«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СӘСӘНЕН ҘУРЛАНЫ ҠЫПСАҠТАР
+  - 

Күптән түгел Бөрйән районыныың Әбделмәмбәт ауылында ошо ауылда тыуған билдәле сәсән, мәғрифәтсе Сабирйән Мөхәмәтзакир улы Мөхәмәтҡоловтың тыуыуына 125 йыл тулыу уңайынан, уның рухын ҡыуандырып, үҙҙәренең сәсән аманатына тоғро икәндәрен раҫлап, Әҙәбиәт йылы сиктәрендә бына тигән сара ойоштороп ебәрҙе ҡыпсаҡтар (Ҡыпсаҡ - Әбделмәмбәт ауылының халыҡса йөрөтөлмөшө).

Сара Әбделмәмбәт мәктәбе биләмәһендә башланды - сәсән иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Уны асыу хоҡуғы арҙаҡлы яҡташыбыҙ Әхмәт Сөләймәнов менән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповҡа бирелде. Әхмәт Мөхәмәтвәли улы сәсән хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп, Сабирйән хәлфәнең ҡустыһы Хәкимйән бабайҙың һөйләп ҡалдырғандарының бер өлөшө менән дә уртаҡлашты.
-1990 йылда сәсән эҙҙәренән йөрөнөк. "Түңгәккә" тигән шиғыры яҙылған түңгәкте табып алдыҡ. Телевидениеға тапшырыу әҙерләнем. Сәсәндең ҡыҙы Зәкиә апай, Һарағынан Зөһрә апай Ғәлина Сабирйән сәсән хаҡында һөйләне, - тине ғалим яҡташыбыҙ.
Әйткәндәй, был шиғыр яҙылған түңгәкте Килдеғол мәктәбенең уҡытыусы-эҙәрмәне Мөнир Фәйзуллин табып ала һәм уны уҡыусылар менән кәртәләп ҡуялар. "Түңгәк хаҡында ишетеүселәр булһа ла, уны күргән-белгән кеше булмай сыҡты тәүҙә, - тип яҙған ҡыпсаҡтар сығарған "Сабирйән сәсән" тигән китаптағы хәтирәләрендә М. Фәйзуллин. - Шуға күрә урманды күп ҡыҙырырға тура килде. Бер көнө Ҡарағас йорттан Бертеш яланынан сығып килһәм, йылҡы көтөүсе һәм танылған һунарсы Хәбир ҡусты Исхаҡов осраны. Ул түңгәк, Мөнир ағай, мин күргән түңгәк түгел микән, әйҙә, ҡарайыҡ әле, ти. Икәүләп үҙәк буйлап тауға күтәреләбеҙ. Ҡуйы ағастар ышығында бына ҡайҙа ултыра икән беҙ эҙләгән ҡомартҡы! Түңгәкте ентекләп ҡарайбыҙ: сәсәндең ҡыҙы Зәкиә инәйҙең һөйләгәндәре менән тап килә - түңгәктең ҡояш төшмәгән яғында балта менән сабып тигеҙләнгән "китап" урыны бар. Өҫтәүенә, эргәнән генә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә арба юлы беленеп ята. 1930 йылда "Урал" колхозы ойошторолғас, Ҡыпсаҡ бригадаһының йәйләүе итеп Ҡарағас йорт урыны билдәләнә. Сабирйән сәсәндең ҡатыны Өмөлхаят тәүге һауынсыларҙың береһе - ер һелкетеп баҫып йөрөгән йәш ҡатын дәртләнеп бында эш башлай".
Утыҙынсы йылдарҙа золом ҡорбаны булған мәғрифәтсе-сәсәндең ижадын өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Оҙаҡ йылдар буйына "халыҡ дошманының" ижадын өйрәнеү тыйылғанға күрә, сәсәндең байтаҡ күңел емештәре юҡҡа сығыуға ла дусар булғандыр. Сабирйән Мөхәмәтҡолов 1890 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Ҡыпсаҡ ауылында хәлле крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Атаһы Мөхәмәтзакир ҙа билдәле генә сәсән булған. Сабирйән сәсән Әбйәлил районының Рауил ауылында, аҙаҡ Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә белем алған. Артабан мөғәллимлек эшен алып барған. Бөрйән районының байтаҡ ауылдарында белем усаҡтары асыуҙы ойошторошҡан. Ҡаҙаҡ далаларында ла мөғәллимлек эшен атҡарған. Ул рус, фарсы, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән. Ул яҙып ҡына түгел, теге йәки был ваҡиғаға, кешегә ҡарата телдән дә шиғыр сығарып йөрөгән. Уның шиғырҙары халыҡ хәтерендә йәшәй.
Сәсән шәп бейеүсе һәм ҡурайсы ла, шаян кеше лә булған. Был турала сәсән ижадын байтаҡтан бирле өйрәнеүсе Мөнир Фәйзуллин бер хәтирә яҙып алған: "Ҡырҙан, уҡыуҙанмы-ниҙән ҡайтып килешләй, Сабирйән Мораҡҡа һуғыла. Йәйәүләп ҡайтып килә. Төҫкә һары кеше бит инде, фатир һорап берәүҙәргә инә. Урыҫса һорай. Кисенә өй хужалары ҡунаҡ йыя. Был һаман урыҫса һөйләшә, ти. Халыҡ бейей, йырлай, ҡурай уйнай. Сабирйәнде лә бейергә төшөргәндәр. Ул ябай ғына итеп бер бейеү бейегән. Был арыу уҡ баҫа бит, тиешкәндәр. Унан икенсе ҡунаҡ бейегән дә, тағы Сабирйәнде бейергә саҡырған. Быныһында арыуыраҡ баҫып бейей бит был. Өсөнсө ҡунаҡ бейергә саҡырғас, тағы ла һәйбәтерәк итеп бейей. Шулай табындың төп ҡунағы булып киткән ул. Ҡурайсы тын торған ваҡытта ҡурайҙы ҡулына алып, тотҡолап ҡарап торған була. Әйләндергеләп ҡарай, тикшерә. Бахыр, урыҫ егете, бынан нисек көй сыға икән, тип аптырайҙыр инде, өргән була бит әле, тиешә ҡунаҡтар. Апаруҡ шулайтып ҡыялғас, аңғармаҫтан ғына шыңғыратып ҡурайҙа уйнай ҙа ебәрә. Кешеләр аптырашып, хайран ҡала. "Башҡорт бит һин былай булғас, оятҡа ҡалдырҙың. Әгәр насар һүҙ әйткән булһаҡ, ғәфү ит", - тип ғәфү үтенеп, ҡунаҡтың түрендә йөрөтөп, бер аҙналап һыйлап, хөрмәт күрһәтеп, яҡшы аттарын ектереп, Сабирйән сәсәнде Бөрйәнгә килтереп ҡуялар…"
Ҡыпсаҡҡа әлеге сараға килгән ҡунаҡтар мәктәп янындағы Шәжәрә музейын һәм мәктәп эсендәге тыуған яҡты өйрәнеү музейҙарын ҡараны. Сабирйән сәсәндең ҡыҙы Зәкиәнең улы Рафаэль менән килене Һәҙиә Фәтхуллиндар оҙаҡ йылдар ситтә йәшәп, атай менә әсәй баҡыйлыҡҡа күскәс, нигеҙҙе һыуытмаҫ өсөн ауылға ҡайтып төпләнгәйне. Улар арҙаҡлы олатайҙары иҫтәлегенә йорттарында музей асҡандар. Ыҡсым ғына музейҙа байтаҡ экспонаттар йыйылған: урындыҡ, сәңгелдәк, ҡаралты, сәсәндең һәм сәсәнгә ҡағылышлы яҙмалар, уның күҙлеге һәм башҡа ҡомартҡылар. Байрамға килеүселәрҙе йорт хужалары һәм уларҙың балалары, туған-тыумасалары сәк-сәк, буҙа менән ҡаршы алды, ҡалала үҫкән ейәндәре тырышып-тырышып ҡарт олатайҙарының шиғырҙарын ятҡа һөйләп ҡыуандырҙы. Хужабикә мандолинаһын сиртеп ебәрҙе.
Байрамдың төп өлөшө ауылдың иң матур урындарының береһендә - Ҡараташ шишмәһе янында үтте. Сараға ыңғайлаусыларҙы сәсәндең ейәнсәре, Килдеғол ауылында фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Ғәлиә Исҡужина аяҡсы булып, буҙалы көрәгә менән ҡаршы алды. Эйе, арҙаҡлы ауылдаштарының хәтер кисәһенә төплө әҙерләнгән ҡыпсаҡтар - сәсән хаҡында 60 битлек китап та сығарғандар, буклет та өлгөрткәндәр, сәсәндең, ауылдың фотолары, шәжәрә ҡуйылған бихисап баннерҙар ҙа эшләткәндәр.
Сәғәҙәтдин мулла сәсән рухына аят бағышлағас, Сабирйән хәлфәнең Һауа апаһының ейәне Ришат Абдуллин киң күкрәк тауышы менән халыҡ йырын башлап ебәрҙе. Дәртләнеп, ашҡынып, рухланып йырланы ул. Уның моңо эргәләге тауҙарға ҡаҡлығып, ауыл өҫтөнә таралды. Район үҙәгендә йәшәп ятҡан Ришат хаҡында бер ауылдашы оло ғорурлыҡ менән: "Бүтән ерҙә йырлап та йөрөмәй, ауылға ҡайтһа ғына асылып, күңеле моңға тулышып, яҙғы ташҡындай ағыла ошо Ришаттың", - тип ҡуйҙы. - Бер яҡтан уйлаһаң, 125 йыл күп түгел, икенсе яҡтан ҡараһаң, быуаттан ашыу ваҡыт. Сәсәндең ижад ҡомарының быуындан-быуынға күсә килеүе ҡыуаныслы. Ауыл халҡының, мәктәптең, хакимиәттең бер төптән булып эшләүҙәре, йәшәүҙәре, ғөмүмән, бындағы халыҡтың берҙәмлеге һоҡландыра. Бындай саралар йәш быуын өсөн кәрәк. Улар үҙҙәренең арҙаҡлы яҡташтарын белеп үҫергә тейеш, - тине район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы сарала сығыш яһап.
- Атайымдың сәсән менән бик ауыр юлды бергә үтеүе хаҡында ил ағаһы йәшенә еткәс кенә белеүем үкенеслерәк. Улар, сәйәси золом ҡорбандары, Беломорканал төҙөлөшөндә бергә булғандар. Унда, хеҙмәт шарттарына ярашлы, бер йыл ике йылға һанала. Шул рәүешле тиҙерәк ҡайтырға ашҡынған Сабирйән сәсән срогын тултыра алмай. Билбыуарҙан һыу кисеп йөрөп, ул үпкә ауырыуына дусар була һәм сит ерҙәрҙә ятып ҡала. Минең атайыма тыуған яҡтарына ҡайтыу бәхете тейә, тик ул да үпкә сиренән вафат булды, - тип ҡайһы бер күңел хәтирәләре менән бүлеште профессор, академик Әхмәт Мөхәмәтвәли улы.
Уҡытыусы Миңнур Ҡасимованың һәр яҡтан уйлап яҙылған сценарийы байрамды бербөтөн һәм мәғәнәле итте. Ғөмүмән, һәр кем үҙ тапҡырында тырышҡан, ауылы берҙең - ҡәүеме бер, тигән мәҡәлде девиз иткән. Сараның матди яғын сәсәндең вариҫтары күтәрешкән, аҡсалата ярҙам күрһәтеүселәр булған, ә Ғәлиә Исҡужина менән Гөлгөнә Ырыҫҡолова сәсән рухына бағышлап ҡорбан салдырған.
Сәсәндең "Ҡартлыҡ" тигән шиғырында шундай юлдар бар:
Ҡырҡҡа еткәс ҡалдырған бер һүрәткенәм,
Ҡалмаған шул һис бер рәткенәм.
Дуҫ-иштәрем бергә төшкәс, төштөм мин дә,
Сыҙамай шул боронғо йәш йөрәккенәм.
Ҙур иҫтәлек булыр, тинем балаларыма,
Бер көндәре алып ҡарарҙар алдарына.
Рәсемгә төштөм шундай ниәт менән,
Ҡарамайса сикәләге салдарыма.
Үлем тигән тағы бер нәмәһе бар,
Үҙенә күрә, уның ҙур кәмәһе бар.
Шул кәмәгә ултыртып алып йөрөп,
Ниндәй ергә батырһа ла самаһы бар.
Ысынлап та, сәсәндең ошо фоторәсеме байрамды сәхнә түренән "күҙәтте". Бөгөн ул портрет балаларына, ейәндәренә ҡиммәтле ҡомартҡы. Йәнә шиғырҙың артабанғы юлдары уйландыра: "Ниндәй ергә батырһа ла самаһы бар", - тип сәсән үҙенең килер яҙмышын, сит ерҙәрҙә ятып ҡалырын бер ни тиклем төҫмөрләгәндәй. Һағыш сағылып ҡала был юлдарҙа.
Ҡараташ буйҙарын яңғыратҡан был байрам, һис һүҙһеҙ, сәсән рухын ҡыуандырғандыр. Бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр, тир; булыр илдең балаһы бер-береһен батыр, тир, тигәндәй, үҙ ауылдаштарын ҙурлаған ҡыпсаҡтарға афариндан башҡа һүҙ юҡ. Теләк беләккә көс, йөрәккә дәрт биргән, кәрәк тирәк йыҡтырған, берҙәмлек күңел һәм рух байрамы булдырған.

Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.08.15 | Ҡаралған: 2169

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru