«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛЫҠ УҠЫТЫУСЫҺЫ
+  - 

Тормош шулай: табыштары, шатлыҡтары булған кеүек, уның юғалтыуҙары, ҡайғылары ла булып тороусан. Улар бер кемде, бер ғаиләне лә урап үтмәй. Уларҙан ҡасып та, йәшенеп тә ҡотолоп булмай. Яңыраҡ ҡына беҙ ҙә ихтирам иткән уҡытыусыбыҙ, яратҡан ағайыбыҙ, ышаныслы өлкән дуҫыбыҙ Азамат Әғзәм улы Тажетдиновты юғалтыу ҡайғыларын кисерҙек. Ләкин һаман да, бына ишек асылыр ҙа, унан: "Һа-ай, ҡустым һаумы! Хәлдәрең нисек?" - тип йылмайып, һәр саҡтағыса көр күңелле Азамат ағай килеп инер кеүек. Уның һоҡландырғыс ихласлығы, алсаҡлығы беҙҙең күңелдәрҙән һис ҡасан да һүрелмәҫ.

Өс йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, үҫмер сағында арҡаланыр, яҡлар кешеһе булмауына эстән генә һыҙып, атайлы балаларға көнләшеп үҫкән бала ғүмере буйына һуғыш яланында һәләк булған ғәзиз кешеһенең сит ерҙәрҙәге ҡәберен табыу теләге менән йәшәне. Ҡәберенә булһа ла "атай" тип теҙләнер өсөн… Элекке тормош, бөгөнгө донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп ултырған саҡтарҙа ул йыш ҡына: "Эй был атайһыҙлыҡ…" - тип көрһөнөп ҡуя торғайны. Олоғайғас та атайһыҙлыҡ ҡыйырһытылыуҙарын онотмағас, тормош ауырлыҡтары шул тиклем үҙәгенә үткәндер инде. 75 йәше менән барғанда ғына Азамат Әғзәм улына Смоленск өлкәһендә атаһының ҡәберенә башын эйергә насип булды. Аталарына Әғзәм ҡартаталарының ҡәберенә зыярат ҡылыуҙы ойоштороуға күп көс, дәрт һалып, ғәмәлгә ашырған Нур, Илшат, Наил ҡустыларға бөтә туғандары исеменән ҙур рәхмәт!
Тормош ауырлыҡтарын бала сағынан үҙ йәнендә кисереп, үҙ елкәһендә татып, үҙ көсөнә генә ышанып үҫкәнгә күрәлер, Азамат ағай балаларына, уҡыусыларына бик йомшаҡ мөғәмәләлә булды. Туғандары, хеҙмәттәштәре, ауыл халҡы менән дә ул һәр ваҡыт яғымлы аралашты. Ғөмүмән, уның бер ҡасан да, бер кемгә лә уҫал екереү түгел, тауыш күтәргәне булмағандыр. Кеше тураһында ул гел яҡшы фекерҙә булды, кем генә мөрәжәғәт итһә лә, үҙенең бөтә мәшәҡәттәрен онотоп, ярҙам итергә тырышты. "Ағай, һин Хоҙай Тәғәлә түгелһең бит, ниңә бөтә кешенең хәсрәтен йәнеңә яҡын алаһың? Үҙеңде һаҡла, йәнеңде йәллә әҙерәк булһа ла", - тигәнде лә тыңламаны.
Азамат ағай үҙенең йәмәғәт эштәрендә әүҙем, ныҡышмал, тырыш булыуы менән дә һоҡландырҙы. Ул агитатор ҙа, пропагандист та, ауылдаштарына эскерһеҙ кәңәшсе лә булды. Ололарҙы ла, кеселәрҙе лә үҙенә яғымлы, йылы мөнәсәбәте менән ылыҡтырҙы, ябайлығы менән һәр кемдең күңеленә яҡын булды. Ул өлкәндәр менән дә, йәштәр менән дә, хатта бала-саға менән дә үҙен тигеҙ тотто. Бер кемгә лә өҫтән, юғарынан ҡарап һүҙ ҡушманы.
Тыуған еренең патриоты һәр саҡ үҙ төйәген, ауылдаштарын, яҡташтарын илгә танытыр өсөн тырышты. Был турала уның китаптары ла һөйләй. Азамат Әғзәм улының 2003 йылда баҫылып сыҡҡан "Беҙ - байымдар" исемле тәүге китабында үҙе тыуып үҫкән Байым ауылының тарихы, ырыу аралары, арҙаҡлы шәхестәре, ауылдаштарының бөгөнгө йәшәү рәүеше тураһында бәйән итеп, ауыл үҫешендәге мөһим ваҡиғаларҙы һүрәтләп, төплө мәғлүмәттәр бирә, тыуған төйәгенең ер-һыу атамаларын барлай, уларҙың исемдәренең барлыҡҡа килеүен асыҡлай.
Ары ул "Ел-дауылдар аша" китабында 2-се Этҡол ауыл Советына ингән 2-се Этҡол, Байым, Сәйетбаттал (Ҡуяндар) ауылдарының ҡыҫҡаса тарихын барлап, унда йәшәгән ырыу араларының шәжәрәләрен төҙөй. Ул ауылдарҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр тураһында мәғлүмәт бирә. 2-се Этҡол ауыл Советының ойошторолған йылдарынан бөгөнгө көндәргә тиклем үткән үҫеш юлын байҡай. Был төбәктә йәшәгән кешеләр, булып үткән ваҡиғалар тураһындағы мәғлүмәттәрҙе бер китапҡа туплап, Азамат Әғзәм улы бөгөнгө йәштәргә, киләсәк быуынға фәһемле мәғлүмәт сығанағы булдырҙы. 2008 йылда Азамат Әғзәм улы Рамазан Үтәғолов менән бергә "Сәсәндәр иленә сәйәхәт" исемле китап яҙып, йор һүҙгә бай яҡташтарының, шиғыр оҫталарының исемдәрен халыҡҡа танытты.
Оҙаҡ йылдар (үҙе әйтеүе буйынса - 1965 йылдарҙан) буйына Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтары тураһында йыйған материалдарын эшкәртеп, 2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнап, Азамат ағай башҡа төбәктәрҙә лә үрнәк итеп алырлыҡ "Күңелдәрҙә яра төҙәлмәгән" исемле тарихи әһәмиәткә эйә китап яҙып сығарыуға иреште. Шулай уҡ "Шәһәрғәзе сәсән" китабы ла ҙур тарихи әһәмиәткә эйә. Шәһәрғәзе сәсән тере саҡта, уның менән яҡын аралашып, ауыл, ил, донъя хәлдәре тураһында әңгәмәләшеп йәшәгәнгә күрә, китапта килтерелгән күп материалдар автор тарафынан тарихи тоғролоҡта яҙылған.
Азамат Әғзәм улы һөйөклө ҡатыны, балаларының әсәһе Люциә Хәйбулла ҡыҙының яҡты иҫтәлегенә арнап, 2012 йылда "Оло юлда Юлыҡ" исемле китап яҙа. 2013 йылда Байым ауылына нигеҙ һалыусы, атаҡлы мәғрифәтсе Байым Динебәк тураһында "Байым ишан нәҫелдәре", үҙенең 75 йәшлек юбилейына арнап, ғаиләһе, туғандарының тормош юлы тураһында "Ғүмер ағыштары - ғаилә яҙмыштары" исемле китаптар баҫтырып сығара.
Ошо ҡыҫҡа арала донъя күргән ижади емештәре халыҡ араһында киң билдәлелек алыуына шатланып бөтә алмай, уҡыусылар, студенттар, китап уҡыусылар менән осрашып, уларҙың йәндәренә фәһемле орлоҡтар һалып, һуңғы көндәренә тиклем яңынан-яңы ижади пландар ҡороп, киләсәккә өмөтләнеп, дәртләнеп йәшәне Азамат ағай. Ул аҙаҡҡы көндәренә тиклем йәшәргә тырышты, иртәгәһе булыуына ышанды. Йәшәргә теләге лә, тормошҡа ашырыр маҡсаттары ла бар ине. Байтаҡтан бирле төрлө ваҡытта ижад эше менән булышҡан ауылдаштарының шиғырҙар китабын сығарыу теләге менән янды.
Халҡының лайыҡлы улы, үҙ иленең патриоты, арҙаҡлы уҡытыусы, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты эшкә әрһеҙ, тормошта әүҙем, игелекле Азамат Әғзәм улы һәр ваҡыттағыса үҙенә хас мөләйем йөҙлө, алсаҡ күңелле кеше булып беҙҙең күңелдәрҙә һаҡланыр. Иншаллаһ.

Урал МОСТАФИН,
Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Баймаҡ районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1566

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru