«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ОЯҺЫНДА НИ КҮРҺӘ...
+  - 

"Бөгөнгө балалар шул тиклем ҡаты күңелле. Ҡайһы берәүҙәрендә кешене ҡыҙғаныу, йәлләү һымаҡ тойғо бөтөнләй юҡ. Береһе яңылыш төртөлһә йәки тейеп үтһә, һуғып, туҡмап, иҙгеләп ташларға әҙер генә торалар. Элегерәк тәнәфес ваҡытында педагогтарға бер аҙ тын алып, уҡытыусылар бүлмәһендә ял итеп алыу мөмкинлеге бар ине. Ә хәҙер балаларҙың үҙҙәрен генә класта ҡалдырыу бик ҡурҡыныс. Тәнәфес ваҡытында уларҙан күҙ яҙҙырмай, ҡарап ҡына ултырырға кәрәк. Саҡ ҡына иғтибар итмәһәң, бер-береһенең өҫтөнә менеп баралар. Ҡыҙҙарҙың да ҡулдары уйнап ҡына тора. Бер-береһенең маңлайҙарын ярып, күҙҙәрен күгәртеп ҡуймаҫтар тимә, әйтәгүр. Береһе эләгеп йығылһа, тартып торғоҙоу, ярҙам итеү ҡайҙа, киреһенсә, был хәлдән ҡыҙыҡ табып көләләр. Берәйһенең теше шешеп йәки берәй ере бинт менән бәйләнеп килһә, йәлләү, ҡыҙғаныу урынына, үсекләй-ирештерәләр, үпкәләтеп ҡуйыуҙан да ҡурҡыу юҡ, класташына ни тиклем ҡыйын, ауыр йәки уңайһыҙ булһа, уларға шул тиклем рәхәтерәк, ләззәтлерәк. Балаларҙың бер-береһенә теләктәшлек күрһәтә, ҡайғыһын уртаҡлаша белмәүенә ғәжәп итәм бөгөн. Ҡайҙан киләлер уларҙа был ҡаты күңеллелек?" - тип йәне әрнеп һөйләп торҙо бер көндө таныш уҡытыусым.

Эйе, һуңғы ваҡытта балаларҙың, үҫмерҙәрҙең ҡанһыҙлығы, ҡаты күңеллелеге тураһында йыш ишетәбеҙ, күрәбеҙ. Киң мәғлүмәт сараларында ла был тема даими күтәрелә, шулай уҡ ҡыҙҙарҙың, йыйылып, әхирәттәрен туҡмауын, үҫмерҙәрҙең класташын кәмһетеүен, берәҙәк бесәй йәки эттәрҙе язалап үлтереүен телефонға төшөрөп, интернет селтәрҙәренә лә йыш һалалар. Уҡыусының мәктәп ҡарауылсыһын үлтереүе, үҫмерҙең кесе йәштәге ҡыҙ баланы көсләүе, шулай уҡ ярҙамға мохтаж, көсһөҙ, кеше көнлө оло йәштәгеләрҙе мыҫҡыллау, мәсхәрәләү ваҡиғаларын ишетеп, ысынлап та, сәстәр үрә торорлоҡ.
"Ҡайҙан килә һуң балаларға шул тиклем ҡанһыҙлыҡ?" тигән һорау тыуа иң беренсе. Күптәребеҙ, билдәле инде, телевидение, компьютер уйындары ғәйепле, тиер. Һуңғы ваҡытта тормошобоҙҙағы бөтә кире күренештәрҙә, бәләләрҙә интернетты ғәйепләргә ғәҙәтләнеп алдыҡ бит инде. Тик интернет ҡына ғәйеплеме икән бында? Минеңсә, күп нәмә ғаилә тәрбиәһенән килә. Татыу, ярҙамсыл, берҙәм ғаиләлә үҫкән баланың күңеле барыбер ҙә күберәк изге эштәргә тартылалыр. Үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртҡан, сабыйы күңеленә төкөрөп ҡараған ҡаты күңелле атай-әсәйҙең балаһы ла ҡанһыҙ, мәрхәмәтһеҙ булып үҫәлер. Маньяк-үлтереүселәрҙең тормошон өйрәнгән белгес-ғалимдар ҙа шуны раҫлай бит: уларҙың бөтәһе лә тиерлек бала саҡта үҙ ғаиләһендә көсләүгә, ҡаты мөнәсәбәткә, кәмһетелеүгә дусар булған кешеләр.
Яңыраҡ супермаркетта шаһит булған ваҡиғаны миҫалға килтермәксемен. Касса янында дүрт йәштәр тирәһендәге ҡыҙ бала әсәһенә генә ишетерлек итеп нимәлер һатып алыуын үтенә. Йәш әсәй тәүҙә ишетмәмешкә һалышты, иғтибар итмәне, икенсе-өсөнсө тапҡыр үтенгәс, бөтәһе лә ишетерлек итеп һөрән һалды:
- Етәме һиңә, юҡмы? Һин нәмә, мин аҡса баҫып ултыра тип уйлайһыңмы? Өйгә генә ҡайтайыҡ, күрһәтермен әле һиңә! Тетмәкәйеңде тетермен! Иманыңды уҡытырмын!
Әсәһе теләгән әйберен алмағанғамы, әллә уның кеше алдында әрләүенә ғәрләндеме, ҡыҙсыҡ илай башланы. Сабырһыҙ әсәй сит кешеләр бар тип тә торманы, ҡыҙының ҡулынан тартып һелкетеп, елкәһенә сәпәп алды. Иманыңды ҡайтҡас уҡытырмын, тиһә лә, түҙмәне, магазиндан сыҡҡансы бер нисә тапҡыр төрткөләп өлгөрҙө. Шулай әсәле-ҡыҙлы ҡысҡырыша-илаша сығып киттеләр. Урамға сыҡҡас та тынысланманылар әле. Бында инде ҡыҙы яр һалды:
- Үҫкәс, үҙеңдең сәсеңдән һөйрәп йөрөтәсәкмен, өнөңдө тығасаҡмын, сәсең менән иҙән һеперәсәкмен!.. - ярһыған ҡыҙҙы әсәһе туҡтата, тынысландыра алмай, ҡосаҡларға, битенән үбергә маташа, асыуланып та ҡарай.
Уларҙың ҡысҡырышҡан тауышы, үҙҙәре күренмәһә лә, ҡолаҡта оҙаҡ сыңлап торғандай булды. Әгәр ҙә бындай хәл йыш ҡабатланһа, киләсәктә был ҡыҙ әсәһен сәсе менән иҙән йыуҙыртмаҫ тимә, билләһи. Ҡаты бәғерле балаларҙы бына шундай ата-әсәләр үҫтерә инде. Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Бик тапҡыр әйтелгән.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Аҡсаһы самалы булғас, ниңә балаһын магазинға алып инде икән һуң был әсә? 3-6 йәштәрҙә бала нимә күрә, шуға ҡыҙығыусан була бит инде ул. Унан һуң,магазиндар ҙа хәҙер оҫтарып алды бит: касса янындағы иң күренеп торған урынды балаларҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ ваҡ-төйәк менән тултыралар. Уйынсығы ла, һағыҙы ла, кәнфит-һурғыстары ла - бөтәһе лә бар. Шуны белгән атай-әсәйҙәр кескәй балалары менән магазиндарға бөтөнләй йөрөмәҫкә тырыша. Дөрөҫ эшләйҙәрҙер, моғайын...

Лена АБДРАХМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.15 | Ҡаралған: 1347

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru