«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УН ИКЕ ЙЫЛЛЫҠ ҮҘАЛЛЫЛЫҠ
+  - 

XVIII быуаттың башында, 1704 йылда ҡупҡан башҡорт ихтилалы тамамланғандан һуң, төбәктә үҙенсәлекле сәйәси хәл барлыҡҡа килә. Башҡорттар 1711 йылдан 1722 йылға тиклем Рәсәй подданныйлығынан сығып, тулы үҙаллылыҡ яулайҙар. Яһаҡ түләмәүҙән, Үҙәккә бойһонмауҙан тыш, уларҙың хатта бөтә институттары, ханы (башлығы) булған тулы мәғәнәләге дәүләт берләшмәһе, йә ҡаҙаҡтар, ҡарағалпаҡтар менән бергә союз төҙөү мөмкинлеге лә була. Ләкин улар ҡабаттан Рәсәй ҡанаты аҫтына ҡайтыуҙы һайлай. Уларҙы быға нимә этәрә һуң, ниндәй сәбәптәр үҙаллы дәүләт төҙөүгә ҡамасаулай? Тарих фәндәре докторы Булат Әхмәр улы АҘНАБАЕВтың ошо темаға арналған хеҙмәтенең дауамын тәҡдим итәбеҙ.

Көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш башҡорттары Мәскәү менән конфликт килеп сыҡҡан осраҡта хөкүмәт көстәре барып етә алмаҫлыҡ урынға күсеп китә алған. Шуға күрә Нуғай һәм Ҡаҙан юлдары башҡорттарына ҡарата батша хөкүмәте күберәк дипломатик саралар ҡулланырға тырышҡан һәм башҡорттар менән ҡалмыҡтар араһындағы дошманлыҡты кире тергеҙеү юлдарын эҙләгән.
Ә Уса һәм Себер юлдары башҡорттарында ихтилалдарҙы баҫтырыу өсөн икенсе төрлө саралар ҡулланылған. Был юлдарҙағы күпселек башҡорттар ултыраҡ тормошта йәшәгәнлектән, уларҙың ҡайҙалыр күсеп китеү мөмкинлеге сикләнгән булған. XVII быуаттың урталарында Уса һәм Себер юлдары башҡорттары Өфө өйәҙе халҡының тик 30 процент тирәһен генә тәшкил итһә лә, властарға ҡаршы баш күтәреүҙәр был яҡтарҙа бигерәк тә ҡаты һәм оҙайлы булған. Ә Нуғай һәм Ҡаҙан юлдары башҡорттары һан яғынан да күберәк, матди йәһәттән дә һәйбәтерәк тәьмин ителеүгә ҡарамаҫтан, батша хөкүмәтенә ҡаршы пассив тактика алып барыуҙы хуп күргән. Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, ихтилал ваҡытында ҡалмыҡтарға күсеп китеүсе Нуғай юлы башҡорттарының һаны Уса юлы башҡорттарының дөйөм халыҡ һанынан да күберәкте тәшкил иткән. Шулай итеп, асыҡ сик буйында йәшәүсе башҡорттарҙың төрлө власть үҙәктәре араһында сәйәси маневр эшләү өсөн һәр ваҡыт юлдары асыҡ ҡалған.
Оҙайлы ихтилалдар, билдәле, яҡшы тәбиғи матди база, бигерәк тә аттар һанының күп булыуын талап иткән. Был йәһәттән төньяҡ һәм Урал аръяғы башҡорттары көньяҡ һәм көнбайыш күршелеренән күпкә ҡалышҡан. Мәҫәлән, Нуғай юлы башҡорттары малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр араһында иң байҙары иҫәпләнгән. Улар шулай уҡ солоҡсолоҡ алып барыу һәм һунарсылыҡ өсөн иң яҡшы ерҙәргә хужа булған.
XVIII быуаттың 50-се йылдар башында Өфө провинцияһының Себер улыстары буйлап йөрөгән мулла Батырша Алеев урман һәм ялан башҡорттары араһындағы низағты билдәләп үткән. Шул уҡ ваҡытта XVIII быуаттың башына тиклем урман һәм ялан башҡорттарының хужалыҡ-мәҙәни өлкәләге айырмалыҡтары бер ҡасан да асыҡ конфликт тыуҙырмаған. Сикте һәм үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап ҡалыу, иҡтисади һәм сәйәси мәнфәғәттәрҙең уртаҡ булыуы башҡорттар араһында берҙәмлек һаҡлап ҡалыуға нигеҙ булған. Ләкин 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалдан һуң ҡасҡынсыларға һәм күскенселәргә ҡарата булған мөнәсәбәттең төрлө булыуы башҡорттарҙың берҙәмлегенә тарҡалыу менән янаған.
Бер яҡтан, күскенселәрҙең артыуы башҡорт ерҙәрен яйлап баҫып алыуға килтергән. Йолаға ярашлы, һәр бер аҫаба башҡорт дөйөм биләмәләге үҙенең пай еренә теләгән бер күскенсене индерә алған. Ләкин бындай аҙымдан уның ырыуҙаштары зыян күргән. Икенсе яҡтан, башҡорттар күскенселәрҙең килеүенән иҡтисади файҙа ла барлығын яҡшы аңлаған, сөнки улар башҡорт ерҙәре менән ҡулланған өсөн түләгәндәр. Ахыр сиктә, күскенселәр һанының артыуынан ҡайһы бер улыстар отһа, икенселәре - отолған. Айырыуса ерҙәре әҙ булған көнбайыш, төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш башҡорттары ҙур зыян күргән.
Шулай итеп, күскенселәр һорауы буйынса башҡорттар араһында конфликт тыуыуы уларҙың тарҡалыуына алып барыусы хәүеф тыуҙырған. Ләкин башҡорт ырыуҙарының күпселеге күскенселәр проблемаһын хан власының сәйәси ысулдары менән хәл итеп булмаясағын аңлаған. Шулай уҡ улар Башҡорт ханлығын иғлан итеү батша хөкүмәте менән һуғышҡа алып киләсәген дә яҡшы төшөнгән. Ләкин ҡораллы баш күтәреүҙәр ханлыҡ төҙөүҙең иң ауыр эҙемтәһе булмаған. Бында эш икенселә - Башҡорт ханлығы төҙөү һәр бер сыңғыҙиттең идара итеүе ырыуҙар иерархияһын төҙөүҙән башланасағы көн кеүек асыҡ булған. Ә башҡорттар был иерархия баҫҡысында буйһонған позицияны алырҙар ине. Ләкин башҡорт йәмәғәтселеге ваҡиғаларҙың был рәүешле үҫешенә әҙер булмаған.
Башҡорттар өсөн бындай ситуация уникаль булғанмы һуң? Ете ырыу шәжәрәһендә әйтелеүенсә, башҡорттарҙың Иван IV-кә подданныйлыҡ анты биреү өсөн килеүенең нигеҙендә ырыуҙар араһында ерҙе бүлеү тураһындағы мәсьәлә берҙән-бер үтенес булған. Батша Нуғай һәм Себер юлдарына бойороу хаты ебәргән һәм ете ырыу халҡы шул хаттарға таянып һәм үҙ-ара аңлашып-килешеп ерҙәрҙе бүлеп алғандар. Ләкин был ҡарарға ҡарамайынса, бөрйәндәр һәм ҡыпсаҡтар араһында ер мәсьәләһе буйынса конфликт XIX быуат башына тиклем дауам иткән һәм тик Рәсәй подданныйлығы ҡабул иткәс кенә ике яҡ та ҡораллы бәрелештәрҙән туҡтап, ер бүлеү мәсьәләһен судта хәл итергә тырыша башлаған.
Башҡорттарҙың үҙ иректәре менән Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеү мотивтарын тикшергәндә, эске ҡаршылыҡтарҙың булыуын иҫәпкә алмайынса булмай. Ләкин этник берҙәмлектең тулылығын һаҡлап ҡалыу хәрби бойһондороуға ҡарағанда әһәмиәтлерәк булған.
XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт йәмғиәтен өйрәнеү башҡорттарҙа горизонталь сәйәси бәйләнештәрҙең өҫтөн булыуын күрһәтә. Айырым киҫәктәрҙән торған автономиялы ҡәбилә структураһын сағылдырған был сәйәси форма, асылда, дәүләт булмаған. Ләкин үҙәкләштереүҙең бушаҡ булыуына ҡарамаҫтан, был берләшмә башҡорттарҙы тышҡы янауҙарға ҡаршы торорлоҡ ҡына итеп тупламаған, ә барыһы өсөн дә берҙәм булған хоҡуҡи йолалар, мәҙәни ҡиммәттәр һәм сәйәси стратегиялар булдырыу һәм шуларҙы тотоу өсөн мөмкинлектәр тыуҙырған. Шул уҡ ваҡытта әлеге берләшмәнең үҙенсәлектәре ситтән туранан-тура идара итеү өсөн мөмкин булмаған ҡаршылыҡтар тыуҙырған. Шуға күрә Рәсәй власы XVIII быуаттың 30-сы йылдарына тиклем үк башҡорт йәмғиәте эштәренә административ рәүештә ҡыҫылыу өсөн һөҙөмтәле сараларға эйә булмаған.

Булат АҘНАБАЕВ,
тарих фәндәре докторы.
(Аҙағы. Башы 31-32-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.08.15 | Ҡаралған: 1336

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru