«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИКШЕРЕҮҘӘР ҠАТЫ
+  - 

Әлеге ваҡытта баш ҡаланың ҡулланыусылар баҙарында урындағы етештереүселәр килтергән, башҡа төбәктәрҙән һәм сит илдәрҙән индерелгән продукция тулып ята. Күпселек предприятиелар уларҙы ғәмәлдәге норматив-методик документтар талаптарына тап килтереп һата. Был хаҡта муниципалитеттағы сираттағы кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина белдерҙе.

Аҙыҡ-түлек продукцияһы ҡәтғи тикшереү үтә. Йылдың алты айында идаралыҡ 3904 аҙыҡ-түлек сеймалын һәм продуктын, шуларҙың 2804-е - микробиологик күрһәткестәргә (14 импорт продукцияһына), 1100-ө - санитар-химик күрһәткестәргә (16 импорт продукцияһына) тикшергән. Улар араһында йәшелсә-емеш продукцияһы гигиена нормаларына, кулинар изделиелары, бигерәк тә традицион булмаған технология буйынса әҙерләнеүсе суши, роллдар - микробиологик нормаларға тап килмәгән. Аҙыҡ-түлек сеймалын һәм продукттарын лаборатор тикшереү һөҙөмтәләрен анализлау уларҙың сифаты етештереүсенән һатып алыусыға килеп еткәнсе юлда йәки һаҡлау процесында, бигерәк тә температура режимы боҙолғанда насарайыуын күрһәтә.
Шулай уҡ тикшереү һөҙөмтәләре буйынса әйләнештән 1925 килограмм күләмендә 203 партия сифатһыҙ аҙыҡ-түлек продукты алынған. Уларҙың иң күп өлөшө емеш-еләккә (821,14 кг), шул иҫәптән йәшелсәләргә (549,57 кг), алкоголь эсемлектәренә, шул иҫәптән һыраға (517,3 литр) тура килә. Аҙыҡ-түлек продукттарын бракка сығарыуға микробиологик һәм санитар-химик тикшереү һөҙөмтәләренең ҡәнәғәтләнерлек булмауы, ҡулланыусы өсөн тулы мәғлүмәт бирелмәүе, ҡулланыу ваҡыты үтеүе сәбәп була. Халыҡ тарафынан еткерелгән ялыуҙарҙы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса административ яза биреү сараһы ҡулланыла. Ярты йылда 2 миллион 532 мең һумлыҡ 467 штраф һалынған. 53 административ эш судҡа ебәрелгән, 10 материал буйынса судтар объекттарҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Галина Пермина белдереүенсә, бигерәк тә етештереү технологияларына иғтибар бирергә, ҡәтғи етештереү контроле үткәрергә кәрәк. Автомашиналар һәм һыуытыу ҡорамалдары менән йыһазландырылған складтар булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә. Һатыуға сығарылған тауарҙарҙың сифатын яҡшыртыу өсөн Роспотребнадзор Сауҙа һәм хеҙмәттәрҙе координациялау, Мәғариф идаралыҡтары менән хеҙмәттәшлек итә һәм мәғариф ойошмаларын йылы аш менән тәьмин итеүсе предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар өсөн семинар-кәңәшмәләр, бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау өлкәһендә ҡануниәтте аңлатыу буйынса осрашыуҙар уҙғара.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.15 | Ҡаралған: 1173

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru