«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠЫҘҘАРЫБЫҘ МИЛЛИ ТУЙ КҮЛДӘГЕ КЕЙҺЕН!
+  - 

Башҡаларҙан айырылып торһон өсөн Хоҙай Тәғәлә һәр бер халыҡҡа тел, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, хатта кейем биргән, тиелә бер башҡорт риүәйәтендә. Ысынлап та, аңлы кешегә милли костюм - мөһим сығанаҡ, ул халҡыбыҙҙың матурлыҡты нисек тәрән аңлауын сағылдырып тора. "Киске Өфө" гәзитендә милли кейемдәребеҙ менән таныштырыусы мәҡәләләр күп баҫыла. Юғары уҡыу йортонда ошо уҡ йүнәлештә студенттарға белем биргәс, мин уларҙың ҡиммәтен юғары баһалайым.

Дәүерҙәр үҙгәреп торһа ла, башҡорт бер ҡасан да үҙ асылынан ситкә китмәгән. Беҙ бөгөн дә халҡыбыҙҙың сәнғәт элементтарын ҡулланабыҙ, йолаларыбыҙҙы тотоп йәшәйбеҙ, уларҙы балаларыбыҙға өйрәтәбеҙ. Һүҙ ҙә юҡ, бөгөнгө заманда милли сәнғәткә башҡа мәҙәниәттәрҙең йоғонтоһо иҫ киткес. Шулай ҙа яйлап этник үҙенсәлектәребеҙҙе күрһәтеп торған өҫ кейеменә өҫтөнлөк бирергә ынтылабыҙ, ҡулдан килгәнсә үҙебеҙ ҙә нимәлер эшләйбеҙ.
Этномәҙәни тәрбиә лә бөгөн иң көнүҙәк урынға ҡуйыла. БДУ-ның Сибай институтында, мәҫәлән, буласаҡ технология уҡытыусылары көнкүреш предметтарына, биҙәнеү әйберҙәренә яңы һулыш өрә, уларҙы яһарға өйрәнә. Матди мәҙәниәт тә кешенең рухи байлығын байыта, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Беҙҙең студенттар башҡорт тирмәһе нисек биҙәлергә тейешлеген, башҡорт ырыуҙарының һәр береһенең милли кейемен яҡшы белә. Халыҡтың тормошон, тарихын, көнкүрешен, телен, әҙәбиәтен, рухи ҡиммәттәрен өйрәнеүҙә быларҙың ярҙамы сикһеҙ.
Гәзит уҡыусыларҙы быйылғы сығарылыш студенты Әлфиә Вилданованың милли туй күлдәге өлгөһө менән таныштырғым килә. Этник стилдә тегелгән күлдәктә кейәүгә сыҡһын ине ҡыҙҙарыбыҙ, тигән теләктән дә сығып эшләйем быны. Баҙар тәҡдим иткән күлдәктән һис тә кәм булмаған күлдәк тегергә була бөгөнгө көндә. Шулай ҙа кәләштең төп сифаты тыйнаҡлыҡ икәнен күҙ уңында тотоп, уны артыҡ биҙәү кәрәкмәйҙер, моғайын. Күлдәк оҙон, биле тотолоп тегелде, был ҡыҙҙың нәфис кәүҙәһен тағы ла матурлай. Еңдәре лә оҙон, ең ситенә юғары манжеттар тегелгән. Күлдәктең итәген шифон юбка тулыландыра, камзул шулай уҡ милли кейем элементы булып тора.
Бындай тантаналы сара өсөн күлдәкте атластан тегеү яҡшыраҡ. Ансамблде "алтын" таҫма һәм башҡорт биҙәктәре менән биҙәү ҙә уға тантана өҫтәй. Бындай күлдәктәге кәләш башҡорт ҡыҙҙарына хас йыйнаҡ, нәзәкәтле күренәсәк.

Гүзәл ВӘЛИЕВА,
педагогия фәндәре кандидаты, доцент.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1387

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru