«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АУЫРЛЫҠТАРҒА ТҮҘЕҮ СИФАТЫ ҠАТЫН-ҠЫҘҒА ҠАЙҘАН КИЛӘ?
+  - 

Рус яҙыусыһы, философ Авессалом Подводный: "Үткәндәр менән бәйләнешегеҙҙе тойоғоҙ һәм һеҙ уға таяна аласаҡһығыҙ", - тигән. Психология, астрология буйынса китаптар ижад итеүсе, төрлө имселәр, халыҡ дауаһы менән шөғөлләнеүселәр менән тығыҙ аралашҡан яҙыусы таяныс булырҙай үткәндәр тураһында әйткәндә, моғайын, быуындар араһындағы бәйләнеште күҙ уңында тотҡандыр. Башҡорт халҡының яҙмышы ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, быуындар араһындағы бәйләнеш өҙөлмәгән, йәштәр ололар һүҙен һүҙ итеп, уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалып, кәңәш-төңәш итеп йәшәгән. Әммә был күркәм сифатыбыҙ заман шауҡымы менән онотола барған кеүек. Йыш ҡына йәштәр ололарҙы замандан артта ҡалыусылар рәтенә ҡуя, бөгөн донъяла барған хәлдәрҙе бөтөнләй аңламай, тип иҫәпләй. Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында йәшәгән, 34 йыл ғүмерен мәктәптә биология фәнен уҡытыуға бағышлаған Көнһылыу ҠОТЛОБАЕВА менән нәҡ шундай аңлашылмаусанлыҡтар арҡаһында юғалып ҡалған белем, рух көсө тураһында әңгәмәләштек.

Килешмәҫкә килдем донъяға...

Уй-фекерҙәрем нишләптер бик һирәк осраҡта ғына халыҡ фекере, йәмғиәт ҡарашы менән тап килеүсән. Ахыр сиктә, бөтәһе лә яңылышып, үҙем генә дөрөҫ уйлап йөрөй алмайым бит, тип, үҙемде тәбиғәттең бер яңылышы итеп һанай башланым. Әммә үҙемдә икеләнгән осраҡтарҙа һәр ваҡыт өләсәйемдең кәңәшен иҫемә төшөрөп, күңелемде тыңлап ҡараһам, унда ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ булыуын тоям. Кемдәрҙер менән килешә алмайым, ниҙер эстән өйкәп тик тора һымаҡ. Өҫтәүенә, йәш саҡта баш-көллө эшкә сумып, ғаилә мәшәҡәттәре менән халыҡ араһында һүҙ һөйләп йөрөргә артыҡ ваҡыт та булманы. Әммә ил булғас, унда барған үҙгәрештәр, төрлө яңылыҡтар ишетелеп тора, эстән генә суверенитеттан ситләшеүебеҙгә, ер мәсьәләһендәге ҡарарҙарҙың дөрөҫлөгөнә шикләнеп, борсоулы уйҙар менән йөрөйөм. Республикала муниципаль ерҙәрҙе генә ҡалдырып, ҡалғанын Рәсәй дәүләте милкенә күсергәндәренә аптырауымдың сиге булманы, ауылдаштарға башта уйлашайыҡ, тип тә өндәшеп ҡараным. Ләкин ниндәй генә мәсьәлә килеп тыуғанда ла, мәктәп даирәһендә генә лә түгел, мине һәр ваҡыт: "Тыныслыҡты боҙорға итәһеңме? Һуғыш теләйһеңме әллә?" - тигән һорау менән шымыҙып килделәр. Тыныс йәшәү өҫтән төшөрөлгәнде үтәүҙән генә ғибәрәт, тип хаталанманыҡмы икән?
Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөргә ниәтләүҙәрен ишеткәс тә уға ҡаршы халыҡтан ҡултамғалар йыйҙыҡ. "Бөтөн ғалимдар ризалыҡ биреп, ҡултамғаларын ҡуйып бөткән, һин яңғыҙың ҡаршы йөрөйһөң һаман", - тип, махсус рәүештә килеп, был эште туҡтатырға ҡуштылар. Ошо һыуһаҡлағысты төҙөргә ризалашып, ата-бабаларыбыҙҙың бер аманатын боҙҙоҡ, тип һанайым. Беҙгә бит улар риүәйәт аша, Ағиҙелгә тейһәң, уның һыуы ҡороп бөтәсәк, тип әйтеп ҡалдырған. Бөгөн Йомағужа һыуһаҡлағысы эше яйға һалынғас, йылғабыҙ йылдан-йыл һайыға, бысрана бара. Сөнки уны тулыландырыусы бәләкәй йылғалар, шишмәләр күпләп ҡороно. Бала саҡта Ғәлиәкбәрҙән 50 километр тирәһе алыҫлыҡтағы ауылға йөрөп уҡыныҡ, һәр 10 саҡрым һайын саф шишмәләр ағып ята торғайны. Һыуында йыуынып, икмәгебеҙҙе тығып ашап, һыуһынды ҡандырып йөрөргә ғәҙәтләнгәйнек. Ул шишмәләр тәүҙә һаҙлыҡҡа әйләнеп, хәҙер бөтөнләй ҡороп бөттө. Имәнйортта бер шишмә ҡалған, уның һыуы ла эсергә яраҡһыҙ. Йомағужа һыуһаҡлағысын төҙөгәс тә Ағиҙел ҡороманы ла инде, тиһәләр ҙә, Өфөлә теплоходтар туҡтап ҡала бит хәҙер. Хәлдең үтә мөшкөлләнеүенән ямғырҙар ғына бер аҙ ҡотҡарып тора ла баһа.
Һыуһаҡлағыстың тағы бер эҙемтәһе - Ағиҙелдә һыу инеүселәр тире ауырыуҙары йоҡтора башланы. Ә заманында беҙ ул һыуҙы ҡайнатмайынса эстек. Бөгөн Ағиҙелгә һыу инергә барғанда ла төшөргә ҡыймайһың, элек уртаһына тиклем төшһәң дә, ялтырап, таштары күренеп ята торғайны. Йылға хәҙер эҫе көндәрҙә хатта ҡортлай, был тәбиғәттең гармонияһын боҙоуҙан килеп сыға. Быуаттар буйына халыҡтың тәбиғәт менән килешеп йәшәүен иҫкелек ҡалдығы һанап, үҙебеҙҙе цивилизация кешеләре иҫәпләп, тәбиғәт законына ҡаршы сығыуҙың эҙемтәһе булып, ошо тиклем ҙур бер республикала төп йылғаларҙың береһе ҡороп ҡуйһа, халыҡ нишләр, ҡайҙа барыр, тигән уй борсой. Бында күсеп килгән башҡа милләттәр ҡайҙа булһа ла барып урынлашыр, ә башҡорт бер ҡасан да тыуған ерен ташлап китеп өйрәнмәгән бит. Бер ерҙә лә беҙҙе ҡолас йәйеп ҡаршыламаҫтар, муҡсабыҙҙы тотоп, донъя буйлап сығып китербеҙме икән?..

Оптимизм алдауға һатылған

Ҡалала йәшәй башлап, ялтыр бәҙрәфенә ултырҙымы, кеше үҙен мәҙәни тип иҫәпләй башлай. Юғары мәҙәни кешеләр күбеһенсә ауылда йәшәй, минеңсә. Һуғыш мәленә тура килеп, белемдәре лә булмаған, әммә тормош тәжрибәһе бай, аҡыллы, ябай кешеләр күп ине беҙҙә лә. Ауылдашым Шәмсениса Ишбулатова ғына ла телгә бай, үҙенә күрә фәйләсуф кеше була торғайны. Донъя йөгөн яңғыҙы тартты, биш балаһын бер үҙе тәрбиәләне, әммә зарланманы. Кемдер трагедия итеп ҡабул иткән ваҡиғаның да оптимистик яғын таба, шиғыр юлдарына һала ине. Ә бөгөн бөтөн халыҡтың күңел төшөнкөлөгө бер туҡтауһыҙ алдау, өмөтләндереүҙән килә. Революция булғандан алып кешеләрҙе яҡты киләсәк, еңел тормош көтә, тип бушлай эшләттеләр ҙә эшләттеләр. Быуындар алмашынып тора, ә яҡшы тормош һаман да юҡ. Етмәһә, күҙ асып йомғансы улар тырышып төҙөгән колхоз-совхоздар елгә осто, бөтөн мөлкәтен йыйын бурҙар ташып алып бөтөрҙө, эт менән бесәй кинәнде инде. Бәлки, етештергән продукцияны хөкүмәткә тапшырмай, үҙ аллы һатырға рөхсәт итһәләр, хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшмәҫ тә ине. Эш хаҡы түләнмәгәс, шул осорҙа самогон ауыл валютаһы ролен үтәй башланы. Халыҡтың өмөтөн өҙөү, тормошон маҡсатһыҙ итеү, тишек кәмәгә ултыртыуҙан килеп тыуҙы был ситуация. Беҙҙең халыҡтың оптимистик рухын алдыҡ "урланы".
Аллаға шөкөр, бөгөн бар эште "шешә" өсөн башҡарыу, мәжлестәрҙә өҫтәл түренә тәү сиратта эске ҡуйыу йолаһы яйлап моданан сыға бара. Тулыһынса уның йоғонтоһонан арынып бөтмәһәк тә, халыҡ аңына килә, уйлана, донъяһын ҡулына ала башланы. Бигерәк тә йәштәрҙең айыҡ туйҙар, мәжлестәр, байрам кисәләре үткәреүен күреү ҡыуаныслы. Аңлы, милләтенең киләсәген, бөтөн илдең мәнфәғәтен ҡайғырта алырлыҡ алдынғы ҡарашлы, белемле йәштәребеҙ булыуы уҡ алдағы көндәргә яҡты өмөт менән ҡарарға сәбәп. Халыҡҡа инде күптән күңел төшөнкөлөгөнән, шырлыҡ араһына алып китеп барған тар һуҡмаҡтан ситкә сығып, яңы мөмкинлектәр асылған офоҡҡа табан илтеүсе оло юлға төшөргә ваҡыт.

Тәрбиә ғаиләнән килә

Кешенең рух ныҡлығы, тәрбиәһе әсәнән килә, тигәндәре дөрөҫ. Бөгөнгө көндә ғаиләлә тәрбиә традициялары яҡшы һаҡланған, тип әйтеп булмай, ул ептәр өҙөлгән. Баланың әҙәбе, белеме, рухи тәрбиәһе тулыһынса ғаиләлә күргән мөнәсәбәттән тора. Бөгөн беҙ ололар һөйләгәндә һүҙгә ҡыҫылырға рөхсәт итәбеҙ, ашарға һалғанда иң тәүҙә балаларға һалабыҙ, атай кешене һанға һуҡмайбыҙ. Ошоларҙы уйлайым да, мин күптәргә ҡарағанда бәхетлерәкмен икән, тием. Сөнки мин өләсәй тәрбиәһе алып, уның алтынға бәрәбәр һүҙҙәрен ишетеп үҫкән кеше. Ғаиләһендә күпме балаһы булһа ла, өләсәй бөтәһендә лә йәшәмәй, береһендә генә тора. Әсәйемдең бер туған апайы шуға бер аҙ көнләшә, һинең балаларыңды "минекеләр" тип һөйләй, ә минең балаларымды ул тиклем яҡын күрмәй, тип үпкә белдерә ине хатта. Ике өлкән апайыма ҡарағанда, өләсәйем мине яҡыныраҡ күрҙе, сөнки улар кәртәләге эштәрҙе башҡарғанда, мин гел өләсәйем эргәһендә өй мәшәҡәттәре менән булыштым. Балалыҡ менән мин уны наҙанға һанап, ҡайһы ваҡытта иғтибарлап тыңламағанмын, ә ул "Ғәлиә" мәҙрәсәһе тураһында һөйләп ултыра торғайны. Ул мәҙрәсәнең бөгөнгө юғары уҡыу йортона бәрәбәр булыуын кем белһен...
Совет власы урынлашҡас, ҡатын-ҡыҙҙы эшкә ҡыуғандар ҙа, балалар үҙ мәйелендә үҫкән. Ә элек ата-әсәләре донъя көткән хәлдә лә балалар өләсәй ҡарамағында булған. Шаярған һәм илаған баланы тәртиптә тотам тиһәң, мәҡәле, әкиәте, уйындары менән әүрәтергә кәрәк. Беҙҙе кискеһен йоҡларға ҡайтарыр өсөн урамға сыбыҡ тотоп сыҡмай торғайнылар, билдәле бер ваҡытта өләсәйем әкиәт һөйләй, тип, ишетмәй тороп ҡалмаҫ өсөн йүгереп ҡайтабыҙ. Шуныһы ҡыҙғаныс, ул әкиәттәр иҫтә бик һаҡланып ҡалмаған, хәҙерге әкиәт китаптарында ла осратып уҡығаным юҡ. Кемдәрҙең өләсәһе юҡ, улар көнө буйы үҙ алдына ҡарауһыҙ йөрөнө. Һуңыраҡ балалар баҡсаһында ла уларға тейешле иғтибар бирелмәне, хатта тәрбиәсе бөтәһен йыйып, әкиәт һөйләһә лә, ул өләсәйҙеке кеүек тәьҫир итмәй. Шуға күрә ул балаларҙың рухи тәрбиәһе юҡ. Әлеге көндә мин үҙем өләсәй, ләкин ҡайһы бер ваҡытта ейәндәрем менән аралашҡанда үҙемде өйрәк бәпкәләрен баҫып сығарған тауыҡ кеүек хис итеп китәм: бәпкәләр бер төрлө сипылдай, тауыҡ икенсе "сит телдә" нимәлер һөйләп маташа. Әкиәттәр һөйләй белмәйем, китаптан уҡыйым.

Ниңә хеҙмәттән ситләштерәбеҙ?

Хәҙер балаларҙы хеҙмәткә күнектереп өйрәтеү проблемаһы барлыҡҡа килде. Өс ҡыҙын атайым бала саҡтан төрлө эшкә өйрәтеп үҫтерҙе. Июль айының урталарында уҡ бесән әҙерләргә тотонабыҙ. Атайым иртә менән бесән сабырға алып китә, сәғәт теүәл туғыҙынсы яртыла беребеҙҙе сәй ҡайнатырға төшөрөп ебәрә. Ярты сәғәт эсендә сәй эсеп, бер аҙ ял иткәс, теүәл унда салғыларҙы киренән ҡулға алабыҙ. Атайым математик булғас, ваҡытында ғына йөрөй, төшкө ашҡа бер сәғәткә туҡтайбыҙ, киске алтыла тағы берҙе тамаҡ ялғайбыҙ, шунан ҡараңғы төшкәнсә бесән сабабыҙ. Киске ашты усаҡ яҡтыһында ашайбыҙ. Беҙҙең бесәнлек урман эсендә булһа ла төн йоҡларға ҡала торғайныҡ, яҡындағылар бөтәһе лә ҡайтышып бөтә. Төндә ҡыуыш яғына айыу килә, ул өҫтөңдән үтеп китһә лә торғо килмәй, ҡаты йоҡлайбыҙ, ә атайым ҡарауыллап ултыра. Айыу ҡылҡылдап килә-килә лә, мылтыҡ тауышы яңғырау менән кире китә. Шул темп менән бер аҙна эшләйбеҙ ҙә, шәмбе көндө мунса инергә тип ауылға ҡайтабыҙ, өләсәйемдең һитә балын берәр сынаяҡ эсереп, йоҡлаталар. Ул һитә балына бәғәнәш үләне төшөрөлгән була. Бәғәнәш, руссаһы воронец колосовидный, женьшень үләненә оҡшап тора. Өләсәйем ул үлән менән ауырыған саҡта дауаламай, һауыҡҡас, организмдың миктәүенән ҡуллана торғайны.

Ирҙәрҙе һаҡлайыҡмы?

Замандың тағы бер афәте - ир-егеттәрҙең, атай кешенең абруйы төшөүе. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, шул ир-егеттәрҙе яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ, тип хәбәр һөйләйбеҙ, ҡатын-ҡыҙҙарҙың иңенә йөкмәтелгән ауыр йөк тураһында тигеҙлеккә ынтылып, улар үҙҙәре теләп алды, тип кенә фекер йөрөтәбеҙ. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарҙы шул тиклем ыҙалатҡандар, ауырлыҡтарға түҙә белеү сифаты йылдар буйы шулай һалынған, минеңсә. Һуғышта йөрөгән һалдаттарҙы ашатырға кәрәк булған, ә балаларын туйҙырырлыҡ ҡына бер ус бойҙай алып ҡайтҡан өсөн дә Себер ебәргәндәр. Көнө-төнө колхоз эшендә йөрөгән, һал ағыҙған ҡатын-ҡыҙҙар нисек кенә мал тотҡан, бесән әҙерләгән икән, тип аптырайым хәҙер. Һыйыры ятып үлһә үлгән, ләкин уны һуйырға ярамаған - һәр йорттан ит, май, йомортҡа йыйғандар. Нәби ауылында эшләгән сағымда ветерандар менән осрашыуҙа бер ҡатын: "Дүрт йыл рәттән һыйырым быҙауламағас, май һәм ит тапшырыу буйынса задание йыйылып китеп, судҡа тарттырҙылар. "Һыйырым быҙауламағанға мин ғәйеплеме ни?" тип ҡысҡырып илап, төрмәнән саҡ тороп ҡалдым", - тип һөйләгәйне. Һуғыштан һуң да ҡатын-ҡыҙҙарҙың тормошо еңеләймәгән: ирҙәре һуғыштан ҡайтмаған, ҡайтһа ла, йәш кәләш алыусылар булған. Бөтөн ерҙә ирҙәр менән бер рәттән ауыр эштә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡәҙерҙәре бөткән. Хәҙер ҙә шул уҡ хәл дауам итә, ҡатын-ҡыҙ эшләй, донъя йөгөн дә тарта, ирен дә ҡарай, балаларын да тәрбиәләй. Әммә тормош ауыр, тип, башын бауға тыға һалмай. Ирҙәргә яңылыш бер һүҙ әйтеп ысҡындырма, ғаилә тарҡала, үс итеп үҙенә ҡул һала. Тағы ла ҡатын ғәйепле булып тора ла ҡала. Элекке ғаилә традицияларын тергеҙмәйенсә, ир-егеттәр үҙҙәрен ғаилә башлығы булыуын аңлап, яуаплылыҡ тойоп, ҡатын-ҡыҙға ҡарата ихтирамлы булырға өйрәнмәйенсә, үҙҙәренең абруйын да күтәрә алмай, ғаиләләрҙең тарҡалыуы ла туҡталмай. Ирҙәр үҙҙәре егелеп донъя көтә, ғаиләһен ҡарай, аҡса таба башлағас ҡына халыҡ араһында абруйлы, ҡатынына һәм балаларына ҡәҙерле, өлгөлө ғаилә башлығы була ала.

Хаҡлы ялда ни эшләргә?

Был һорауҙы бик йыш ишетергә тура килә, халыҡ араһында ҡайнап эшләп өйрәнгән кешеләр хаҡлы ялға сығыуҙы ауыр ҡабул итә. Мин иһә, артыҡ ҡайғырманым, үҙ сиратын көтөп ятҡан эшләйһе бүтән эштәр ҙә күп ине. Билдәле бер йәшкә етһәң, ғүмереңдең сикле икәнен аңлай башлап, күңелеңә ятҡан эштәрҙе генә эшләгең килеп тора. Шуға күрә, тарихи факттар һәр кем теләгәнсә үҙгәрергә әҙер торған осорҙа, киләсәк быуындарға дөрөҫ башҡорт тарихы барып етмәҫкә мөмкин булыуын күҙаллап, ошо үҙебеҙҙең төбәктә йәшәүселәрҙән, халыҡ хәтерендә ҡалған хәл-ваҡиғаларҙы яҙып, теркәп ҡалдырырға, тигән ниәтемде яйлап тормошҡа ашыра башланым. Был эшкә ун йыл самаһы алдан тотонһам, һорамаһаң да үҙҙәре һөйләп ултырған оло йәштәге ауылдаштарымдан яҙып алып өлгөргән дә булыр инем. Бөгөн күбеһе белмәй, күптәр иҫләмәй, шулай ҙа ҡалғанын ғына булһа ла йыяйыҡ, тигән уй менән ауылдың иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары бергә берләште. Беребеҙ шәжәрә төҙөй, беребеҙ альбомдар эшләй, онотолоп барған йолаларҙы тергеҙергә ниәт итәбеҙ.
Элек бер бәләкәй ауылда ла әллә нисә мулла булған. Беҙ уларҙы йыназаға йөрөгән дә, бәлеш ашап ҡына ултырған, тип уйлайбыҙ. Ысынбарлыҡта улар еңел генә йәшәмәгән, донъяһын да көткән. Мәҫәлән, минең Садиҡ олатайым суфый булған, атайымдың олатаһы - ҡарый. Солоҡ ағастары тураһында яҙып ҡалдырған китабында үҙен ҡарый тип ҡул ҡуйған, йәғни, Ҡөрьәнде яттан белгән һәм уны күп төрлө итеп уҡый алыусы кеше булған. Садиҡ олатайым кешеләрҙе ҡаты ауырыуҙарҙан да дауалаған. Һөйләгәндәренән генә беләм, бер кеше аҡ йыланды үлтергән һәм сабынлыҡта яңғыҙы ҡуна ятып ҡалған. Төндә ҡыуыш эргәһенә айыу төшмәһен тип, ҡайынды йығып, усаҡ яғып ултырһа, эргәһенә ят һалдат килеп сығып, был кешенең атын шул утҡа тыҡҡан. Ҡурҡышынан ул аҡылдан яҙып, ауылға йүгереп ҡайтҡан, һуңынан уны Садиҡ олатайыма дауалатырға алып килгәндәр. Кәсепселек менән генә шөғөлләнгән кеше шуны дауаларлыҡ булғас, ғилемле муллалар ниндәй көслө булғандыр әле. Улар кеүек сифаттарға эйә булмаһаҡ та, күп белемдәре ваҡыт арауығында юғалып ҡалһа ла, мәғлүмәт туплауҙың файҙаһы кәрәк булыр, тип өмөт итәм. Хәҙер тарихи шәхестәргә иғтибар арта, йәштәр үҙебеҙҙең йолалар менән бер аҙ ҡыҙыҡһына ла башланы, күптәре шәжәрәһен дә белә.

Кирәмәттәр

Бәндәләр донъяһынан тыш, тағы параллель донъяның булыуы тураһында төрлө мәғлүмәт ишетәбеҙ. Ул донъя менән кешеләр араһында бәйләнеш өҙөлә, беҙ уларҙы күрмәй, һиҙмәй башланыҡ. Элек параллель донъя менән бәйле хәл-ваҡиғалар йыш була торғайны. Кешеләрҙе пәрейҙәр алып китеп уҡытҡан, тиҙәр хатта. Минең Нәсиғә өләсәйем барыһын да белеп ултырған, уның был һәләте нәҡ шул пәрейҙәр алып китеп уҡытыуынан килергә тейеш. Ауылдашым Шәмсикамал инәй үҙе бер табышмаҡ ине, мәрхүмә. Ире һуғыштан ҡаты яралар менән ҡайтып, донъя ҡуйғас, Шәмсикамал инәй балалары менән яңғыҙы тороп ҡалған. Уны пәрейҙәр уҡытырға алып киткән. Шуғамылыр, уның ҡыҙыҡ яҡтары бар ине. Мәҫәлән, уның тураһында малдарының ҡолағына ниндәйҙер доғалар уҡып ебәрә лә, улары үҙе ҡайта торғайны, тиҙәр. Әгәр ҙә көтөүҙән оҙаҡ ҡайтмай торһалар, ишек алдына сығып: "Нишләп балаларҙы ҡаңғыртып, ҡайтмай йөрөйһөгөҙ", - тип, бер доға уҡый, уңарса теге малдары ҡайтып та етә, ти.
Бөрйән ере бик хикмәтле, мин үҙем дә шундай бер ваҡиғаға тарығаным булды. Ирем мәрхүм булғас, сабынлыҡты алмаштырҙыҡ, юлын яҡшы белмәйем әле. Аҫтан йөрөһәң, бейек тауға менергә кәрәк, кешеләр ҡайҙандыр икенсе юл менән шул тауҙың башы буйлап бара. Туҡта әле, беҙ ҙә шул яҡтан ҡайтып ҡарайыҡ, тип, ҡыҙым менән ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул юл менән бара торғас, үҙебеҙ йөрөгән күнегелгән юлға килеп төштөк. Юл сатынан алыҫ түгел һул яҡта кеше кейеме кейҙерелгән ҡарасҡы тора. Күҙ һирпеп кенә ҡарап, был нәмә тиктәҫкә тормай, тип уйланым да, ҡапыл сатанлаған ҡатын образы күҙ алдыма килеп баҫты, үтеп киттек. Күп тә барманыҡ, аяғымдың йөҙлөгө ауырта башланы, ары киткән һайын көслөрәк һыҙлай был. Бесәнлегебеҙ ауылдан 19 саҡрым алыҫлыҡта, ҡайтып етергә тағы биш саҡрым тирәһе ара ҡалған. Ҡайта килә аяҡ түҙә алмаҫлыҡ булып ауырта башланы, төнө буйы һыҙлап сыҡты әлеге. Шаурап ятып ҡалған бесәнде үҙем барып эшләшә алмағас, күңелем тыныс түгел. Шунан ҡапыл әлеге Шәмсикамал инәй иҫемә төштө. Аяғымды ике сәғәт эсендә имләп ҡайтарҙы. Бындай ауырыуҙарҙы медицина бер нисек тә дауалай алмай.
Мораҙым ауылында Уйылдан мулланың атаһының бер туғанының улы Фәйзрахман ағай йәшәй. Ул ҡустыһы менән ауылға ҡайтҡанында Уйылдан мулланың хәлен белешә барғандар, мулла утын алып ҡайтып бушатырға ғына торған. Ярҙам итешәйек, тиһәләр, көлөмһөрәп, үҙем бушатам, тип яуап биргән. Ике егет күтәрһә лә ауыр булырлыҡ йыуан ҡайын утындарын яңғыҙы күтәреп бушатыуын Фәйзрахман ағайҙар ҡарап торған. Уйылдан мулла кеүек имселәр тейешле доға йә параллель донъянан ярҙамсылар аша эшләгәндәрҙер, тип уйлайым.
Ильяс хәҙрәт, ауылдарына яҡын ике тау араһындағы юлда ғифрит йөрөй, тип һөйләр булған. Ул ғифритте эшкә ҡушһаң, эш еткереп булмай, тигән. Ул ниндәй ғифрит була ла, уны нисек эшкә ҡушып булыуы мөмкин? Элек Совет заманында бындай кирәмәттәрҙең барыһын да әкиәт, тинеләр ҙә торҙолар, ысын булыуына ышанманыҡ та. Мин әле тулыһынса төшөнөп етә алмаған нәмәләр күп, әммә ауырыуҙарҙың ике төркөмгә бүленеүен беләм: бер төркөмөн медицина дауалай, икенсе төркөмөн - дауаламай. Уйылдан мулла ла үҙенә килгән ауырыуҙарҙы, быныһы дауахананыҡы, быныһын үҙем дауалайым, тип айырып ултыра ине.
Медицина ярҙамында аңлатып булмаған ауырыуҙарҙың береһе - һирпелеү. "Ат елпеүе тейгән", ти торғайны боронғолар, бының айышына төшөнөп етмәй инем. Бер апай һирпелеүҙең эҙемтәһе ни тиклем етди булыуы тураһында һөйләне. Үтеп барған һыбайлының ҡаршыһына бәләкәй бала йүгереп килеп сыҡҡан. Һыбайлы юлын дауам иткән, ә теге бала күп тә тормай донъя ҡуйған. Көтөү ҡайтҡанда бәләкәй балаларҙы малға ҡаршы сығарырға ярамай, тип тыйыуҙары ла бушҡа түгел. Һирпелеү оло кешеләргә лә ҡағылыуы мөмкин. Ҡан баҫымы юғары булған кешеләргә яңы ғына ҡайтып инеп торған һыйырҙы һауырға ултырырға ярамай. Сөнки һыйыр юлда ҡыҙып ҡайтып килә, былай ҙа уның температураһы, ҡан баҫымы кешенекенә ҡарағанда юғары. Ауырыу балаға малдан ғына түгел, берәй юлдан килгән кешенән дә һирпелергә мөмкин. Шуға күрә, бәләкәй балаларҙы килгән кеше үҙе инеп, түрҙән үтмәйенсә ҡаршыһына алып сыҡмайҙар, асылған ишектән ингән һауа балаға килеп етмәҫкә тейеш. Урындыҡтар был йәһәттән бик уңайлы булған, ишектән ингән һауа урындыҡ аҫтына инеп китә, өҫкә ҡалҡмай. Урындыҡтар халыҡтың үҙенә күрә бер табышмағы - ошо йәшәү рәүеше дөрөҫ булған.
Беҙ маңлай күҙе менән күрмәгәнде инҡар итәбеҙ. Әммә ультрафиолет нурҙарын, йә инфраҡыҙыл нурҙарҙы күрмәһәк тә, уларҙың булыуына шик белдермәйбеҙ. Бәлки, ауырыуҙарҙың да беҙ күрмәгән сәбәптәре барҙыр.
Мин ауырыуҙарҙы дауалайым, тип әйтә алмайым, сөнки ундай һәләт быуындан-быуынға тапшырыла. Нәсиғә өләсәйем Сәғүрә һәм Ғәйшә инәйемдәрҙе өйрәткән, әммә һәләтен күсермәгән. Миңә тапшырған кеше булмағас, дауаларға хоҡуғым да юҡ. Элек ундай белемгә уҡытыу баҫҡыслы булған, синыфтарға бүленмәй, һәүетемсә генә һәр кем үҙенең тиҙлеге менән материалды үҙләштергән. Ниндәйҙер бер кимәлгә еткәс, береһенең үҫеше туҡтаған, көслөрәктәре артабан дауам иткән. Әлеге көндә мин күңелем менән дауаланыу өсөн беренсе урында доға тороуын аңлап етә алмайым. Был аңлауға табан төрлө юлдар менән барам, тормош этеп-төртөп өйрәтеп килә. Кешенең һәр тән ағзаһын һауыҡтыра торған айырым доғаһы булырға тейеш, уларҙы белгән муллалар китеп бөткәс, өйрәнеүе лә еңелдән түгел. Доғалар ярҙамында үҙеңде һауыҡтырырға ла мөмкин. Өс йыл элек ғәрәп алфавитын өйрәнергә ниәтләп, китап алғайным, һаман тотоноп китә алмайым. Тимәк, һәр нәмәнең үҙ мөҙҙәте, тиҙерәк эшләргә теләп, ваҡыт ағышын тиҙләтеп булмай. Берәй бүлмәне, киңлекте таҙартам тиһәң дә ваҡыт кәрәк бит. Шуның кеүек, аңыңды, күңелеңде йылдар дауамында йыйылған керҙән, наҙанлыҡтан таҙалау өсөн билдәле ваҡыт үтергә тейештер. Ниндәйҙер яҡшылыҡ кешегә ҡапыл һәм күп дәүмәлдә бирелһә, уның ҡәҙере булмай. Тормоштоң ҡәҙерен аңлатыу өсөн кешегә төрлө ауырыуҙар ебәрелә, тик дауаланырға теләп килгән кеше һинән бер ҡул менән бөтөн ауырыуын һыпырып алып ташлауҙы өмөт итә, ә үҙҙәренә ниндәйҙер үлән ҡайнатып эсергә, башҡа төр халыҡ дауаһын ҡулланып, сәләмәтлеген ҡайтарырға тәҡдим итһәң, күп саҡта үҙе эшләргә теләмәй.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Яңы нәмәләрҙең асылына төшөнөү өсөн иҫкене ентекләп өйрәнергә кәрәк", - тигән Ҡытай философы, аҡыл эйәһе Конфуций ҙа. Фән үҫешкән, техника алға киткән заманда йәшәүсе быуынға был һүҙҙәр артыҡ әһәмиәтле лә кеүек түгелдер, бәлки. Аңлап торабыҙ, бер йыл эсендә телефондарҙың ғына ла әллә күпме төрҙәрен һатыуға сығарып торалар. Яңылары ҡулланылышҡа инә тора, иҫкеләре онотола бара. Ул ғынамы, хатта бөтөн кешелек белгән тарихи ваҡиғаларҙы үҙ күҙҙәре менән күрмәгән быуын онотоп, үҙгәртеп ебәрергә әҙер тора. Бәлки, шул үткәндәрҙе хәтерҙән юя һалып ҡуйырға тырышҡан өсөн дә артыҡ алға китеш һиҙелмәйҙер? Барыһына ла тарихи романдары менән билдәле совет яҙыусыһы Валентин Пикуль юҡҡа ғына "Үткәндәре булған илдәрҙең генә киләсәге бар", тимәгәндер бит. Әгәр ҙә беҙ башҡорт милләтенең киләсәге булыуын теләйбеҙ икән, яңы һәм замансаға ҡыҙығып китеп, тамырҙарыбыҙҙы һәм тарихыбыҙҙы иҫебеҙҙән сығармаҫҡа, ерлегебеҙҙән, рухыбыҙҙан ситләшмәҫкә бурыслыбыҙ.

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.08.15 | Ҡаралған: 1748

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru