү, картина яҙыу - ул тойомлау, күҙәтеү, дөйөмлөлөктө һәм осраҡлыҡты аңлау, нескәлектәрҙе эләктереп алыу, ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы һәм тәьҫир итеү сараларын тойоу, үҙеңде борсоған ниндәйҙер теманы асыу мөмкинлеге биреүсе шөғөл. Был шөғөл ҙур кинәнес килтереүе, донъяуи ваҡлыҡтарҙан арындырыуы, ығы-зығынан ҡотҡарыуы менән әһәмиәтле. Киндер алдында ултырыу бер үк ваҡытта иғтибарҙы тупларға ла, физик һәм аҡыл көсөргәнешлегенән арындырырға ла ярҙам итә.

Рәссам - эҙләнеүсе шәхес

Рәссам был өлкәгә ҡағылышы булмаған кешенән күҙәтеүсәнлеге, һәр нәмәгә иғтибарлы булыуы, ныҡ йыйнаҡ, ипле, теүәл булыуы менән айырыла. Йәмғиәттә рәссамдар тураһында елғыуар, рәтһеҙ кешеләр тигән хаталы ҡараш йәшәй, ләкин ысынында улар ентекле, ойошҡан һәм яуаплылар. Улар менән эшләүе һәм аралашыуы бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Рәссам, беренсе сиратта, һәр саҡ эҙләнеү юлында булған шәхес. Шуға күрә мин студияла шөғөлләнеүселәрҙе һүрәт төшөрөү техникаһын үҙләштереүсе генә түгел, ә донъяға икенсе күҙлектән ҡарарға өйрәнеүсе булараҡ ҡабул итәм. Беҙгә килеүсе һәр кем тормоштоң ҡара-һоро яғын ғына түгел, ә сағыу балҡышлы төҫтәрен дә күрә башлаһа, уның донъяға һөйөүе артһа, тимәк, студия эшмәкәрлеге дөрөҫ юлдан бара, тимәк, беҙ, уҡытыусылар менән берлектә, кәрәкле эш менән булабыҙ, тигән һүҙ. Бының өсөн рәссамлыҡ дәрестәренән тыш, һәр йома сәнғәт өлкәһендә эшләүсе ижадсыларҙы, фән эшмәкәрҙәрен, дин әһелдәрен һәм башҡа күренекле кешеләрҙе курсҡа йөрөүселәр менән осрашыуға саҡырып, төрлө темаларға әңгәмәләр ҡорабыҙ.

Һәр кем булдыра аламы?

Бөтә кеше лә һүрәт төшөрә, ләкин барыһыныҡын да картиналар галереяһына ҡуйып булмай. Кемдер өсөн түңәрәк һыҙыу ҙа ауырға төшһә, икенсе берәүгә күҙ алдындағы күренеште ҡағыҙҙа һынландырыу бер ни тормай. Бала саҡта был хаҡта уйламайһың һәм эргәләге мөхитте, күренештәрҙе, кешеләрҙе һүрәт итеп төшөрәһең. Килеп сыҡҡан картина геройҙары ысынбарлыҡтағыларына бик үк оҡшап етмәһә лә, барыһы ла ул һүрәткә ҡарап һоҡлана, уларҙы оҙаҡ йылдар ҡәҙерләп һаҡлай. Үҫә килә һынлы сәнғәт донъяһына ылығыусылар, уны үҙенең ғүмерлек һөнәре итеп һайлаусылар һаны кәмей, ләкин берәүҙә лә был өлкәгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу юғалмай. Һүрәт төшөрөү - һәр айырым кешегә генә хас булған һәм бер ҡасан да ҡабатланмаған яҙыу рәүеше кеүек, шундай уҡ үҙенсәлекле, индивидуаль күренеш. Техник йәһәттән сығып ҡарағанда, бөтә кешене лә һүрәт төшөрөргә өйрәтеп була, ләкин тәбиғәттән һалынған һәләт кенә кешене бөйөк рәссам итергә мөмкин. Сағыштырыу өсөн яҙыу һәләтен алайыҡ. Бөтә кеше лә яҙа белә, тик барыһы ла Мостай Кәрим кеүек һоҡландырғыс әҫәрҙәр ижад итә алмай. Рәссамлыҡ та шулай. Шуға күрә был мөғжизәле донъяла теләге булған һәр кем үҙ урынын таба ала.

Уңышлы эшҡыуарлыҡ сере

Ваҡыты-ваҡыты менән һәр кемдең уйында үҙ эшен асыу теләге тыуалыр, тип уйлайым, ләкин бик һирәктәр генә хыялын тормошҡа ашырыу яйын таба. Мин үҙемдең тәүге эшемде 25 йәшемдә астым һәм эшҡыуарлыҡ юлынан киткәнемә бер ҡасан да үкенмәнем. Тик уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн шәхсән үҙең өсөн ҡыҙыҡлы, һине үҙенә тартып торған өлкәне һайлау мотлаҡ. Аҡсалыраҡ, ләкин күңелгә хуш килмәгән эшҡыуарлыҡ төрөн һайлау иртәме-һуңмы үҙ актуаллеген юғалтасаҡ, сөнки ул эшмәкәрлеккә йөрәк йылыһы һалынмай, ыңғай энергия йүнәлтелмәй. Үҙ эшеңде асыу һәм уны үҫтереү өсөн тағы бер мөһим шарт - үҙеңә ышаныу һәм ҡурҡыу хисенән арыныу. Шулай уҡ эш барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеүҙе, проблемаларҙан ҡасмай, нисек кенә ауыр булмаһын, уларҙы йырып сығыуҙы ҡаты ҡағиҙә итеп алғанда эшҡыуарлыҡты алға ебәреп була. Бөгөн эшләйһе эште иртәгәгә ҡалдырыу аяҡ салыусы, эште артҡа һөйрәүсе насар ғәҙәт бизнеста ғына түгел, ғөмүмән, донъя көткәндә лә насар роль уйнай. Минең кеүек ижад өлкәһендә үҙ эшен асырға теләүселәргә шундай иҫкәрмә яһағым килә: әгәр ҙә ҡулланыуҙан артҡан ирекле аҡсағыҙ булмаһа, был эшкә бик һаҡ тотоноғоҙ, сөнки ул тиҙ һәм күп килем килтереүсе бизнес сығанағы түгел.

Туған тел яҙмышы

Бөгөнгө һөйләшеүгә ҡағылышы булмаһа ла, үҙемде борсоған мәсьәлә хаҡында әйтмәйенсә булдыра алмайым. Ул - туған телем яҙмышы. Бөгөн башҡорт телен ҡулланыу даирәһе бик сикле - ул башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарға, радио һәм телевидениелағы башҡорт телендәге тапшырыуҙарға ғына ҡайтып ҡала. Һуңғы икәүһендә, ҡыҙғанысҡа күрә, йылдан-йыл башҡорт телендәге тапшырыуҙар һаны кәмей, уларҙы башҡа телдәге тапшырыуҙар ҡыҫырыҡлай бара. Ә төрлө власть органдары кимәлендә, республиканың төрлө ойошмаларында башҡорт телен ҡулланыу бөтөнләй юҡ кимәлендә. Әгәр ҙә урамда меңәрләгән кешенең күҙенә салынып торған урам исемдәрендә, магазин һәм башҡа ойошмаларҙың атамаларында башҡорт телендәге яҙыуҙар уҡығыһыҙ хата икән, телгә ҡарата ниндәй ихтирам тураһында һүҙ йөрөтөргә була. Хаталы яҙыуҙар өсөн штраф түләп тә яҙыуҙарын төҙәтергә ашыҡмай күптәр. Тимәк, ҡатыраҡ саралар талап ителәлер был йәһәттән.
Ауылдарҙа башҡорт теле аралашыу теле булараҡ һаҡланып килә, ә ҡала ерендә үҙ-ара һөйләшеүҙә бөтөнләй ҡулланылмай тиерлек. Ауылдағылар ҙа, ҡалаға килһә, урыҫ теленә күсеү яғын ғына ҡарап тора. Ваҡытында мәктәп программаһына башҡорт телен һәм әҙәбиәтен мотлаҡ уҡытыу индерелгәс, бик ҡыуанғайным. Был аҙым миндә балалар, уларҙың ата-әсәләре араһында телгә ҡарата иғтибарҙы арттырыр, башҡа милләт вәкилдәренең дә ҡыҙыҡһыныуын уятыр, тигән өмөт уятҡайны. Ләкин телде уҡытыу методикаһы һәм алымдары, ошо йүнәлештәге уҡытыу программаһы был хыялымды юҡҡа сығарҙы. Мәҫәлән, минең ҡыҙымдың мәктәптә башҡорт телен өйрәнеүе дәрестә текст күсереп яҙыуға ғына ҡайтып ҡала. Был осраҡта ниндәй белем, телгә ҡарата һөйөү һәм иғтибар тураһында һөйләргә була, балалар ундай алымды бушҡа ваҡыт әрәм итеү кеүек ҡабул итә.
Әлбиттә, башҡорт теленә ҙур иғтибар биргән, дәрестәр мауыҡтырғыс итеп үткәрелгән, балаларға башҡорт теленең бар матурлығын, яғымлылығын һәм байлығын асып бирә алыусы мәктәптәр, уҡытыусылар барҙыр. Башҡа мәктәптәрҙең дә ундайҙарҙан өлгө алып, үҙҙәрендә лә шундай уҡытыу методикаһы ҡулланып эшләүе бик яҡшы булыр ине, тигән фекерҙәмен. Әлеге ваҡытта ҡуйыртылған хәбәр - мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу кәрәкме-юҡмы тигән бәхәс бөтөнләй урынһыҙ һәм мәғәнәһеҙ, минеңсә. Башҡорт тигән аҫаба халыҡ йәшәгән республикала бындай һорауҙың күтәрелеүе, мәктәп программаһынан башҡорт телен алып ташларға тырышыу баланы витаминһыҙ, файҙаһыҙ, тәмһеҙ аш-һыу менән һыйларға тырышыу кеүек. Эсте күптерә, ләкин туйҙырмай...

Шулай итеп...
Һүрәт төшөрә белеү һүҙ менән әйтеп бирә алмаған уйҙарҙы, кәйефте сағылдырыу, йөрәктең иң түрендәге тойғоларҙы белдерергә мөмкинлек биргән, булмышты асып һалырға юл күрһәткән ғәмәлдәрҙең иң сағыуы һәм мөғжизәлеһелер, моғайын. Ошондай мөғжизәне үҙе лә тыуҙыра, был шөғөлгә башҡаларҙы ла ылыҡтыра алған, уҡыусыларын рухи яҡтан байытыуға ынтылған кеше ул "АртКлуб" художество ижады студияһы етәксеһе. Уңыштар юлдаш булһын уға!

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1688

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru