«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"БАЙЫҠ"ТЫ БЕР КҮРҺӘҢ КҮРГЕ КИЛЕП ТИК ТОРА
+  - 

Күгәрсен районының "Мораҙым тарлауығы"нда башҡорт бейеүен башҡарыусы балалар араһында "Байыҡ" республика телевизион конкурсының гала-концерты үтте. 3 йәштән 15 йәшкә тиклемге балалар араһында быйыл етенсе тапҡыр үткәрелгән "Байыҡ" бәйгеһен тамаша ҡылыуҙан алған һығымталар шуны раҫлай: бейеүсе балалар хәрәкәттәрендә һиҙелерлек үҫеш, камиллыҡ, теүәллек, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас нәзәкәтлек, ир-егеттәргә хас батырлыҡ күҙәтелә.

Балаларҙың бейеү оҫталығы, тимәк, дөйөм бәйгенең кимәле күтәрелеүе тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бейеүҙәр хис-тойғоға ла бай, артистизм, драматургия бар. Бөгөн йәш бейеүселәр, яңылышып ҡуйыуҙан ҡурҡып, күршеһенә ҡарап түгел, ә йөрәге менән тойоп башҡара бейеүҙе. "Был проектты башлап ебәргәндә ул шундай киң ҡолас алыр, тип уйламағайныҡ та. Дөрөҫөн әйткәндә, күңелдән генә быға ышанғайныҡ, сөнки халҡыбыҙ иҫ киткес талантлы бит. Бәләкәй балаларҙа ошо талантты уятып ебәреү өсөн бер бәйге етте лә ҡуйҙы. Бөгөн күп мәктәптәрҙә ансамблдәр барлыҡҡа килде, яңы бейеүҙәр тыуҙы, беҙ Башҡортостандың исемен донъя кимәлендә яңғырата алдыҡ, бында саҡырылған сит ил ҡунаҡтары башҡорт халҡын юғары мәҙәниәте булған халыҡ тип танып белә. Әйтә башлаһаң, бәйгенең ыңғай яҡтары күп. Был проектты ҡабул итеп, күтәрмәләп алғандары өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенә, Мәҙәниәт министрлығына, Күгәрсен районы хакимиәтенә һәм, әлбиттә, йәш бейеүселәргә рәхмәт. Быйыл һайлап алыу турында 2 меңгә яҡын бала ҡатнашты, уларҙың араһынан иң-иңдәрҙе һайлап алыуы ла еңел булманы", - ти проект авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Рита Өмөтбаева. Бәйгегә һайлап алынған бейеүҙәр ҙә халыҡсанлығы, башҡорт бейеүенә хас сюжетлы булыуы менән айырылып торҙо. Бөгөнгө заман сәнғәтенә бик хас булған халыҡ бейеүҙәрен стилләштереү тигән кире күренеш юҡ бында. Киреһенсә, йәш хореографтарҙың үҙенсәлекле коллектив бейеүҙәр ҡуя башлауын күреп һөйөндөк. Ансамблдәр араһында бәйгенең гран-приһына эйә булыусылар - Учалы районы "Осҡон" ансамбленең "Ҡапҡа урлау" бейеүе бәйгенең йөҙөк ҡашына әүерелде. "Беҙҙең төбәктә "Ҡапҡа урлау" тигән йола бар. Ҡайһылыр төбәктә йорт алдында ултырған эскәмйәләрҙе алып китһәләр, бында иһә йәштәр, шаярып, берәйһенең ҡапҡаһын ҡутарып ала. Ошо сюжетты нигеҙ итеп алып, бейеү һалдым, тик ул быға тиклем бер коллективта ла ерегеп китә алманы. "Осҡон" ансамбленең бейеүе булып сыҡты ул", - ти хореограф һәм ансамблдең етәксеһе Динис Ғатауллин. Ул үҙе лә ҡасандыр ошо ансамблдә бейергә өйрәнгән, бөгөн үҙе балаларҙы бейеү серҙәренә төшөндөрә. Ауылдағы балалар менән эшләүе күңеллерәк, сөнки улар күпкә дәртлерәк, тигәйне Динис беҙҙең менән һөйләшкәндә. Уны саҡ ҡына төҙәтеп әйткәндә, бында эш, моғайын да, был төбәк хаҡының һәр береһенең бейеүгә маһир булыуындалыр ул. Учалыларҙың "Оҙонгүл" ансамбленең "Биш бармаҡ" бейеүе лә барыһына да һоҡландырҙы. Был бейеүҙе ҡатын-ҡыҙҙар башҡарыуындағы "Бишбармаҡ" менән бер уртаҡлығы ла юҡ, бында ҡулдың биш бармағы кеүек булған бер туған улдарҙың үҙ-ара дуҫлығы һәм татыулығы тураһында бара һүҙ. Бейеүҙе Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы уҡытыусыһы Гөлназ Ғайсарова ҡуйған, ул барабан тауышына һәм һамаҡтарға ғына башҡарыла. Был егеттәр бөтәһе лә бер - Ишмөхәмәтовтар ғаиләһе улдары, ике улдары Камалов фамилияһын йөрөтһә лә, ошо ғаиләлә тәрбиәләнә.
Бәйгене үҙ ерендә ҡабул итеүсе хужалар - күгәрсендәр быйыл да бик лайыҡлы сығыш яһаны. "Гөрләүек" өлгөлө балалар ансамбле лә, уның солисы Илсур Айытҡолов айырым бейеүҙә лә һынатманы. Башҡорт хореографияһы шуныһы менән үҙенсәлекле: йәшәгән төбәгенә ҡарап, башҡорт бейеүе лә айырылып тора. Мәҫәлән, тау башҡорттары дала башҡорттары кеүек бейемәй. Шуның өсөн дә башҡорт бейеү сәнғәте бай һәм төрлө. "Үҙем Дыуан районынан, Күгәрсен районында таралған бейеүҙәр хореографияһы яғынан беҙҙең яҡтыҡына бик оҡшаған. Шуның өсөн дә был районда эшләүе миңә бик еңел, райондың мәҙәниәткә ҡарашы ла ыңғай. Республиканың бар бейеүселәре үҙ бейеүҙәре менән килә, уларҙың бер урында осрашып, тәжрибә уртаҡлашыуы бейеү сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә", - ти "Гөрләүек" ансамбленең етәксеһе Илгиз Ниғмәтуллин да. Етмәһә, балалар бер генә авторҙың бейеүен бейеһә, уның стиль үҙенсәлеген алып, шул сиктән сыға алмай яфаланыуы бар. Шуның өсөн дә төрлө хореографтарға мөрәжәғәт итеү иң дөрөҫө, тигәйне Баймаҡ районының "Еҙ үксә" ансамбле етәксеһе Зарифа Аралбаева. Был йәһәттән дә "Байыҡ"тың әһәмиәтен баһаламау мөмкин түгел.
Бәйгелә ҙур коллективтар күберәк ҡатнашһа ла, башҡорт бейеүенең үҙенсәлеген тап яңғыҙ бейеүҙәр билдәләй. Бәлки, шуның өсөн улар беҙҙә киңерәк таралғандыр ҙа. Искәндәр Хәлилов былтыр иң бәләкәй ҡатнашыусы булараҡ билдәләнһә, быйыл ул гран-при яуланы. Тағы бер Әбйәлил егете Салауат Аманғолов Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовҡа арналған "Батыр ейәне" тигән бейеү башҡарҙы. Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Урал Ҡолмөхәмәтов менән Илһам Ғималов "Башҡорт казачийы" бейеүе менән парлы бейеүҙәр номинацияһында еңеүсе булды. Шулай ҙа алдағы йылдарҙағы бәйгеләрҙәге кеүек, егеттәрҙең хәрби, һунарсы, көтөүсе һ.б. тематикалы яңғыҙ бейеүҙәрҙә көс һынашыуы етмәне кеүек быйылғы "Байыҡ"ҡа.
Өфө ҡалаһы ла быйыл, ниһайәт, "Байыҡ" бәйгеһендә ҡатнашты. Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының "Дуҫлыҡ" ансамбле баш ҡалалағы башҡа мәктәптәргә матур өлгө күрһәтте. "Гимназияла 960 бала, уларҙың һәр береһе үҙенең һәләтенә һәм теләгенә ҡарап, уҡыу йортонда эшләгән 3 бейеү ансамбленең береһендә шөғөлләнә ала. Халыҡ бейеү-ҙәре баланы үҙ милли рухында тәрбиәләргә булышлыҡ итә, күңелен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышанысын арттыра. Быны ата-әсәләр ҙә яҡшы аңлай. Улар булмаһа, беҙ әллә нимә эшләй ҙә алмаҫ инек. Костюмдар тектереү, юл сығымдарын ҡаплау кеүек матди мәсьәләләрҙе хәл итешеүҙән тыш, баланың теләген һүндермәй, уға терәк булыу, теләгенә өлгәшеү өсөн дөрөҫ маҡсат ҡуйырға өйрәтеү ҙә ата-әсәнән тора", - ти уҡыусыларының сығышын ҡарарға килгән гимназия директоры Гөлназ Ғафир ҡыҙы Әхмәҙиева.
Ысынлап та, баланың һәләтен күреп, уға артабан камиллашырға ярҙам итеү ата-әсәнең ҡулында шул. Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында йәшәп, улдарын аҙнаһына бер нисә тапҡыр Сибайға бейергә йөрөтөүсе Фәйзуллиндарға ни әйтәһең инде! Үҙ телен, мәҙәниәтен белеп, үҙ мөхитендә үҫһен, ти улар, шуға ла йөҙәр саҡрым юл үтеүҙең ауырлығын да тоймай. Бәйгелә Руслан Фәйзуллин менән Гүзәл Ситдиҡова беренсе урынға лайыҡ булды.

Шулай итеп...
Бөрйән ҡыҙы, ете генә йәшлек Әҙилә Ишмөхәмәтова бейегән сағында: "Байыҡ"ҡа бер килһәң, килге килеп тик тора", - тип таҡмаҡлағайны. Бер тамсы ла шыттырыу юҡ был һүҙҙәрҙә. Бәйге бейеүселәрҙе лә, уларҙың ижадына ғашиҡ булған тамашасыларҙы ла үҙенә тартып тора. Балалар араһында теге йәки был бейеүҙе иң камил, иң оҫта башҡарыусылар ҙа барлыҡҡа килде хәҙер. Мәҫәлән, Динис Әхмәтовтың "Генерал Игзаков"ынан һис ялҡыу мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙҙар бейеүенең иң гүзәл өлгөһө "Ете ҡыҙ"ҙы бейеүселәрҙең бер мәлгә генә күҙ һирпеп ҡарап алыуын һәр ваҡыт эске бер тулҡынланыу менән көтөп алған кеүек, Динистың да генерал образында бик етди бейеп йөрөй торғас, сығышының аҙағында ғына ихлас итеп йылмайып ебәреүен сираттағы, хатта йөҙөнсө тапҡыр күреү өсөн әллә ниҙәр бирерҙәй булаһың. Сәнғәттең, бигерәк тә бейеү сәнғәтенең көсө лә ошонда бит. Бейей белмәгәнгә генә майҙан тар, ти халыҡ. Әле етенсе тапҡыр ғына үткән "Байыҡ" сәхнәһендә бәхетле минуттар кисереп баҫып тороусыларҙың һаны киләсәктә тағы ла күберәк булһын. Нимә генә тиһәгеҙ ҙә, "Байыҡ"ты бер күрһәң, күрге килеп тик тора!

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.08.15 | Ҡаралған: 1474

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru